БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.95K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Проекттан маҡсатҡа: уҡыусыларҙың идеялары яңы мөмкинлектәр аса

Ейәнсура районы белем усаҡтары «Мәктәптәрҙе инициативалы бюджетлау проекты» буйынса республика райондары араһында рекорд ҡуйған. Төрлө проблемаларҙы хәл итеүсе 12 проект грант алыуға өлгәшкән. Киләсәккә лә маҡсаттар юғары. Әле үк райондың барлыҡ 18 мәктәбендә проекттар яҙыу, уларҙы яҡлау этабы бара.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яһалма интеллект урман һәм ауыл хужалығы эшмәкәрлеген үҙгәртә

Яһалма интеллект ауыл һәм урман хужалығына ла үтеп инде. Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдары заман мөмкинлеген тупраҡта углекислый газ миҡдарын иҫәпләүҙә, ағастар ҡороуын билдәләүҙә файҙаланырға өйрәнгән. Был ҡул хеҙмәтен ябайлаштырыуҙан тыш, әйтәйек, урман янғындарын иҫкәртергә ярҙам итә.
👍3
Быйыл "Башҡорт ихаталар"ына миллиард һумдан ашыу аҡса һалына

Программа ярашлы, 98 биләмә тәртипкә килтерелә, тип хәбәр итәләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. 2019 йылдан башлап "Башҡорт ихаталары" программаһына ярашлы, 1 мең 469 биләмә төҙөкләндерелгән. Бының өсөн 7 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Быйыл программа 33 район һәм ҡалала ғәмәлгә ашырыла.
👍3
Балаларға тәмәке һатыусылар өсөн штраф артты

Дәүләт Думаһы закон ҡабул итте. Һатыусылар өсөн штраф быға тиклем 60 мең һум булһа, хәҙер - 300 мең. Ойошмалар өсөн дә сумма бер нисә тапҡырға артып 2 миллион һумға етте. Дәүләт Думаһынан хәбәр итеүҙәренсә, тәмәке баҙарына контроль кәрәк. Уҙған йылда тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса тауарҙың 43 проценты тейешенсә тамғаланмай һатыуға сығарылған.
👍4
⚡️⚡️ Розыгрыш двух пар билетов на баскетбольный матч звезд АСБ в Уфе!

Уникальное событие пройдет уже завтра, 24 января в 18:00 во Дворце борьбы.

В программу также включен конкурс трехочковых бросков, зрелищный Slam Dunk Contest для парней и Skills Challenge для девушек и яркая шоу-программа.

Как принять участие в розыгрыше?

👉🏻 Подписаться на наш телеграм-канал: https://t.iss.one/bst_rb

👉🏻 Нажать кнопку “Участвую!” и ждать результатов

Итоги конкурса подведем 24 января в 15:00. Бот-рандомайзер случайным образом выберет двух победителей, которые выполнили все условия конкурса.

Всем удачи!
Башҡортостанда шәхси спорт мәктәптәре өсөн талаптар үҙгәрә

Республика парламентында ҡануниәткә төҙәтмәләр әҙерләнгән. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, дәүләт һәм муниципаль мәктәптәрҙә юғары белемле спортсы-профессионалдар ғына эшләй ала. Шәхси мәктәптәрҙә тренерҙар составы буйынса талап ҡуйылмаған. Уларҙан хатта хөкөм ителмәүе тураһында белешмә һорамайҙар. Шуға был өлкәлә тәртип урынлаштырырға, "спорт мәктәбе" тигән төшөнсәне дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙа ғына ҡулланырға тәҡдим ителә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Алғы һыҙыҡтағылар өсөн Кушнаренко ауылынан изге ярҙам

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙы хәстәрләп. 2023 йылдың декабренән алып Кушнаренко ауылында «Изгелек уты» тип исемләнгән ирекмәндәр хәрәкәте эшләй. 5 меңдән ашыу окоп шәме, 200-гә яҡын маскировка селтәре - әүҙем граждандар көсө менән алғы һыҙыҡтағыларға гуманитар ярҙам, посылкалар даими оҙатыла.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусылары яугирҙарға ярҙам күрһәтеүҙә өлгө күрһәтә

Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн блиндаж шәмдәре һәм маскировка селтәрҙәре әҙерләй. Фронттың алғы һыҙығына ебәрелгән ылау ир-егеттәргә тыуған яҡ сәләме лә алып бара.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Инйәр мәктәбендә ата-әсәләр йыйылышы ярҙам һәм патриотик тәрбиә дәресе менән үтте

Белорет районы Инйәр ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә ата-әсәләр йыйылышы махсус хәрби операцияға ярҙам итеү акцияһы менән берлектә ойошторолған. Балаларының өлгәше, мәктәп эшмәкәрлеге, үткән уҡыу йылы һөҙөмтәләре менән танышырға килгән ата-әсәләр окоп шәмдәре, ҡоро душ эшләүгә йәлеп ителгән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районы башҡорттары сираттағы ҡорға йыйылды

