БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.9K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республика халҡын изге Рамаҙан айы башланыуы менән ҡотланы

«Алда - Ураҙа тотоу һәм доға ҡылыу ваҡыты. Иманыбыҙ нығынған, башҡалар хаҡында ҡайғыртҡан ваҡытта, бөтәбеҙгә лә тыныслыҡ һәм именлек теләйбеҙ. Рамаҙан айы барыбыҙға ла көс һәм зирәклек алып килһен, рухи терәккә эйә булырға ярҙам итһен. Аллаһы Тәғәлә һәр берегеҙгә фәтихаһын бирһен. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ һәм именлек теләйем! Хуш киләһең, Рамаҙан!», - тип яҙған Башҡортостан башлығы.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Донъя мосолмандары өсөн изге Рамаҙан айы башланды

Быйыл ул 29 мартҡа тиклем дауам итә. Ай буйына диндарҙар таң атҡандан ҡояш байығанға тиклем ашап-эсеүҙән тыйылып торасаҡ. Һәр бәлиғ булған һәм һау мосолман изге айҙа Ураҙа тоторға һәм билдәләнгән ҡағиҙәләрҙе үтәргә бурыслы.
👍51🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Ленин майҙанында ҡышты оҙатыу байрамы үтте

Яҙ айының тәүге көнө. Өфөнөң Ленин майҙанында ҡышты оҙатыу байрамы үтте. Баш ҡаланың үҙәк майҙанында яҙҙы ҡаршы алыу тантанаһында төрлө быуын һәм милләт вәкилдәре ҡатнашты. Сара күңелле ярыштар, милли уйындар менән үрелеп барҙы. Майҙанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн ҡоймаҡ бешереп һатыу акцияһы ла ойошторолдо. Акцияға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡушылды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Геройы Александр Доставаловтың ҡаһарманлығына - 25 йыл

Бөгөн Рәсәй Геройы Александр Доставаловтың ҡаһарманлығына - 25 йыл. Ике меңенсе йылдың 1 мартында Чечен республикаһының Аргун уйһыулығында яҡташыбыҙ етәкселегенләге десантсылар үлемһеҙ батырлыҡ күрһәтә. Йөҙгә лә тулмаған Рәсәй һалдаттары мең ярымдан ашыу боевиктарға ҡаршы тора һәм сик буйын үтергә юл ҡуймай. Гвардия майоры Александр Доставаловҡа ҡыйыу алышта һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеме бирелә. Бөгөн иһә ҡаһарман яҡташыбыҙ исемендәге батальон штурмлаусылары Оборона министрлығының башҡа подразделениелары менән берлектә нацистарҙы тар-мар итә. Яугирҙар Донецк халыҡ республикаһының бик күп ауыл- ҡалаларын азат итеүҙә, дошман нығытмаларын юҡ итеүҙә ҡатнаша. Доставалосыларға иң яуаплы заданиелар йөкмәтелә һәм улар намыҫ, батырлыҡ менән үтәлә. Бәрелештәр һыҙығынан тыл районына ротацияға сыҡҡан штурм төркөмөн беҙҙең хәрби хәбәрселәр ҙә ҡаршы алды.
2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Салауат Юлаев» хоккейсылары араһында ла Ураҙа тотоусылар бар

Шуларҙың береһе Илдан Ғәзимов. Был көндәрҙә һаҡсы команда менән Алыҫ Көнсығышта. Иртәгә яҡташыбыҙ Владивостоктың «Адмирал» клубы менән икенсе осрашыуын үткәрә. Тәүге уйын буллиттар серияһында юлаевсылар файҙаһына 3-2 иҫәбе менән тамамланды. Илдан Ғәзимов әйтеүенсә, уның өсөн мосолман байрамдары айырыуса әһәмиәтле. Сөнки ул ислам дине ҡанундары һәр ваҡыт үтәлгән ғаиләлә үҫкән. Шуға ла ул бөгөн Рәсәйҙең һәм сит илдең ниндәй генә ҡалаһында булыуына ҡармаҫтан, буш ваҡытында мәсеткә йөрөргә тырыша.
👍31🔥1
Башҡортостанда баҡсасы көнө булдырыла

Радий Хәбиров шундай башланғыс менән сыҡты. Яңы байрам яҙын билдәләнергә тейеш. Был көндө өмәләр уҙғарыу планлаштырыла. - Берҙәм эште башланыҡ. Әйтелгәндәр - үтәлә. Юлдарҙы тәртипкә килтергәс, газ үткәрелә, һәр ширҡәттә контейнер майҙансығы урынлаштырыла. Тәҡдим ителгән баҡсасы көнөндә биләмәләрҙе тәртипкә килтереү мөмкинлеге буласаҡ, тине Радий Хәбиров.
👍4
Рәсәйҙә шәхси йорттар төҙөлөшөнә контроль артты

Закон халыҡты намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән яҡлай. Уға ярашлы, эште башҡарыусы компания йорт төҙөлөп бөтөп уға хоҡуҡ теркәлгәндән һуң ғына түләү ала. Аҡса иһә банкта махсус иҫәптә һаҡлана. Төҙөлөш тамамланмаһа аҡса хужаһына кире ҡайтарып бирелә.
👍2
Өфөлә нефть эшкәртеү заводында янғын һүндерелгән

Һауала зарарлы матдәләр миҡдары норманын артмаған. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итәләр. Янғын бөгөн төндә башланды. Утты һүндереүгә 100 хеҙмәткәр 28 техника йәлеп ителде.
👏1
Башҡортостанда төнөн хәмер һатылмай

