Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Защитник» хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү пункты эшен дауам итә
Яңы үҙәк «Черемушки» шифаханаһында урынлашҡан. Ул бер юлы 100 кешене ҡабул итә ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт төҙөүсегә 1 миллион 300 мең һумдан ашыу субсидия ҡаралған. Бер тапҡыр бирелә торған түләүгә илдең Оборона министрлығы, Башҡортостан башлығы һәм район хакимиәте бүлгән сумма инә. Бынан тыш, яугир һәм уның ғаиләләре өсөн 40-тан ашыу льгота булдырылған. Һайлап алыу пункты инструкторҙары белдереүенсә, контракт төҙөргә теләүселәр көндән-көн арта.

👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө медицина колледжы студенттары махсус хәрби операция госпиталдәренә хирург салфеткаларын әҙерләй
Бәйләү материалдарын улар марля туҡымаһынан билдәле төрлө ҙурлыҡта махсус технология буйынса эшләй. Салфеткалар Өфө медицина учреждениеларының береһендә стерилләү үткәс, гуманитар ылау менән махсус хәрби операция зонаһына оҙатыла. Колледж студенттарының яугирҙарға ярҙамы бының менән генә сикләнмәй. Улар ирекмәнлек эшен алып бара, шулай уҡ адреслы ярҙам да күрһәтә. Был сараларҙа студенттар менән бергә уларҙың ата-әсәләре лә ихлас ҡатнаша.

Өфөлә Кусимовтар һәм Мирхәйҙәровтар нәҫелдәренең шәжәрә байрамы үтте
Быуындар сылбырын тергеҙеп. Өфөнөң Актерҙар йортонда Әбйәлил районының арҙаҡлы нәҫелдәре - Кусимовтар һәм Мирхәйҙәровтар шәжәрә байрамын үткәрҙе. Сара Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылына һәм Әсә көнөнә арналған. Быуындар бәйләнешен нығытыу, ата-бабаларҙың исемдәрен мәңгеләштереү, йәштәрҙе таныштырыу маҡсатында ойошторолған шәжәрә байрамы тарихи ваҡиғаларға ла, ижади сығыштарға бай булды.

👍4🔥2❤1
Ҡыш Бабай поезы Бөйөк Устюгтан ил буйлап сәйәхәткә сыҡты
Был турала Рәсәй тимер юл компанияһынан хәбәр итәләр. Поезд ил ҡалаларында туҡталыш яһай. Тәүгеһе Тайшет станцияһында булды. 24 декабрҙә Ҡыш Бабай Стәрлетамаҡ һәм Салауатҡа килеп етә, 25-ендә Өфөлә була. Ойоштороусылар билетты алдан алыу кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Тулы мәғлүмәт менән социаль селтәрҙәрҙә “Ҡыш Бабай поезы” проекты төркөмөндә һәм Рәсәй тимер юлдары сайтында танышырға мөмкин. Былтыр Өфөлә байрам поезын ҡаршылау сараһында 13 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

👍5👏1
Хеҙмәттәшебеҙгә имен-һау йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, билдәле тележурналист Рәмзиә Кәримова беренсе ҡатын-ҡыҙҙар отряды ирекмәндәре сафына баҫты һәм МХО биләмәһендәге хәрби госпиталгә эшкә юлланды.
«Мин илемә рәхмәтлемен, ғүмер буйы дәүләт миңә ярҙам итте, юғары баһаланы. Хәҙер миңә ярҙам итергә ваҡыт. Мин журналист булып эшләйем, ҙур аҡса ебәреү мөмкинлегем юҡ, әммә шәхси иғтибар һәм хәстәрлек менән ярҙам итә алам. Ирем менән өлкән ҡыҙым минең ҡарарымды аңлап ҡабул итте булды, кесеһе ебәрергә теләмәне. Әммә мин ыңғай ҡарайым. Хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә барыһы ла булырға мөмкин, күҙаллап булмай, әммә барыһы ла яҡшы булыр тип ышанам», – тине Рәмзиә Кәримова.

