БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.14K photos
7.92K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районы Жуков ауылында яңы табип амбулаторияһы асылды

Медицина учреждениеһында терапевт, акушер-гинеколог, балалар табибы ҡабул итеү ойоштора. Шулай уҡ көндөҙгө стационар эшләй. Объектты асыу тантанаһынан репортаж.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан йәмәғәтселеге Марсэн Мөхәмәҙиев менән хушлашты

Башҡортостан йәмәғәтселеге телевидение ветераны, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы Марсэн Мөхәмәҙиев менән хушлашты. Уға 75 йәш ине.
1👍1
Шыршыларҙы утилләштереү буйынса акция башланды

Өфөлә бөгөн һәм иртәгә, шулай уҡ 25 һәм 26 ғинуарҙа Яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса экология акциялары ойошторола. Байрамды биҙәгән урман ҡупшыҡайҙарын баш ҡаланың һәр районында махсус ҡабул итеү пункттарына тапшырырға була. Акцияның маҡсаты- граждандар иғтибарын ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына йәлеп итеү һәм ҡулланылған шыршыларҙы икенсел эшкәртеүгә оҙатыу.
👍1
Башҡортостанда Яңы йыл алдынан 175 шыршыны рөхсәтһеҙ ҡырҡҡандар

Урман хужалығы министрлығы "Шыршы" операцияһы һөҙөмтәләрен иғлан итте. Ул 25 ноябрҙән 8 ғинуарға тиклем уҙғарылды. 1 мең 700-ҙән ашыу рейд ойошторолған, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусылар тотолған. Урманға зыян 1 миллион 600 мең һумға баһаланған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Дүртөйлө районы Әсән ауылында йәшәүсе Диана Ғәзина тураһында яҙған

Республика башлығы Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһында Дүртөйлө районы Әсән ауылында йәшәүсе Диана Ғәзина тураһында яҙған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Павловка һыуһаҡлағысында ҡаргиҙәрҙә йөрөүҙең хәүефтәре тураһында иҫкәртәләр

Боҙҙа ҡаргиҙәрҙә елдереү хәүефле. Павловка һыуһаҡлағысында ғына һуңғы айҙа үҙйөрөшлө техника менән бәйле ике күңелһеҙ осраҡ теркәлгән. Тулыһынса туңып етмәгән йылғаларҙа фажиғәләрҙе иҫкәртеү маҡсатында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре рейдҡа сыҡты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Миәкә районы ауылдары махсус хәрби операция яугирҙарына сираттағы гуманитар ылау әҙерләй

Берҙәмлектә беҙҙең көс. Миәкә районы ауылдары махсус хәрби операция яугирҙарына сираттағы гуманитар ылау әҙерләй. Әйберҙәр алғы һыҙыҡтағы яҡташтары һорауы буйынса тупланған. Бынынң өсөн махсус штаб булдырылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында махсус хәрби операция яугиры Вячеслав Чудов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Вячеслав Евгеньевич Рәсәй тимер юлдары компанияһының 49-сы юлсылар машина станцияһында эшләй. Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Яҡташыбыҙ былтыр апрелдә яу яланында һәләк була. Фронтта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн ул вафатынан һуң «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнә. Вячеслав Чудов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ул эшләгән станция бинаһына беркетелгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәлил ауылында 4 айҙа яңынан төҙөлгән заманса мәсет асылды

4 ай ҙа 10 көн тигәндә яңы мәсет. Әбйәлил районы Хәлил ауылында 6 сентябрҙә янып көл-күмергә әйләнгән мәсет урынында заманса иман йорто үҙ ишектәрен асты. Был объектты халҡыбыҙҙың берҙәмлегенә, Хәлил ауылы кешеләренең йүнселлегенә һәйкәл тип әйтергә мөмкин. Сөнки төҙөлөшкә һәр кем үҙ өлөшөн индергән: берәүҙәр ҡул көсө, икенселәре аҡсалата, өсөнсөләре һүҙ менән булышлыҡ иткән. Мәсәғүт Мортазин исемендәге Хәлил ауылы мәсетен асыу тантнаһынан репортаж.
1👍1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Донъя һылыуҡайы» конкурсында тәүге тапҡыр Башҡортостан ҡыҙы сығыш яһаясаҡ

Башҡортостандан Лас-Вегасҡа. «Донъя һылыуҡайы» конкурсында тәүге тапҡыр Башҡортостан ҡыҙы сығыш яһаясаҡ. Матурлыҡ бәйгеһендә Ауырғазы районында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәгән Гөлназ Ғәбитова ҡатнашасаҡ. Шәфҡәт туташы булып эшләгән Гөлназ Лас-Вегаста үтәсәк ярышҡа әҙерлек барышы менән таныштырҙы.
🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте

Бөрйән башҡорттары ҡор йыҙы. Бөрйән районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте. Һөйләшеү милли ойошманың алтынсы съезы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу, ҡоролтай проекттарында ҡатнашыу, мәғлүмәт һуғышына ҡаршы көрәш һәм башҡа мөһим бурыстар тураһында барҙы.
3👍1
Вице-премьер Дмитрий Чернышенко Өфөлге ишкәкселәр комплексын уникаль тип атаны

