БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.95K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Федоровка ауылында ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса ярыш уҙҙы

«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Хәйбулла районы Федоровка ауылында ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса ярыш уҙҙы. Уны яңы ғына ойошторолған «Таяныс» атайҙар клубы үткәрҙе. Балыҡ ҡармаҡларға күрше ауыл вәкилдәре лә килде, тотош ғаиләләре менән ҡатнашыусылар ҙа булды.
👍2
Силәбе өлкәһе Арғаяш районында медицина кластары асыла

Башҡорт дәүләт медицина университеты вәкилдәре район етәкселеге менән осрашты. Төп маҡсат – табип һөнәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү һәм кадрҙар резервы булдырыу. Медицина университеты уҡытыусылары химия, биология, физика һәм генетика дәрестәрен дистанцион рәүештә алып барасаҡ. Был турала Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиллегенән хәбәр итәләр.
👍2
Башҡортостанда һаңғырау спортсылар араһында ҡышҡы спартакиада уҙғарыла

Ул 6 февралдә башлана һәм 10 көн дауам итә. Ярыштарҙы асыу тантанаһы 8 февралдә була. Илдең 30 төбәгенән 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Улар саңғыла йүгереү, сноуборд, хоккей, футзал, шахмат, керлинг, тау саңғыһы спортында көс һынаша. Вице-премьер-Спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов белдереүенсә, - Башҡортостандың ҙур халыҡ-ара һәм Рәсәй ярыштарын уҙғарыу тәжрибәһе бар, беҙҙә заманса спорт инфраструктураһы булдырылған.
Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә ер өсөн сертификат бирелә

1 ғинуарға ҡарата улар 4 мең 450 кешегә тапшырылған. Һәр береһенең суммаһы - 250 мең һум. Сертификатты ер участкаһы, йә торлаҡ алыу өсөн тотонорға була, тип хәбәр итәләр Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығынан. 2020 йылдан Башҡортостанда күп балалы ғаиләләрҙең ер участкаһы, йә сертификат алыу мөмкинлеге бар. Сертификатты файҙаланыу ваҡыты сикләнмәгән.
2
Ҡайғылы хәбәр

71 йәшендә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының баш рәссамы, Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡстандың атҡаҙанған артисы Валерий Яшкулов вафат булған. Ауыр юғалтыу хаҡында Сибай театрында хәбәр иттеләр.

Валерий Яшкулов М. Горький исемендәге Мәскәү художество театры янындағы Немирович-Данченко исемендәге мәктәп-студияһының постановка бүлеген тамамлаған.

«Рәссам ижади дәүерендә 150-нән ашыу төрлө жанрҙағы спектаклгә сәхнә биҙәлешен һәм костюмдарын әҙерләй. Валерий Борисовичтың ижады менән Рәсәй төбәктәренең күп театрҙары таныш: Алтай, Бүрәт, Башҡортостан, Ҡалмыҡстан, Ҡарасәй-Черкессия, Ингушетия, Татарстан, Саха-Яҡут республикалары. 2021 йылдың авгусынан Валерий Борисович Башҡортостанда эшләне. Ул Өфө, Туймазы, Салауат, Сибай театрҙарында үҙенең ҡабатланмаҫ оҫталығын күрһәтте», — тип һөйләне театрҙан коллегалары.
3🤯1😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Донбаста тыныс тормошто тергеҙеүҙә ҙур ярҙам күрһәтә

Өсөнсө йыл шефлыҡҡа алынған Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч, шулай уҡ Донецк халыҡ республикаһы ҡалаларында эш алып барыла. Яңы төбәктәрҙәге объекттарҙы тәртипкә килтереүҙә беҙгә подрядсылар ярҙамға килә. Уларҙың береһе, «Төҙөлөш өлкәһендә берҙәм заказсы» компанияһы менән Мариуполдә хеҙмәттәшлек итәбеҙ, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңауыл ҡалаһында 21 кешегә яңы йорттан фатир асҡысы тапшырылды

Өс ҡатлы йорт Башҡортостанда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы ярҙамында сафҡа ингән. 2024 йыл һөҙөмтәләренә ярашлы, федераль программа Нуриман, Борай, Илеш, Бәләбәй, Тәтешле һәм Яңауыл райондарында әүҙем тормошҡа ашырыла. Был урындағы ойошма-предприятиеларҙы йәш кадрҙар менән тәьмин итеүгә лә булышлыҡ итә.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары йәнә фронтҡа юлланды

Яңы көс менән еңеү артынан. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары йәнә фронтҡа юлланды. Хәрби хеҙмәткәрҙәр ике аҙналыҡ отпускта булған. Ватан һаҡсылары әйтеүенсә, ҡыҫҡа ваҡытлы ял тиҙ үткән. Шуға ҡарамаҫтан, улар ғаиләләре һәм яҡындары менән осрашҡан, йорт мәшәҡәттәре менән булышҡан. Бынан тыш, улар хаттар яҙған уҡыусылары менән дә осраша. Илһөйәрлек дәрестәрендә хәрбиҙәр балаларға үҙҙәренең хеҙмәте һәм яу яланында полкташтары күрһәткән батырлыҡтар тураһында һөйләй.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдаш телеканалында Андрей Мигуновҡа бағышланған Комбат «Скиф» фильмы күрһәтелә

Иртәгә, киске сәғәт 7-се яртыла Башҡортостан юлдаш телеканалында Рәсәй Геройы, «Башҡортостан» полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны командиры Андрей Мигуновҡа бағышланған Комбат «Скиф» фильмының премьераһы күрһәтелә.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бүздәк районы Ҡаран ауылында «Эх, самауыр сәйе» тамашаһы ойошторолдо