👍8❤6🤔1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Рәсәй-Ҡаҙағстан» төбәк-ара форумы асылды
Ике дәүләт араһында диалог ойоштороп , хеҙмәттәшлек юлдарын киңәйтеү өсөн уҙғарылған форумда 30 төбәктән 3 меңгә яҡын делегат ҡатнаша. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров форум ҡунаҡтарын сәләмләп, Өфөләге осрашыуҙың төбәктәр үҫеше өсөн мөһим проекттарға башланғыс буласағына ышаныс белдерҙе.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Кушнаренко районы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам ҡулы һуҙа
Тыл ярҙамы. Кушнаренко районы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам ҡулы һуҙа. Шәрип ауылы мәсетендә хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар йыйылып маскировка селтәрҙәре үрә, Урта Аҡбаштар йорт шарттарында туҡмас һәм башҡа тәмле ризыҡтар әҙерләй. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Тыл ярҙамы. Кушнаренко районы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам ҡулы һуҙа. Шәрип ауылы мәсетендә хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар йыйылып маскировка селтәрҙәре үрә, Урта Аҡбаштар йорт шарттарында туҡмас һәм башҡа тәмле ризыҡтар әҙерләй. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Учалы районындағы «Тыл хеҙмәтсәндәре» тиҫтәләгән маскировка селтәре алғы һыҙыҡҡа ебәргән
Бер нисә кешенән башланған хәрәкәт хәҙер йөҙҙән ашыу кешене берләштерә. Учалы районындағы «Тыл хеҙмәтсәндәре» тиҫтәләгән маскировка селтәре, окоп шәмдәре эшләп алғы һыҙыҡҡа ебәргән. Бынан тыш, госпиталдәр өсөн дә гуманитар ярҙам туплайҙар. Ирекмәндәр хәрәкәтендә, башлыса, хаҡлы ялдағылар ҡатнашаң. Учалы ҡалаһында йәшәүселәрҙән тыш, Оҙонгүл, Ҡобағош, Сораман, Баттал, Озерный, Мансур ауылдары халҡы ҡушыла.

Өфөлә Ринат Камалдың ижади кисәһе уҙҙы
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камалдың ижади кисәһе уҙҙы. Әҙиптең 70 йәшлек юбилейы уңайынан үткән сараға уның яҡындары, ҡәләмдәштәре, яҡташтары һәм ижадын һөйөүселәр йыйылғайны.

👍3
БСТ | Яңылыҡтар
Video
Башҡортостан Башлығына нисек һорау бирергә?
3 декабрҙә киске сәғәт етелә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура эфирҙа республика халҡының һорауҙарына яуап бирә. Төбәк Башлығына өс төрлө ысул менән һорау бирергә мөмкин:
📍Беренсеһе - «Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш» телеграмм-боты.
📍Икенсеһе - «Дәүләт хеҙмәте» порталындағы бәйләнеш платформаһы. Бының өсөн экрандағы QR-код буйынса үтергә кәрәк.
📍Өсөнсөһө - glavarb.ru сайтындағы махсус бүлек.
Шулай уҡ видеоһорау яҙҙырырға мөмкин. Тәүҙә иғтибар менән иҫкәрмәләрҙе өйрәнегеҙ:
⚡ Яҙма башында исем-фамилияғыҙҙы, атайығыҙҙың исемен, йәшәгән ауыл-ҡала, район атамаһын әйтегеҙ. Артабан һорауығыҙҙы бирегеҙ.
⚡ Телефонға төшөрөлгән видеоһорауҙың оҙонлоғо 1 минуттан артырға тейеш түгел.
⚡ Видеоны яҡты урында төшөрөгөҙ. Һорау биреүсе кешенең йөҙө асыҡ күренһен, күләгә төшмәһен.
⚡ Һорау биргән кеше артында тәҙрә, лампа, башҡа яҡтылыҡ сығанаҡтары булмаһын.
⚡ Видео төшөргән ваҡытта камераны горизонталь рәүештә тотоғоҙ, уны һелкенеп тормаҫлыҡ итеп беркетегеҙ.
⚡ Әгәр яҙманы селфи режимында фронталь камераға төшөрһәгеҙ, уны шулай уҡ горизонталь рәүештә тотоғоҙ.
⚡ Видеоны урамда яҙҙырһағыҙ, тауышығыҙ яҡшы ишетеләме, юҡмы икәнлеген тикшерегеҙ. Мөмкинлек булһа, микрофон ҡулланығыҙ.
⚡ Әгәр ҙә һорауҙы төркөм менән яҙҙырһағыҙ, экранда бөтә ҡатнашыусыларҙың да йөҙө күренһен һәм тауыштары яҡшы ишетелһен.
⚡ Видеоны бер план менән төшөрөгөҙ, ебәрер алдынан монтаж эшләмәгеҙ.
⚡ Видеоға музыка һалмағыҙ. Һорауҙы яҙҙырғанда сит тауыштар ҡамасауламаһын.
⚡ Видео аҙағында мотлаҡ рәүештә был һорау Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш өсөн бирелеүен әйтегеҙ.
Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнешкә видеоһорауҙар 2024 йылдың 2 декабренә киске сәғәт 7-гә тиклем ҡабул ителә.

