БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйәндә ат спорты яңы кимәлгә күтәрелә

Бөрйән районында ат спортын үҫтереүгә бәйле, яңы бәйгегә нигеҙ һалынды. Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындары программаһына индерелгән атта сапҡан килеш тәңкә алыу республикала тәүге тапҡыр ойошторолдо. Байрамда «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» уҙҙы, халыҡ «Ылаҡ» , «Ауҙарыш» уйындарын ҡараны, уҡсылар «Мәргән уҡсы»ла ярышты, батырҙар суҡмар ырғытты, сәмлеләр арҡан тартыуҙа көс һынашты. Оҫтабикәләр үҙен сергетыштар буйынса конкурста һынаны балалар өсөн айырым уйындар ойошторолдо.
4👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Канада һөжүмсеһе Джошуа Ливо «Салауат Юлаев» клубы менән контрактты ике йылға оҙайтты

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, легионерҙың эш хаҡы йылына 100 миллион һум тәшкил итәсәк. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Континенталь хоккей лигаһының иң мәргән уйынсыһына «Авангард», «Амур», «Металлург» һәм башҡа командалар ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Улар күберәк аҡса вәғәҙә итә. Шуға ҡарамаҫтан юлаевсылар менеджменты Джошуа Ливоны Өфөлә ҡалдырыуға өлгәшә.
3🔥1
Башҡортостанда йәшәүселәр бер нисә көндә аферистарҙы 15 миллионға байытҡан

Республика буйынса Эске эштәр министрлығына мутлашыу осрағы тураһында 50 хәбәр килгән. Асҡын районынан ҡаҙанлыҡта эшләгән ир сим-карта хеҙмәтләндереүгә бәйле килешеүен оҙайтырға теләй. Әммә ул аферистар тоҙағына эләгә. Кредитҡа алынған 1 миллион 500 мең һум аҡсаһын уларҙың иҫәбенә күсерә. Баймаҡ районында йәшәгән пенсионер ҡатын 1 миллион 400 мең һумын “ялған” электр иҫәпләгес ҡуйыусыларға бирә. Полиция хеҙмәткәрҙәре айырыуса балаларға һәм оло йәштәгеләргә аферистарҙың алдау ысулдары тураһында һөйләргә кәңәш итә.
👍1
Өфөлә МХО яугиренең улы тыуған

Шатлыҡлы хәбәр менән баш ҡаланың Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Рөстәм Хәмитов уртаҡлашты. Сабый ҡала клиник перинаталь үҙәгендә донъяға килгән. Бәхетле ата-әсә Илья менән Элина улдарына Демид тип исем ҡушҡан.

«Ошо уңайҙан Илья ҡыҫҡа ял алып, өйөнә ҡайтты. Йәш ғаиләнең ҡыуанысы сикһеҙ. Ата-әсә бәхетле мәл кисерә. Уларҙы сабыйҙары тыуыуы менән ихлас ҡотлайым. Балалар – оло бәхет», — тип яҙа Рөстәм Хәмитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
4
Рәсәйҙә таҙа метанол етештереү һәм һатыу тыйыла

Ил хөкүмәте ошо турала документты хупланы. Метанол кеше сәләмәтлеге өсөн хәүефле. Ул төҫө, ҡуйылығы, еҫе менән этанолға оҡшаш. Шуға ағыуланыу хәүефе ҙур, ти белгестәр. Рәсәйҙә алкоголь менән күпләп ағыуланыу осрағы 2023 йылдың йәйендә булды. Ул ваҡытта 50 кеше контрафакт сидр эсеп үлде.
👍3
Башҡортостан урмандарын һауанан күҙәтәләр

Республика урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге авиация патрулен ойоштороу буйынса контракт төҙөнө. Бының өсөн 30 миллион һум бүленә. Янғын хәүефе миҙгелендә республикала 4 мең квадрат метр биләмә өҫтәнән осоштар башҡарыла. 13 маршрут ҡаралған. Самолеттар Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Нефтекама ҡалаларында, Иҫке Собханғол, Йылайыр, Оло Ыҡтамаҡ, Аҡъяр, Иҫәнғол, Ҡолғона һәм Оло Кәркәле ауылдарында урынлаша.
👍3
Республикала етемдәргә торлаҡ бирелә

