Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында Республика башлығын һайлауға йомғаҡ яһалды
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса һайлау хоҡуғы булған граждандарҙың 72,34 проценты гражданлыҡ бурысын участкаларға килеп үтәгән. Өс көн дауам иткән сәйәси кампания һөҙөмтәләренә килгәндә, Радий Хәбиров һайлаусыларҙың 80,21 процент тауышын йыйҙы. Коммунистарҙан Артур Шәйнуров - 6,95 процент менән икенсе, либерал-демократттарҙан Иван Сухарев яҡынса 5 процентҡа эйә булып өсөнсө урынға сыҡты. Ә бына «Ғәҙел Рәсәй - патриоттар - Хәҡиҡәт өсөн» партияһынан Владимир Нагорный - 4,26 процент тауыш туплаған, исемлекте 2,6 процент менән «Яңы кешеләр»ҙән Илшат Тимерйәнов йомғаҡлай.

👎4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Берҙәм Рәсәй» партияһы илдең төп сәйәси көсө булып ҡала
Берҙәм һайлау көнөнөң алдан билдәләнгән йомғаҡтары буйынса, «Берҙәм Рәсәй» партияһы үҙенең лидерлыҡ позицияһын һаҡлай һәм илдең төп сәйәси көсө булып ҡала. Был турала фирҡә рәйесе, илдең хәүефһеҙлек советы етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Медведев белдерҙе. Бөгөн ул видеоконференция режимында төбәктәр менән берҙәм тауыш биреү көнө йомғаҡтарына арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығына кандидат, партияның төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты.

👎3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала һайлау барышын күҙәтеүсе йәмәғәт штабы эшенә йомғаҡ яһалды
Объектив һайлау. Республикала һайлау барышын күҙәтеүсе йәмәғәт штабы эшенә йомғаҡ яһалды. Башҡортостан башлығын һәм урындағы совет депутаттары өсөн тауыш биреү барышында участкаларҙа 13 меңгә яҡын бойондороҡһоҙ күҙәтеүсе эшләне. Уларҙың күбеһе сәйәси кампаниялар барышын тикшергән тәжрибәле белгестәр: юристар, уҡытыусылар, студенттар, ауыл эшсәндәре һәм башҡа һөнәр эйәләре. Һайлау участкаларында тауыш биреү процессын күҙәтеп барыусы эксперттар журналистар менән берлектә халыҡҡа дөрөҫ һәм оператив мәғлүмәт еткерергә булышлыҡ итте.

👎2😨2
⚡️ Премьера фильма «Башкортостан: всё только начинается» на БСТ!
Погрузитесь в удивительное путешествие по новейшей истории нашей республики! Этот фильм расскажет о самых ярких событиях и героях последних шести лет — от борьбы с пандемией до культурных достижений, которые сделали Башкортостан центром ярких событий!
Несмотря на все вызовы — коронавирус, Куштау, реалии СВО и экономические трудности — наш регион уверенно движется вперёд. Мы гордимся тем, что смогли построить хоспис на народные средства, открыть студенческий кампус и добиться успехов в различных сферах!
Не упустите возможность вспомнить, как мы преодолевали трудности и вместе двигались к новым вершинам.
👉🏻 Смотреть фильм: https://vk.com/wall-27097047_362165

VK
Новости Республики Башкортостан и Уфы ( БСТ ). Запись со стены.
⚡️ Премьера фильма «Башкортостан: всё только начинается» на БСТ!
Погрузитесь в удивительное ... Смотрите полностью ВКонтакте.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығын һайлауҙа күпселек тауыш менән Радий Хәбиров еңеү яуланы
Был вазифаға төрлө партияларҙан тағы ла дүрт кандидат дәғүә иткәйне. Өс көн дауамында ойошторолған сәйәси кампанияла һайлау хоҡуғы булған граждандарҙың 72,34 проценты гражданлыҡ бурысын участкаларға килеп үтәгән. Башҡа төбәктәрҙә ойошторолған һайлауҙарҙан айырмалы, был юғары күрһәткес.

