БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.13K photos
7.88K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡала яны ауылдарында күләмле рейдтар уҙғара

Ял көндәре тап ҡала ситендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусылар күп, ти инспекторҙар. Рейд барышында эскән килеш руль артына ултырыусылар һәм мототранспорт йөрөтөүсе үҫмерҙәргә айырыуса иғтибар бирелә. Ошондай рейдтарҙың береһе Нуғай, Жилин һәм Зинин ауылдарында үтте. Автоинспекторҙар квадроцикл менән идара итеүсе 17 йәшлек ҡыҙҙы туҡтатҡан. Тарснпорт сараһы махсус туҡталҡаға оҙатылған, ә ҡыҙҙың ата-әсәһенә ҙур күләмдә штраф түләргә тура киләсәк.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән алғы һыҙыҡҡа сираттағы хәрбиҙәр юлланды

Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. «Өфө-Арена» комплексы майҙанынан отпускыла булған хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмө-50-гә яҡын яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙың күбеһе дүртенсе-бишенсе тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған. Был ваҡытты улар башлыса ғаиләләре менән туған йортонда уҙғара. Яугирҙар яҡындарына йорт-баҡса эштәре менән ярҙам итеп, көс туплаған. Алғы һыҙыҡтағы иптәштәренә хәрбиҙәр шәхси посылкалар алып китте.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йыл башынан Башҡортостандан Ҡытайға 13 мең тонна үҫемлек майы экспортҡа оҙатылған

Республикала һығылған көнбағыш майы сит илдәрҙә ҙур һорау менән файҙалана, сөнки продукция сифат күрһәткестәре буйынса юғары баһалана. Шишмә һәм Көйөргәҙе райондарында етешетерлгән май фитосанитар талаптар буйынса тикшерелгәс кенә Ҡытайға оҙатыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Толбазы оҫтаһы «Урал батыр» йылы өсөн ижад итте

Балсыҡҡа йән өрөүсе. Башҡортостандың халыҡ кәсептәре оҫтаһы Зәки Исмәғил улы Нагаевтың балсыҡты ҡыҙҙырып башҡарған эштәре һоҡланғыс. Уның һуңғы эштәре «Урал батыр» эпосы йылына арнап башҡарылған. Башҡорт мифологияһына таянып эшләүсе Зәки Нагаевтың быуаттар серен һаҡлаған оҫтахана-музейында БЮТ ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бүздәк районында сирек тонналыҡ бәлеш бешерҙеләр

Бүздәк районында сирек тонналыҡ бәлеш бешерҙеләр. Урындағы спорт һәм ял паркында йылдағыса ойошторолоп килгән «Бәлешфест» байрамы үтте. Быйыл да ул республиканың тиҫтәләгән районынан ҡунаҡтарҙы, милли -мәҙәни үҙәктәр вәкилдәрен ҡабул итте.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда МХО ҡатнашыусыларына арналған мемориал комплекс барлыҡҡа килде

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар хөрмәтенә республикала беренсе мемориал комплекс барлыҡҡа килде. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Еңеү паркында урынлаштырылған архитектур ҡоролманы асыу тантанаһында республика башлығы ла ҡатнашты. Радий Хәбиров эш сәфәре барышында яңыртылғандан һуң асылған ҡала мәктәбен, спорт-һауыҡтырыу үҙәген дә барып ҡараны. Шулай уҡ «Сауҙагәр» ҡунаҡсыллыҡ фестивалендә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Мәҙәни форум быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолдо.
🔥2👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе янында Мең ырыуы йыйыны уҙҙы

«Мең ерлеге-мең берлеге». Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе янында Мең ырыуы йыйыны уҙҙы. Сараға ошо ырыуҙың билдәле шәхсетәре, ағинәйҙәр, башҡорт теленә, йолаларына һәм ғөрөф ғәҙәттәренә битараф булмаған замандаштар йыйылды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ауылдарын газ менән тәьмин итеү программаһы дауам итә

Флора һәм Мәүләит Зәйнешевтар Нуриман районы Иҫке Бүрес ауылына үткәрелгән газ яғыулығына тоташтырылыусы тәүге йорт хужалары. Улар 67 йыл бергә йәшәй һәм биш ҡыҙ һәм бер ул үҫтергән. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә ҡыуаныслы ваҡиға менән уртаҡлашты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БСК зыян күргәндәргә 3 миллион һумға тиклем түләйәсәк

Башҡортостан сода компанияһы зыян күреүселәргә һаулыҡ торошона ҡарап 3 миллион һумға тиклем түләүҙәр хаҡында белдерҙе. Предприятие хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләрен дауалау һәм уларға ярҙам итеү өсөн бөтә сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала. Дауаханала кәрәкле медикаменттар һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен оператив хәл итеү өсөн БСК йәмғиәте тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта «Каустик»заводында торба шартлауҙан һуң бер кеше һәләк булған