Быйыл Башҡортостанда етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә 2 миллиард 800 миллион һум бүленә. Был турала премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. 63 ҡала һәм районда 749 кешегә йорт-фатир биреү планлаштырыла. Республикала торлаҡ алыуға сиратта 8 мең етем теркәлгән.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Башҡортостандың дәүләт флагы көнө менән ҡотланы

Бөгөн - Башҡортостандың дәүләт флагы көнө. Ошо уңайҙан республикала йәшәүселәрҙе социаль селтәрҙә Радий Хәбиров ҡотланы. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, дәүләт флагы республикала йәшәүсе төрлө милләт һәм конфессиялар вәкилдәре, төрлө һөнәр эйәләрен берләштерә. Дәүләт символы яҡташтарыбыҙҙың ҡаҙаныштары һәм ҡаһарманлығы тураһында иҫкәртә, яңы үрҙәр һәм еңеүҙәргә әйҙәй.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө юлланды

Ике аҙналыҡ отпускҡа ҡайтҡан ир-егеттәр ялын файҙалы үткәргән, яҡындары менән осрашҡан, көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән, йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индергән. Ватан һаҡсылары алыҫ юлға бергә хеҙмәт иткән иптәштәренә күстәнәстәр ҙә алған. Был инде күптән яуҙағы ҡәрҙәштәргә ярҙам йолаһына әүерелгән. Шулай уҡ Бөрө районы ирекмәндәре лә хәрбиҙәргә посылкалар килтергән.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Киров районы халҡы махсус хәрби операцияға сираттағы гуманитар ылау туплап ебәргән

Тәгәрмәстәр, генератор, бензобысҡыс, окоп шәмдәре һәм маскировка селтәрҙәре. Өфөнөң Киров районы халҡы махсус хәрби операцияға сираттағы гуманитар ылау туплап ебәргән. Был йүнәлештә баш ҡаланың бөтә райондары ла әүҙем эш алып бара. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍5
М-12 федераль трассаһының Башҡортостан аша үткән өлөшө 72 процентҡа әҙер

Әле объектта инженер селтәрҙәре төҙөлә, яҡтыртыу системаһы булдырыла. Киләсәктә Өфөнән Дүртөйлөгә тиклем юлды киңәйтеү планлаштырыла. "Рәсәй" тигән транспорт маршруты Санкт-Петербургтан Владивостокка тиклем 12 мең километрға һуҙыла. Уның Дүртөйлөнән Әсеткә тиклем өлөшө - 272 километр. Был юл Башҡортостан, Пермь крайы, Свердловск өлкәһе аша үтә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баҡалы ауылында йәшәүсе Бикйән Әптекәев 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ветеран әле булһа телевизорҙан махсус хәрби операция яңылыҡтарын, Салауат Юлаев хоккей командаһы уйындарын яратып ҡарай. Ул үҙе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында радист булып хеҙмәт иткән. Ленинград блокадаһын , Эстония , Латвия һәм Польшаны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан. Хәрби хеҙмәтте Бикйән Әлтекәев Иосиф Сталиндың улы Василий Сталин менән бер батальонда үткән. Еңеүҙе Берлин ҡалаһы эргәһендә ҡаршы алған. Һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар Баҡалы ауылы янғын һүндереү идаралығында эшләгән.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында хеҙмәттәшлек яңы кимәлгә сыға

Уҙған йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса яҡтар араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 2023 йылдың ғинуар-ноябре менән сағыштырғанда, яҡынса 20 процентҡа артҡан. Төбәктән экспорт - 14,7, ә импорт 68,5 процентҡа күбәйгән. Хеҙмәтәшлек даирәһен артабан да киңәйтеү маҡсатында республика сит ил парнерҙары менән сәнәғәт кооперацияһын үҫтерергә ниәтләй.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Нуриман районының Красный Ключ ауылында яңыртылған табип амбулаторияһы асылды

