БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.98K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт теленән онлайн олимпиаданың икенсе көнө үтте

Тәүге көндә тест һорауҙарына 16 меңдән ашыу кеше яуап биргән. Бөгөн сараға Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ла ихлас ҡушылды. Олимпиада шарттары буйынса улар 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирҙе. Тест әҙәбиәт, тарих, тел кеүек төрлө өлкәне үҙ эсенә алған.
👍5👎4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сәскә атһын Башҡортостаныбыҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе республикабыҙҙың тыуған көнө менән ҡотлайым! Ғәзиз әсә кеүек, тыуған ер ҙә берәү генә була. Һәм беҙ уның именлеге, матур киләсәге өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Беҙ быны булдыра алабыҙ, сөнки татыу, күп милләтле, эшсән, дуҫ ғаиләлә йәшәйбеҙ.

Барығыҙға ла һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормош теләйем.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
5👎4🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика көнөнә арналған рәсми саралар Шәйехзада Бабичтың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды

Республика көнөнә арналған рәсми саралар Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Шәйехзада Бабичтың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды.
Башҡорт милли әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың тәүге хөкүмәт ағзаһы, халҡы, туған теле, тыуған ере өсөн янып-көйөп йәшәгән бөйөк шәхес-Шәйехзада Бабич республиканың бөгөнгөһөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Тантанала Абхазия Президенты Аслан Бжания , Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, хөкүмәт ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары ла ҡатнашты.
3👍3👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шайморатов кластарының һаны 69-ға артты

Уларҙы сафҡа алыу тантанаһы бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында үтте. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия президенты Аслан Бжания ҡатнашты, етәкселәр Рәсәй Геройының һәйкәленә сәскә һалды, йәш шайморатовсыларға теләктәрен еткерҙе.
🤬54👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала йыл һайын 10 октябрь Ҡурай көнө булараҡ билдәләнә башлай

Был туралағы Указға төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Яңы байрам булдырылыуын ул Башҡортостандың дәүләт ҡурайсылар ансамбле концертында иғлан иткәйне. Ете ай эсендә ойошторолған ижади коллективтың тәүге ҙур мәҙәни сараһынан репортаж.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнө йәшелләндереү акцияһы сиктәрендә бөгөн Кольская урамында экологик өмә үтте

Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте вәкилдәре, мәктәп һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре йүкә ағастарын ултыртыуҙа ҡатнашты. Ошо рәүешле тағы бер аллеяға нигеҙ һалынды.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция биләмәһенә элемтә тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән заманса техника ебәрелде

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙан махсус хәрби операция биләмәһенә элемтә тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән заманса техника ебәрелде. Парламент депутаттары махсус хәрби операция өсөн кәрәкле ярҙамды даими ойоштора. Республика көнөндә хәрби биләмәлә элемтә булдырыусы заманса яңы ҡорамалдар оҙатыла. Элемтә саралары дошман менән көрәштә иң кәрәкле сараның береһе, ул яҡташтарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн дә мөһим.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Архангел районы Максим Горький ауылы халҡы дәүләт ярҙамында спорт майҙансығы төҙөгән

«Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы ярҙамында төҙөкләндереү сараларына дәүләттән бер нисә тапҡыр финанс ярҙам йәлеп иткән. Йәмғеһе республикала быйылғы программа сиктәрендә 600-ҙән ашыу проект тормошҡа ашырылған.
👍5🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында Республика көнө уңайынан күсмә кубокка футбол буйынса ярыш уҙҙы

«Атайҙар ҡоро» йәмәғәт ойошмаһы үткәргән спорт сараһы икенсе йыл рәттән ойошторола. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән Илдар Суфияровҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде

Өфөнән Илдар Суфияровҡа ил Президенты Указы менән үҙе һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Был турала социаль селтәрҙәрә Радий Хәбиров яҙҙы.
2👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау тапшырылды

Яугирҙарҙың заявкалары буйынса ярҙам йыйыу Өлфәт Мостафин исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге тарафынан ойошторолғайны. Алғы һыҙыҡта булған яҡташтарыбыҙға хәрби тәғәйенләнештәге махсус ҡорамалдар, тепловизорҙар, электр генераторҙары, йылытыу пушкалары, төҙөлөш материалдары тапшырылды.
👍2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика байрамына Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылында йәшәүсе балалар майҙансыҡлы булды

