Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 5157 яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары шифаханала ял иткән
Ошо маҡсатта республика бюджетынан 128 миллион һум аҡса тотонолған. 2023 йыл менән сағыштырғанда, 50 миллион һумға күберәк. Быйыл махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылында яугирҙарҙың сәләмәтлеген нығытыуға бүленәсәк аҡсалар тағы ла артасаҡ.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә Башҡортостанға Рәсәйҙең башҡа субъектарынан да киләләр
Был хаҡта Өфөләге «Защитник» үҙәге хәбәр итә. Махсус хәрби операцияға барырға теләүселәр бында тәүлек эсендә килешеү төҙөй ала. Сөнки барыһы ла - документтарҙы ҡабул итеүҙән алып анализ тапшырыуға тиклем бер урында башҡарыла. Кандидаттарҙың сәләмәтлеген тиҫтәләгән белгес баһалай. Буласаҡ яугирҙар араһында кисектергеһеҙ хәрби хеҙмәткә бармаусылар ҙа, әммә ваҡыт уҙыу менән гражданлыҡ бурысын үтәргә ҡарар иткәндәр ҙә бар.

👍2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Керәшен байрамдары уңайынан госпиталдә рухи осрашыу ойошторолдо
Керәшен байрамдары уңайынан Һуғыш ветерандары республика клиник госпиталендә диндарҙар һәм «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды вәкилдәре яугирҙар менән осрашты. Православ динендәге хәрбиҙәр отец Александр менән аралашты.
Керәшен байрамдары уңайынан Һуғыш ветерандары республика клиник госпиталендә диндарҙар һәм «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды вәкилдәре яугирҙар менән осрашты. Православ динендәге хәрбиҙәр отец Александр менән аралашты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Мин ишетәм һеҙҙе, доктор!» проекты тормошҡа ашырыла
Уның сиктәрендә табиптар ишетеү һәләте насар булған пациенттар менән ым-ишара теле аша һөйләшергә өйрәнә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Уның сиктәрендә табиптар ишетеү һәләте насар булған пациенттар менән ым-ишара теле аша һөйләшергә өйрәнә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районының Аҡморон ауылында патриотик спорт сараһы үтте
Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы сиктәрендә мәҙәни, спорт саралары ла ойошторола. Баймаҡ районы Аҡморон ауылында уҙған волейбол турниры илһөйәр командаларҙы йыйҙы. Был хаҡта киләһе сюжетта.

Башҡортостанға инвестициялар 4 йылда ике тапҡырға артҡан
Был турала премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. 2021 йылда 338 миллиард һум йәлеп ителгән булған, хәҙер был һан 643 миллиардҡа еткән. Беренсе вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, Башҡортостан Рәсәйҙең йылдам үҫешеүсе төбәктәре рәтендә. Инвестиция күрһәткестәре лә яҡшыра бара.

Башҡортостанда айлыҡ коммуналь түләү ваҡытын үҙгәртергә тәҡдим итәләр
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа закон проекты әҙерләнгән. Әле Торлаҡ кодексы буйынса түләү һәр айҙың 10-сы көнөнә тиклем башҡарылырға тейеш. Дөйөм йорт өсөн иҫәпләү приборҙарындағы күрһәткестәр 23-сө 25-се көндәрҙә теркәлә. Был йортта уртаҡ милек өсөн коммуналь ресурстарға түләүҙе иҫәпләгәндә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Депутаттар коммуналь түләү ваҡытын айҙың 25-се көнөнә тиклем билдәләргә тәҡдим итә.

👍2❤1
Мутлашыусылар электр иҫәпләү приборын алмаштырыу һылтауы менән халыҡты алдай
Салауат ҡалаһында 72 йәшлек ҡатынға социаль селтәр аша шылтыратҡандар. Электр иҫәпләгесте бушлай алмаштырыу өсөн СМС-хәбәр менән килгән кодты әйтергә күндергәндәр. Бер аҙҙан яңы шылтыратыу булған. Ҡатындың дәүләт хеҙмәттәре порталындағы кабинеты мутлашыусылар ҡулында булыуы, аҡсаһын һаҡлап ҡалыу өсөн, уны тиҙ генә икенсе иҫәпкә күсереп өлгөрөргә кәрәк тип кәңәш иткәндәр. Ҡатын был кәңәште үтәгән һәм аҡсаһыҙ ҡалған, тип хәбәр итәләр Эске эштәр министрлығынан.

Башҡортостанда мәктәп туҡланыуын ойоштороу тәжрибәһе илдә иң яҡшыһы тип танылды
Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙып сыҡты. Ул белдереүенсә, республика мәктәптәре, балалар баҡсалары һәм дауаханаларҙа туҡланыу сифаты даими контролдә ҡала. Былтыр ғына социаль учреждениеларҙа аҙыҡ сифаты өсөн яуаплы ойошмалар тарафынан план буйынса һәм пландан тыш 700-ҙән ашыу күсмә, 3600-ҙән ашыу лаборатор тикшереү уҙғарылған. Етешһеҙлектәр теркәлһә лә, улар йылдан-йыл кәмей.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Президиум ултырышында социаль закондар ҡаралды
Ауыл хужалығын үҫтереү, Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең вәкәләттәрен арттырыу, социаль йүнәлешле коммерция булмаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы.Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Президиум ултырышында ошо һәм башҡа закон проекттары ҡаралды.

