БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат Артур Шәйнуровтың йәмәғәт ярҙамы штабы әүҙем эш алып бара

Уның составына 9 ышаныслы кеше ингән, барыһы ла һайлау алдынан яуаплы эшкә тотонған. Тәүмаҡсат - ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республика һайлаусыларын кандидаттың программаһы менән таныштырыу. Коммунистар партияһының төбәк бүлексәһе беренсе секретары Юнир Ҡотлоғужин билдәләүенсә, документ халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға, яңы эш урындары булдырыу, хеҙмәт хаҡын күтәреү һәм мохтаждарға өҫтәмә ярҙам саралары булдырыуға йүнәлтелгән. Район-ҡалаларҙа граждандар менән осрашыуҙар ойошторола башлаған, ҡыҙыҡһыныу ҙур булыуы күҙәтелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа елләтеү һәм төтөн юлдары ремонтлана

Йорттарҙың күбеһенә үткән быуат урталарында нигеҙ һалыныу сәбәпле, вентиляция каналдары ярайһы уҡ иҫкергән. Ремонт ваҡытына эшселәр һәм хужалар хәүефһеҙлеге маҡсатында йорттарҙа зәңгәр яғыулыҡ һүндерелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Киров районындағы 119-сы мәктәбенә капиталь ремонт эшләнә

Республикала яңы уҡыу йылына әҙерлек тулы ҡеүәтенә алып барыла. Өфөнөң Киров районындағы 119-сы мәктәбенә капиталь ремонт эшләнә. Сентябрҙә 1500 уҡыусы яңыртылған мәктәпкә киләсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Благовар районында йәшәүсе Нәсимә Хәлилова йөҙөнсө тыуған көнөн билдәләне

Бер быуатлыҡ юбилей. Благовар районында йәшәүсе Нәсимә Хәлилова йөҙөнсө тыуған көнөн билдәләне. Ул күп балалы әсә генә түгел, ғүмерен уҡытыусылыҡ һөнәренә арнаған хөрмәтле шәхес тә.
👍1
Браконьерҙарҙың йылымы махсус хәрби операция ихтыяжы өсөн ҡулланыла

Халыҡ фронты тыйылған балыҡ тотоу ҡулайламаларын йыйыу тураһында иғлан итте. - Рөхсәтһеҙ кәсеп менән шөғөлләнеүселәрҙең алғы һыҙыҡтағыларҙа ярҙам итеү мөмкинлеге бар. Ау-йылымдарҙы аноним рәүештә тапшырырға мөмкин. Өфөнән бер кеше хәрбиҙәр өсөн 3 мең метр ау килтереп биргән дә инде. Беренсе ылау менән балыҡ тотоу кәрәк-яраҡтары махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыла, тип белдерҙе Халыҡ фронтының Башҡортостан башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин. Ау-йылымдар дрондарҙан һаҡланыу өсөн ҡулланыла. Халыҡ фронтының гуманитар ярҙам йыйыу үҙәге, Өфөлә, Киров урамы 1-се йортта урынлашҡан.
👍1
Башҡортостанда 2 сентябрҙә хәмер һатылмай

Быйыл 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килә. Шуға Белем байрамы сентябрҙең 2-еһендә уҙғарыла. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, республикала был көндө алкоголь һатылмай. - Бындай талап тәртип һаҡларға булышлыҡ итә, - тине парламент спикеры.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров бәләкәй һәм урта бизнес үҫеше тураһында яҙып сыҡты

Бәләкәй һәм урта бизнес - иҡтисадыбыҙҙың таянысы, уға тулайым төбәк продуктының өстән бер өлөшө тура килә. Республикала был өлкә, бөтә ауырлыҡтарға һәм ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, үҫешеүен дауам итеүе бик яҡшы, тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, июлдә Рәсәй оборона министрлығы менән килешеү төҙөүселәргә түләүҙәр арттырылды. Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән барыусылар өсөн бер миллион һум 200 мең һумға тиклем түләүҙәр ҡаралған. Ул бер тапҡыр түләнә. Бынан тыш, ватан һаҡсыларына ай һайын 210 мең һум күләмендә хеҙмәт хаҡы бүленә. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн 117 - берҙәм белешмә телефон һандарына, 122 - Ситуация үҙәгенә йәки «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офисына, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталының «Контракт буйынса хәрби хеҙмәт» бүлегенә шылтыратырға кәрәк.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика санавиацияһы 500-ҙән ашыу осош яһаны