Йәмәғәт ойошмаһы ағзалары 6-сы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡуйған бурыстар буйынса фекер алышты. Сығыштарҙа билдәләнеүенсә, районда йыл һайын туған телдәр һәм милли мәҙәниәтте һаҡлау, ҡул эштәре оҫталарына ярҙам күрһәтеү, милли спорт төрҙәре һәм мәҙәни брендтарҙы үҫтереү, милли йолаларҙы тергеҙеү буйынса төрлө проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла.
👍2
Рәсәйҙә студенттар өсөн декрет пособиеһын ун тапҡырға арттырырға кәңәш итәләр

Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы ошондай башланғыс менән сыҡты. Пособиены 235 мең һумға тиклем күтәреү мөмкинлеге бар. Уны иҫәпләгәндә стипендия күләме урынына минималь хеҙмәт хаҡына ҡарарға тәҡдим ителә. Закон проекты Думала яҙғы сессияла ҡарала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан йәшәү сифаты буйынса тәүге 10 төбәк иҫәбенә инде

Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты. Рәсәй субъекттарының йыллыҡ рейтингы һөҙөмтәләре менән Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшева президент Владимир Путинды таныштырҙы.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Апиглобал» халыҡ-ара конгресы башланды

Бөтә донъя умартасылары Өфөгә йыйылды. Бөгөн «Торатау» конгресс холында «Апиглобал» халыҡ-ара конгресы башланды. Абруйлы сарала Рәсәйҙең 80 төбәгенән һәм 15 сит илдән ҡунаҡтар ҡатнаша. Конгрессты уҙғарыу урыны итеп тап Башҡортостан һайланыуы осраҡлы түгел. Республика тауар балын етештереү буйынса алдынғы урынды биләй, бал күптән инде төбәктең визит картаһына әүерелгән. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда умартасылыҡты үҫтереүгә дәүләт ярҙамы ла күрһәтелә.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн хәстәрлек йылына йомғаҡ яһалды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы хәстәрләү йылына йомғаҡ яһап координация советы ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә инвалидтарҙың көндәлеген еңелләштереү өсөн уңайлы мөхит, хәүефһеҙ инфраструктура булдырыу, социаль реабилитация йүнәлешен үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә республика буйынса Росгвардия идаралығы йыл йомғаҡтарын барланы

Фронт биләмәһендә хеҙмәттән тыш, 2024 йылда ведомство өсөн элеккесә йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү төп бурыс булып ҡала. Росгвардия хеҙмәткәрҙәре быны яҡшы аңлап эш итә. Президент һайлауы, Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығы, «Рәсәй - спорт державаһы» кеүек күләмле сараларҙа ла йәмәғәт тәртибен юғары кимәлдә тәьмин иткән.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Яныбай Хамматовтың тормошо һәм ижадына арналған турист маршруты барлыҡҡа киләсәк

Уның буйлап мәктәп балаларын йөрөтәсәктәр. Экскурсия яҙыусының йәшәгән, эшләгән ере, уның исеменә бәйле билдәле урындар буйлап үтә. Маршрутта әҙиптең ижадына ҡағылышлы экспозициялар ҙа ойошторала. Был турала Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләү сараларына арналған ултырышта хәбәр ителде.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө урман-техника техникумында стритбол буйынса республика турниры үтте

Профессиональ белем биреү ойошмалары араһында үткән ярыш Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Александр Юнаковский иҫтәлегенә арналды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында 2024 йылға йомғаҡ яһалды

Һәр ҡаҙаныш артында - ауыл кешеһенең оло хеҙмәте. Иглин районында 2024 йылға йомғаҡ яһалды. Отчет докладта яңғыраған факттар урындағы халыҡтың ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүен күрһәтә.
2👍1
Уҡыусылар патриотик йырҙар өйрәнәсәк

Рәсәй мәктәптәрендә музыка дәрестәре өсөн эстрада йырҙары һайлана. Эксперттар билдәләнгән. Улар араһында Мария һәм Ҙур театрҙар директоры Валерий Гергиев, опера йырсыһы Илдар Абразаҡов, Щукин исемендәге театр институты ректоры Евгений Князев бар. Был исемлектә шулай уҡ Дума депутаттары күрһәтелгән. Патриотик йырҙар теҙмәһе йәйгә тиклем әҙер булырға тейеш.
👍1🤔1
1 февралдән социаль түләүҙәр арта

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, Хаҡлы ялдағылар өсөн түләүҙәр инфляция кимәленә ҡарап индексациялана. Февралдән ул 9, ярым процент була. Әсәлек капиталы 7,3 процентҡа индексациялана- икенсе бала өсөн 894 мең һумға етә. Башҡортостанда йәшәү минимумы яҡынса 14,8 процентҡа артты - 1 ғинуарҙан 15 мең 782 һумға еткерелде. Яңы йылдан минималь хеҙмәт хаҡы ла артты. Беҙҙең республикала урал һәм төбәк коэффициенттарын иҫәпкә алғанда, 25 мең 806 һумға етә.
👍1