БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.92K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
"Салауат Юлаев" КХЛ-дың яңы миҙгелендә тәүге уйындарын үҙ майҙанында уҙғара

Беренсе осрашыу 5 сентябрҙә була. Өфөгә Ҡазандан "Аҡ барыҫ" килә. 8 сентябрҙә Силәбенән "Трактор", 11-ендә Екатеринбургтан "Автомобилист" менән уйындар ҡаралған. Континенталь хоккей лигаһында даими беренселек иртәгә башлана.
Рәсәйҙә мәктәп формаһы ГОСТ буйынса тегелә

Яңы стандарттар ҡабул ителде, улар 2025 йылдың 1 июленән ғәмәлгә инә. Уға ярашлы, форманы етештереү, тамғалау һәм төрөү буйынса талаптар ҡуйыла. Блузка, жилет, пиджак, свитер, күлдәк, сарафон, юбка, салбар һәм комбинезон мәктәп формаһы төрҙәре тип билдәләнә. Кейемдә баланы йәрәхәтләрлек элементтар булмаҫҡа тейеш. Дизайн буйынса аныҡ шарттар юҡ. Аяҡ кейеме һәм спорт әйберҙәре өсөн дәүләт стандарты ҡаралмаған.
Ҡаланың юбилейына бүләк: яҡташыбыҙ 13-сө тапҡыр әсәй булған

Өфөнөң Октябрь районында — ҡыуаныслы ваҡиға. Сипайлово биҫтәһенән Лилиә Фәттәхова 13-сө тапҡыр әсәй булыу бәхетенә ирешкән.

«Баш ҡаланың 450 йыллығына йәнә бер сабый донъяға килде. Был шатлыҡлы хәбәр генә түгел, ә Ғаилә йылында өмөт һәм мөхәббәт символы. Әсәне һәм уның ғаиләһен ихлас ҡотлайбыҙ. Өфөнөң юбилейына ошондай шәп бүләк өсөн рәхмәт белдерәбеҙ», — тип яҙа Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Кисә ҡала советы депутаты Ирина Сухарева һәм башҡа рәсми кешеләр Лилиә Фәттәхованы ишле ғаиләһе менән бергә 3-сө бала табыу йортонан ҡаршы алырға килде.
👍2
Башҡортостан хужалыҡтары 453 мең гектар сәсеүлекте страховкалаған

Милли агростраховкалаусылар берлеге президенты Корней Биждов белдереүенсә, әле баҫыуҙарға дым кәмей, зыян күләме баһалана. Республика ауыл хужалығы министрлығы менән тығыҙ эш алып барыла. Башҡортостанда оҙайлы ямғырҙар арҡаһында сәсеүлектәргә ҙур зыян килде. Күп райондарҙа ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республика халҡын Белем көнө менән ҡотланы

Бөгөн Рәсәйҙә яңы уҡыу йылы башланды. Быйыл 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килеү сәбәпле, уҡыусылар мәктәпкә 2 сентябрҙә барҙы. Республика халҡын Белем көнө менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Әсән» ҡушаматлы яугир Белем көнө менән ҡотлай!

Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының медицина взводы составында МХО-ла ҡатнаша.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө дәүләт нефть техник университетында нефтестарт фестивале уҙғарылды

Белем көнө йәкшәмбегә тура килеүгә ҡарамаҫтан, юғары уҡыу йорттарында традициялар һаҡланып тантаналы линейкалар ойошторолдо. Өфө дәүләт нефть техник университетында мәҫәлән беренсе курстар өсөн нефтестарт фестивале уҙғарылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан яугирҙары өсөн 133-сө гуманитар конвой махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте

22 автомобиль, дрондар, мобиль мунсалар, эсәр һыу, запас частар һәм дарыуҙар. Башҡортостан яугирҙары өсөн 133-сө гуманитар конвой махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте. Был ылау 16 хәрби подразделение өсөн тәғәйенләнгән. Ул дәүләт органдары, муниципаль берәмектәр, йәмәғәт берекмәләре һәм ирекмәндәр ярҙамында тупланған.
👍2
Сентябрҙән юл камераларын урынлаштырыу буйынса яңы талаптар көсөнә инде

Хәҙер бындай прибор авариялар йыш булған, йәйәүлеләр үткән, төҙөкләндереү эштәре барған, машина менән туҡтау тыйылған урындарҙа ғына була. Ауыл-ҡаланан ситтә камераға тиклем 300 метр алдан иҫкәртеүсе билдә урынлаштырылырға тейеш. Ауыл эсендә ул 100 метр алдан ҡуйыла. Шулай уҡ юл камераларын бер-береһенә 1 километрҙан да яҡыныраҡ урынлаштырыу тыйыла. Юлдарҙа йәшерен фото теркәү приборҙарын да ҡулланырға ярамай. Республика трассаларында әле 2 меңгә яҡын камера бар. Уҙған йылда улар ярҙамында 2 миллиард 400 миллион һумлыҡ штраф һалынған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярты йылға эш йомғаҡтарын барланы

