БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.98K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рөстәм Ғиззәтуллин 50 йәшлек юбилейы айҡанлы ҙур сәхнәлә моң байрамы ойошторҙо

Тыуған көндә махсус хәрби операция биләмәһендәге яугир ғаиләләре һәм балаларына бүләккә махсус концерт һәм тәмлекәстәр.
Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин 50 йәшлек юбилейы айҡанлы ҙур сәхнәлә моң байрамы ойошторҙо. Йырсының тыуған көнөндә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы залы балалар тауышына күмелде. Илһөйәрлек сараһы Ватанды һаҡлаусылар фондының Башҡортостандағы филиалы менән берлектә ойоштолдо.
👍53💩3👏1🤮1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың көҙгө сессияһы башланды

Парламент депутаттары бөгөн 4 тиҫтәгә яҡын ҡануни документты ҡараны. Ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Моратов инвестиция эшмәкәрлегенең йомғаҡтары буйынса сығыш яһаны.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йөк машиналары хәрәкәте өсөн Затон күпере ябыла

Авария хәлендә тип танылған юл объектында капиталь ремонт үткәреләсәк. Күләмле төҙөкләндереү сиктәрендә күпер конструкцияларын тулыһынса яңыртыу ҡаралған. Ремонт ваҡытына 10 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы транспорт саралары хәрәкәте өсөн альтернатив юл маршруты тәҡдим ителә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ротация ваҡытында Шайморатовсылар полигонда күнекмәләр уҙғара

Күнекмәләр мәлендә ауыр буһа ла, һуғышта еңел буласаҡ. Ротация ваҡытында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугирҙары полигонда күнекмәләр уҙғара. Улар дошман позицияларын штурмлауҙың яңы тактикаһын өйрәнә, медицина теорияһын ҡабатлай. Автоматизмға еткерелгән был күнекмәләр уңышҡа өлгәшергә һәм һуғыш яланында ғүмерҙәрҙе ҡотҡарырға мөмкинлек бирә.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында Денис Хажиевҡа мемориаль таҡтаташ асылды

Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған яугир Денис Хажиевҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Денис Хажиев бала сағынан хәрби булырға һәм Ватанын һаҡларға хыяллана. Махсус хәрби операция башланғас егет алғы һыҙыҡҡа юллана.
🤮51👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Бала саҡты ҡайтарыу» фестивале үтте

Өфөгә Бала саҡ ҡайтты. Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр ойошторолған фестивалдә Волга буйы федераль округы төбәктәренән 500-гә яҡын бала ҡатнаша. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн үткән фестивалдә биш йүнәлеш буйынса конкурстар, спорт ярыштары уҙғарыла.
💩31👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Салауат Юлаев» клубы етәксеһе ауыр йәрәхәтләнгән хоккейсының хәленә аңлатма бирҙе

Күкрәк тәңгәленән умыртҡа һөйәге һынған Глеб Кузьмин өсөн быйылғы миҙгел бик иртә тамамланыуы ихтимал. «Салауат Юлаев» клубы етәксеһе Ринат Бәширов ауыр йәрәхәтләнгән хоккейсының хәленә аңлатма бирҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә юлаевсылар «Авангард» менән осрашты. Икенсе осорҙа дәғүәселәр һаҡсыһы Даррен Диц этеп ебәреүҙән Глеб Кузьмин башы менән ныҡ ҡына бортҡа барып бәрелә. Судьяларға матчты туҡтатырға тура килә. Ваҡиғанан һуң форвард бер аҙ ваҡыт боҙҙа ята. Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре хоккейсыны майҙандан күтәреп алып китә. Әле Глеб Кузьмин реанимацияла.
💩6🙉1
Республикала һалҡын тейҙереүселәр арта

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 22 мең кешелә ОРВИ һәм грипп асыҡланған. Уларҙың яртыһы – балалар. Ауырыуҙар үткән аҙна менән сағыштырғанда 32 процентҡа күбәйгән. Башҡортостанда гриптан вакциналау дауам итә. Прививка эшләтеү өсөн йәшәгән урын буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
👎2
Автоинспекторҙар ир-егеттәрҙе контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырмай

Ауыл чаттарында оло йәштәге ҡатындың аудиояҙмаһы таралған. Уның һүҙҙәренсә, автоинспекторҙар ирҙәргә хәрби хеҙмәт тураһында контракт тарата. Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы был мәғлүмәттең ялған булыуы тураһында белдерҙе. “Автоинспекторҙар вазифаһы буйынса кешеләр менән аралаша ала. Әммә уларҙың повестка тапшырыу һәм хәрби контрактҡа ҡул ҡуйҙырыу вәкәләте юҡ”, - тип хәбәр иттеләр республика дәүләт автоинспекцияһынан.
🤮3🤬1😡1
Йәмәғәт урындарында вейп һәм кальян тартҡан өсөн штраф була

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаттары Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәреш индерҙе. Законға ярашлы, мәктәп, дауахана, поезд, парк, йәмәғәт транспорты туҡталышында ябай йәки электрон тәмәке, вейп һәм кальян тартҡан өсөн 1 мең һумғаса штраф һалына. Документ парламенттың бөгөнгө пленар ултырышында ҡаралды.
👍5🤡3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин видеоконференция режимында Рәсәй төбәктәренең яңы һайланған етәкселәре менән осрашты

Унда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Дәүләт башлығы субъекттар етәкселәрен ҡотлап, халыҡтың һайлауҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. Һайлауҙар асыҡ конкурентлыҡ көрәше һәм берҙәм тауыш биреү көнөн үткәреү тарихында иң юғары тауыш биреү шарттарында үтте. Был юҫыҡта граждандарыбыҙ ил тормошонда, төрлө кимәлдәге власть органдарын формалаштырыуҙа ҡатнашыуҙың ни тиклем мөһим икәнен аңлап эш итһә, заманса һайлау ойоштороу, һанлы технологияларҙы ҡулланыу тауыш биреү процесын мөмкин тиклем уңайлы итә, тип билдәләне Владимир Путин.
🤮5👍42
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ирекле янғын һүндереүселәр араһында ярыш үтте

Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында уҙғарылған бәйгелә республика район-ҡалаларынан 50-гә яҡын команда көс һынашты.
🔥4🤮4👍21👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Башҡортостандың студенттар үҙидаралығы һәм профсоюз органдары лидерҙары менән осрашты

Киләһе йыл Башҡортостанда әүҙем йәмәғәт эше алып барған, ирекмәнлек менән шөғөлләнгән юғары уҡыу йорто студенттарына исемле стипендия тапшырыла башлай. Республика башлығы Радий Хәбиров йәштәрҙе дәртләндереү сараһы булдырыу тәҡдимен хуплап, төбәктең мәғариф һәм фән министрлығына тейешле саралар күрергә ҡушты. Төбәк етәксеһе студенттар үҙидаралығы һәм профсоюз органдары лидерҙары менән осрашыуҙа юғары белем биреү һәм фәнде үҫтереү буйынса алып барылған эштәр менән дә таныштырҙы.
👎4👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ватанды һаҡлау изге бурыс»: «Башҡортостан» полкында хеҙмәт итеү тураһында «Тихон» ҡушаматлы яугир

Дошманға ҡаршы теүәл ут асып. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Мөғин Нагаев исемендәге гаубица артиллерия дивизионы махсус хәрби операцияның Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендәге терәк пункттарын һәм хәрби-һауа көстәренең ут нөктәләрен уңышлы юҡ итә. Ҙур калибрлы орудиеларҙан көслө ут менән улар Луганск халыҡ республикаһы биләмәләрен неонацистарҙан азат итеүсе Рәсәй бронетөркөмдәре һәм пехотаһы өсөн юл аса. Был хаҡта тулыраҡ киләһе репортажда.
👍4👎4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Глумилин биҫтәһе йылытыу миҙгеленә тулыһынса әҙер

