БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика махсуслашҡан балалар йортона - 80 йыл

Учреждениела етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм сабыйҙар тәрбиәләнә. Балалар йортоноң Стәрлетамаҡта ла филиалы бар. Юбилейлы дата уңайынан ойошторолған тантанала Каринэ Хәбирова хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотланы, бүләктәр тапшырҙы.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Таланттар йондоҙлоғо» еңеүселәре өсөн яңы йыл шыршыһы

Хәҙер ун өс йыл рәттән «Әсә йөрәге» йәмғиәте һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында ижади конкурс уҙғара. Яңы йыл алдынан еңеүселәр баш ҡалаға шыршы байрамына саҡырыла. Бөгөн дә республиканың 9 районынан йөҙҙән ашыу бала Милли йәштәр театрына йыйылды. Улар өсөн клоундар, өйрәтелгән хайуандар сығышы ойошторолдо.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Урал батыр» башҡорт халыҡ ҡобайыры яҙып алыныуға 115 йыл

Башҡортостандың Милли музейы республикала тәүгеләрҙән булып Урал батыр уҡыуҙарын ойошторҙо. Ғалимдар, рәссамдар, мәҙәниәт һәм йәмәғәт вәкилдәре докладтар менән сығыш яһаны. Сарала башҡорт халҡының төп эпосын өйрәнеү, уны танытыу, киләсәктә ҡобайырҙы мәңгеләштереү һорауы ла күтәрелде, тәҡдимдәр яңғыраны. Улар айырым бер йыйынтыҡҡа тупланып, музей журналында нәшер ителер тип көтөлә.
👍3
Бишбүләк районында капиталь ремонттан һуң социаль-мәҙәни үҙәк асылды

Бында ауыл хакимиәте, фельдшер-акушер пункты, мордва милли мәҙәниәте үҙәге, тегеү фабрикаһы, китапхана урынлаша. Биләмәлә шулай уҡ хоккей майҙансығы булдырылған. - Ауыл халҡына эш һәм ял өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар, тип хәбәр итәләр урындағы хакимиәттән.
👍6
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡазанға дрондар һөжүм иткән

Бөгөн иртән Татарстандың баш ҡалаһына һигеҙ дрон һөжүм иткән. Татарстан рәйесе Рөстәм Миниханов фажиғә урынына барған. Уның матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, зыян күреүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ.

Мәктәптәрҙә балаларҙы подвалға төшөргәндәр, сәнәғәт ойошмаларында кешеләрҙе эвакуация пункттарына урынлаштырғандар. Киләһе ике көндә күләмле мәҙәни саралар кисектерелгән.
👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шайморатовсылар Донецк халыҡ республикаһының Бахмут йүнәлешендә дошман позицияларын тар-мар итә

Яҡташтарыбыҙ башҡа подразделениелар үтәй алмаҫлыҡ заданиеларға йәлеп ителә. Легендар башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов вариҫтары һәр хәрби бурысты ла теүәл һәм һөҙөмтәле үтәй. Күрһәтелгән ҡаһарманлыҡтар өсөн улар йыш ҡына төрлө дәүлән наградалары менән билдәләнә.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Красноусол ҡасабаһында Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте

Урындағы осрашыуҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һөҙөмтәләре, йыл йомғаҡтары барланды, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу ойошторолдо. Яңы маҡсаттар билдәләнде. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Нуриман районының Красная Горка ауылында заманса кинозал эшләй башланы

Ауыл халҡына кино сәнғәте. «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса Нуриман районының Красная Горка ауылында заманса кинозал эшләй башланы. Район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан һанлы форматтағы кинозал асыу тантанаһында БЮТ ижади төркөмө лә булды.
👍32
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Музыка йорто төҙөләсәк

Был турала Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләренә арналған совет ултырышында белдерҙе. Өсөнсөгә уҙғарылған кәңәшмәлә «Мәҙәниәт» Милли проектының уңышлы һәм һөҙөмтәле тормошҡа ашырылыуы билдәләнде. Уның сиктәрендә йөҙҙән ашыу мәҙәниәт объектында капиталь ремонт ойошторолған.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты

Радий Хәбиров физик мөмкинлеге сикләнгән 5 баланың яңы йыл теләген тормошҡа ашырасаҡ. «Теләктәр шыршыһы» быйыл Евразия фән-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында урынлашҡан. Йәшел ҡупшыҡайға эленгән шарҙарға республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәгән балаларҙың теләк хаттары беркетелгән. Радий Фәрит улына Өфө районы Подымалов ауылынан Венера Әсфәғәнованың ҡурсаҡ, Октябрьскийҙан Михаил Долматовтың трансформер, Салауат районы Лаҡлы ауылынан Камил Хәйретдинов тимер юлы тураһындағы теләктәре эләкте.
👍4
Малдарға йыл ярымлыҡ аҙыҡ әҙерләнде