❤2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанға яҡынлашып килгән сатлама һыуыҡтар һөҙөмтәһендә мәктәптәрҙә дәрестәр туҡтатылыуы ихтимал
Был хаҡта республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итте. Метеорологтар фаразлауынса, яҡын арала төбәктә һауа температураһы түбәнәйеүе көтөлә. Шуға ла ауыл ерендәге башланғыс кластар - 23, ҡалала - 25, 5-9 кластар - ауылда - 25, ҡалала 27, өлкән кластар ауылда - 30, ҡалала 32 градусҡа тиклем һыуыҡта мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин.

Өфө дәүләт нефть техник университеты аспиранттары роботты башҡортса һөйләшергә өйрәткән
Тимер ярҙамсының телмәр һүҙлеге әлегә ҙур түгел, тик ғалимдар уны камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. Киләсәктә иһә ул Евразия кампусында башҡортса экскурсиялар ойошторорға тейеш, тигән маҡсат ҡуйылған.

👍3
Башҡортостанда исемен алмаштырырға теләүселәр һаны артҡан
Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса уҙған йылда 4 мең 456 кеше ошондай мөмкинлек менән файҙаланған. Был 2023 йылдағынан 17 процентҡа күберәк. Исем алмаштырыусыларҙың күбеһе Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский ҡалаларында теркәлгән.

Өфөлә хужаһыҙ хайуандарға ярҙам буйынса акция уҙғарыла
Ул ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев башланғысы менән ойошторола. 25 ғинуарҙа Урмансылар паркында приюттарҙа аҫралған эттәр өсөн кәрәк-яраҡ йыйыла. Аҙыҡ-түлек, медицина препарттары, уйынсыҡтар килтерергә була. Тәүге тапҡыр был акция уҙған йылдың декабрендә үтте. Уны ай һайын уҙғарыу планлаштырыла.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Луганск Халыҡ Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағында Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге булдырылды
Ул Красный Луч ҡалаһында урынлашасаҡ. Был туралағы указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Яңы структура Башҡортостан менән Луганск Халыҡ Республикаһы араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәрҙе киңәйтеү менән шөғөлләнәсәк. Башҡортостан башлығы хакимиәтенә ойошманың структураһы һәм штат һаны буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушылды.

👍3❤1🤔1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡтағы «Ҡыҙыл пролетарий» предприятиеһында самосвалдар йыя башлау планлаштырылған
Евразия киңлегендә яңы техника. Стәрлетамаҡтағы «Ҡыҙыл пролетарий» предприятиеһында самосвалдар йыя башлау планлаштырылған. Ошо маҡсатта Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Рәсәйҙең машиналар төҙөлөшө йүнәлешендәге компаниялары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән.
Евразия киңлегендә яңы техника. Стәрлетамаҡтағы «Ҡыҙыл пролетарий» предприятиеһында самосвалдар йыя башлау планлаштырылған. Ошо маҡсатта Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Рәсәйҙең машиналар төҙөлөшө йүнәлешендәге компаниялары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылын асыу тантанаһы уҙҙы
Өфөнөң Ленин районында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылын асыу тантанаһы уҙҙы. Һуңғы өс йылда райондан Ватан һағына 600-ға яҡын кеше баҫҡан, уларҙың күп өлөшө - ирекмәндәр һәм контракт төҙөүселәр. Район хакимиәтендәге һәр бер хеҙмәткәргә бер яугир ғаиләһе теркәлгән, улар төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә бурыслы. Район даими рәүештә фронт биләмәһенә гуманитар ылау оҙата. Ирекмәнлек эшендә әүҙемлек күрһәткән эшҡыуарҙар тантаналы сарала Рәхмәт хаттары һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

Махсус хәрби операция башланыу менән «Беҙ бергә» девизы менән тылда халыҡ берләште
Баймаҡ районы халҡы һалдаттарға ярҙам итеүҙе бер минутҡа ла туҡтатмай. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Баймаҡ районы халҡы һалдаттарға ярҙам итеүҙе бер минутҡа ла туҡтатмай. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Белый» ҡушаматлы яугирҙың ғаиләһендә шатлыҡлы яңылыҡ – улы тыуҙы
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының радиоэлектрон көрәш ротаһында хеҙмәт итеүсе «Белый» ҡушаматлы яугирҙың улы тыуған. Атай кеше фронтта булғанлыҡтан Бала табыу йортонан сабыйҙы «Ватан яугирҙары ғаиләләре» комитеты ағзалары ҡаршы алды.
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының радиоэлектрон көрәш ротаһында хеҙмәт итеүсе «Белый» ҡушаматлы яугирҙың улы тыуған. Атай кеше фронтта булғанлыҡтан Бала табыу йортонан сабыйҙы «Ватан яугирҙары ғаиләләре» комитеты ағзалары ҡаршы алды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда өлөшләтә төҙөлөшкә аҡса индереп 200-гә яҡын кеше зыян күргән
«ӨфөХаус» төҙөлөш компанияһы килешеү буйынса граждандарға әҙер йорттарҙың асҡыстарын тапшырырға тейеш булған. Әммә республиканың төрлө раойндарында төҙөлөш эштәре уҙған йылдың авгусында туҡтатылған, компания етәкселеге бәйләнешкә сыҡмай, уларҙың офисы ябылған.