Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә оҫталар республика төрлөлөгөн сағылдырған үҙенсәлекле сувенирҙар тәҡдим итте
Туризм өлкәһендә үҙ эшен аҡан кәсеп оҫталарына киң юлдар. Оҫталар «Туристик сувенир» бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы сиктәрендә ярышты. Өфө районы Дорогин ауылынан Гөлсөм Хөсәйенова Дим буйы башҡорттарының күкрәк кейеме күсермәһен алып килгән. Үҙе аутентик материалдарҙан милли кейем өлгөләрен тергеҙеү менөн шөғөлләнә. Түшелдерек, һаҡалдарҙы боронғо көмөш тәңкәләр, ҡыҙыл мәрйендән муйынсаҡтар, тәбиғи таштар менән биҙәй, ә ситтәрен кител төймәләр менән нығыта.

❤4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районында Шайморатов Кубогына «Йәйге Шайморатов уйындары»ның йомғаҡлау этабы үтте
Ҡырмыҫҡалы районында Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов Кубогына «Йәйге Шайморатов уйындары»ның йомғаҡлау этабы үтте. Республика район-ҡалаларынан йыйылған командалар - «Шайморатов клас»тарында белем алыусылар физик әҙерлеген күрһәтеп, етеҙлеккә, мәргәнлеккә ярышты.

👍3👎1
БСТ | Яңылыҡтар
Уйылдан Ғәлин - Башҡортостандың атҡаҙанған матбутат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Хеҙмәттәшебеҙ награданы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан алды. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ҡайғылы хәбәр
Билдәле тележурналист, «Башҡортостан 24» телеканалының директоры урынбаҫары Уйылдан Ғәлин арабыҙҙан китеп барҙы. Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

😢33
Башҡортостанда Дим йылғаһының төбө таҙартыла
Шишмә районында ошо мәсьәлә буйына кәңәшмә үтте, тип хәбәр итә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов. "Экология" милли проекты буйынса эштәр 2022 йылда уҡ башланған. Бөгөнгә йылға төбөн таҙартыу тамамланған, әле сығарылған сүпте ташыу эштәре бара. 35 километр арауыҡ тәртипкә килтерелгән. Билдәләнгән планды 1 ноябргә тиклем теүәлләү маҡсаты ҡуйылған. Таҙартылған һыуға яҡын ауылдарҙа 6 меңгә яҡын кеше йәшәй.

👍3👎3❤1
БСТ | Яңылыҡтар
Ҡайғылы хәбәр Билдәле тележурналист, «Башҡортостан 24» телеканалының директоры урынбаҫары Уйылдан Ғәлин арабыҙҙан китеп барҙы. Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Билдәле тележурналист, «Башҡортостан 24» телеканалының директоры урынбаҫары Уйылдан Ғәлинды һуңғы юлға оҙатыу иртәгә, 30 сентябрҙә, 10:00 сәғәттә Телеүҙәк бинаһы алдында үтә.
😢23🤩4❤1
Әсәлек капиталының артыуы көтөлә
Киләһе йылда беренсе бала өсөн уның суммаһы 646 мең һумға етеүе мөмкин. Икенсе бала тыуһа тағы 208 мең һум түләнә. Был турала Думаның социаль сәйәсәт буйынса комитетынан хәбәр итәләр. Быйыл Әсәлек капиталы беренсе бала өсөн 631 мең һумға тиң. Икенсе балаға 202 мең һум бирелә. Программа 2007 йылдан ғәмәлгә ашырыла.

👍4
Бәхил бул, Уйылдан Нурғәли улы...
Өфөлә республика йәмәғәтселеге арабыҙҙан йәшләй китеп барған хеҙмәттәшебеҙ, «Башҡортостан 24» телеканалының директоры урынбаҫары Уйылдан Ғәлинды һуңғы юлға оҙатты. Мәрхүм тыуған төйәге Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында ерләнәсәк.

😢18
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә тележурналист Уйылдан Ғәлин менән хушлаштылар
Башҡортостан журналистикаһы оло юғалтыу кисерҙе. Коллегабыҙ Уйылдан Ғәлин вафат булды. Уға ни бары 45 йәш ине. Ғүмеренең күп өлөшөн ул яратҡан эшенә - телевидениеға хеҙмәт итеүгә арнаны. Уйылдан Нурғәле улы беҙҙең менән «Яңылыҡтар» хеҙмәтендә эшләне.

😢11
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы МХО биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте
Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә. Бөгөн иртә менән «Өфө-Арена» эргәһендәге майҙандан бер төркөм яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы үтте. Хәрби комиссариат, район хакимиәте вәкилдәре үҙ сығыштарында ил мәнфәғәтен яҡлап хәрби бурыс үтәгән яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө булыуын билдәләне. Яугирҙарҙы ғаиләләре, туғандары оҙатты. Ир-егеттәр алғы һыҙыҡта республика ярҙамын тойоп эшләй, үҙҙәре менән дә гуманитар ярҙам алғандар.

🤬3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 135-се гуманитар ылау оҙатылды
Колонна составындағы 15 йөк автомобиленә республика дәүләт органдары, 9 муниципалитет әҙерләгән әйберҙәр тейәлгән. Бүрәнә, бульдозер, генератор, маскировка селтәрҙәре, эсәр һыу, 4 мотоцикл, 375 пилотһыҙ осоу аппараты, хәрбиҙәрҙең яҡындарынан посылкалар һәм башҡа кәрәк -яраҡтар ебәрелде.

