БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.93K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Учалы районында урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары артҡан

Әле улар 1812 иҫәпләнә. Ә үҙмәшғүлдәр ике тапҡырға күберәк. Күрһәткес шул иҫәптән дәүләт тарафынан уңайлы финанс инструменттар булдырылыуға бәйле. Әйтәйек, 2023 йылда район эшҡыуарҙарына 4 миллион һумдан ашыу субсидия бүленгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған «Инвестиция» һәм «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәрендә» йүнселдәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Физкультурниктар көн»ө үҙғарылды

Өфөлә республиканың төп хоккей аренаһында «Физкультурниктар көн»ө үҙғарылды. Был байрам беҙҙең илдә 1939 йылдан билдәләнә. Физкультура уҡытыусылары, тренерҙар, спортсылар һәм ябай спорт һөйөүселәр уны үҙҙәренең төп һөнәри байрамы тип иҫәпләй. Был хаҡта киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Первушин» аэродромында парашют менән һикереү спорты буйынса күнекмәләр тергеҙелде

Оҙайлы ваҡыттан һуң, үҙәк яңы форматта эш башлап, «ҡанат» тибындағы парашюттарҙа һикереүҙәр ойоштора. Үҙәктең эшмәкәрлеге менән яҡындан БЮТ ижади төркөмө танышты.
👍42👏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында Талҡаҫ күле буйында шәмбе өмәһе үтте

Таҙа мөхит. Баймаҡ районында Талҡаҫ күле буйында шәмбе өмәһе үтте. Яр буйын сүп-сарҙан таҙартыу өмәһендә урындағы халыҡ, ирекмәндәр һәм Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡатнашты. Экологик акцияға Баймаҡтан, Сибайҙан, Магнитогорскиҙан 200-ҙән ашыу кеше ҡушылды. Уртаҡ көс менән күл буйы пластик ҡалдыҡтарҙан, шешәләрҙән һәм башҡа сүп-сарҙан таҙартылды. Күләмле акцияға водолаздар ҙа йәлеп ителде. Махсус әҙерләнгән белгестәр күл төбөндә ятҡан сүп-сарҙы йыйып Талҡаҫ буйын тәртипкә килтерҙе.
1
"Урал" волейбол клубы атамаһын үҙгәртте

Яңы миҙгелдән команда "Динамо-Урал" тип йөрөтөлә башлай. Клуб менән хәҙер Башҡортостандың "Динамо" физкультура-спорт йәмғиәте идара итә. Республика волейболсылары ил Суперлигаһында сығыш яһай. Уйындар сентябрҙә башлана.
👎2💩1
Волга буйы округындағы иң ҙур мәктәп Өфөлә 2025 йылдың 1 сентябренә асыла

Был турала Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов белдерҙе. Белем йорто Кузнецов Затонында һалына. Ул 2 мең 200 уҡыусыға иҫәпләнә. Бында төҙөлөш 2023 йылда башланды. Уҡыу кластарынан тыш, мәктәптә 4 спорт һәм тамаша залы, дизайн, фото, театр һәм кино студияһы, нәшриәт, робототехника кабинеты була.
🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Президент России Владимир Путин подписал указ, согласно которому единовременная выплата из федерального бюджета для контрактников повышается до 400 тыс. рублей. С учетом региональной и муниципальной поддержки общая сумма выплат в Башкортостане составляет до 1,2 млн рублей.

Где можно узнать подробную информацию о службе по контракту?

- по номеру Ситуационного центра Башкортостана: 122 (доб. 1) или + 7 (347) 218-19-19

- в пункте отбора на контрактную службу по адресу: г. Уфа, ул. Революционная, 156. Телефон + 7 (347) 248-29-31

- в офисах МФЦ «Мои документы»

- на сайте башбат.рф
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тарҡаҙылар еңеүҙе яҡынайта!

Йәрмәкәй районының Тарҡаҙы ауылында гуманитар ярҙам әҙерләү штабында ниндәй генә цех юҡ. Ябай ауыл халҡы еңеүҙе нисек яҡынайта, ниндәй ярҙам әҙерләй, ниндәй идеялар менән янып-көйә — ошо һәм башҡа хаҡында киләһе репортажда ҡарағыҙ.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-35065816_406966
👍3
Күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусылар транспортта бушлай йөрөй ала

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ошоға бәйле закон ҡабул итте. Уға ярашлы, беренсе сентябрҙән өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән ғаиләнән мәктәп уҡыусылары йәмәғәт транспортында көнөнә ике тапҡыр бушлай йөрөй була. Шулай уҡ бушлай ашатыу, бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү, балалар баҡсаһына ҡабул иткәндә өҫтөнлөк биреү, мәктәп формаһы өсөн компенсация түләү һәм башҡа льготалар ҡаралған.
1
Башҡортостанда Дим йылғаһы таҙартыла

Эштәр "Экология" милли проектына ярашлы алып барыла. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Шишмә һәм Өфө райондары биләмәһендә йылғанан сүп-сар, ағас ҡалдыҡтары сығарыла. Димдә таҙартыу эштәрен йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.
👍2🔥2
Ер һөрөү буйынса ил чемпионатында Башҡортостанда ике кеше ҡатнаша

Мәләүез районынан механизаторҙар Илдар Ишекәев һәм Валерий Романов Һарытау өлкәһенә юлланды. Тупраҡты эшкәтеү оҫталары ярышы 18 авгусҡа тиклем дауам итә. Чемпионатта 50 төбәктән, шулай уҡ Ҡытай, Беларусь, Ҡырғыҙстан һәм Ирандан тракторсылар ҡатнаша. Илдар Ишекәев 2022 йылда ил беренселегендә көмөш миҙал яуланы.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Не все патриоты в силу возраста или состояния здоровья могут поехать в зону СВО, но каждый может внести свой вклад в обеспечение безопасности и процветания нашей страны. Поэтому ДОСААФ инициировал, а республика поддержала новую меру социальной поддержки в помощь активистам, которые помогают привлекать контрактников в ряды Вооружённых Сил РФ - проект «Рекрут».