Был «Айыҡ ауыл - 2024» конкурсында еңеү яулау һөҙөмтәһе. Яңы асылған балалар биләмәһе малай-ҡыҙҙарҙы әүҙем уйындарға, спорт сараларына йәлеп итеү үҙәге буласаҡ. Әбеш ауылындағы ыңғай үҙгәрештәр хаҡында киләһе яҙмала.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика көнөндә «Башҡортостан» полкы командиры урынбаҫары егеттәрҙе байрам менән тәбрикләне

Еңеү һуҡмағы. Республика көнөндә «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы командиры урынбаҫары алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙе байрам менән тәбрикләне. Ватан һаҡсыларына наградалар тапшырҙы, ут һыҙығындағы командирҙар менән кәңәшмә үткәрҙе. Махсус хәрби операция биләмәһенең Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендәге урманда, еңеү һуҡмағы буйлап БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин үтте.
👍21👎1🔥1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ябыҡ аудиторияла махсус хәрби операция геройҙарына арналған фильмдар күрһәтелде

Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы Фәнис Хөсәйенов тураһында «Йоҡабаш» йәнһүрәтен, бейеүсе Илнар Хәтмуллин тураһында - документаль һәм тылда хеҙмәт иткән ирекмәндәр хеҙмәтен сағылдырған «Бетеү» нәфис кинокартина тәҡдим итте. Премьераға геройҙарҙың туғандары ла килгәйне.
4👍2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ҡыҙылармеец тыуған ауылына ерләнде

Яҡташыбыҙ, совет һалдаты Муса Садиҡов тыуған ауылынан мең 400 саҡрым алыҫлыҡта, Ростов өлкәһендә барған эҙәрмәнлек эштәре барышында санитар ҡәберлектә табыла. Яугир 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Сталинград өсөн барған ҡаты һуғышта яралана. Оҙаҡ йылдар хәбәрһеҙ юғалыусылар исемлегендә була. Әле ул тыуған ере - Бишбүләк районына ҡайтарылды. Кавалерист менән хушлашыуға уның ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары йыйылды.
🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Кесе Ватан - оло ил» этнографик уйыны үтә

Рәсәйҙең дүрт төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла «Кесе Ватан- оло ил» тип исемләнгән этнографик уйын үтә. Баш ҡалаға республиканың төрлө төбәктәренән 55 команда йыйылды. Үҫмерҙәр ике көн буйы аң-белем кимәле буйынса көс һынаша, эскурсияларға йөрөй, оҫталыҡ дәрестәре ала, төрлө билдәле шәхестәр менән осраша.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров тәбиғәтте һәм солоҡсолоҡто һаҡлауҙы ойоштороусы менән таныштырған

Бөгөн - Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо уңайҙан республика башлығы Радий Хәбиров «Күренекле кешеләр тормошо» рубрикаһында тәбиғәтте һәм солоҡсолоҡто һаҡлауҙы ойоштороусы Михаил Николаевич Косарев менән таныштырған.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға яңы йорттан фатир асҡыстары тапшырылды

Ошо маҡсатта 31 фатир бүленгән. Быға тиклем төҙөүсе компания республиканың Төҙөлөш министрлығы менән күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғайны. Документҡа ярашлы, инвестор проблемалы ике йортто сафҡа индереп, дөйөм майҙаны 810 квадрат метрлыҡ фатирҙарҙы етем балаларға бирә. Бының өсөн ҡала үҙәгендә сауҙаһыҙ ер участкаһы ала.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында гәүһәр һәм алтын туйҙарын билдәләүселәрҙе ҡотланылар

Ғаилә ҡиммәттәрен данлап. Ғаилә йылы сиктәрендә бәхетле парҙар Хәйбулла районының үҙәге Аҡъярҙа никах теркәү йортона гәүһәр һәм алтын туйҙарын билдәләү тантанаһына йыйылды.
2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Физик культура һәм спортты үҫтереү буйынса совет составына индерелде

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй президенты ҡарамағындағы Физик культура һәм спортты үҫтереү буйынса совет составына индерелде. Был туралаға указға Владимир Путин ҡул ҡуйған.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Киләһе йыл Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә 8 километрҙан ашыу трамвай юлы яңыртыла башлай

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Транспорт сәғәте» кәңәшмәһендә трамвай инфраструктураһын яңыртыу проектын тәҡдим итте. Бынан тыш, республиканың баш ҡалаһына Мәскәүҙән 69 трамвай бушлай тапшырыласаҡ. Тәүге өс состав Өфөгә килтерелгән дә инде. Ә ноябрь аҙағына тиклем паркты тағы 19 вагон тулыландырасаҡ. Трамвай - Өфө өсөн баһаланмаған йәмәғәт транспорты төрө. Шуға күрә трамвайҙарҙың сифатына ла, юлдарҙың торошона ла һорауҙар бар, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
👍2