Диспетчер шылтыратыуына улар тулы әҙерлек һыҙығында тора. Кеше ғүмере хәүеф аҫтында булғанда, үлем менән йәшәү өсөн көрәшеүсе пациент янына санавиация ашыға.
Был юлы Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табиптары бригадаһы ашығыс рәүештә Илеш районына юлланды. Ауыр хәлдә 2-се һәм 3-сө дәрәжә тән бешеүе алған пациентты аышығыс эвакуациялау талап ителгән.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы белем усаҡтарында яңы уҡыу йылына әҙерлек барышын махсус комиссия тикшерҙе

Яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Мәғариф учреждениелары 1 сентябргә әҙерме? Баймаҡ районы белем усаҡтарында яңы уҡыу йылына әҙерлек барышын махсус комиссия тикшерҙе.
👍1
Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә әйтелгән төп белдереүҙәр

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелеүе ихтимал. Республикала ураҡ эштәре ике аҙна элек башланырға тейеш ине, әммә ҡойма ямғырҙар арҡаһында эштәр кисектерелде. Ҡайһы бер райондарҙа яуым-төшөмдөң ярты йыллыҡ нормаһы яуған.

Башҡортостан аграрийҙары былтырғы иген запасын 2025 йылға орлоҡҡа һаҡлай. 34 республика элеваторы һәм фермер келәттәре бер юлы 4 миллион тонна самаһы иген һәм майлы культуралар һаҡлау мөмкинлеген бирә.

Радий Хәбиров ямғырҙар арҡаһында бесән әҙерләргә өлгөрмәгән ауыл халҡына ярҙам итергә ҡушты. Етәкселәр ике аҙна дауамында бесән алыу өсөн кәрәкле сумманы билдәләргә һәм кешеләргә ярҙам итеү планын әҙерләргә тейеш.

Башҡортостанда ташҡындар 22 саҡрым оҙонлоҡтағы юлға зыян килтергән. Баймаҡ, Белорет, Йәрмәкәй, Йылайыр, Әбйәлил, Учалы һәм Салауат райондарында 18 күпер емерелгән. Зыян күләме 67 миллион һумға баһалана.

Шишмә районындағы «Патриот» паркында Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ.

Радий Хәбиров Владимир Путинға «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Даян Мурзин исемендәге башҡорт батальонының өлкән лейтенанты, взвод командиры Илдар Суфияровҡа һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исемен биреүҙе һорап мөрәжәғәт яҙасаҡ.

Йылҡысыларҙың тәнҡитенә бәйле, 15 - 16 августа Баймаҡ районында үтәсәк «Башҡорт аты» фестивалендә хоббихорсинг буйынса ярыштар ойошторолмаясаҡ.

Башҡортостанда «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленә 10 меңдән ашыу ҡунаҡ килеүе көтөлә.

Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан төбәк бүлеге етәксеһе Игорь Нурмөхәмәтов «Рекрут» проекты буйынса һәр контрактсы өсөн ирекмәндәргә 50-шәр мең һум аҡса түләргә тәҡдим итте. Проектта Башҡортостанда ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәргә ҡатнашырға мөмкин. Хәбиров был идеяны хупланы.

Эске эштәр министрлығының Юридик институты дипломдары йыл һайын Совет майҙанында тапшырыласаҡ.

Бөрө ҡалаһынан Рәсәй Геройы Борис Дудко Башҡортостанда барған «Батырҙар ваҡыты» программаһында ҡатнаша.

Өфөнө төҙөкләндереү 450 йыллыҡ юбилейҙы билдәләгәндән һуң да дауам итәсәк.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Благовар районынан күп бала тәрбиәләгән ғаилә федераль конкурста еңеү яуланы

Яҡуповтар «Йыл ғаиләһе-2024» федераль конкурсының «Ауыл ғаиләһе» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылған. Еңеүселәрҙе бүләкләү октябрҙә Мәскәүҙә үтә. Быйылғы конкурстың федераль этабына бөтәһе 388 ғариза ҡабул ителгән, уларҙың 88-е финалға үткән. Яҡуповтарҙың ғаилә бәхетенең сере нимәлә? Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Рәсәй ауыл хужалығы министры Оксана Лут менән осрашты

Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостанда ҡеүәтле һөтсөлөк фермалары төҙөүгә ярҙам итәсәк. Был турала Радий Хәбировтың федераль ведомство етәксеһе Оксана Лут менән осрашыуҙа һөйләшеп килешелде. Унда шулай уҡ үҫемлекселек өлкәһендә эшләүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү, ауылдарыҙы комплекслы үҫтереү программаһы буйынса ла мәсьәләләр күтәрелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡойма ямғырҙарға бәйле республикала ураҡ эштәре тотҡарлана

Әлегә 187 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралары йыйылған. Былтырғы менән сағыштырғанда, күрһәткес 3,5 процентҡа кәмерәк. Һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғо, ерҙең үтә лә дымлы булыуы уңыш сифатына ла кире тәьҫир итә. БЮТ ижади төркөмө Ишембай районы хужалыҡтарында булып, ужым һәм ярауай культураларҙың торошон белеште.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан санавиацияһы иҫәбендә 500-ҙән ашыу осош

