БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.13K photos
7.88K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез районында ирекмәндәр махсус хәрби операция яугирының дауаханалағы әсәһенең хәлен белеште

Ханымдың улы алғы һыҙыҡҡа былтыр үҙ теләге менән ҡушылған. Ирекмәндәр Михайловтар ғаиләһенә лә барҙы. Ошо көндәрҙә уларҙың улдары отпуск ялына ҡайтырға тейеш. Яңыраҡ яугир Жуков миҙалы менән бүләкләнгән. Шулай уҡ Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлау һәм бүләктәр яугирҙар атаһы Бәҙретдин Зәйнәғәбдиновҡа ла тапшырылды.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында дауам иткән үҙешмәкәр сәнғәт конкурсы һәр ауылда үтә

Баһалама ағзалары 22 ауыл биләмәһендә булып, иң сағыу сығыштарҙы йомғаҡлау концертына һайлап аласаҡ. Бикеш ауыл биләмәһенең һәүәҫкәр артистары әҙерләгән концерт та яңы исемдәр асты
👍21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында «Ауыл батырҙары» асыҡланды

Иҫке Монасип ауыл хакимиәте биләмәһенә ҡараған өс ауыл ир-егеттәре араһында көс экстримы буйынса ярыштар ойошторолдо. Ярыш төрҙәренә утын ярыу, суҡмар, түмәр ташлау, машина һөйрәү, тәгәрмәс әйләндереү, ағас һөйрәү, бүрәнә күтәреү, сөй ҡатыу, ҡылыс сөйөү индерелгәйне. Таһыллыҡҡа һәм етеҙлеккә 11 ир-егет көс һынашты.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Федоровка ауылы ирекмәндәре дронға ҡаршы юрғандар әҙерләгән

Айыҡ халыҡ йәшәгән ауылдан дронға ҡаршы юрғандар. Дрон һөжүменә ҡаршы 170 берәмек юрғанды махсус хәрби операция биләмәһенә Хәйбулла районы Федоровка ауылы ирекмәндәре әҙерләгән. Был юрғандар яугирҙарҙың ғүмерен һаҡларға булышлыҡ итәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Федоровка ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабында еңеүгә бүленгән 100 мең һум аҡсаға һалдаттарға дронға ҡаршы юрған тегеү өсөн материал һатып алыуға йүнәлткән. Киләһе репортаж фронтҡа ебәрелгән ярҙам тураһында.
👍42🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районында махсус хәрби операцияла һәләк булған ике яугир иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Ғафури районы Аҡкүл ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған ике яугир иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Илшат Харисов менән Алексей Коротковҡа бағышланған стела батырҙар уҡыған мәктәптә ҡуйылды. Хәтер таҡтаһын асыу тантанаһына яугирҙарҙың туғандары, уҡыусылар, республика һәм район етәкселеге вәкилдәре йыйылды.
👍3🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Мәскәүҙә белем алған Башҡортостан студенттары менән осрашты

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Мәскәүҙә белем алған Башҡортостан студенттары, аспиранттары һәм уҡытыусылары менән осрашты . Эшлекле аралашыу Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә уҙҙы.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл Башҡортостанда 709 метр оҙонлоҡтағы 10 күпер норматив хәлгә килтереләсәк

Быйыл Башҡортостанда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса 709 метр оҙонлоҡтағы 10 күпер норматив хәлгә килтереләсәк. Улар туристик объекттарға алып барған юлда, терәк юл селтәренә ингән трассаларҙа урынлашҡан. Мәҫәлән, Хәйбулла районы Таналыҡ йылғаһы күперендә капиталь ремонт башланған да инде. Ул Ырымбур өлкәһе сигенә хәүефһеҙ һәм уңайлы юл булдыра. Төҙөлөш Архангел районындағы Ағиҙел йылғаһы күперендә лә бара.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яндекс сервистары хәҙер башҡортса телмәрҙе лә аңлай

Мәғлүмәт эҙләү системаһы башҡортса һүҙҙәрҙе таныуҙа нейроселтәрҙе файҙаланған. Бынан һуң, Яндексҡа башҡортса яҙырға ғына түгел, өндәшергә лә була. Был мөмкинлек Тәржемә ҡушымтаһында, эҙләү системаһы һәм клавиатурала булдырылған. Тәржемәсе төрлө телдәргә тәржемә итеүгә лә һәләтле. Ошо рәүешле бер-береһен аңламаған төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара иркен диалог ҡора ала.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Билдәле шағир, прозаик һәм журналист Әхмәр Үтәбаев яҡташтары менән осрашты

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында ойошторолған әҙәби кисә ижадсының 65 йәшлек юбилейына арналды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Аҡъяр тау колледжы студенттары юнармеецтар хәрәкәте сафын тулыландырҙы

Тыуған илгә тғролоҡ. Аҡъяр тау колледжы студенттары юнармеецтар хәрәкәте сафын тулыландырҙы.
Аҡъяр Тау колледжында 1 курс студенттарын юнармеецтар отрядына бағышлау сараһы тантаналы шарттарҙа үтте. Студенттар араһында хәрби клубҡа инеүгә төрлө өлкәләрҙә юғары һөҙөмтә күрһәтеүселәр генә һайлап алынған. Сарала Рәсәй ғәскәрҙәрендә хәрби юл үткән уҡытыусылар, махсус хәрби операция яугирҙары, Хәйбулла районы ветерандары ла ҡатнашты.
👍7👎1
Башҡортостан баҡсасылар форумына әҙерләнә