Ауылға сифатлы медицина. Нуриман районының Красный Ключ ауылында яңыртылған табип амбулаторияһы асылды. Медицина учреждениеһына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса капиталь ремонт үткәрелгән. Ошо маҡсатта 55 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Объект заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Алты ауыл халҡы өсөн стационар шарттарында уңайлы ҡабул итеү һәм дауалау ойошторолған . Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
👍21👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңы технологиялар яу яланында хәл иткес роль уйнай

Роботтар һуғышы фантастика түгел, ә ысынбарлыҡ. Махсус хәрби операция яугирҙары күктә һәм ерҙә лә ситтән идара ителеүсе дрондар ҡуллана. Уларҙы һөжүм ваҡытында, хәрби комлект, ылау ташыуҙа, яралыларҙы эвакуациялауҙа , ғөмүмән кеше үтеп инә алмаҫлыҡ ерҙә күрергә мөмкин. «Башҡортостан» полкы инженерҙары дрондарҙы даими камиллаштырып тора. Оҫта ҡулдарҙа ябай арба ла утлы ҡоралға әйләнә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт педагогия университетында Фирҙәүес Хисамитдинова исемендәге аудитория асылды

Билдәле ғалимә Фирҙәүес Хисамитдинованың тыуыуна 75 йыл уңайынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында исемле аудитория асылды. Заманында ошо юғары уҡыу йортонда эшләп киткән ғалимә башҡорт телен донъяуи кимәлгә күтәреүгә өлгәшә. Уның етәкселегендә башҡарылған фәнни хеҙмәттәр әлегәсә уникаль иҫәпләнә.
5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә билдәле рәссам Вәсил Ханнановты иҫкә алдылар

Мәңгелек палитраһы. Өфөлә билдәле рәссам Вәсил Ханнановты иҫкә алдылар. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ рәссамы, график, ассамбляж һәм инсталляция оҫтаһы, Наил Латфуллин исемендәге заман сәнғәт республика музейына нигеҙ һалыусы, «Сыңғыҙхан» ижади берекмәһе етәксеһе Вәсил Ханнановтың эштәре халыҡсанлығы, тәрән фәлсәфәһе менән тамашасы күңелен яулай. Тормошҡа ашырған ҡыйыу проекттары ла актуаллеге менән үҙенсәлекле.
2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Милли йәштәр театрында «Бер ғүмер етмәй икән» спектакленең премьераһы үтте

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Бер ғүмер етмәй икән» спектакленең премьераһы үтте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға арналған пьесала республика хәрбиҙәренең батырлығы, ҡаһарманлығы һәм илһөйәрлеге сәхнәләштерелә. Спектаклдә Рәсәй Геройы Илдар Суфийәров, Батырлыҡ ордены кавалеры Фәнис Хөсәйенов һәм башҡа яугирҙарҙың йыйылма образдары сағылдырыла.
👍5
Башҡортостанда Ағиҙел портында яңыртылғандан һуң йөк причалы асыла

Бында 5 тоннаға тиклем йөк ташыусы караптарға яғыулыҡ ҡойола. Причал кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Шулай уҡ караптарҙы һыу менән тәьмин итеү ҡарала, тип белдерҙе Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан герой-әсәнең дүрт улы МХО-нан ҡайтҡан

Тулҡынландырғыс видеояҙма. Күп балалы әсә Наталья Иванованың дүрт улы МХО-нан ҡайтып төшкән. Улар барыһы ла алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. Герой-әсәгә сюрпризды яугирҙарға арналған концертта эшләгәндәр.

Ағалы-ҡустылы яугирҙар ҡаһарманлығы өсөн Суворов миҙалы, «Хәрби хеҙмәте өсөн» һәм «Хәрби ҡаһарманлығы өсөн» ордендары менән наградаланған.
Видео - «Юрта» төркөмө.
6👍2