- Биш йылда 500 спорт ҡоролмаһы төҙөлдө, йөҙләгән майҙансыҡ яңыртылды, 10 мең белгес әҙерләнде. Илдең бөтә төбәктәрендә спорт инфраструктураһы булдырылды. Шул иҫәптән Өфөлә ишкәкселәр өсөн уникаль комплекс асылды, - тине Дмитрий Чернышенко. Республика баш ҡалаһында был объект уҙған йылда файҙаланыуға тапшырылды.
👍2
Ҡурсаулыҡ биләмәләрендә даими рейдтар уҙғарыу тураһында закон ҡабул ителә

Проект әҙерләнгән. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, һаҡланған биләмәләр ҙур, уларҙы контролдә тотоу өсөн бер нисә көн йөрөргә кәрәк. Әлеге ҡануниәт буйынса оҙайлы рейдтар уҙғарырға ярамай. Закон ҡабул ителһә, инспекторҙар теләгән ваҡытта рейдҡа сыға, документтарҙы, транспорты тикшерә ала, тине Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе. Закон проекты ғинуар аҙағында парламенттың пленар ултырышында ҡарала.
👍2
🎬 «Мин ҡайтырмын!» документаль фильмы зәңгәр экрандарға сыға

21 ғинуарҙа, 20.30 сәғәттә, республиканың төп телеканалында – «Мин ҡайтырмын!» документаль фильмының премьераһы.

📌 Реставрация ни өсөн кәрәк? Төҙөкләндереү өсөн һәйкәлде постаменттан алыу мотлаҡмы? Атлы батыр ҡасан үҙ урынына ҡайтыр? Һәйкәл, постамент, каркас ниндәй хәлдә? Ошо һорауҙарға аныҡ һәм асыҡ яуаптарҙы документаль фильмда табырһығыҙ.

Картина нигеҙендә – бихисап анализдар һөҙөмтәләре, проект документтары нескәлектәре, билдәле эксперттар фекере. Архитекторҙар, скульпторҙар, проектлаусылар, реставраторҙар, тарихсылар һәйкәлде һаҡлап ҡалыу тураһындағы фекерҙәре менән бүлешә.

🎥 «Юғарыла, һәйкәл янында ниндәй тойғолар кисергәнебеҙҙе аңлатып бөтөргөһөҙ. Ижади төркөм үҙ өҫтөнә ниндәй яуаплылыҡ алыуын аңлай. Фильмыбыҙ республика халҡын борсоған ҡатмарлы һорауҙарға яуап бирер, тип ышанабыҙ», – ти фильм авторы, ижади төркөм етәксеһе Гәүһәр Батталова.

🕐 21 ғинуар, 20.30 сәғәттә, БСТ телеканалында. Фильмдың премьераһынан ситтә ҡалмағыҙ!
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БСТ-ла — «Юлдаш+» милли йәштәр фестивале!

😍25 ғинуар 23:15 сәғәттә БСТ телеканалында «Юлдаш Plus» милли йәштәр фестивален ҡарарға онотмағыҙ.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 5157 яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары шифаханала ял иткән

Ошо маҡсатта республика бюджетынан 128 миллион һум аҡса тотонолған. 2023 йыл менән сағыштырғанда, 50 миллион һумға күберәк. Быйыл махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылында яугирҙарҙың сәләмәтлеген нығытыуға бүленәсәк аҡсалар тағы ла артасаҡ.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә Башҡортостанға Рәсәйҙең башҡа субъектарынан да киләләр

Был хаҡта Өфөләге «Защитник» үҙәге хәбәр итә. Махсус хәрби операцияға барырға теләүселәр бында тәүлек эсендә килешеү төҙөй ала. Сөнки барыһы ла - документтарҙы ҡабул итеүҙән алып анализ тапшырыуға тиклем бер урында башҡарыла. Кандидаттарҙың сәләмәтлеген тиҫтәләгән белгес баһалай. Буласаҡ яугирҙар араһында кисектергеһеҙ хәрби хеҙмәткә бармаусылар ҙа, әммә ваҡыт уҙыу менән гражданлыҡ бурысын үтәргә ҡарар иткәндәр ҙә бар.
👍2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Керәшен байрамдары уңайынан госпиталдә рухи осрашыу ойошторолдо

Керәшен байрамдары уңайынан Һуғыш ветерандары республика клиник госпиталендә диндарҙар һәм «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды вәкилдәре яугирҙар менән осрашты. Православ динендәге хәрбиҙәр отец Александр менән аралашты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Мин ишетәм һеҙҙе, доктор!» проекты тормошҡа ашырыла

Уның сиктәрендә табиптар ишетеү һәләте насар булған пациенттар менән ым-ишара теле аша һөйләшергә өйрәнә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районының Аҡморон ауылында патриотик спорт сараһы үтте

Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы сиктәрендә мәҙәни, спорт саралары ла ойошторола. Баймаҡ районы Аҡморон ауылында уҙған волейбол турниры илһөйәр командаларҙы йыйҙы. Был хаҡта киләһе сюжетта.
👍1