Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика уҡытыусыларына шифаханаларҙа дауаланыу субсидияланасаҡ
Был хаҡта Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта үткән август кәңәшмәһендә хәбәр итте. Башҡортостан башлығы эш сәфәре барышында ҡаланың бер нисә белем усағында булып, уҡыусылар өсөн әҙерләнәсәк ризыҡтарҙың сифатын баһаланы. Шулай уҡ 17 мәктәп яңы автобустар менән тулыланды.

👍3❤1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Сауҙагәр» ҡунаҡсыллыҡ фестиваленең икенсе көнө тамамланды
Бөгөн сара ҡатнашыусыларын республика башлығы сәләмләне. Радий Хәбиров мәҙәни форумдың күләмлелеген һәм кәсепселәрҙең күплеген билдәләне.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Азат Бадранов Әбйәлил районы ауылдарында йәшәүселәр менән осрашты
Асыҡ һөйләшеү. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Әбйәлил районы ауылдарында йәшәүселәр менән осрашып көнүҙәк мәсьәләләргә туҡталды, киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Йәмәғәтселек түңәрәк өҫтәл барышында ауыл үҫеше, ер бүлеү, социаль объекттар төҙөлөшө, башҡорт телен һаҡлау, эшҡыуарҙарға һәм фермерҙарға ярҙам итеү, гранттар юллау һәм башҡа һорауҙар буйынса фекер алышты. Эшлекле әңгәмә барышында тәҡдимдәр шунда уҡ уҡ эшкә алынды. Улар контролдә тотолосаҡ.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Граф күле эргәһендә өсөнсөгә «Башҡорт аты» фестивале үтте
Ат спорты ярыштары, һыбайлылар парады һәм күләмле театрлаштырылған тамаша. Баймаҡ районы Граф күле эргәһендә өсөнсөгә «Башҡорт аты» фестивале үтте. Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау, йылҡысылыҡты, ҡымыҙ бешеүҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән сарала төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты. Күләмле фестивалдең эшлекле һәм мәҙәни-спорт программаһы тураһында киләһе материалда.

❤2👍1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаевҡа арналған һәйкәл асылды
Хәйбулла районында түңгәүер ырыуының 6- сы йыйынында Башҡортостандың халыҡ артисы Йомабай Иҫәнбаевҡа арналған китап-альбомдың исем туйы уҙҙы, район мәҙәниәт йорто алдында ҡурайҙа профессиональ уйнау сәнғәтенә нигеҙ һалыусы шәхескә һәйкәл асылды. Район үҙәге Аҡъярҙа, Таштуғай, Сиҙәм ауылдарында ойошторолған мәҙәни һәм рух байрамы хаҡында киләһе яҙмала.

❤3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез районындағы предприятие малсылыҡ комплексы төҙөп, һөт етештереү ҡеүәтен нығытҡан
Инвесторҙар һәм власть органдарының берҙәм эш һөҙөмтәһе. Мәләүез районындағы ауыл хужалығы предприятиеһы биш йыл эсендә малсылыҡ комплексы төҙөп, һөт етештереү ҡеүәтен нығытҡан. Хөкүмәт менән тығыҙ хеҙмәттәшлек, «Инвестиция сәғәте» ултырышынан һуң алынған ярҙам саралары производствоны яйға һалырға булышлыҡ иткән.

🔥 Кубок Республики Башкортостан по хоккею: прямой эфир!
18 августа в рамках Кубка Республики Башкортостан по хоккею уфимский «Салават Юлаев» принимает в ледовом комплексе «Уфа-Арена» магнитогорский «Металлург».
Ссылка на трансляцию: https://vk.com/video-27097047_456282786

Талҡаҫ күле һаҡланған биләмә булыуы мөмкин
Уны яңы тәбиғәт паркына индерергә тәҡдим ителде. Бындай башланғыс менән Дума депутаты Зариф Байғусҡаров сыҡты. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса Талҡаҫ бысрана. Июнь айында һыу сифаты насар булыу сәбәпле "Орленок" балалар лагерының пляжына санитар документтар бирелмәне. Быға тиклем Республика Хөкүмәтендә Талҡаҫ һәм Граф күлдәрендә туристик кластер булдырырға тәҡдим ителде.