Был аҙнала беҙҙең республикаға илдең 12 төбәгенән 2 меңдән ашыу баҡсасы килеүе көтөлә. Шулай уҡ Таиланд һәм Беларусь делегациялары була, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Пленар ултырыш баҡса биләмәләренә газ үткәреү темаһына була. Форум иртәгә башлана һәм ике көн дауам итә.
👍2
Башҡортостанда ужым яҡшы ҡышлаған

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, көҙҙән сәсеп ҡалдырылған иген баҫыуҙарының 91 проценты һәйбәт баһа алған. Ужымдың майҙаны 248 мең гектар. Уның ҙур өлөшөн бойҙай алып тора. Яҙын 2 миллион 800 мең гектарҙа сәсеү ҡаралған.
👏3
Быйыл талпан иртәрәк уянасаҡ

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте белгестәре фекеренсә, йылы ҡыш һәм иртә көтөлгән яҙ арҡаһында бөжәктәр ғәҙәттәгенән әүҙемерәк булыуы мөмкин. Уҙған йылда Башҡортостанда 9 мең кеше талпан ҡаҙалып медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Йыл һайын халыҡ күпләп йөрөгән биләмәләр махсус препараттар менән эшкәртелә. Талпан ғәҙәттә апрелдә әүҙемләшә, иң күп мөрәжәғәттәр май айында теркәлә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнө үҫтереү буйынса ҙур программалар дауам ителәсәк

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн баш ҡала советының сираттағы ултырышында белдерҙе. «Ҡаланың 450 йыллығын билдәләгәндән һуң ҙур программаларҙан баш тартырға уйланыҡ, әммә ҡала мэры Ратмир Мәүлиев менән кәңәшләшкәндән һуң, беҙ бер нәмәне лә туҡтатмаҫҡа ҡарар иттек. Сөнки Өфө республиканың баш ҡалаһы, бында йәштәребеҙ уҡый, театрҙар, ҙур спорт объекттары урынлашҡан. Халыҡ- ара хәл тотороҡланғас, үҫеш өсөн мөмкинлектәр тәҙрәһе тағы ла киңәйер, тип ышанабыҙ, - тине Башҡортостан башлығы.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Октябрь районы эшҡыуары махсус хәрби операция биләмәһенә УАЗ автомобиле әҙерләй

Тыл ҡеүәтле булғанда, фронт та көслө. Өфөнөң Октябрь районы эшҡыуары махсус хәрби операция биләмәһенә УАЗ автомобиле әҙерләй. Машина яугирҙар теләге буйынса модернизацияланған, уның каркасы нығытылған, комуфляж төҫөнә буяласаҡ.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Доставщик» ҡыҫҡа метражлы фильмы күрһәтелде

Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «АртМастерс Төбәктәре» чемпионаты ярҙамында төшөрөлгән яңы ҡыҫҡа метражлы фильм күрһәтелде.
«Доставщик» ҡыҫҡа метражлы фильмында Волга буйы федераль округында йәшәгән ижади йәштәр төркөмө: продюсер, режиссер, оператор, сценарист, моушн-дизайнер, костюмдар буйынса рәссам, композитор һәм тауыш режиссерынан торған берҙәм команда эшләгән. Картина заман йәштәренең тормошон сағылдыра.
👍3
Башҡортостан һыуһаҡлағыстарында ҡар күләме иҫәпләнә

20 мартҡа тиклем 9 һыу объектында ошондай эш ҡаралған. Иҫәпләүҙәр һыу запасын анализларға булышлыҡ итә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, шулай уҡ гидротехник ҡоролмаларға илткән юлдар тәртипкә килтерелә, плотиналар таҙартыла. - Яҙғы ташҡынды имен үткәреү өсөн саралар күрелә, -тине ведомство етәксеһе Нияз Фазылов.
👍1
Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы 29 марттан 6 апрелгә тиклем була

Был турала Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итәләр. - Уҡыу календары раҫланған. Мәктәптәр каникул ваҡытын үҙ аллы ла билдәләй ала. Күбеһе тәҡдим ителгән график буйынса эшләй, тип белдәрәләр ведомствонан. Йәйге каникул 27 майҙа башлана. Был уҡыу йылында 166 уҡыу көнө, 130 ял ҡаралған. 1-се класс уҡыусыларының ялы 9 көнгә күберәк.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Волга буйы транспорт прокуроры Максим Суров менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Волга буйы транспорт прокуроры Максим Суров менән осрашты. Яҡтар юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Инвестиция комитетының ултырышында сәнәғәттә һәм социаль өлкәлә яңы башланғыстар ҡаралды

Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған Инвестиция комитетының сираттағы ултырышында сәнәғәттә һәм социаль өлкәлә яңы башланғыстар ҡаралды. Өфө ит-консерва комбинаты етәкселеге предприятиены техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу проектын тәҡдим итте.
👍1