Өфөнөң Глумилин биҫтәһендә былтыр асылған яңы ҡаҙанлыҡ беренсе йылытыу миҙгеле барышында ышаныслылығын һәм һөҙөмтәлелеген иҫбатлаған. Заманса ҡоролма сираттағы йылытыу миҙгеленә тулыһынса әҙер.
👍5👎4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһының бала табыу йорто ваҡытлыса ябылған

Сәбәбе - йылына бер тапҡыр мотлаҡ үткәрелергә тейеш профилактик йыуыуҙа. Барлыҡ мебель, медицина ҡорамалдарын санитар эшкәртеүҙән тыш, бинала косметик ремонт та үтә.
👍4👎41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Балтас районында «Ауыл табибы» программаһы буйынса дауаханала яңы хеҙмәткәрҙәр эшләй башлаған

Ауылға - йәш белгестәр. Балтас районында «Ауыл табибы» программаһы буйынса дауаханала яңы хеҙмәткәрҙәр эшләй башлаған. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған Тамара Шәймөхәмәтова тыуған яғына эшкә ҡайтҡан. Республика буйынса быйыл 129 медицина хеҙмәткәре «Ауыл табибы» программаһында ҡатнашҡан. Төбәктә ауыл еренә эшкә ҡайтҡан табиптарға 1 млн һумдан алып 1,5 млн һумға тиклем дәртләндереү сараһы ҡаралған.
👍4👎4
Башҡортостанда студенттар өсөн исемле стипендия булдырыла

Был турала Радий Хәбиров студенттар менән осрашыуҙа белдерҙе. Стипендия яҡшы уҡып йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусыларға түләнә. Мәғариф һәм фән министрлығына тейешле күрһәтмә бирелгән. Студенттар менән бындай осрашыуҙар даими уҙғарыласаҡ, тине Республика Башлығы.
👍4👎4
Рәсәйҙә 13-сө пенсия түләргә тәҡдим итәләр

Дәүләт Думаһының вице-спикеры Борис Чернышев белдереүенсә, ошо турала закон проекты йыл аҙағына тиклем парламент ҡарауына тапшырыла. Ул ҡабул ителһә хаҡлы ялдағыларға йыл һайын бер тапҡыр өҫтәп тағы бер пенсия бирелә. - Закон проекты көнүҙәк. Икенсе йыл рәттән ҙур инфляция күҙәтелә. Пенсия үҫеше хаҡтар артынан өлгөрмәй, - тине ул.
👍6👎51
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә төҙөлгән Фехтование үҙәге тышҡы яҡтан яҡтыртыла башланы

Фехтование үҙәгендә хәҙер төнгө сәғәттәрҙә лә ут балҡый. Ул тышҡы яҡтан яҡтыртыла башланы. Өфөләге спорт объекты төҙөлөшө менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Билдәле булыуынса, фехтование үҙәген төҙөү тураһындағы ҡарарҙы төбәк етәксеһе 2021 йылда Токиолағы йәйге Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары - рапирасылар Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашыуҙа белдергәйне.
👍4👎4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ялға ҡайтҡан яугирҙар отпусктан һуң махсус хәрби операцияға юлланды

Яҡташтарыбыҙҙы алғы һыҙыҡҡа оҙатырға Хәрби комиссариат, район хакимиәте вәкилдәре, ғаиләләре, яҡындары, дуҫтары килде. Майҙанда дәүләт гимндары яңғырағандан һуң, ир-егеттәрҙе еңеүгә ҡеүәтләүсе һүҙҙәр яңғыраны. Республика хәрбиҙәргә һәм уларҙың яҡындарына оло терәк булыуы билдәләнде. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск мәлендә яугирҙар туғандары, дуҫтары янында булған, төрлө осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан. Алыҫ юлға яугирҙар үҙҙәренә генә түгел, дуҫтары өсөн дә кәрәкле әйберҙәр, күстәнәстәр тейәп сыҡҡан.
🤬4👍3