👍1
Өфөлә СВО-ла һәләк булған һалдаттың сабыйын бала табыу йортонан ҡаршы алдылар
Өфөлә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре бала табыу йортонан СВО-ла һәләк булған хәрбиҙең ҡыҙын ҡаршы алды. Сабый 14 августа донъяға килгән, әсәһе уға Карина тип исем биргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәпестең атаһы быйыл февраль айында махсус хәрби операцияла һәләк булған.
«Беҙ ғаилә ҡул аҫтыбыҙға алдыҡ. Бөтә булдырылған федераль һәм төбәк ярҙам саралары тулы күләмдә күрһәтелде. Башҡортостандағы «Ватанды һаҡлаусылар» фонды командаһы беҙҙең геройҙың ғаиләһенә һәм уның ата-әсәһенә артабан да ярҙам итәсәк», - тип белдерҙе Гөлнур Ҡолһарина.

😢4
Бер йылда Башҡортостанда йомортҡа етештереү биш тапҡырға кәмегән
Быйыл ғинуар-июль айҙарында 107 миллион йомортҡа сауҙаға сығарылған. 2023 йылдың ошо осоронда был һан 531 миллион булған, тип хәбәр итәләр Статистика хеҙмәтенән. Йомортҡа етештереүҙең кәмеүе уҙған йылдағы ҡош киҙеүе менән аңлатыла. Өфө районындағы предприятиела 3 миллиондан ашыу ҡош-ҡорт юҡ ителде.

Дума яңғыҙ йәшәүселәрҙе мутлашыусыларҙан һаҡлау тураһында закон проектын ҡарай
Документты Башҡортостан парламенты әҙерләгән. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, йыш ҡына яңғыҙ йәшәүсе өлкән, ауырыу кешеләр, шулай уҡ наркотик, алкоголь менән мауығыусылар мутлашыусы тоҙағына эләгә. Алданып фатирһыҙ ҡалғандан һуң улар ғәҙеллек эҙләп судтарға мөрәжәғәт итә. Документтар дөрөҫ тултырылһа, суд яҡлай алмай. Шуға, яҡын туған булмаған кешеләргә йорт-фатирҙы бүләк иткәндә мотлаҡ нотариус раҫлауын ҡабул итеү башланғысы менән сыҡтыҡ, тине республика парламенты рәйесе.

В Башкортостане увеличили выплаты военнослужащим-контрактникам. Каждому кто подпишет контракт с министерством обороны полагается разовая выплата до 1 205 000 рублей сразу, от 210 тысяч ежемесячно плюс более сорока различных льгот для всей семьи. Подробнее расскажут на башбат.рф или телефонам 122 или +7(347)248-29-31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙың ҡатыны менән сабыйын ҡаршы алыу тантанаһы үтте
Республика перинаталь үҙәгендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙың ҡатыны менән сабыйын ҡаршы алыу тантанаһы үтте. «Шустрый» ҡушаматы йөрөткән яугир Алик Мәрҙийәновтың ҡыҙы тыуған, үкенескә, уға яңы тыуған балаһын күрергә насип итмәй. Хәрби контракт буйынса махсус хәрби операцияға юлланған яугир, яу ҡырында һәләк була.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ямғырҙар Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиеларына 1 миллиард һумдан ашыу зыян килтергән
Ерҙең үтә дымлылығы Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиеларына 1 миллиард һумдан ашыу зыян килтергән . 120 мең гектар майҙандан уңыш алып булмаясаҡ, уның күп өлөшө иген һәм ҡуҙаҡлы культураларға тура килә. Был турала Республика менән идара итеү үҙәгендә ойошторолған оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Төбәктә 11 июлдән 11 сентябргә тиклем Ғәҙәттән тыш хәл режимы индереү буйынса ҡарар проекты ла әҙерләнгән, әлегә муниципалитеттарҙан мәғлүмәт туплау эше дауам итә. Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек, юл ремонты, диспансер тикшереү барышы - көн тәртибенә сығарылған башҡа темалар хаҡында репортаж.

