Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала коронавирус менән сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелә
Һуңғы тәүлектә генә 143 осраҡ теркәлгән. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ауырыуҙың таралыуы миҙгелгә бәйле, хәл контролдә тотола. Инфекция госпиталдәрендә пациенттарҙы дауалау өсөн 165 койка әҙерләнгән, әле уларҙың 10 проценты буш. 1200-гә яҡын кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.

💩4❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районы Ураҙбай ауылында йәшәүсе ирекмәндәр яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам туплаған
Изге ниәт менән. Ишембай районы Ураҙбай ауылында йәшәүсе ирекмәндәр яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам туплаған. Гүзәл заттар тырышлығы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға быҡтырылған ит, балыҡ, бауырһаҡ һәм башҡа аҙыҡ-түлек оҙатыла. Бынан тыш, ҡатын-ҡыҙҙар алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәргә маскировка селтәрҙәре, йылы кейемдәр әҙерләй.

🤮4❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Шень Ко: ғилми-техник эштәр донъяһы» ғилми-популяр туры асылды
Яңы асыштарға сәйәхәт. Фән һәм технологиялар ун йыллығы башланғыстарын тормошҡа ашырыу буйынса Евразия ғилми-мәғариф үҙәге ғалимдары Башҡортостандың ғилми һәм туристик мөмкинлектәрен асҡан туғыҙ эскурсия маршруты төҙөгән. Гуманитар, химия, биология-медицина, IT, физика-математика - һәр береһе бер йүнәлешкә арналған.

🤡4👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауылдағы иң яҡшы уҡытыусыға - 690 мең һум
Башҡортостан башлығы гранты йәмғеһе 150 педагогҡа тапшырыласаҡ. Тик уларҙың ауыл мәктәбендә эшләүе шарт. Конкурс уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү һәм уларға матди ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Еңеүселәрҙең берәүһе Кушнаренко гимназияһында эшләй. Ирина Тяптина педагогик хеҙмәткә 16 йыл ғүмерен арнаған.

💩4👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Рәхмәт-2024» акцияһы суперприздарын тапшырыу тантанаһы үтте
Хәтергеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Башҡортостан юлдаш каналында төп бүләктәр уйнатылды. «Сәләм» тапшырыуы тура эфирында өс яңы фатир, автомобиль, дүрт квадроцикл, Сочиға ғаилә юллмаһы һәм республиканың ял базаһына ял туры хужалары билдәләнде. Акцияла бөтәһе миллиондан ашыу QR-билет теркәлгән. Өфөнән яңы фатирҙы Шишмә районынан Әхмәҙиевтар ғаиләһе еңде. Ошондай уҡ бәхет Бөрө районынан Плоховтар ғаиләһенә лә йылмайҙы. Ә бына «Нива» автомобиле Октябрьскийҙа йәшәүсе Сәфәровтарға юллана. Туймазынан Ғарифйәновтар Сочиға ял итергә барасаҡ.

🤮4👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡағалым ҡалаһында «Мираҫ» этно-үҙәге һәм йәкшәмбе мәктәбе асылды
Башҡортостандан ситтә лә милләттәштәребеҙ туған телен өйрәнә, халҡыбыҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе онотмай Ханты-Манси автономиялы округы - Ҡағалым ҡалаһында «Мираҫ» этно-үҙәге һәм йәкшәмбе мәктәбе асылды.

❤3🤮3👍2💩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районында тарихи- крайҙы өйрәнеү музейы эшләй башланы.
Илтуған ауылындағы ябылған мәктәп бинаһында Ҡырмыҫҡалы районының тарихи- крайҙы өйрәнеү музейы эшләй башланы. Йыл башында үҙ ишектәрен асҡан музейҙа Өфөнөң һуҡыр һәм насар күргән уҡыусылар өсөн 28-се коррекция мәктәп-интернаты уҡыусылары булды.

👍4💩2🤮1🤡1
Күлдәк уйнатабыҙ!
БСТ каналының телеграм-каналында шәп отоштар дауам итә. Каналға яҙылған дуҫтарыбыҙ араһында матур күлдәк уйнатабыҙ. Еңеүсе 25 сентябрҙә иғлан ителәсәк. Отоштоң бағыусыһы — «Имран» милли кейем магазины.
Бының өсөн «БСТ | Яңылыҡтар» һәм «Йәм» телеграм-каналдарына яҙылырға кәрәк!
«Йәм» телеграм-каналы: https://t.iss.one/yamleofo

👍47❤8👏5🤡5😍5
Республикала юғалған кешеләр арта
Үткән аҙнала ошондай 9 осраҡ теркәлгән. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр. Белгестәр тәбиғәткә сыҡҡан кешеләрҙе иғтибарлы булырға саҡыра. Маршрутты алдан билдәләү, сәфәргә юлланыу хаҡында туғандарҙы һәм яҡындарҙы иҫкәртеү мөһим. Шулай уҡ һауа шарттарын иҫәпкә алырға кәрәк. Мобиль телефондың заряды тулы булырға тейеш. Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенең телефоны: 112.

👌2
Башҡортостан мәктәптәрендә аш-һыу төрләндерелә
Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев белдереүенсә, яңы меню уҡыусыға үҙе теләгән ризыҡты һайлау мөмкинлеген бирә. Проект 16 районда ғәмәлгә ашырыла. Киләсәктә, ата-әсәләр ризалығын алғандан һуң вариатив меню 42 район һәм ҡала округында ҡулланыла башларға тейеш.

