БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.16K photos
8K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Гранит» ҡушаматлы офицер Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнде

Курск йүнәлешендә дәүләт сиген һаҡлаусы ғәскәрҙәр төркөмө командующийы Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнде.
«Гранит» ҡушаматлы кадр офицеры бер йыл дауамында «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы ҡараған 67-се мотоуҡсылар дивизияһына етәкселек итә.
👍3👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин ауылында машинаға тапалған алты йәшлек ҡыҙҙың ғаиләһенә ярҙам талап ителә

Иглин ауылында машинаға тапалған алты йәшлек ҡыҙҙың ғаиләһенә ярҙам талап ителә. Бала әле әсәһе менән Өфө ҡалаһының 17-се балалар клиник дауаханаһында. Ҡыҙының бәләгә тарығанын ишеткән атаһы юлда аварияға осраған. Ул да ауыр хәлдә биш йәшлек ҡыҙҙары менән реанимацияға эләккән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала «Гацак уҡыуҙары» асылды

Баш ҡалала билдәле фольклорсы Виктор Гацакты иҫкә алалар. Ошо уңайҙан Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында «Гацак уҡыуҙары» асылды. Халыҡ-ара кимәлдә билдәләнгән форум өс көн дауам итә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡаланың ял парктарында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған мәҙәни саралар ойошторолдо

Баш ҡаланың ял парктарында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған мәҙәни саралар ойошторолдо. Милли кейемдәрҙә дефиле, спорт уйындары, бағыусыларҙан бүләктәр, интерактив уйындар -конкурстар, тәмлекәстәр... Балаларға арналған күләмле саралар хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
3🥰2🔥1
Башҡортостан Башлығы Ҡорбан байрамын лайыҡлы уҙғарырға ҡушты

6 июндә мосолмандарҙың төп дини байрамдарының береһе билдәләнә. “Хакимиәт башлыҡтары ҡорбан салыу өсөн уңайлы шарттар булдырырға бурыслы. Диниә назараты байрам сараларын ойоштороуҙа ярҙам күрһәтә. Халыҡтың именлеген тәьмин итеү мөһим. Ветеринария хеҙмәте менән берлектә мал салыу өсөн махсус урындар ойошторорға кәрәк. Унда бөтә санитар талаптар үтәлергә тейеш. Ҡорбан ғәйете – ҙур байрам. Әммә ул беҙҙең өсөн оло хеҙмәт тә”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин белдереүенсә, республикала 60 махсус майҙансыҡ әҙерләнгән. Уларҙың икәүһе Өфөлә урынлашҡан. “Теркәлгән малдар ғына махсус майҙансыҡҡа индерелә”, - тине ведомство етәксеһе.
👍1
Республикала 688 мең кеше объекттарҙы төҙөкләндереү өсөн тауыш биргән

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан ошо турала белдерәләр. 2026 йылда тәртипкә килтереләсәк йәмәғәт биләмәләре һәм дизайн-проекттар өсөн 12 июнгә тиклем фекер ҡалдырырға була. Тауыш биреүҙә Мәсетле, Бөрйән, Күгәрсен халҡы әүҙем. Шулай уҡ Сибай һәм Өфөнөң Ленин районында йәшәүселәр ихласлыҡ күрһәтә. Объекттар һайлауҙа Ҡариҙел, Бөрө һәм Өфө районы кешеләре һүлпәнерәк ҡатнаша.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамы менән тәбрикләне

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамы менән тәбрикләне. Ярҙамсыл, миһырбанлы һөнәр эйәләренә төбәк етәксеһе дәүләт наградалары тапшырҙы. Колонналар залында үткән тантанала барлығы 32 хеҙмәткәр тәбрикләнде. Етем балалар, оло йәштәге һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандар, ауыр тормош хәленә тарыған кешеләргә ярҙам итеүсе социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ, тип белдерҙе Радий Хәбиров.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районындағы «Патриот» паркында өсөнсөгә ирекмәндәр лагеры асылды

Шишмә районындағы «Патриот» паркында өсөнсөгә ирекмәндәр лагеры асылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, уларға тырыш хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. Коронавирус пандемияһы булһынмы, махсус хәрби операциямы - республика ирекмәндәре мәрхәмәтлек эшен лайыҡлы үтәй.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районындағы Граф күленә суртан балыҡтары ебәрелде

Баймаҡ районындағы Граф күленә суртан балыҡтары ебәрелде. Улар Һарытау өлкәһендә тәбиғи шарттарҙа үрсетелгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Айнур Шәйбәков Саха республикаһында суперматчта еңеү яуланы