Башҡортостанда быйыл 4 миллион тонна тирәһе сенаж, бесән, силос һәм һалам әҙерләнгән. Ҡаты һәм һутлы мал аҙығының запасы йыл ярым йылға етә, тип белдерәләр ауыл хужалығы министрлығынан. Һәр баш малға 29 центнер аҙыҡ берәмеге тура килә.
👍3
Хоккей легендалары Башҡортостанда йыйыла

Киләһе йылдың 12 ғинуарында Өфөлә “Гимаев кубогы” турниры уҙа. Бәйгелә Павел Дацюк, Сергей Мозякин, Данис Зарипов, Вячеслав Фетисов һәм башҡа билдәле уйынсылар ҡатнаша. Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, билет һатыуҙан килгән килем республикала балалар спортын үҫтереүгә йүнәлтелә.
👍6
Был аҙнала Башҡортостан халҡы алты көн эшләй

Рәсәй Хөкүмәте билдәләгән графикка ярашлы, 28 декабрҙә, шәмбе көн эшләгән өсөн 30-ында ял итәбеҙ. 31 декабрҙәге ял 7 ғинуарҙан күсә. Шулай итеп Яңы йыл уңайынан 29 декабрҙән башлап 8 ғинуарға тиклем ял ҡаралған. Киләһе йылда тәүге эш көнө ғинуарҙың 9-ында була.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин М-12 «Көнсығыш» трассаһын асыуҙа ҡатнашты

Өфө менән Мәскәү араһы яҡыная. Владимир Путин М-12 «Көнсығыш» трассаһының Башҡортостан аша үткән участогында транспорт хәрәкәтенә старт бирҙе. Ил башлығы видеобәйләнеш аша төрлө төбәктәрҙә һауа һәм автомобиль юлдары инфраструктураһы объекттарын асыуҙа ҡатнашты. Башҡортостан аша үткән яңы участок 65 километрға һуҙыла. Уның әҙерлеге тураһында Илеш районынын республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илеш районы Иләкшиҙе ауылы эргәһендә Муса Гәрәевҡа һәйкәл асылды

«Көнсығыш» федераль трассаның яңы участкаһында - Илеш районы Иләкшиҙе ауылы эргәһендә ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәевҡа һәйкәл асылды. Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Легендар летчик-штурмовиктың тыуған яғында монументаль композиция ҡуйыу башланғысы менән урындағы хакимиәт һәм «Приуралье» федераль автомобиль юлдары идаралығы сыҡҡайны. Башланғысты төбәк етәксеһе лә күтәреп алды. «Муса Гәрәев тураһында хәтер мәңге ҡәҙерләп һаҡланасаҡ.»-тине үҙ сығышында Радий Хәбиров.
👍5🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы йылдағыса тура эфирҙа йомғаҡлау тапшырыуын күрһәтте

Өс сәғәт дауамында белгестәр гүзәл заттарҙың сәләмәтлеген, ғаилә мөнәсәбәттәрен һаҡлау, заман һынауҙарына ҡарамаҫтан яҡшы кәйефтә ҡалыу серҙәре менән уртаҡлашты. Асыҡ академия сиктәрендә быйыл республика район-ҡалаларында йөҙәрләгән социаль проект тормошҡа ашырылды. Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
3😁1
Өфөлә Яңы йыл алдынан йәрминкә уҙғарыла

Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә ул 28 декабрҙә"Артерия" күп функциялы үҙәге янында ойошторола. Бында ҡатнашыу бушлай, сауҙа өсөн палаткалар һәм өҫтәлдәр ҡаралған. Продукция сифатын тикшереү өсөн күсмә ветеринария лабораторияһы эшләйәсәк.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың 4 спорт мәктәбе бөгөн микроавтобуслы булды

Һуңғы йылдарҙа ғына ошондай уҡ транспорт асҡыстары 20 мәғариф учреждениеһына тапшырылған. Бөгөн шулай уҡ Иглин районы үҙәгендә яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы эш башланы. Оператив кәңәшмәлә тикшерелгән төп темалар хаҡында репортаж.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә балалар һәм өлкәндәр өсөн поликлиника филиалдары асылған

Күп фатирлы йорттарға медицина ярҙамы яҡыная. Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә «Йортта доктор» проекты тормошҡа ашырылып, балалар һәм өлкәндәр өсөн поликлиника филиалдары асылған. Унда участка педиатрҙары һәм терапевтарҙан консультация алыуҙан тыш, УЗИ, ЭКГ кеүек тикшеренеүҙәр үтергә була.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 141-се гуманитар конвой оҙатылды

Ылауҙағы фураларҙың күп өлөшө - Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, ҡалғаны райондарҙан ирекмәндәр ярҙамында тупланған. Кәрәк-яраҡ яугирҙар, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм яңы төбәктәрҙә эшләгән яҡташтарыбыҙ заказы буйынса йыйылған.
👍4