БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфөлә Яңы йыл алдынан йәрминкә уҙғарыла

Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә ул 28 декабрҙә"Артерия" күп функциялы үҙәге янында ойошторола. Бында ҡатнашыу бушлай, сауҙа өсөн палаткалар һәм өҫтәлдәр ҡаралған. Продукция сифатын тикшереү өсөн күсмә ветеринария лабораторияһы эшләйәсәк.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың 4 спорт мәктәбе бөгөн микроавтобуслы булды

Һуңғы йылдарҙа ғына ошондай уҡ транспорт асҡыстары 20 мәғариф учреждениеһына тапшырылған. Бөгөн шулай уҡ Иглин районы үҙәгендә яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы эш башланы. Оператив кәңәшмәлә тикшерелгән төп темалар хаҡында репортаж.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә балалар һәм өлкәндәр өсөн поликлиника филиалдары асылған

Күп фатирлы йорттарға медицина ярҙамы яҡыная. Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә «Йортта доктор» проекты тормошҡа ашырылып, балалар һәм өлкәндәр өсөн поликлиника филиалдары асылған. Унда участка педиатрҙары һәм терапевтарҙан консультация алыуҙан тыш, УЗИ, ЭКГ кеүек тикшеренеүҙәр үтергә була.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 141-се гуманитар конвой оҙатылды

Ылауҙағы фураларҙың күп өлөшө - Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, ҡалғаны райондарҙан ирекмәндәр ярҙамында тупланған. Кәрәк-яраҡ яугирҙар, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм яңы төбәктәрҙә эшләгән яҡташтарыбыҙ заказы буйынса йыйылған.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Кем ул Ватанды һаҡлаусы?» балалар видеоконкурсы һөҙөмтәләре барланды

Башҡортостандағы «Ватанды һаҡлаусылар» фонды тарафынан ойошторолған бәйге талаптарына ярашлы, балалар рус һәм башҡорт телдәрендә «Кем ул Ватанды һаҡлаусы?» тигән һорауға яуап бирә. 3 ай дауамында баһалама комиссияһы республика район-ҡалаларынан 400-гә яҡын заявка ҡабул иткән. Төрлө йәш категорияһында уларҙың тик алтауһы ғына еңеүсе тип таныла.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңы йылға Башҡортостанда 570 байрам ҡаласығы асыу күҙаллана

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдереүенсә, республикала бөтәһе 1703 шыршы ҡуйылған, 633 һырғалаҡ һәм 347 каток төҙөлгән. Иглин районы үҙәгендә иһә ҡунаҡтарҙы бер юлы ике боҙ ҡаласығы ҡаршыланы. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Ҡыш бабай резиденцияһы асылды

Быйыл ул баш ҡалала түгел, ә Торатау итәгендә урынлашҡан. Ҡыш бабай менән күрешергә республиканың төрлө нөктәһенән киләләр. Резиденцияны асыу тантанаһында ҡунаҡтарға байрам программаһы, ҡышҡы һабантуй, мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим ителде. Улар Яңы йыл байрамдарында ла дауам итә. Күңелле тамашалар иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 10-ға тиклем бара.
👍4
Башҡортостандан яҙыусы МХО-ла һәләк булған

Махсус хәрби операция барышында башҡорт яҙыусыһы Сабит Фазлыев һәләк булған. «Башинформ» агентлығына БР Яҙыусылар союзында хәбәр итеүҙәренсә, ул 2024 йылдың ғинуарында РФ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Сабит Мағаз улы 26 декабрҙә Ейәнсура районында ерләнәсәк.

Яҙыусы Сабит Фазлыев әҙәбиәт һөйөүселәргә «Ҡара этап» тарихи романы авторы булараҡ билдәле.
😢3👏1
Белоретта яугир исеме мәңгеләштерелде

Райондың Аҙналы ауылында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Руслан Әхмәтшинға иҫтәлекле банер асылды. Руслан 2022 йылдың октябрендә өлөшләтә мобилизация буйынса Ҡораллы көстәргә саҡырыла. Донбаста хеҙмәт итә. Быйыл августа штурм ваҡытында ғүмере өҙөлә. Фронтта күрһәткән ҡыйыулығы өсөн, үлгәндән һуң, Ҡаһарманлыҡ орденына тәҡдим ителә. “Ул беҙҙең өсөн ысын герой. Ҡустыбыҙ менән ғорурланабыҙ”, - ти Русландың туғаны Рафиҡ Әхмәтшин.
👍6👎1
Башҡортостанда яңы йылға 570 боҙ ҡаласығы төҙөлә

Был турала хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова әйтеүенсә, боҙ ҡаласыҡтарының күбеһе асылған, ҡайһы бер муниципалитеттарҙа һауа торошона бәйле эштәр тотҡарланған. Республикала 1 мең 700-ҙән ашыу шыршы ҡуйылған, 1 мең боҙ ҡумта һәм һырғалаҡ урынлаштырылған.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Башҡортостан Конституцияһы көнө билдәләнә