❤2👍1
Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау өсөн йыл ярымға тиклем ваҡыт кәрәк була
Был турала Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса үҙәктән хәбәр итәләр. - Суйын - үҙенсәлекле материал, уның менән дөрөҫ эш итергә кәрәк, - тип белдерелде. Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле һәм ул урынлашҡан ҡурған авария хәлендә. Әле федераль әһәмиәттәге объект буйынса экспертиза эштәре бара.

👍4❤1🤔1
Forwarded from Валитов TV
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дуҫтар! Был минең өсөн бик яуаплы сығарылыш. Башҡорт рок музыкаһы - ул минең ижади юлымдың башы...
_____________________________
Друзья! Для меня это очень ответственный выпуск. Башкирская рок музыка - это то, с чего начинался мой творческий путь...

❤3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Рәсәй-Ҡаҙағстан» төбәк-ара форумы асылды
Хеҙмәттәшлек юлында. Өфөлә «Рәсәй-Ҡаҙағстан» төбәк-ара форумы асылды . Ике дәүләт араһында диалог ойоштороп , хеҙмәттәшлек юлдарын киңәйтеү өсөн уҙғарылған форумда 30 төбәктән 3 меңгә яҡын делегат ҡатнаша. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров форум ҡунаҡтарын сәләмләп, Өфөләге осрашыуҙың төбәктәр үҫеше өсөн мөһим проекттарға башланғыс буласағына ышаныс белдерҙе.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Халыҡ-ара форум сиктәрендә дуҫтарса хоккей матчы үтте
Боҙға Башҡортостандың «Салауат Юлаев» һәм Ҡаҙағстандың «КулагЕр-СКО» ветерандар командалары сыҡты. Юлаевсылар составында танылған уйынсылар, спорт мастерҙары булһа, ҡунаҡтар коллективында - Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһенең төп хоккей клубы ветерандары уйнаны.
Боҙға Башҡортостандың «Салауат Юлаев» һәм Ҡаҙағстандың «КулагЕр-СКО» ветерандар командалары сыҡты. Юлаевсылар составында танылған уйынсылар, спорт мастерҙары булһа, ҡунаҡтар коллективында - Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһенең төп хоккей клубы ветерандары уйнаны.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йыл башынан Башҡортостанда йәшәүселәр мутлашыусылар иҫәбенә 3 миллиард ярым һум аҡса күсергән
Күрһәткестең, былтырғы менән сағыштырғанда, артыуы күҙәтелә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәренә ярашлы, айырыуса компьютер мәғлүмәттәре өлкәһендә мутлашыуҙар күбәйгән. Был турала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа киберенәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса эшсе төркөмдөң сираттағы ултырышында билдәләнде. Кәңәшмәлә Рәсәй банкы һәм банктар берләшмәһе тарафынан мәғлүмәт-телекоммуникация технологиялары ҡулланып башҡарылған енәйәттәргә ҡаршы күрелгән саралар ҡаралды. Халыҡты иҫкәртеүҙе әүҙемләштереү, ҡануни яҡтан контролде көсәйтеү бурысы ҡуйылды.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тыуған ил геройы: Эдуард Ғәтиәтуллиндың яҙмышы һәм әсәһенең ҡаһарманлығы
Һәр яугир миңә үҙ улым кеүек. Был турала Саҡмағош районы Зәмәй ауылында йәшәүсе Зөлфиә Ғәтиәтуллина белдерҙе. Ул быйыл көҙ гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнашып, ылау составында Донбасҡа барып ҡайтҡан. Зөлфиә Фәнис ҡыҙының улы Эдуард Ғәтиәттулин - ҡаһарманлыҡ, тыуған илгә һөйөү өлгөһө. Махсус хәрби операцияла ул һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Ҡаты алыштарҙың береһендә яҡташыбыҙ үлемесле йәрәхәт ала.

👍2🔥2❤1👎1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Баймаҡ яҡташтар берлеге осрашыуы уҙҙы
Сарала юбилярҙар ҙурланды, райондың әүҙем ағзалары билдәләнде. Райондың тиҫтәгә яҡын абруйлы вәкиленә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Раушания Бәҙретдинованың шәхси күргәҙмәһе асылды
Өфөләге «Мираҫ» галереяһында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың шәхси күргәҙмәһе асылды. Экспозицияға авторҙың төрлө осорҙа яҙылған картиналары ҡуйылған. Ижади эштәрендә яҡтыртылған төп тема тормош асылына бәйле - ғаилә, Кесе Ватан, тыуған илгә ҡарата оло һөйөү сағылыш тапҡан. Күргәҙмә декабрь аҙағына тиклем эшләй.

👍2❤1