БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.84K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә МХО ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары араһында ойошторолған фестиваленең финалы үтте

Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған байрам. Өфөләге «Атайсал» мәҙәни үҙәгендә махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары араһында ойошторолған Асыҡ төбәк-ара фестиваленең финалы үтте.
Конкурсҡа 100-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән, гала-концертҡа уларҙың 15-е һайлап алынған. Ҡатнашыусылар араһында ижади коллективтар ҙа, яңғыҙ башҡарыусылар ҙа бар. Сәхнәнән патриотик йырҙар, шиғырҙар яңғыраны, шулай уҡ, үҙешмәкәр артистар музыка ҡоралдарында уйнаны
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күҙәтеү советы ағзалары Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға бәйле һорауҙарҙы тикшерҙе

Фәнни проект документацияһы менән улар Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡта таныштылар.
Осрашыу күҙәтеү советы ағзалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре үтенесенә ярашлы ойошторолдо. Әлеге ваҡытта Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға әҙерлек буйынса фәнни проект Мәскәүҙә федераль экспертиза үтә.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Сәриә Миржанованың 100 йыллығына арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте

Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемалары бөгөн Рәсәй фәндәр акаедмияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында үткән ғилми-ғәмәли конференцияһында күтәрелде. Был юлы сара күренекле төркиәтсе Сәриә Миржанованың 100 йыллығы сиктәрендә үтте. Сәриә Фәзулла ҡыҙы башҡорт тел ғилеменә тос өлөш индергән шәхес. Ғалимәнең эштәре бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай, төрки донъя халыҡтарында ла миҫалға алына.
👍1
Башҡортостандың тағы бер ҡалаһында туристик һалым ҡабул ителде

1 ғинуарҙан Бөрө ҡалаһында ҡунаҡханаларҙа йәшәү хаҡының 1 проценты туристик иғәнә булараҡ алына. 2026 йылда ставка 2 процентҡа етә һәм йыл һайын арта барып 2029 йылдан 5 процент була. Быға тиклем шулай уҡ Күмертау һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында туристик һалым индерелде.
👍1
Эт хужалары өсөн талаптар ҡәтғиләшә

Думала ошо турала закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Уға ярашлы, ябай кешеләр өсөн штраф суммаһын 5 мең һумға еткерергә тәҡдим ителә. Законды ҡабатлап боҙған осраҡта тейеш сумма икеләтә артыуы мөмкин. Ҙур, кешеләр өсөн хәүефле булған эттәрҙе мороноҡһоҙ, йә бәйһеҙ йөрөтөүселәр иғтибарға алына. Бындай хайуандарҙың кешеләргә ташланыу осраҡтары теркәлеп тора.
👍2
Рәсәйҙә балаларға газ һатырға ярамай

Дәүләт Думаһы ошо турала закон ҡабул итте. Зажигалкаларҙы, туристар өсөн плита заправкалау өсөн бәләкәй газ балондары ҡулланыла. Балаларҙың уны еҫкәп ағыуланыу, үлеү осраҡтары бар. Төп маҡсат кешеләр һаулығын һаҡлау, - тине спикер Вячеслав Володин. Бындай тауар һатыусылар өсөн ҙур штрафтар билдәләнде. 2016 йылдан башлап Рәсәйҙә токсикомания арҡаһында 800-ҙән ашыу баланың ғүмере өҙөлгән.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Рәсәй-Ҡаҙағстан» төбәк-ара форумының пленар ултырышы үтте

Видеобәйләнеш аша форумда ҡатнашыусыларҙы ил Президенты Владимир Путин сәләмләне. Дәүләт башлығы Рәсәй субъекттары менән Ҡаҙағстан өлкәләре араһында үҙ-ара файҙалы партнерлыҡ бәйләнештәрен нығытыу мәсьәләләренең мөһимлеген билдәләне.Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомрат Токаев фекеренсә, форумдың Өфөлә үткәрелеүе символик мәғәнәгә эйә. Был - йылдам үҫешеүсе иҡтисадты һәм бай мәҙәни мираҫы булған уникаль ҡала, тине сиn ил етәксеһе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала сираттағы хәрбиҙәр төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Республикала сираттағы хәрбиҙәр төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Улар алғы һыҙыҡтағы хеҙмәттәштәренә йылы әйберҙәр, аҙыҡ-түлек һәм тормош-көнкүреш кәрәк -яраҡтары тупланған посылкалар алып бара.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы инженерҙары ерҙән йөрөүсе роботтар йыя

Дрондар һауала ғына түгел, ерҙә лә. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы инженерҙары алғы һыҙыҡта тиерлек ерҙән йөрөүсе роботтар йыя. Улар иң ҡатмарлы һәм хәүефле урындарҙа ҡулланыла. Үҙйөрөшлө арбалар һалдаттар үтеп инә алмаҫлыҡ ерҙәргә лә барып етә һәм кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡала ала.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә үткән «Рәсәй - Ҡаҙағстан» форумы ҙур мәҙәни һәм эшлекле сараға әүерелде

Рәсми делегациялар менән осрашыуҙар, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, эшлекле һөйләшеүҙәр һәм тәжрибә уртаҡлашыу. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә «Рәсәй - Ҡаҙағстан» 20-cе юбилей төбәк-ара форумы ҙур мәҙәни һәм спорт байрамына әүерелде тип яҙҙы.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Айҙар Ишмөхәмәтов Рәсәй Хөкүмәте рәйесе ҡулынан юғары дәүләт наградаһын алды

