БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Рәсәйҙә апрелдә социаль пенсия индексациялана

Дәүләт Думаһы депутаты Никита Чаплин ошо турала белдерҙе. Социаль пенсия 14,75 процентҡа арта тине ул. Уның һүҙҙәренсә, илдә йыл аҙағына тиклем уртаса түләүҙәр 15 мең 456 һум була. Социаль фонд башлығы Сергей Чирков белдереүенсә, Рәсәйҙә 42 миллиондан ашыу кеше пенсия ала.
1👍1
Өфөнөң Нуғай ауылында яңы балалар баҡсаһы төҙөлә

Ул Еңеүҙең 65 йыллығы урамында, 147-се мәктәп янында урынлаша. Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала хәбәр иткән. “Был объект ҙур әһәмиәткә эйә. Район тиҙ үҫә, белем һәм тәрбиә биреү учреждениеларына ихтыяж арта. Эштәр быйыл башлана. Төҙөлөштө контролдә тотасаҡмын”, - тип яҙған хакимиәт башлығы.
👍3
Радий Хәбиров Башҡортостан журналистарын Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы

13 ғинуарҙа журналистар һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын – Рәсәй матбуғаты көнөн билдәләй. Ошо байрам айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика журналистарын ҡотланы.

Башҡортостандың дәүләт киң мәғлүмәт сараларында ғына 2,5 меңдән ашыу кеше эшләй. Республикала гәзит-журналдар 6 телдә сыға.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең сираттағы төркөмө Донбассҡа юлланды

Яңы йылды ғаилә менән ҡаршылап йәнә алғы һыҙыҡҡа. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең сираттағы төркөмө Донбассҡа юлланды. Ғәҙәттәгесә, үҙәкләштерелгән оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Ватан һаҡсылары отпускты башлыса өйҙә, яҡындары менән үткәрә, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә күренекле ғалим Мазһар Иҫәнбаев менән хушлаштылар

Академик, иҡтисад фәндәре докторы, профессор. Өфөлә күренекле ғалим Мазһар Иҫәнбаев менән хушлаштылар. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре 89-сы йәшендә вафат булды. Һуңғы көндәренә тиклем Мазһар Насип улы Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында эшләй. Ул Башҡортостандың иҡтисади һәм социаль үҫешенең төп йүнәлештәрен әҙерләүгә ҙур өлөш индерә.
👍1😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөсәйрә Фәтихова 105 йәшлек юбилейын ҡаршыланы

Матур ғүмер байрамы менән уны мәктәп уҡыусылары һәм БЮТ ижади төркөмө тәбрикләне. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Башҡортостан шифаханаларына ихтыяж арта

Вице-премьер-Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, республика шифаханаларында ял итеүселәр һаны буйынса Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә. Төбәктең һаулыҡты нығытыу үҙәктәрендә быйыл йәй 66 меңгә яҡын кеше булған. Ҡойо, геотермаль газ һәм ҡымыҙ ярҙамында дауаланыу иң популяр йүнәлештәр.
👍2
Башҡортостан йәш фехтование оҫталары Ҡазанда Рәсәй турнирында еңеү яуланы

Унда 15 йәшкә тиклемге кадеттар ҡатнашты. Башҡортостан йыйылма командаһы турнир һөҙөмтәһе буйынса алтын миҙалдарға лайыҡ булды. Шулай уҡ шәхси беренселектә Өфөнән Полина Перетятько көмөш миҙал алды, тип хәбәр итәләр Республика спорт министрлығынан.
👍3
2024 йыл метеокүҙәтеүҙәр тарихында иң эҫе йыл тип танылды

Ҡыш, яҙ һәм йәй айҙары төньяҡ ярымшарҙа үтә йылы булған. Шулай уҡ июль айында тәүлектәге уртаса температура буйынса рекорд теркәлгән. Синоптиктар фаразлауынса 2025 йыл да эҫе була, әммә температура буйынса үтә юғары күрһәткестәр көтөлмәй.
👍2
Ейәнсурала МХО яугиры әсәй булған

Ейәнсура районынан МХО-ла ҡатнашҡан «Юна» позывнойлы яугир әсәй булған.

Резеда – табип. МХО зонаһында госпиталдә хирург ярҙамсыһы булып эшләй. Уның һиҙгер ҡулдары күп кенә яралыларҙы аяҡҡа баҫтыра, яугирҙар барыһы ла «Юна»ға оло бәхет теләй. Теләгән изге теләктәр ысынлап та Яңы йыл байрамдарында тормошҡа аша.