Эх, самауыр сәйе. Бүздәк районы Ҡаран ауылында ошондай исем аҫтында бай тарихлы, хуш еҫле, йырлы-моңло тамаша ойошторолдо. Кисә «Айыҡ ауыл» конкурсына әҙерлек сиктәрендә уҙғарыла. Ҡарандар быйыл абруйлы конкурстың республика этабына сыҡҡан. Әле ауылда көн һайын тиерлек ижади, фәнни, мәҙәни, спорт саралары үтә, был эшкә олоһо ла, кесеһе лә йәлеп ителгән
🔥7👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районы Шамонин ауылында ҡышҡы уйындар үтте

Икенсе йыл рәттән ойшторолған байрамда урындағы халыҡ саңғыла, күңелле старттарҙа көс һынашты. Ҡышҡы уйындарҙы ойоштороуҙо өс ғаилә үҙ өҫтөнә алған - Барлыбаевтар, Ғилметдиновтар һәм Юлдашбаевтар сараның программаһын әҙерләп, ауылдаштарға байрам кәйефе бүләк итте. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районы Дурасов ауылында Самат Вәлиев иҫтәлегенә саңғы ярышы үтте

Ул Дурасов урта мәктәбендә 1977 йылдан 2002 йылғаса эшләй. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы чемпиондар быуынын тәрбиәләй. Улар иҫәбендә Сиднейҙа Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы Тимур Тайыпов та бар. Ул да тренер иҫтәлегенә дистанцияны үтте.
2
Башҡортостанда ташҡын осоронда пилотһыҙ осоу аппараттары ҡулланыласаҡ

Улар һыу баҫҡан урындарҙы асыҡлау, хәүеф кимәлен билдәләү өсөн кәрәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан Республика буйынса баш идаралығынан ошо турала хәбәр иттеләр. Башҡортостанда халыҡ өсөн дронды ҡулланыу буйынса талап ҡәтғиләште. Полиция, федераль именлек хеҙмәте рөхсәте кәрәк.
Хужалыҡтар яҙғы сәсеүгә әҙерләнә

Был тема Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй агрономия кәңәшмәһендә ҡаралды. Быйыл яҙ Башҡортостанда 2 миллион 800 мең гектар сәселә. Бының өсөн 30 миллиард һум тотонола. Сығымдар уҙған йыл менән сағыштырғанда 25 процентҡа күберәк. Уҙған йылда ужым аҙыраҡ сәселгән. Шуға быйыл яҙ эштең ғәҙәттәгенән артыҡ булыуы көтөлә.
👍1
Башҡортостанға Еңеү паровозы килә

Ретро-состав ике ҡалала, Өфө һәм Стәрлетамаҡта була. Уны 29 апрелдә көтәләр. Быйыл поезда еңеү техникаһы менән платформалар һаны арттырыла. Ҡоралдың яңы өлгөләрен күрергә була. Вокзалдарҙа концерт, күргәҙмәләр ҡаралған, ялан кухняһы ойошторола. Быйыл Рәсәйҙә Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнә.
👍2
Өфө һәм Ырымбур араһында "Орлан"дарҙы "Финист" алмаштырасаҡ

Был маршрут менән кеше күп йөрөй. Пассажирҙар һаны арта барыуын иҫәпкә алып 2025 йылың июлендә "Орлан" рельс автобусы урынына "Финист" электр поезын ебәреү планлаштырыла. Ул 1 мең 263 пассажирға иҫәпләнгән. Поезда инвалидтар өсөн дә уңайлыҡтар ҡаралған, тип хәбәр итә "Башинформ".
👍2
Шаран районында яңы ФАП асылды

Ул Ҡыр-Теләүле һәм эргәләге ауылдар халҡын хеҙмәтләндерә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, учреждение милли проект буйынса төҙөлгән. Иҫке фельдшер-акушер пункты 1992 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан. Яңы ФАП заманса йыһазландырылған. Өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн уңайлыҡтар булдырылған.
👍3
Премьера документального фильма «Я вернусь» на БСТ!

Реставрация памятника Салавату Юлаеву - не прихоть, а необходимость.

Авторы фильма, опираясь на факты, провели свое исследование, чтобы развеять мифы о будущей реставрации и ответить на вопросы жителей республики.

Приятного просмотра!

https://vk.com/video-27097047_456287421?access_key=821c2d03a8971db8ce
👍2
Быйыл Башҡортостанда 17 кеше аҙашҡан

Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр. Уҙған йылдың тәүге айында ла шул сама кешегә ярҙам кәрәк булған. Ҡотҡарыусылар урман-ҡырға сығыр алдынан яҡындарға маршрутты әйтергә, телефонға тулы заряд йыйырға кәңәш итә. Юлды таба алмаған, аҙашҡан осраҡтарҙы 112 һандарына шылтыратырға мөмкин.
👍1
Ҡурсаулыҡ биләмәләрендә даими рейдтар уҙғарыу тураһында закон ҡабул ителде

Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, һаҡланған биләмәләр ҙур, уларҙы контролдә тотоу өсөн бер нисә көн йөрөргә кәрәк. Быға тиклем оҙайлы рейдтар уҙғарырға яраманы. Закон ҡабул ителгәс, инспекторҙар теләгән ваҡытта рейдҡа сыға, документтарҙы, транспорты тикшерә ала, - ти Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе.
👍1