Халыҡ-ара донъя чемпионы Айнур Шәйбәков Саха Яҡут республикаһында рус шашкаһы буйынса уҙғарылған суперматчта 7:1 иҫәбе менән еңеү яуланы. «Титандар алышы» тип аталған турнирҙа яҡташыбыҙға ҡаршы Халыҡ-ара гроссмейстер Николай Стручков уйнаны.
👍2
«Китап байрамы»нда Ҡәҙим Аралбайҙың яңы китабы күрһәтелде

III «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың «Седые ковыли» китабының исем туйы уҙҙы. Яңы китап һәм тәржемә үҙенсәлектәре хаҡында автор менән БСТ каналының күсмә студияһында һөйләштек.

https://vk.com/video-85076499_456257747?access_key=6c50bbb22b4603ab0e
👍1
Башҡортостан почта бүлексәләре һаны буйынса илдә алдынғы һанала

“Уларҙы һаҡлау беҙҙең бурыс”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. Республикала 1 мең 280 почта бүлексәһе бар. Уларҙың күбеһе ауыл ерендә урынлашҡан. Башҡортостан Башлығы “Рәсәй почтаһы”ның республика идаралығы етәксеһе Ленард Шафиҡов менән осрашыуында почта хеҙмәтенең мөһим булыуын билдәләне. Һөйләшеү барышында почта инфраструктураһын үҫтереү юлдары ҡаралды.
👍1
Башҡортостан Һиндостан һәм Ҡырғыҙстанда вәкиллек асырға ниәтләй

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева ошо турала белдерҙе. Бөгөн Беларуссия, Үзбәкстан, Төркиә, Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә вәкиллектәр эшләй. Былтыр вәкиллектәр булдырылған дәүләттәр менән тышҡы сауҙа әйләнеше артҡан.
👍1
“Атайлыҡ даны” республика конкурсында 170-кә яҡын кеше ҡатнаша

Йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүселәр араһында спортсылар, уҡытыусылар, хәрбиҙәр, полиция хеҙмәткәрҙәре, пенсионерҙар бар. Уларҙың күбеһе ирекмәнлек эше менән шөғөлләнә, йәмәғәт ойошмалары ағзаһы булып тора. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан атайҙар ҙа ғариза тапшырған. Конкурста иң йәш ҡатнашыусыға – 26, иң өлкәненә – 84 йәш. Улар өлгөлө атай, татыу ғаилә башлығы. Ярыш еңеүселәрен бүләкләү тантанаһын октябрҙә – Атайҙар көнөндә үткәреү ҡарала, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Йәмәғәт палатаһынан.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамы менән тәбрикләне

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамы менән тәбрикләне. Ярҙамсыл, миһырбанлы һөнәр эйәләренә төбәк етәксеһе дәүләт наградалары тапшырҙы. Етем балалар, оло йәштәге һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандар, ауыр тормош хәленә тарыған кешеләргә ярҙам итеүсе социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ, тип белдерҙе Радий Хәбиров.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Ярослав Нилов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе Ярослав Нилов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Унда төбәктең социаль өлкәһен үҫтереү, махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү тураһында һүҙ барҙы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
1 июлдән Өфө – Силәбе араһында «Ҡарлуғас» поезы йөрөй башлай

Силәбе ҡалаһына тиклем «Ҡарлуғас» электропоездында. Быйыл 1 июлдән Өфө тимер юлынан яңы маршрут асыла. Был турала Куйбышев тимер юлы етәксеһе Вячеслав Дмитриев Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуында билдәләне. Эшлекле һөйләшеү барышында инфраструктураны үҫтереүгә йүнәлтелгән яңы инвестиция проекты, пассажирҙар һәм йөк ташыу буйынса пландар һәм бурыстар ҡаралды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өршәк йылғаһы аша күпер ремонтҡа ябылды

Төҙөкләндереү эштәренең август урталарына тиклем дауам итере көтөлә. 1980 йылда сафҡа ингән күпер һуңғы тапҡыр 11 йыл элек ремонтланған булған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һөйгән йәреңдең эргәһендә булыуға бер нәмә лә ҡамасауламай

Һөйгән йәреңдең эргәһендә булыуға бер нәмә лә ҡамасауламай. Махсус хәрби операция башланыу менән ирҙәре янына барыуҙы аңлы рәүештә һайлаған ҡатын-ҡыҙҙар күбәйҙе. Улар шәфҡәт туташы ла, табип та түгел, ә фронт тормошоноң бар михнәтен яҡындары менән бергә уртаҡлашырға ҡарар иткән гүзәл заттар.
2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бүздәк ауылында «Минең Атайсалым» исемле осрашыу үтте

Бүздәк ауылының 2-се мәктәбендә «Минең Атайсалым» исемле осрашыу үтте. Сараға ошо районда тыуып-үҫкән, әлеге ваҡытта төрлө вазифаларҙа эшләүсе яҡташтар, урындағы эшҡыуарҙар йыйылды.
👍21