Яҡташыбыҙ, талантлы ғалим Айҙар Ишмөхәмәтов Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡулынан юғары дәүләт наградаһын алды. Айҙар Айрат улы Рәсәй фәндәр академияһының Чумаков исемендәге иммунобиологик препараттарҙы тикшереү һәм эшләү федераль ғилми үҙәге менән етәкселек итә. Үҙәктең ғилми коллективына Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Хөкүмәтенең 2024 йылғы премияһы тапшырылды. Награда уға полиомиелитҡа ҡаршы беренсе Рәсәй инактивлаштырылған вакцинаһын уйлап тапҡаны һәм сәнәғәттә етештергәне өсөн бирелә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың төп финанс документы йәнә социаль йүнәлешле булып ҡала

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары алдағы өс йылға республика бюджеты тураһындағы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Ултырышта барлығы иллегә яҡын мәсьәлә ҡаралды, ҡануниәтте камиллаштырыуға йүнәлтелгән башланғыстар хаҡында киләһе сюжетта.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында «Патриот» хәрби илһөйәрлек паркында Артур Ғәлиев менән осрашыу үтте

Яугир менән һөйләшеү. Шишмә районында «Патриот» хәрби илһөйәрлек паркында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, махсус хәрби операция ветераны Артур Ғәлиев менән осрашыу үтте. Биләмәлә хәрби күнекмәләргә йыйылған 10-сы класс егеттәре яугир менән аралашып, борсоған һорауҙарына яуап алды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат ҡалаһының рус йәштәр театры «Ай тотолған төндә» трагедияһын сәхнәләштерҙе

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 105 йыллығына арналған юбилей саралары дауам итә. Салауат ҡалаһының «Беҙҙең театр» рус йәштәр театры ла әҙиптең «Ай тотолған төндә» трагедияһын сәхнәләштерҙе. Ул башҡортсанан руссаға яңынан тәржемә ителгән вариантта.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында урындағы башланғыстар программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла

Унда Дүртөйлө ауыл биләмәһенә ҡараған Бурһыҡ ауылында йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡатнаша. Ауыл мәҙәниәт йортонда 2025 йылда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына инеү буйынса дөйөм йыйылыш уҙҙы. Унда бер тауыштан ауыл эсендәге юлды ремонтлау, мәҙәниәт усағын тәртипкә килтереү, фап төҙөү мәсьәләләре күтәрелде.
👍3
Өфөлә яңы ҡар иретеү пункты булдырыла

Ул Затон һәм Алексеевка шосселары янында урынлаша, тип хәбәр итә "Башинформ". Әле ҡалала ике ҡар иретеү пункты бар. Был комплекстар Трамвай һәм Сәғит Агиш урамдарында урынлашҡан. Улар ҡышҡы миҙгелгә әҙер. Киләсәктә Өфөнөң 7 районында ла ҡар иретеү пункттарын асыу планлаштырыла.
👍2
Дим Мәннән һәм Ғәзинур Биктимеровҡа үлгәндән һуң халыҡ артисы исеме бирелде

Радий Хәбиров "Дәрүишхан" һәм "Рух" төркөмдәре лидерҙарын бүләкләү тураһындаға указға ҡул ҡуйҙы. Музыканттарҙың ғаиләләренә награда Өфөлә "Дәрүиш Рухы" тигән рок-фестиваль барышында тапшырылды. - Бер сәхнәлә хәҙерге төркөмдәр һәм башҡорт рок легендалары. Фестиваль Көрәш һарайында уҙғарылды. Был спорт майҙансығы ғына түгел, мәҙәни һәм эшлекле саралар өсөн комплекс, - ти Радий Хәбиров.
1👍1👏1
Салауат Юлаев һәйкәле мең һумлыҡ купюрала һүрәтләнеүе ихтимал

Рәсәй Банкы Волга буйы федераль округында 25 объектты һайлап алған. Исемлектә һәйкәл, музей, театр, университет, күперҙәр бар. Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле менән бергә, Ырымбурҙағы тарих музейы, Ҡазан университетының төп корпусы, Һамарҙағы Дан аллеяһы, Ульяновскиҙа Волга аша күпер, Вятка художество музейы бинаһы тәҡдим ителгән. Улар араһынан бер объект яңы мең һумлыҡ аҡсала һүрәтләнергә тейеш. Еңеүсе онлайн-тауыш биреү аша асыҡлана.
👍4
Өфөлә дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа түләүле парковкалар өсөн тариф раҫланды

Ҡала хакимиәте сайтында ошо турала документ менән танышырға мөмкин. Уға ярашлы, парковкала бер сәғәт өсөн 40 һум түләргә кәрәк. Мобиль ҡушымта, смс-хәбәр, банк терминалы, QR-код аша аҡса күсерергә мөмкин. Өфөлә үҙәк урамдарҙа зәңгәр һыҙаттар менән билдәләнгән урындар бар. Түләүле парковкаларҙың эшләй башлау ваҡыты әле аныҡланмаған.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
3 декабрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш» ойошторола

Төбәк етәксеһе Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй 24, «Башҡортостан 24», «Бөтә Өфө», «Сәләм», UTV һәм «Юлдаш» радиостанцияһының тура эфирында халыҡтың көнүҙәк һорауҙарына яуап бирә. Тура бәйләнеш трансляцияһын шулай уҡ Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләрендә ҡарарға мөмкин. Республика етәксеһенә «Башҡортостан башлығының тура линияһы» телеграм-боты, дәүләт хеҙмәттәрендә кире бәйләнеш платформаһы йәки республика башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлек аша һорау бирергә мөмкин. Видеомөрәжәғәттәр 2 декабрь киске сәғәт 7-гә тиклем ҡабул ителә.
👍2