❤2👍1
Өфөлә өс үҫмер миллион һумға яҡын аҡса урлаған
Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса был хәл июлдә булған. Үҫмерҙәр береһенең туғаны йыйған аҡсаны урлау тураһында килешкән. План әҙерләгәндәр. Бер үҫмер тирә-яҡты күҙәткән, икәүһе фатирға үтеп инеп сейфты асып, 945 мең һум аҡса алып сыҡҡан. Балалар был суммының бер өлөшөн тотоноп өлгөргән, полиция тотҡандан һуң 500 мең һумды ҡайтарғандар. Енәйәт эше суд ҡарауына тапшырылған, тип хәбәр итәләр прокуратуранан.

😱2❤1
Балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн гранттар артты
Республика Башлығы Радий Хәбиров указға төҙәтмәләр индерҙе. Уға ярашлы, йәш педагогтар өсөн йыл һайын бирелгән гранттар һаны 50-нән 75-кә еткерелде. Һәр береһенең суммаһы - 575 мең һум. Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйылдан башлап йыл һайын 75 йәш тәрбиәсе грант ала. Быйыл 50 грант бирелгән, тағы 25 грант алыусы асыҡлана.

❤3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең ижади һәм ғилми интеллигенцияһы форумын ҡабул итте
Мәртәбәле сарала Белоруссия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Тажикстан һәм Әзербайжан делегациялары ҡатнаша. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров форумды асып, гуманитар өлкәлә халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу мөһимлеген билдәләне.

❤4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы үтте
Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең ижади һәм ғилми интеллигенцияһы форумында ҡатнашыусылар «Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы финалын да күҙәтте. Төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының традицион кейемдәре халыҡ иғтибарына тәҡдим ителде.
Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең ижади һәм ғилми интеллигенцияһы форумында ҡатнашыусылар «Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы финалын да күҙәтте. Төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының традицион кейемдәре халыҡ иғтибарына тәҡдим ителде.
❤4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Нефтекамала Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға ярҙам итә
Урындағы халыҡ менән бергә улар гуманитар ылау туплап яугирҙарыбыҙға алып бара. Кәрәк-яраҡтар ир-егеттәрҙең заказы буйынса йыйыла.
Урындағы халыҡ менән бергә улар гуманитар ылау туплап яугирҙарыбыҙға алып бара. Кәрәк-яраҡтар ир-егеттәрҙең заказы буйынса йыйыла.
❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отрядына арналған мурал барлыҡҡа килде
Өфө Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды ойошторолоуға 25 йыл тулыу уңайынан мурал барлыҡҡа килде.
Комсомол урамы, 12/1 адресы буйынса урынлашҡан бинаның фасадында рәссамдар 2023 йылда Төркиәләге ер тетрәүҙән һуң емереклектәрҙе таҙартыуҙа эшләгән ҡотҡарыусының образын һүрәтләгән.

👍3❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығы белгестәренә яңы автомобилдәр тапшырылды
Башҡортостан эске эштәр министры Александр Прядко инспекторҙарға 60 машина асҡысын бүләк итте. «Хавал» автомобилдәре оператив ярҙам күрһәтеү, юл-транспорт ваҡиғалары урынына барып етеү, патруль эше алып барыу һәм башҡа маҡсаттарҙа файҙаланыласаҡ. Яңы транспорт саралары «Хәүефле һәм сифатлы автомобиль юлдары « проекты буйынса һатып алынған. Федераль программа сиктәрендә республикаға тағы ла бер партия машиналар тапшырыласаҡ.

👍3💩1
Башҡортостанда пенсионерҙарҙың 10 000 һум алыу мөмкинлеге бар
Спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов белдереүенсә, ГТО нормативын үтәгән хаҡлы ялдағы кешегә сертификат бирелә. Уны спорт секцияларын йөрөү өсөн файҙаланырға мөмкин. Уҙған йылда сертификатты 1 мең 400 пенсионер алған. Быйыл уларҙың һанын 2 меңгә еткереү планлаштырыла.

❤2
Башҡортостанда аттракциондарҙы тикшерҙеләр
Был тема хөкүмәт ултырышында ҡаралды. Республикала 1 мең ярым күңел асыу ҡоролмаһы иҫәпләнә. - Аттракциондар хәүефле объект булып тора. Быйыл уҙғарылған тикшереүҙәрҙән һуң уларҙың 98 проценты эшләү өсөн рөхсәт алған, - тип белдерелде. Республика хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров ҡышҡы аттракциондарҙы яңы миҙгелгә әҙерләргә, улар эшмәкәрлеген контролгә алырға ҡушты.

🤡3❤1💩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Өфө-Арена» комплексы алдында яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте
«Өфө-Арена» комплексы алдында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Мобилизация буйынса, шулай уҡ контракт буйынса хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ Запорожье йүнәлешендә хәрби бурысын үтәй. Алғы һыҙыҡҡа улар автобуста юлланды, үҙҙәре менән гуманитар ярҙам, шул иҫәптән, маскировка селтәрҙәре лә алыусылар булды. Отпуск мәленә килгәндә, барыһы ла ғаиләләре янында булған, аяҙ, йылы көндәр күптәргә тәбиғәттә ял итеп, көс туплау мөмкинлеге биргән.

🤮3❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт тоҡомло йылҡы ҡанынан уникаль дарыу эшләнә
Ул кешеләрҙе дауалауҙа түгел, башҡа хайуандарға ҡулланыла. Бының менән Кушнаренко районындағы «Башагроген» ойошмаһы шөғөлләнә. Хужалыҡ йылҡыларынан ҡан алынып, Мәскәүгә ебәрелә. Препарат өсөн генетик материалды алыу өсөн, бейәнең быуаҙ булыуы шарт.

❤3👍1💩1