1 марттан спиртлы эсемлектәр менән сауҙаны көйләүсе законға төҙәтмәләр көсөнә инде. Уға ярашлы, күп фатирлы йорттарҙа урынлашҡан дөйөм туҡланыу урындарында 23 сәғәттән иртәнге 8-гә тиклем хәмер һатыу тыйыла. Бындай сикләү ресторандарға ҡағылмай.
👍2
Өфө нефть эшкәртеү заводында янғын технологик процестар арҡаһында булыуы мөмкин

Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итәләр. Әле янғын урынында тәфтишселәр һәм эксперттар эшләй. Ғәҙәттән тыш хәл бөгөн төндә булды. Янғында һәләк булыусылар, зыян күреүселәр юҡ, тип хәбәр итәләр "Башнефть" компанияһынан.
👍2
Медик яҡташыбыҙ МХО-ла юғары наградаға лайыҡ булған

Асҡын районынан аҡ халатлы яугир МХО биләмәһендә күрһәткән батырлығы өсөн «Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән наградланған. Уның позывнойы «Клычок», күптән түгел үҙ теләге менән МХО-ға юлланған.
👍3
Кибермутлашыусылар әүҙемләшкән

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев парламент депутаттары исеменән ҡылынған мутлашыу осраҡтары артыуы тураһында белдерҙе. Аферистар ялған хаттар һәм СМС-хәбәрҙәр ебәрә. Төрлө ысулдар менән аҡса күсерергә, шәхси мәғлүмәттәрҙе асырға күндерергә тырыша. Депутаттар кешенән шәхси мәғлүмәт, йә аҡса күсереүҙе һорамай. Халыҡҡа иғтибарлы булырға, мәғлүмәт-хәбәрҙәрҙең дөрөҫлөгөн тикшерергә кәңәш ителә.
👍2
Башҡортостанда ауыл советтары һаҡланып ҡала

Урындағы үҙидаралыҡ тураһында федераль закон проекты икенсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Уға ярашлы, ил төбәктәре бер йә ике кимәлдәге урындағы үҙидара системаһына күсеүҙе үҙ аллы һайлай. Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, беҙҙә 800-ҙән ашыу административ-территориаль берәмек бар. Ғәмәлдә булған ике кимәлдәге система һөҙөмтәле эшләй, уны һаҡлап ҡалырға кәрәк.
👍3
Рәсәйҙә отгул биреү тәртибе үҙгәрҙе

1 мартта Рәсәйҙә Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр көсөнә инде. Башҡортостан хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ял һәм байрам көнөндә эшкә сыҡҡан хеҙмәткәр икеләтә түләү урынына өҫтәмә ял алырға хоҡуҡлы. Отгулды йыл эсендә файҙаланырға кәрәк. Был көндәр отпускыға өҫтәлә ала. Хеҙмәткәр эштән бушатылғанда эштә булған ял көндәре өсөн компенсация түләнергә тейеш.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ғилми-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты булдырылды

Төбәк башлығы Радий Хәбиров тейешле Указға ҡул ҡуйыуы тураһында хәбәр итте. Шулай уҡ оператив кәңәшмәлә йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, дәүләт хеҙмәттәрен һанлаштырыу мәсьәләләре лә күтәрелде. Күптән түгел «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектына ғаризалар ҡабул ителә башлағайны, бөгөнгә программалла ҡатнашырға теләүселәр 600-ҙән ашҡан.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров нефть эшкәртеү заводында янғын һүндереүҙә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров нефть эшкәртеү заводында янғын һүндереүҙә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. Утҡа ҡаршы көрәшкә 100 кеше һәм 28 берәмек техника йәлеп ителгән. Төбәк етәксеһе шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәл пилотһыҙ осоу аппараты һөжүменән һуң башланды тигән имеш-мимештәрҙе кире ҡаҡты. Төбәктең антитеррор комиссияһы аппараты етәкселеге лә был мәғлүмәттең дөрөҫлөккә тура килмәүе тураһында хәбәр итте. Янғын сәбәбе яҡынса асыҡланған, зыяндың техноген характерҙа булыуы билдәле.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальон яугирҙары нацистарҙы артҡа сигендерә

Подразделение фронт һыҙығы алға күсеү сәбәпле, дислокацияһын алмаштыра. Хәрби техника, блиндаждар, идара итеү пункты ла яңы урынға күсә. Позицияларға тәү сиратта элемтәселәр инә. Улар артабанғы эште координациялау өсөн бәйләнеш булдыра.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районынан 8 йәшлек Әмир Мәһәҙиев яугирҙарға планшетҡа тип йыйған аҡсаһын тапшырған

Ейәнсура районынан 8 йәшлек Әмир Мәһәҙиев махсус хәрби операция яугирҙарына планшетҡа тип йыйған аҡсаһын тапшырған. Бының өсөн ул копилкаһын ватҡан. Йыйылған суммаға һатып алынған ике рация хәрбиҙәргә оҙатылған да инде. Малай менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
4👍1🔥1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәлимйәүһәр Вәлиуллинға Өфөнөң почетлы гражданины исеме бирелде

Баш ҡалала йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәлимйәүһәр Вәлиуллинға Өфөнөң почетлы гражданины исеме бирелде. Совет районы хакимиәте ветеранды етеп килгән Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы менән ҡотлап юбилей миҙалы менән дә бүләкләне.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың китапхана эшмәкәрлегенә юғары баһа

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Рәсәйҙең әҙәби мираҫы» Бөтә Рәсәй әҙәби мәҙәни-ағартыу проектының икенсе миҙгеле еңеүсеһе. Рәсәй әҙәби-ағартыу проекты етәксеһе, шағир, Санкт-Петербургта йәшәүсе махсус хәрби операция ветераны Алексей Преснаков, яҙыусылар, республиканың баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашлығында уҙған сара хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
4👍2🥰1