Активисты много ездят по всей республики, добираясь до самых отдаленных населенных пунктов, встречаются с людьми, ведут агитационно-разъяснительную работу и все это за счет собственных средств в ущерб своей семье и личному времени. Поддержка этих людей позволит усилить и повысить качество работы.

Принять участие в проекте «Рекрут» может каждый. Для этого нужно найти потенциального кандидата на заключение контракта на военную службу, прийти с ним в ближайшее отделение ДОСААФ, а потом сопроводить в военкомат. Как только ваш кандидат прибудет в военную часть, вы получите 50 тысяч рублей. Подробнее по телефону Ситуационного центра +7 (347) 218-19-19.
1😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика яугирҙарының сираттағы төркөмө ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә МХО биләмәһенә юлланды

Республика яугирҙарының сираттағы төркөмө ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Оҙатыу сараһы «Өфө-Арена» спорт комплексы алдындағы майҙанда үтте. Хәрбиҙәр ике аҙна ял иткән.
2😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ ҡалаһында ирекмәндәр штабы булдырыла

Изге ярҙам йәки берҙмлек көсө. Баймаҡ ҡалаһы Әлибаев урамының 53-сө йортонда ирекмәндәр штабы булдырыла. Әле унда ремонт эштәре бара. Киләһе яҙма ошо хаҡта.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БСТ каналында «Йөрәгемдә Ватаным» проекты старт ала

Беҙҙең телеканалда яңы проект старт ала. «Йөрәгемдә Ватаным» тапшырыуы махсус хәрби операция геройҙарына арналған. БСТ каналы журналистары даими рәүештә Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына барып үҙебеҙҙең яугирҙар менән осраша, уларҙың хеҙмәте, республика күрһәткән ярҙам тураһында һөйләй.
2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Көтөп алынған «Башҡорт аты» фестивале!

Иң сағыу тамаша — аттар парады, ат сабыштары, джигитовка ярышы, күп бәйге буйынса чемпионат, Эльбурс Ниғмәтуллин менән бәһлеүәндәр тамашаһы, ҡымыҙ байрамы, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары менән этно-фестиваль һәм башҡалар!

Барығыҙҙы ла 15 - 16 августа Баймаҡ районында Граф күле буйында көтәбеҙ!
👍4🤮1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ерҙең үтә дымлы булыуына бәйле, Ғәҙәттән тыш хәл режимы индереү планлаштырыла

Оператив кәңәшмә барышында хужалыҡтарҙың ураҡ эштәрен һәм мал аҙығын әҙерләүҙе аномаль климатик шарттарҙа алып барыуы хәбәр ителде. Хеҙмәт баҙарындағы хәл, юл ремонты, мәктәптәрҙә ойошторолған медицина хеҙмәте - көн үҙәгенә сығарылған төп темалар хаҡында киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдарҙың сифаты буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы төбәк

Республика был күрһәткестәр буйынса күрше Татарстанды уҙған. Иң тәүге өсәү исемлеген Пермь крайы йомғаҡлай. Абруйлы РИА-рейтинг агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2023 йылда Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙың 67,1 проценты нормаларға тап килгән. Ил буйынса Башҡортостан 17-се урында. Быйыл республикала «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса 218 километр трасса һәм дөйөм оҙонлоғо 415 метрға етерлек күперҙәр төҙөкләндереләсәк.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан «Профессионалитет» проектына инде

Уның сиктәрендә федераль субсидиялар һәм республика бюджетынан 2025 йылға тиклем 19 үҙәк булдырыласаҡ. Проект эш биреүселәр ихтыяждарына ярашлы белгестәрҙе маҡсатлы әҙерләүгә булышлыҡ итә. Был осраҡта компания һәм предприятиелар белем биреү программаһын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Курск ҡалаһында нацистар һөжүменән зыян күргән халыҡҡа ярҙам итеү өсөн йәнә берләште

Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә был хаҡта төбәк башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Өфөлә бер-нисә гуманитар ярҙам йыйыу нөктәһе ойошторолдо. Республика тыныс халыҡҡа, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам итеүҙе бер ҡасан да туҡтатмай.
Күптәр бомбаға эләккәндән һуң бер нәмәһеҙ ҡалған - улар өсөн республиканан ярҙам күрһәтелә. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров : «Курскта нацистар һөжүменән зяын күргән халыҡҡа һәм балаларға Башҡортоостан ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, беҙҙең төп бурыс кешеләрҙе һәм балаларҙы тыныс урынға күсереү»,тип белдерҙе.
🙏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ҡалҡан» ирекмәндәр хәрәкәтенә маскировка селтәрҙәре үреүсе ирекмәндәр талап ителә

«Ҡалҡан» ирекмәндәр хәрәкәтенең Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге цехына маскировка селтәрҙәре үреүсе ирекмәндәр талап ителә. Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерергә теләүселәрҙе «Умарта» йәмәғәт биләмәһендә урынлашҡан цехта көтәләр.