😭3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Николай Киселевҡа үлгәндән һуң Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Киселевҡа үлгәндән һуң Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы. Награданы Мәскәүҙә йәшәүсе ҡыҙы Татьяна Киселева алды.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Киселевҡа үлгәндән һуң Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы. Награданы Мәскәүҙә йәшәүсе ҡыҙы Татьяна Киселева алды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө урамдарына ун яңы «Ҡала кешеһе» сыға
450 йыллыҡ юбилейға бүләк. Өфө урамдарына ун яңы «Ҡала кешеһе» сыға. Бөгөн Радий Хәбиров «Өфө трамвай- троллейбус етештереү предприятиеһы»нда эшләнгән яңы троллейбустарҙың асҡыстарын тапшырҙы. Электр транспорты- Башҡортостан- Беларусия хеҙмәттәшлеге емеше.
«Ҡала кешеһе» маркалы троллейбус проекты Рәсәй-Белоруссия продукты. Ул Өфө юбилейына махсус бренд менән эшләнгән.

Башҡортостанда һайлау тураһында өй беренсә йөрөп мәғлүмәт бирелә башланы
Уның барышында участка һайлау комиссиялары вәкилдәре тауыш биреү датаһы, ваҡыты һәм урыны, теркәлгән кандидаттар, тауыш биреү ысулдары тураһында һөйләй, өйҙә тауыш биреү өсөн ғаризаның ниндәй осраҡта һәм нисек бирелеүен аңлата. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7, 8 сентябрҙә Республика башлығын һәм урындағы советтарға депутаттар һайлана.

👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы районында инвесторҙар элекке ташландыҡ заводты элеваторға әйләндергән
Уңыш һаҡлау келәттәрен төҙөкләндереүҙән тыш, майҙанда инфраструктура ла яҡшырған. Ошо көндәрҙә элеватор хеҙмәткәрҙәре тәүге уңышты һаҡлауға ҡабул итергә әҙерләнә. Эшҡыуарҙар ауыл хужалығы культураларын киптереү һәм таҙартыу ҡоролмаларын һатып алыу өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн дәүләт ярҙамында ябасаҡ. Ҡандры элеваторын төҙөү Башҡортостан башлығы булдырған «Инвестиция сәғәте»ндә өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелгән.

Ишембай районы Үрнәк ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға мемориал асылды
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға арналған һәйкәл «Хәтер тере» хәйриә акцияһы нигеҙендә төҙөлгән. Объектты асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Хөкүмәт аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, урындағы халыҡ ҡатнашты. Сарала ауыл халҡы, ҡунаҡтар һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды һәм һәйкәлгә сәскә һалды.