👎3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика Хөкүмәте отставкаға китәсәк
Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. 12 сентябрҙә республика башлығы инаугурацияһы үткәс төбәктә яңы хөкүмәт ағзалары билдәләнә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, байтаҡ ведомство етәкселәре үҙ вазифаһында ҡаласаҡ, сөнки ауыр осорҙа уртаҡ маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу бурысы тора.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин указы менән Башҡортостандан мобилизацияланыусыға дәүләт наградаһы тапшырылды
Бүләк үҙ геройын тапты. Владимир Путин указы менән Башҡортостандан мобилизацияланыусыға дәүләт наградаһы тапшырылды. Алғы һыҙыҡтан сыҡҡандан һуң «Серый» ҡушаматлы яугирға Георгий Жуков миҙалы тапшырылды. Бындай миҙал менән Ватан һәм Рәсәй дәүләте мәнфәғәттәрен яҡлауҙа күрһәткән батырлыҡ күрһәткән хәрбиҙәрҙ бүләкләнә. Ҡаһарман яугир һәм уның хеҙмәттәштәренең фронттағы ториошо хаҡында киләһе яҙмала.

❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Алексей Локотченко махсус хәрби операцияла хеҙмәтен дауам итергә ҡарар итте
«Тыуған илемде яҡлауһыҙ ҡалдырмаясаҡмын». Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты Алексей Локотченко Курск өлкәһендә барған ваҡиғалар менән бәйле махсус хәрби операцияла хеҙмәтен дауам итергә ҡарар итте. Парламентарий февралдә Рәсәй Оборона министрлығының ирекле корпусы менән контракт төҙөй. Һәм унда «Пятнашка» интернациональ бригадаһында хәрби артиллерия расчеты командиры вазифаһында хеҙмәт итә.

Башҡортостанда рекрут проекты дауам итә
Бер ай эсендә программа сиктәрендә 650-нән ашыу кеше Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләк белдергән. Рекрут нигеҙенә Башҡортостан ДОСААФ бүлеге алып барған агитация эше ята. Ирекмәндәр махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам туплай, бынан тыш, контракт төҙөргә теләүселәр менән аңлатыу эше алып бара. Агитация үткәргән һәм буласаҡ һалдаттарҙы хәрби хеҙмәткә йәлеп иткәндәргә 50 мең һумлыҡ матди ярҙам ҡаралған.

❤1👍1
Стань одним из 500 волонтёров международного события 💪
Продлевается прием заявок волонтёров на XII Международный форум «Россия — спортивная держава» 🔥
⚡️Форум «Россия — спортивная держава» пройдёт в Уфе в октябре 2024 года. Это будет масштабное событие, которое соберёт вместе профессионалов и любителей спорта со всего мира.
💜 Условия для волонтëров: питание, экипировка, уникальная мотивационная программа, верифицированные часы, благодарности.
👉 Регистрация открыта до 12 сентября на платформе Добро.рф по ссылке: https://dobro.ru/event/10776962

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан түләүҙәр булыуы мөмкин
Президент Владимир Путин хөкүмәткә ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты. Байрам уңайынан йыл һайын күп балалы ғаиләләргә аҡса бирергә тәҡдим ителә. Башланғыс буйынса доклад декабргә тиклем әҙер булырға тейеш. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө 8 июлдә билдәләнә.

👍3
Башҡортостан спортсылары күсмә халыҡтар уйындарында тәүге миҙалдар яуланы
Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, милли көрәштә Алена Фатыхова - көмөш, Камилла Зөлҡәрнәева бронза наградаға лайыҡ булды. Ләйлә Шаһисолтанова мас-рестлингта икенсе урын алды. Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары Астанала үтә. Ярыштар 13 сентябргә тиклем бара. Башҡортостандан унда 26 спортсы ҡатнаша.

👍2
Билдәле спортсы, парламент депутаты Джефф Монсон октябрҙә никах уҡыта
Ул ислам динен ҡабул итте. "Октябрҙә ислам йолаһы буйынса никахҡа инәбеҙ. Тантана Өфө мәсеттәренең береһендә була. Туй киләһе йылдың яҙында көтөлә", тип белдерҙе ул. Джефф Монсон ҡатнаш алыш спортында сығыштары менән билдәле. 2018 йылда Рәсәй паспортын алды. 2023 йылда Америка гражданлығынан баш тартты.