Хеҙмәт йәшендәгеләргә сифатлы медицина ярҙамы һәм ғүмер оҙонлоғон арттырыу. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярты йылға эш йомғаҡтарын барланы.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Октябрьский музыка колледжы яңы уҡыу йылын яңыртылған бинала ҡаршы алды

Белем биреү учреждениеһына «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса капиталь ремонт үткәрелгән. Иҫтәлекле ваҡиға һәм Белем көнө менән колледж коллективын бөгөн Башҡортостан башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров педагогтар, студенттар менән аралашты, кабинеттарҙы ҡараны. Республика етәксеһе эш сәфәре барышында Октябрьскийҙың башҡа объекттарында ла булды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йәрмәкәй районы Яланшишмә ауылы мәктәп туйланы

2018 йылда урындағы халыҡ Радий Хәбировтың эш сәфәре барышында белем усағын яңыртыуҙы һорағайны. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса иҫке ағас биналар һүтелеп, уларҙың урынына күп функциялы социаль объект ҡалҡып сыҡты. Хәҙер бер бинала мәктәптән тыш, балалар баҡсаһы менән сәнғәт мәктәбе лә урынлашҡан.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә капиталь ремонттан һуң 119-сы мәктәп ишектәре асылды

Бөгөн 1500 уҡыусыны ҡабул итте. Степан Кувыкин урамындағы белем усағында күләмле төҙөкләндереү «Мәктәптә белем биреү системаһын модернизациялау» федераль проекты буйынса алып барылған. Тулыһынса яңыртылған мәктәптә уҡыу йылы байрамса кәйефтә башланды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Геоһынау» Халыҡ-ара геология чемпионатын асыу тантанаһы үтте

Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холлында бөгөн «Геоһынау» Халыҡ-ара геология чемпионатын асыу тантанаһы үтте. Икенсе тапҡыр ойошторолған сарала Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 26 команда ҡатнаша. Чемпионат йәш белгестәргә юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында алған белемдәрен практик кимәлдә һынау мөмкинлеген бирә. Бының өсөн республикала махсус майҙансыҡтар әҙерләнгән.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Эльвира Айытҡолова Хәйбулла районындағы «Айыҡ ауыл» проекттары менән танышты

Күҙгә-күҙ ҡарашып. Хәйбулла районының Аҡъяр, Бәләкәй Арыҫланғол, Оло Әбеш ауылдарында Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкселегендәге рәсми делегация халыҡ менән аралашты. Социаль мәсьәләләргә ҡағылған осрашыуҙар хаҡында киләһе яҙмала.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Юлдаш» каналы йәнә радио тыңлаусылары менән осрашты

«Беҙ бергә» йыр фестивале йола буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Гагарин» ял һәм мәҙәниәт паркында үтте. Алтынсы тапҡыр ойошторолған сара хаҡында киләһе яҙмала.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә йыл һайын үткәрелеүсе конкурс башланды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә йыл һайын үткәрелеүсе конкурс башланыуы тураһында иғлан итте. Төбәк етәксеһе был турала социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Октябрьский ҡалаһында яңы мәҙәниәт һарайы барлыҡҡа киләсәк

Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров мәҙәниәт министрлығына төбәктә мәҙәниәт һарайы төҙөү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты. Кисә эш сәфәре барышында урындағы халыҡ 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалала концерт майҙансығы булмауына зарлана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Түбә ауылына - 110 йыл

Ошо уңайҙан биләмәлә төрлө мәҙәни саралар, тематик осрашыуҙар ойошторола, тарих барлана. Түбә теген фабрикаһы эшселәренә арналған кисәлә БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты.
Ҡасандыр Түбәлә йоҙаҡ, тимер беркеткестәр эшләү заводы, тау‐байыҡтырыу руднигы гөрләп эшләй. Ул мәлдә ауыл ҡасаба статусына эйә була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Оборона министрлығы менән контракт төҙөү дауам итә

Ватан һағына баҫырға теләүселәр Өфө ҡалаһы Революция урамында урынлашҡан һайлау пунктына мөрәжәғәт итә ала. Граждандың үҙе менән паспорт, хәрби билет, СНИЛС, ИНН һәм банк картаһы реквизиттарын алыу мотлаҡ.
1
Пять интересных фактов про выборы в Башкирии

- Голосование традиционно будет проходить три дня: 6,7 и 8 сентября

- Избирательные участки будут работать с 8.00 до 20.00 по уфимскому времени.

- Башкирия выбирает Главу Республики, в Уфимском районе пройдут довыборы в парламент, а во многих городах и районах будут выбирать депутатов местных советов.

- Пожилые люди или инвалиды могут проголосовать дома. Позвоните в свою избирательную комиссию до 14 часов воскресения и вам принесут ящик для голосования.

- Общественная организация «Алга Патриот» проводит акцию «Рахмат-2024» - среди проголосовавших разыграют три квартиры, машины и сотни других ценных призов.
1