6 ғинуарҙа Иҫәнғол ауылында Резеда өсөнсөгә әсәй була. Бәпескә ата-әсәһе Арсений тип исем ҡушҡан. Ғаиләлә тағы ла Искәндәр һәм Илнария исемле балалар тәрбиәләнә. Сабыйҙар ҡустыһы тыуыуына һәм, әлбиттә, әсәһенең өйҙә булыуына ҡыуанып бөтә алмай.
👍52
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары арттырыласаҡ

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылында дәүләт тарафынан күрһәтелгән хәстәрлек бермә-бер артасаҡ. Был турала Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Әле төбәктә махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың яҡындарына ҡырҡтан ашыу ярҙам төрө күрһәтелә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, һәр ведомство был исемлекте киңәйтеүгә үҙ өлөшөн индерергә бурыслы.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә махсус хәрби операция ветерандарына таныҡлыҡ һәм Шайморатов миҙалы тапшырылды

Бөгөн «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан бүлексәһендә махсус хәрби операция ветерандарына таныҡлыҡ һәм Шайморатов миҙалы тапшырылды.
Таныҡлыҡ махсус хәрби операция ветерандарына тапшырыла, улар ауыр йәрәхәттәр алғандан һуң сәләмәтлек торошо буйынса хәрби хеҙмәттән азат ителгән.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө «Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы» статусын алыуға дәғүә итә

Был турала баш ҡала хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында хәбәр ителде. Әле Бөтә донъя һөнәрселек советының жюри ағзалары эш сәфәре менән Өфөлә. Улар төрлө йүнәлештә ижад итеүсе оҫталар менән осраша, баш ҡаланың һөнәрселек йүнәлешен баһалай. Уның һөҙөмтәләре буйынса, юғары исемде биреү һорауы хәл ителәсәк.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң сауҙа үҙәктәренең береһендә «Йәшел шәмбе» экологик акцияһы уҙҙы

Сарала туҡыма ҡурсаҡтар, шәмдәр һәм ағастан картиналар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Активистар кәрәкмәгән кейем-һалым ҡабул итте. Йыйылған әйберҙәр икенсел эшкәртеүгә ебәреләсәк, ә уларҙың бер өлөшө ғаиләләргә ярҙам итеү үҙәгенә тапшырыла.
👍3😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Сергей Ғимаев кубогына хоккей буйынса турнир уҙҙы

Башҡортостанда йыл һайын Сергей Ғимаев кубогына хоккей буйынса турнир уҙа. Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. 1 ғинуарҙа легендар шәхескә 70 йәш тулған булыр ине.
Сергей Ғимаев иҫтәлегенә арналған хәйриә матчы «Өфө-арена»ла үтте. Уйындың Башҡортостанда уҙыуы берҙә осраҡлы түгел, сөнки Сергей Наил улы хоккейҙағы тәүге аҙымдарын баш ҡалала башлай.
👍3
Башҡортостанда һыу буйҙарында хәүефһеҙлеккә иғтибар арта

Программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн 247 миллион һум тотоноу ҡаралған. 250 -нән ашыу пляж булдырыу мөмкинлеге бар. Башҡортостан рәсми йыһазландырылған һыу инеү урындары буйынса Волга буйы округы төбәктәре араһында беренсе урында. Беҙҙең республикала 174 пляж булдырылған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
2026 йылда Өфөлә Дәүләт циркы төҙөкләндерелә башлай

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә финанслау алған саҡта ҡатмарлыҡтар килеп тыумаһын өсөн эш проектын өйрәнергә ҡушты. Бынан тыш, ул республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға Рус драма театрын реконструкциялауҙы башлау өсөн аҡса бүлеү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Шулай уҡ Радий Хәбиров Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асыу тантанаһында ҡатнашырға йыйыныуы хаҡында хәбәр итте.
👍31
Башҡортостанда фатирҙа хайуандар һанын сикләргә тәҡдим итәләр

Республика {өкүмәтендә ошондай ҡарар проекты әҙерләнгән. Уға ярашлы, торлаҡтың һәр 18 квадрат метрында бер эт, йә ике бесәйҙән артыҡ аҫрарға ярамай. Шулай уҡ эттәр урамда хужаһыҙ йөрөмәҫкә тейеш. Уларҙы приютҡа оҙатасаҡтар. Йәмәғәт транспортында эттәрҙең мотлаҡ бәйле һәм морондоҡло булыуы шарт.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфө хосписы пациенттарын Иҫке Яңы йыл байрамы менән ҡотланы

Республика башлығы Радий Хәбиров Өфө хосписы пациенттарын Иҫке Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Учреждение асылғандан алып, йыл ярым эсендә тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационар аша ауыр, ҡатмарлы сирҙәрҙән яфаланған, паллиатив ярҙамға мохтаж 1 меңдән ашыу өлкән кеше һәм 200-гә яҡын бала үткән.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Чат-бот ярҙамында тағы ла бер иҫерек водитель ҡулға алынды

Эскән ирҙең рулгә ултырыуын Ишембайҙан битараф булмаған кеше домофон камераһы аша күреп ҡала. Был хаҡта ул шунда уҡ дәүләт автоинспекторҙарына хәбәр итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала урынға сығып, урамдарҙың береһендә автомобилде туҡтата. 31 йәшлек водитель медицина тикшереүе үтеүҙән баш тарта, бының өсөн уға административ протокол төҙөлә.
👍1