Был турала оператив кәңәшмәлә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. башҡорт сода компанияһындағы шартлауҙан һуң дауаханаға эләккән бөтә пациенттарға ла компенмация түләнәсәк. Көн тәртибендә предприятиеларҙа хеҙмәтте һаҡлау, Йәйге Спартакиадаға әҙерлек һорауҙары ҡаралды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Дәүләт хеҙмәттәре» порталы хәрби иҫәп мәғлүмәттәрен яңырта

Повестка ла түгел, саҡырыу ҙа. Һуңғы арала «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы менән ҡулланыусылар хәрби иҫәптең берҙәм реестрына мәғлүмәт индереү тураһындағы хәбәрҙәр ала башланы. Ҡайһы берәүҙәр уны мобилизацияға саҡырыу тип имеш-мимеш тарата башланы. Борсолорға урын юҡ. Был процедура тупланған мәғлүмәтте электрон форматҡа күсереү сараһы.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Архангел районы халҡы махсус хәрби операция яугирҙарына сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты

Көнкүреш кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек, маскирорвкалау селтәрҙәре һәм мототехниканы район халҡы, эшҡыуарҙар туплаған. Ылауҙы Архангел ирекмәндәре үҙҙәре үк алғы һыҙыҡҡа, Башҡортостан яугирҙары хеҙмәт иткән подразделениелар урынлашҡан ергә үк алып барып ҡуя.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда һаңғырау балалар өсөн тәүге хәрби-патриотик лагерь асылды

«Патриот» паркында үҙенсәлекле смена. Башҡортостанда ишетеү һәләте боҙолған, йәки һаңғырауҙар ғаиләһендә йәшәүсе балалар өсөн тәүге тапҡыр хәрби-патриотик лагерь ойошторолдо. Проект Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
3👍1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Креатив индустрия көнө уңайынан Әлшәй районында байрам ойошторолдо

Сара бизнес вәкилдәрен, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен һәм ижади һөнәр эйәләрен берләштерҙе. Эшлекле майҙансыҡта креатив индустрия йүнәлешен үҫтереп районға инвестициялар йәлеп итеү һорауҙары ҡаралды. Байрамда урындағы ҡул оҫталары һәм шәхси эшҡыуарҙар тауарҙары күргәҙмәһе ойошторолдо.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Сәйәхәтсе Олег Чегодаев каякта Боҙло океанға барып етте

Туризмды популярлаштырыусы яҡташыбыҙ тотош Урал аша 5 мең саҡрымға яҡын арауыҡ үткән. Маршрут 16 йылға аша һалынған. Уны үтеү өсөн сәйәхәтсегә 118 көн талап ителде. Олег Чеголдаев был уникаль экспедицияға 16 апрель сыҡҡайны. Маршрут Ағиҙел йылғаһынан башланды. Көнөнә генә ул каякта 40 километрлап һыу юлы үткән.
👍1
Ишембайҙа “Һомай” тигән завод асыу ҡарала

Унда үҫемлек майы етештерелә. Ҡаҙағстан инвесторҙарына төҙөлөш өсөн ер участкаһы бирелгән. Проектҡа Төркиә һәм Ҡытай инвесторҙарының аҡсаһы йәлеп ителә. Әҙер продукция Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә һатылырға тейеш.
1
Континенталь хоккей лигаһының иң мәргән һөжүмсеһе Өфөлә уйнамаясаҡ

“Салауат Юлаев” командаһы Джошуа Ливо менән контрактты өҙҙө. 2 йылға иҫәпләнгән килешеү буйынса, 32 йәшлек хоккейсы йылына 110 миллион һум эш хаҡы алырға тейеш ине. Джошуа Ливо уҙған миҙгелдә 76 уйында ҡатнашып 95 мәрәй йыйҙы, 51 шайба индереп КХЛ рекордын яңыртты.
“Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһы янында бронепоезд ҡуялар

Арт-обьектты ҡуйыу өсөн подрядсы билдәләнгән. Эштәр 4 миллионға яҡын һумға баһалана. Бронепоезд әле Куйбышев тимер юлының Шишмә станцияһы базаһында тора. Подрядсы урында комплекслы реставрация башҡарғандан һуң, ул постамент янына килтерелә. Эшкә 1 йыл самаһы ваҡыт бүленгән, тип белдерәләр баш ҡала хакимиәтенән.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан аграрийҙары ужым культуралары сәсеүгә төштө

Ауыл хужалығынан алынған һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә 1650 гектарҙа киләһе йыл уңышына орлоҡ сәселгән. Хужалыҡтар бер үк ваҡытта быйылғы ашлыҡты йыйыу менән дә мәшғүл. Әлегәсә ырҙын табаҡтарына 860 мең тонна иген оҙатылған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан баҫыуҙарында ураҡ кампанияһы дауам итә

286 мең тонна бойҙай экспортҡа оҙатылған. Республикала үҫтерелгән уңыш Ленинград, Һамар, Ырымбур, Тамбов өлкәләренә, Краснодар һәм Пермь крайҙарына, Татарстан һәм Удмурт республикаларына оҙатылған.
1