Ауыр тән йәрәхәттәре алған пациенттарҙы үлемдән аралау маҡсатында һауаға күтәрелеү санавиация табиптары һәм осоусылары өсөн һөнәри бурыс. Белгестәр төпкөлдәрҙән һәм юл ҡатмарлы булған райондарҙан башҡала дауаханаларына ашығыс рәүештә пациенттарҙы «ҡанатлы медицина» ярҙамында алып килә. Республикалы был үтә лә яуаплы һәм яйға һалынған хеҙмәт. Башҡортостан табиптары тәүге осошто 4 йыл элек башҡарған. Ул саҡта республика Хөкүмәте һәм һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында субсидия бүленә, санавиация вертолеты һатып алынды һәм пациенттарҙы ҡотҡарыу осоштары башланды. Был хаҡта киләһе яҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта мутлашыусылар курьеры ҡулға алынған

Бәлиғ булмаған ғәйепләнеүсе бер нисә мутлашыу схемаһында ҡатнашыуын таныған. Егеттең эҙенә Эске эштәр министрлығына 87 йәшлек өләсәһенең аҡсаһын мутлашыусылар урлауы тураһында йәш ҡатын хәбәр иткәс төшәләр. Мутлашыусылар өлкән йәштәге ҡатынға уның килененә дауаханала аҡса кәрәк тип курьер ебәрә, пенсионер үҫмергә ышанып уға 1 млн һум аҡсаһын бирә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленә әҙерлек йылдам бара

Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар ҡамасаулаһа ла «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленә әҙерлек йылдам бара. Был турала район хакитмиәте башлығы Фәнис Әминев аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Радий Хәбировҡа белдергәйне. 15-16 августа үтәсәк «Башҡорт аты» фестивале өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла һәм байрам кимәленән сыҡты. Был фестиваль төбәктә туризмды үҫтереү, ошо өлкәлә эшләүсе бизнесты йәлеп итеүгә ҡоролған. Әле ирекмәндәр майҙанды тәртипкә килтерә. Ат ярыштарында ҡатнашыусылар ҙа күнекмәләр уҙғара.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районынан махсус хәрби операция биләмәһенә 21-се гуманитар ылау оҙатылды

Ике ай дауамында урындағы халыҡ һәм эшҡыуарҙар ярҙамында хәрбиҙәр өсөн кәрәк-яраҡ әйберҙәр тупланған. Шул иҫәптән 30-ҙан ашыу маскировка селтәре һәм костюмдар үрелгән. Гуманитар ылауға аҙыҡ-түлек, гигиена саралары, ҡорамалдар, шәхси посылкалар ингән. Барыһы ла яугирҙар һорауы буйынса йыйылған.
👏21👍1
Стәрлетамаҡта йөҙләгән кеше “Гөлнәзирә” бейеүен башҡарырға йыйына

16-18 августа ҡалала “Сауҙагәр 2.0” халыҡ-ара фестивале уҙа. Уның барышында башҡорт бейеүен башҡарыу буйынса флешмоб ойошторола. Сарала 12 төбәк һәм Беларусь, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандан вәкилдәр ҡатнашырға йыйына. “Сауҙагәр 2.0” фестивале Стәрлетамаҡ өсөн бренд сараһы иҫәпләнә. Ул ике йыл рәттән туризм өлкәһендә абруйлы премияға лайыҡ булды.
Мәктәптәрҙә барыһын да бушлай ашатырға тәҡдим итәләр

Дәүләт Думаһында бөтә уҡыусыларҙы бушлай йылы аш менән тәьмин итеү башланғысы күтәрелде. Әле 5-се-11-се класс уҡыусыларын да ашатыу мөмкинлеге өйрәнелә. Сығымдар федераль һәм төбәк бюджеттарынан бүленергә тейеш. Закон проекты әҙерләнгән. Бөгөн бушлай йылы аш менән башланғыс класс уҡыусылары, сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар тәьмин ителә.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яңауылда йәнә «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы сиктәрендә төҙөкләндереү эштәре бара

Әле ҡалала Социалистик һәм Киров урамдарында тротуарҙар яңыртыла. Элеватор һәм мәсет янындағы майҙансыҡтар төҙөкләндерелә. Эштәр май аҙағында башланған. Әлегәсә төҙөүселәр электр сымдары үткәреп яҡтыртыу ҡорамалдары өсөн бағаналар ултыртҡан. Бер юлы бордюрҙар ҙа урынлаштырыла. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 23 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.
🔥1