👍2❤1👎1
Алан Марзаев ҡулға алынды
Рәсәй Тәфтиш комитеты Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаевҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты, тип хәбәр итә Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте. Чиновник Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 290-сы статьяһының 6-сы өлөшө буйынса айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.
Ведомство версияһы буйынса, Алан Марзаев юл-төҙөлөш компанияһы етәкселәренән ҡурсалау һәм юлдар һалыу өсөн дәүләт килешеүҙәрен төҙөүҙе тәьмин итеү өсөн 37 миллион һум аҡса алған.
«Ришүәт биргәндә аралашсы Башҡортостандың транспорт министры вазифаһын биләгән Александр Клебанов булған. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә», — тип белдерҙеләр Рәсәйҙең Тәфтиш комитетында.

😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яңы төбәктәрҙең Рәсәйгә ҡушылыу Көнөн билдәләйҙәр
Бөгөн илебеҙҙә Донецк, Луганск халыҡ республикалары , Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәйгә ҡушылыу көнө билдәләнә. Ике йыл элек беҙ тарихи ваҡиға шаһиты булдыҡ. Был төбәктәрҙә йәшәүселәр үҙҙәрен оло Рәсәйҙең бер өлөшө булып йәшәүгә теләк белдерҙе. Рухи, мәҙәни, ғөрөф-ғәҙәттәр һәм әхлаҡи ҡиммәттәр буйынса яҡын халыҡтар йәнә бер ғаилә булып йәшәй башланы, тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә. Беҙҙең дөйөм тарихтың төрлө мәлдәрендә яугирҙар иңгә-иң терәшеп Ватанды һаҡлаған. Бергә дөйөм маҡсатҡа-ил үҫешенә табан барған тигән республика етәксеһе. Донбасс төбәктәренең Рәсәйгә ҡушылыу көнөндә Өфөлә автоуҙыш һәм концерт ойошторолдо.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Социаль учреждениеларҙа 1 октябрҙән йылытыу миҙгеле башлана
Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Көн тәртибендә шулай уҡ урып-йыйыу компанияһы барышы, мәктәп стоматология кабинеттарын яңыртыу, эш урындарын рәсмиләштереү менән бәйле һорауҙар ҙа ҡаралды.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Салют»балалар реабилитация комплексы асылды
Республикала һәм тотош ил кимәлендә уникаль комплекс. Радий Хәбиров «Салют»балалар реабилитация комплексын асыу тураһында иғлан итте. Йыл һайын 7 мең самаһы үҙенсәлекле бала реабилитация үтәсәк яңы учреждение 7 октябрҙә үҙ ишектәрен аса. Төбәктә объектты булдырыу башланғысын республика башлығы тәҡдиме менән тормошҡа ашырылды. Комплекс хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

❤2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы районында махсус хәрби операцияға ярҙамға 20-нән ашыу ирекмән үҙәге эшләй
Уларҙың берәүһе Нөркәй ауылында урынлашҡан. Һуңғы ике йылда «Илһөйәрҙәр» штабы ирекмәндәре 400-ҙән ашыу маскировка селтәрҙәре үргән.

👎3❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала шәкәр сөгөлдөрө уңышы юғары булыуы билдәләнә
Бөгөн яҡынса 2 миллион ярым тоннанан ашыу татлы тамыр ҡаҙып алынған, ул төбәк ихтыяжынан 7 тапҡырға тиклем юғары. Республикалағы ике шәкәр заводы ла эш күләмен арттырып үтәүгә күскән.

❤2😁2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан йәмәғәтселеге Уйылдан Ғәлинды һуңғы юлға оҙатты
Башҡортостан йәмәғәтселеге билдәле тележурналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Уйылдан Ғәлинды һуңғы юлға оҙатты. Хеҙмәттәшебеҙгә ни бары 45 йәш ине. Уйылдан Нурғәле улы беҙҙең менән «Яңылыҡтар» хеҙмәтендә эшләне. Республика президенты хакимиәте һәм хөкүмәте журналистары пулында булды. Һуңынан, телевидение студияһының социаль-иҡтисади программалар бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнгәйне, унда «Телеүҙәк», «Йәнле ауыл», «Арыҫлан ирҙәр клубы» һәм «Власть менән һөйләшеү» проекттарының авторҙашы һәм алып барыусыһы булды. һуңғы йылдарҙа ул «Башҡортостан» дәүләт теле-радиокомпанияһы филиалы директоры урынбаҫары булып эшләне. Күренекле журналист менән хушлашыу Телеүҙәк алдындағы майҙанда үтте.

😢12🎉2🤩2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан - «Пушкин картаһы» премияһы лауреаты
Беҙҙең республика программаны тормошҡа ашырыу буйынса илдең иң яҡшы ун төбәге иҫәбенә инде. Шулай уҡ Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Иң яҡшы төбәк концерт майҙансығы» номинацияһында еңеү яуланы. Һуңғы йыл ярым эсендә программа буйынса бында 80 меңдән ашыу билет һатылған. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы.

❤4👎4👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙең баш ҡалаһында Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән йыйылышы үтте
Башҡарма комитет ағзалары осрашыуҙа башҡорт мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлауға йүнәлтелгән күләмле проекттар менән таныштырҙы. Төп иғтибар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезынана әҙерлек мәсьәләлренә арналды. Биш йылға бер тапҡыр үткәрелгән күләмле форум быйыл 12-14 декабрҙә Өфөлә уҙа.

👍4👎4❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
1 октябрь халыҡ-ара музыка көнө билдәләнә
Бөгөн халыҡ-ара музыка көнө. Туймазы районы «Дуҫлыҡ» халыҡ ансамбле лә өс тиҫтә йылдан ашыу милли моңға тоғролоҡ һаҡлай. Ижади коллектив - республика һәм халыҡ-ара музыкаль конкурс һәм фестивалдәр еңеүселәре. Тулыраҡ киләһе яҙмала.