Республикабыҙ үҫешен, заманса йөҙөн билдәләгән төп закондың ҡабул ителеүенә 31 йыл тулды. Байрам менән төбәк халҡын Радий Хәбиров ҡотланы. Төп закон Башҡортостандың илдең терәк төбәге булараҡ үҫеш йүнәлешен билдәләне. Быуаттар дауамында төрлө милләт вәкилдәре бер ерҙә татыу йәшәй, уртаҡ йортобоҙ мәнфәғәтендә ҙур, берҙәм Рәсәй төҙөй. Башҡортостан Конституцияһы ата-бабаларыбыҙ мираҫын, телдәрҙе, мәҙәниәтте, халыҡтар дуҫлығын, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен һаҡлай. Беҙ бергә эшләйбеҙ, алға барабыҙ, һәр кем үҙ урынында уртаҡ Ватаныбыҙҙы яҡлай. Һәм һәр ваҡыт шулай буласаҡ. Бөтәгеҙҙе лә байрам менән, тип яҙған Башҡортотсан башлығы.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Декабрь өсөн балалар пособиеларын республика халҡы ваҡытынан алда аласаҡ

Декабрь өсөн балалар пособиеларын республика халҡы ваҡытынан алда, ә пенсияларҙы билдәләнгән график буйынса аласаҡ. Был хаҡта социаль фондтың Башҡортостан бүлексәһе хәбәр итә. Шулай итеп, балаларға түләүҙәр 25 декабрҙә барып етергә тейеш.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Әнүәр Әсфәндиәровтың ғүмере һәм фәнни ижады тураһындағы китаптың исем туйы үтте

Өфөлә танылған ғалим, профессор, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әнүәр Әсфәндиәровтың ғүмере һәм фәнни ижады тураһындағы китаптың исем туйы үтте. «Ғилемгә арналған ғүмер» тип исемләнгән баҫма шәхестең тыуыуына 90 йыл уңайынан ойошторолған конференцияла тәҡдим ителде.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районы Әбделмәмбәт урта мәктәбендә Рәмзиә Кәримова уҡыусыларға үҙенең премияһын тапшырҙы

Әбйәлил районы Әбделмәмбәт урта мәктәбендә Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова уҡыусыларға үҙенең премияһын тапшырҙы. Коллегабыҙ үҙенең тыуған мәктәбендә премияны өсөнсө йыл рәттән тапшырып килә. Аҡсалата бүләк уҡыу һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, китап уҡырға яратҡан, матбуғат баҫмаларына яҙышҡан өс балаға бирелә. Ул йәш быуында әҙәбиәткә, ижадҡа һөйөү уятыу, дәртләндереү маҡсатын ҡуя.
👍21
 Мегасело. Яңы сығарылыш. Әбйәлил районы

Был 25 йәшлек егетте республикала иң өмөтлө йылҡысыларҙың береһе тип атайҙар. Тапшырыу геройы Айтуған Фәттәхов ысынлап та өмөттәрҙе аҡлай)

💙 Ғөмүмән, урындағы халыҡ бик тырыш, ышаныслы, ныҡышмал. Ауылдарҙа хужалыҡты ла тергеҙә, халҡыбыҙ йолаларын да ҡәҙерләп һаҡлай.

Әбйәлил район халҡының йәшәйеше хаҡында яңы сығарылышыбыҙҙа бәйән итәбеҙ.

Тулы яҙманы бында ҡарағыҙ 👉 https://vk.com/video-224884924_456239075
👍21🔥1
Өфө хакимиәте хеҙмәткәрҙәре яңы йыл каникулында урамдарҙа дежур итә

Улар биләмәләрҙе ҡарҙан таҙартыуҙы күҙәтә, тип хәбәр итәләр коммуналь хужалыҡ идаралығынан. Бындай дежур көн һайын ойошторола. Юл таҙартыуҙа тотҡарлыҡтар булғанда өҫтәмә техника йәлеп ителәсәк.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дмитрий Медведев махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы

Рәсәйҙең именлек советы рәйесе Дмитрий Медведев махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Әле яугирҙар яраланғандан һуң республиканың хәрби бәрелештәр ветерандары клиник госпиталендә реабилитация үтә.
Дмитрий Медведев яҡташтарыбыҙҙы өс «Ҡаһарманлыҡ өсөн», ике «Батырлыҡ өсөн « һәм бер Жуков миҙалы менән бүләкләне. Ил именлеге советы рәйесе яугирҙарға тиҙерәк һауығыуҙарын теләне һәм һис икеләнмәй ватан һағына баҫыуҙары өсөн ихтирамын белдерҙе
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дмитрий Медведев Өфөлә хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һайлап алыу үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты

Рәсәйҙең Именлек Советы рәйесе Дмитрий Медведев Өфөлә «Һаҡсы» граждандарҙы хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һайлап алыу үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты.
Үҙәк быйыл октябрҙә асылды. Бында Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәр өсөн тулы спектр хеҙмәт күрһәтелә. Ошонда уҡ документтар тултырыу һәм медицина тикшереүе үтеү ҙә ойошторолған.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бер төркөм яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Башҡортостанда бер төркөм яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙы оҙатыу сараһы «Өфө-Арена» комплексы алдындағы майҙанда үтте. Ир-егеттәр хеҙмәт урынына уңайлы автобустарҙа барасаҡ. Хәрбиҙәрҙең отпускыһы ике аҙнаға иҫәпләнгән.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ялға ҡайтҡан яугир Ғафури районында йәшәүсе Алһыу Ғәлимоваға ноут-бук бүләк иткән

Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир Ғафури районында йәшәүсе Алһыу Ғәлимоваға ноут-бук бүләк иткән. 9 -сы класста уҡыусы Алһыуға был хәрбиҙең илһөйәрлек хаты өсөн Яңы йыл бүләге. Яугир әйтеүенсә, гуманитар ылау менән алғы һыҙыҡҡа килеп еткән хаттар Ватан һаҡсыларына рухи көс-дәрт бирә.
2👍2