Радий Хәбиров Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тәүге клибын тәҡдим итә
Унда «Ҡағы ташы», «Атлы ғәскәр маршы», «Йәнтүрә маршы» көйҙәре һәм башҡорттарҙың боронғо гимны «Урал» яңғырай. Ансамблдең ғүмере сағыу, ҡурай моңондай оҙон булһын! Барығыҙға ла матур көн теләйем, тип яҙа Башҡортостан Башлығы.
https://vk.com/video413272232_456240335

VK Видео
Первый клип Государственного ансамбля кураистов Республики Башкортостан
Watch Первый клип Государственного ансамбля кураистов.. 5 min 6 s from 10 September 2024 online in HD for free in the VK catalog without signing up! Views: 189303. Likes: 3232.
❤1👍1
«Серый» Георгий Жуков миҙалы менән бүләкләнгән
Өфөнән махсус хәрби операция яугире Рәсәй президенты указы менән Георгий Жуков миҙалы менән бүләкләнгән. Яҡташыбыҙ махсус операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Был хаҡта «Фронт хаттары Башҡортостан полкы» telegram-каналы хәбәр итә.
«Серый» алғы һыҙыҡта разведчик-снайпер булып хеҙмәт итә. Хеҙмәттәштәре фекеренсә, ул үҙенең подразделениеһында иң мәргән уҡсыларҙың береһе, шуға күрә ул бындай наградаға тулыһынса лайыҡ.

👍1🥰1
Алъяпҡыс уйнатабыҙ!
БСТ каналының телеграм-каналында шәп отоштар дауам итә. Каналға яҙылған дуҫтарыбыҙ араһында милли биҙәкле алъяпҡыс уйнатабыҙ. Еңеүсе 18 сентябрҙә иғлан ителәсәк. Отоштоң бағыусыһы — «Имран» милли кейем магазины.
Бының өсөн «Бәйләнештә» селтәрендәге яҙма аҫтына комментарий ҡалдырырға һәм телеграм-каналға яҙылырға кәрәк!
Ҡатнашыу өсөн һылтанма: https://vk.com/wall-212341800_35382

❤9👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Рәсәй - спорт державаһы» форумының әҙерлек мәсьәләләре буйынса ултырыш үтте
«Рәсәй - спорт державаһы» Халыҡ-ара форумы Өфөгә йөҙҙән ашыу сит ил дәүләттәре вәкилдәрен йыя. Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 17-19 октябрҙә уҙасаҡ форумдың төбәк ойоштороу комитеты менән әҙерлек мәсьәләләре буйынса ултырыш уҙғарҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдең төп спорт сараһы Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән Башҡортостан ҡабул итә.

Башҡортостан баҫыуҙарында ураҡ кампанияһы тамамланыу алдында
Ауыл хужалығы эшсәндәре баҫыуҙарҙа бойҙай, шәкәр сөгөлдөрө, майлы культураларҙы йыйыу менән мәшғүл. Шишмә районы аграрийҙары ла ҡояшлы көндәрҙе һөҙөмтәле файҙаланып ярауай бойҙайҙы урып-һуға, ужым культураларын сәсеүгә әҙерләнә. Ҙур хужалыҡта бойҙай уңышының уртаса гектар ҡеүәте 32 центнерға етә.
Ауыл хужалығы эшсәндәре баҫыуҙарҙа бойҙай, шәкәр сөгөлдөрө, майлы культураларҙы йыйыу менән мәшғүл. Шишмә районы аграрийҙары ла ҡояшлы көндәрҙе һөҙөмтәле файҙаланып ярауай бойҙайҙы урып-һуға, ужым культураларын сәсеүгә әҙерләнә. Ҙур хужалыҡта бойҙай уңышының уртаса гектар ҡеүәте 32 центнерға етә.
❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
Был районда һуңғы йылдарҙа файҙаланыуға тапшырылған.8-се һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Шихан ауылында ФАП «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау» программаһы буйынса сафҡа инде. Унда 400-гә яҡын кешегә сифатлы медицна ярҙамы күрһәтелер тип күҙаллана.

❤3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө тимер юл вокзалы бөгөн Геройҙар поезын ҡабул итә
Проект Рәсәйҙең яңы төбәктәре уҡыусыларын илдең ҡалалары, тарихи-мәҙәни ҡомартҡылары менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Составта Луганск, Донецк республикаларынан, Херсон, Запорожье өлкәләренән, Себер, Алыҫ көнсығыш федераль округынан уҡыуҙа, спортта, йәмәғәт эштәрендә алдынғы булған 100-гә яҡын уҡыусы. Улар бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһы менән танышты.

Өфөнөң 116-cы мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары Рәсәй Геройы Борис Дудко менән осрашты
Ҡаһарман яҡташыбыҙ үҫеп килгән быуынға мәктәптә һәм танк хәрби училищеһында уҡыған йылдары, хәрби хеҙмәте, яу юлы тураһында һөйләне. Йәштәрҙе илһөйәр булырға, маҡсаттар ҡуйып йәшәргә, тарихты өйрәнергә саҡырҙы.