БСТ | Яңылыҡтар
Video
Башҡортостанда ниҙәр бар?
✅ Башҡортостанда 2025 йылға тиклем тағы ла 118 ауылға һәм ҡасабаға газ үтәсәк.
✅ Радий Хәбиров республика геройы, партизан Николай Киселёвтың ҡыҙына Шайморатов генерал орденын тапшырҙы.
✅ Быйыл Р-240 трассаһы реконструкцияһы барышында (Стәрлетамаҡ урау юлының 112-се саҡрымынан алып Стәрлебаш боролошона тиклем) ер эштәре башҡарыласаҡ, инженер селтәрҙәре күсереләсәк. Ә 2025-2026 йылдарҙа трассаның ҡалған ике һыҙаты һалынасаҡ.
✅ Радий Хәбиров урта махсус уҡыу йорттарында эшсе һөнәрҙәргә ҡабул итеү урындарын арттырырға ҡушты.
✅ Башҡортостан агросәнәғәт комплексына ямғыр ташҡыны килтергән зыян 1 миллиард һумға баһалана. Яҡынса 120,5 мең гектар майҙанда уңыш юҡҡа сыҡҡан, уларҙың 112,3 мең гектары иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар.
✅ БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы диспансерлаштырыу барышында иң күп асыҡланған сирҙәрҙе атаны: ҡан әйләнеше, тын юлдары ауырыуҙары, шәкәр сире һәм яман шеш.
✅Уҙған аҙнала 55 авария теркәлгән, уларҙа дүрт кеше һәләк булған. 2024 йыл башынан Башҡортостан урмандарында 247 кеше юғалған.
✅Хәбиров Өфөләге буласаҡ башҡорт арбаты – Октябрь революцияһы урамында күсмә кәңәшмә уҙғарырға ҡушты.
✅2024 йылда республика халҡы (18 – 49 йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙар һәм 18 – 55 йәштәрҙәге ир-егеттәр) диспансерлаштырыу мәлендә өҫтәмә тикшереү үтергә мөмкин. Һүҙ репродуктив сәләмәтлек хаҡында бара.
✅Ишембайҙа ҡала көнөнә яңыртылған йәмәғәт киңлектәре асыла. Бында Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар майҙанын төҙөкләндереү тамамланған. Унда һәйкәлде, скверҙы һәм Матросов исемендәге паркты яңыртҡандар. Һайран ауылында янғын депоһы асыласаҡ.
✅«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале 11,5 мең кешене йыйған. «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты буйынса 300-ҙән ашыу турист барған. Фестивалдең аҙыҡ-түлек майҙанында Баймаҡ, Белорет райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан 20 эшҡыуарҙың ризыҡтарыт тәҡдим ителгән. Уларҙың дөйөм килеме 800 мең һум тәшкил иткән.
Тауарҙар һатыу һәм күргәҙмәләр майҙанында Әбйәлил, Баймҡ, Белорет, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Учалы, Күгәрсен, Хәйбулла райондарынан һәм Күмертау ҡалаһынан «Башҡортостан продукты» программаһында ҡатнашыусы 25 дипломанттың тауарҙары һәм әйберҙәре тәҡдим ителгән. Уларҙың дөйөм килеме – 1 миллион һум.
✅ Быйыл Башҡортостан мәктәптәренә 519 мең бала уҡыуға бара. Төбәк Башлығы 1 сентябргә уҡыу йорттарының тирә-яғында тәртип булдырырға ҡушты.
✅ 1 сентябрҙә Башҡортостан биш мәктәп капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асасаҡ: Уҫаҡ-Кисеү ауылы мәктәбе (Бишбүләк районы), 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты (Күмертау), Стәрлетамаҡтың 2-се лицей-интернаты, Красная Башкирия ауылы мәктәбе (Әбйәлил районы) һәм Өфөнөң 119-сы мәктәбе.
✅ Һуңғы ике йылда республикала 140 мәктәпкә капиталь ремонт яһалған. Июль айында Башҡортостан РФ Мәғариф һәм фән министрлығына 2025-2027 йылдарҙа мәктәптәрҙе ремонтлауға ғариза ебәргән. Бынан тыш, 2025-2027 йылдарҙа балалар баҡсаларын ремонтлау буйынса ғариза әҙерләнгән.
✅ Быйыл август кәңәшмәһе тәүге тапҡыр Стәрлетамаҡта үтте. Киләһе йыл кәңәшмә Бөрө ҡалаһында уҙасаҡ.
✅ «Бер тин дә бюджет аҡсаһы файҙаланылманы»: Стәрлемаҡта меценаттарҙың аҡсаһына «Купец 2.0» фестивале ойошторолған. Унда 71 мең кеше, 330 кәсепсе һәм 1250 кеше милли кейем парадында ҡатнашҡан.
✅ Өфө юбилейына 23 мәҙәни мираҫ объекты ремонтласаҡ.

❤2👍2