Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Дим районында Тимер юлсылар көнө уңайынан тантаналы байрам сараһы уҙҙы
Тимер юлсылар һөнәри байрамын билдәләй. Өфөнөң Дим районында Тимер юлсылар көнө уңайынан тантаналы байрам сараһы уҙҙы. Тармаҡ ветерандары, күп йылдар тимер юл хеҙмәтенә тоғро ҡалған эшселәр тәбрикләнде.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Аҡбуҙат» ипподромында ҡымыҙ бешеүселәр республика конкурсы ойошторолдо
Өфөлә иң тәмле фестиваль үтте. «Аҡбуҙат» ипподромында 18-се ҡымыҙ бешеүселәр республика конкурсы ойошторолдо. 20-нән ашыу хужалыҡ үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Сарала ҡатнашыусылар ҡымыҙҙың төрлө төрҙәрен тәмләп ҡарай алды.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә элекке «Победа»кинотеатры бинаһы ремонтлана
2017 йылдан башлап бина емерелә башлаған. Реконструкция тураһында ҡарар ваҡытында ҡабул ителә, һәм яңыртылғандан һуң бина йәш тамашасы театрына тапшырыласаҡ. Баш ҡаланың 450 йыллығына башҡа биләмәләр ҙә төҙөкләндерелә. Төбәк етәкселеге йәмәғәт киңлектәренең уңайлылығына ҙур иғтибар бүлә. Өфөнөң Калинин районында яңыртылыусы объекттар тураһында киләһе яҙмала.

❤2👍1
Уҙған йылдан ҡалған иген запасы 2025 йылда сәселәсәк
Был турала бөгөн хөкүмәттә, вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. - Әле келәттәрҙә 1 миллион тонна иген бар. Ул сағыштырмаса яҡшы һәм сифатлы. Быйылғы уңыштан орлоҡтоң сифатһыҙ булыуы көтөлә. Шуға уҙған йылдағы запасты 2025 йылда орлоҡ итеп ҡулланыбыҙ, тине министр. Республикала сәсеү өсөн 500 мең тонна орлоҡ кәрәк. Башҡортостанда 34 элеватор һәм келәт биналарында бер юлы 4 миллион тонна иген һаҡлау мөмкинлеге бар.

👍3
“Башҡорт аты” Халыҡ-ара фестиваленә 10 меңдән ашыу ҡунаҡ килеүе көтөлә
Был турала хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов белдерҙе.
Фестивалдә хәүефһеҙлек саралары үтәлә, хайуандарҙың именлеге айырым контролдә тотола. Профилле Дәүләт комитеты тейешле ветеринар-иҫкәртеү эшен алып бара. “Башҡорт аты” халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Быйыл Баймаҡ районы Граф күле янындағы майҙансыҡта 15-16 августа үтә. Урындағы етештереүселәрҙән ит һәм ҡымыҙ күргәҙмә-йәрминкәһе, түңәрәк өҫтәлдәр, конференция, аттар парады һәм башҡа халыҡ уйындары ойошторола.

❤3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар сәбәпле республикала ғәҙәттән тыш хәл режимы индереү күҙаллана
Әле сәсеүлектәре зыян күргән райондар тейешле документтар әҙерләй. Был турала ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, ужым культуралары артыҡ дымлылыҡтан шыта ла башлаған. Радий Хәбиров иһә ауыл халҡына мал аҙығы менән ярҙам итеү юлдарын да барларға ҡушты. Юғиһә ҡышҡылыҡҡа бесәнһеҙ инеү ҡурҡынысы бар.

Башҡортостанда «Рекрут « проекты эшләй башлай
Был акцияны республиканың Рәсәйҙең армия, авиация һәм флотҡа ирекле ярҙам итеү йәмғиәте тәҡдим итә. Акцияға ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләүселәргә ярҙам итеүселәр эшмәкәрлеге аҡсалата билдәләнәсәк. Был турала ойошма етәксеһе Игорь Нурмөхәмәтов аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

🤮2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ялға ҡайтҡан «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙарын МХО биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң рух күтәренкелеге менән йәнә алғы һыҙыҡҡа. «Өфө-Арена» спорт һарайы янындағы майҙанда «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкынан 120 хәрбиҙе оҙатыу тантанаһы үтте. Ғаиләләре янында улар ике аҙна булған. Махсус хәрби операция биләмәһенә БЮТ хәбәрсеһе - «Журналист» ҡушаматлы яугир ҙа юлланды.

😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат Артур Шәйнуровтың йәмәғәт ярҙамы штабы әүҙем эш алып бара
Уның составына 9 ышаныслы кеше ингән, барыһы ла һайлау алдынан яуаплы эшкә тотонған. Тәүмаҡсат - ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республика һайлаусыларын кандидаттың программаһы менән таныштырыу. Коммунистар партияһының төбәк бүлексәһе беренсе секретары Юнир Ҡотлоғужин билдәләүенсә, документ халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға, яңы эш урындары булдырыу, хеҙмәт хаҡын күтәреү һәм мохтаждарға өҫтәмә ярҙам саралары булдырыуға йүнәлтелгән. Район-ҡалаларҙа граждандар менән осрашыуҙар ойошторола башлаған, ҡыҙыҡһыныу ҙур булыуы күҙәтелә.

Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа елләтеү һәм төтөн юлдары ремонтлана
Йорттарҙың күбеһенә үткән быуат урталарында нигеҙ һалыныу сәбәпле, вентиляция каналдары ярайһы уҡ иҫкергән. Ремонт ваҡытына эшселәр һәм хужалар хәүефһеҙлеге маҡсатында йорттарҙа зәңгәр яғыулыҡ һүндерелә.
Йорттарҙың күбеһенә үткән быуат урталарында нигеҙ һалыныу сәбәпле, вентиляция каналдары ярайһы уҡ иҫкергән. Ремонт ваҡытына эшселәр һәм хужалар хәүефһеҙлеге маҡсатында йорттарҙа зәңгәр яғыулыҡ һүндерелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Киров районындағы 119-сы мәктәбенә капиталь ремонт эшләнә
Республикала яңы уҡыу йылына әҙерлек тулы ҡеүәтенә алып барыла. Өфөнөң Киров районындағы 119-сы мәктәбенә капиталь ремонт эшләнә. Сентябрҙә 1500 уҡыусы яңыртылған мәктәпкә киләсәк.
Республикала яңы уҡыу йылына әҙерлек тулы ҡеүәтенә алып барыла. Өфөнөң Киров районындағы 119-сы мәктәбенә капиталь ремонт эшләнә. Сентябрҙә 1500 уҡыусы яңыртылған мәктәпкә киләсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Благовар районында йәшәүсе Нәсимә Хәлилова йөҙөнсө тыуған көнөн билдәләне
Бер быуатлыҡ юбилей. Благовар районында йәшәүсе Нәсимә Хәлилова йөҙөнсө тыуған көнөн билдәләне. Ул күп балалы әсә генә түгел, ғүмерен уҡытыусылыҡ һөнәренә арнаған хөрмәтле шәхес тә.

Браконьерҙарҙың йылымы махсус хәрби операция ихтыяжы өсөн ҡулланыла
Халыҡ фронты тыйылған балыҡ тотоу ҡулайламаларын йыйыу тураһында иғлан итте. - Рөхсәтһеҙ кәсеп менән шөғөлләнеүселәрҙең алғы һыҙыҡтағыларҙа ярҙам итеү мөмкинлеге бар. Ау-йылымдарҙы аноним рәүештә тапшырырға мөмкин. Өфөнән бер кеше хәрбиҙәр өсөн 3 мең метр ау килтереп биргән дә инде. Беренсе ылау менән балыҡ тотоу кәрәк-яраҡтары махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыла, тип белдерҙе Халыҡ фронтының Башҡортостан башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин. Ау-йылымдар дрондарҙан һаҡланыу өсөн ҡулланыла. Халыҡ фронтының гуманитар ярҙам йыйыу үҙәге, Өфөлә, Киров урамы 1-се йортта урынлашҡан.

Башҡортостанда 2 сентябрҙә хәмер һатылмай
Быйыл 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килә. Шуға Белем байрамы сентябрҙең 2-еһендә уҙғарыла. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, республикала был көндө алкоголь һатылмай. - Бындай талап тәртип һаҡларға булышлыҡ итә, - тине парламент спикеры.
Быйыл 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килә. Шуға Белем байрамы сентябрҙең 2-еһендә уҙғарыла. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, республикала был көндө алкоголь һатылмай. - Бындай талап тәртип һаҡларға булышлыҡ итә, - тине парламент спикеры.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров бәләкәй һәм урта бизнес үҫеше тураһында яҙып сыҡты
Бәләкәй һәм урта бизнес - иҡтисадыбыҙҙың таянысы, уға тулайым төбәк продуктының өстән бер өлөшө тура килә. Республикала был өлкә, бөтә ауырлыҡтарға һәм ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, үҫешеүен дауам итеүе бик яҡшы, тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, июлдә Рәсәй оборона министрлығы менән килешеү төҙөүселәргә түләүҙәр арттырылды. Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән барыусылар өсөн бер миллион һум 200 мең һумға тиклем түләүҙәр ҡаралған. Ул бер тапҡыр түләнә. Бынан тыш, ватан һаҡсыларына ай һайын 210 мең һум күләмендә хеҙмәт хаҡы бүленә. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн 117 - берҙәм белешмә телефон һандарына, 122 - Ситуация үҙәгенә йәки «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офисына, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталының «Контракт буйынса хәрби хеҙмәт» бүлегенә шылтыратырға кәрәк.

Республика санавиацияһы 500-ҙән ашыу осош яһаны
Диспетчер шылтыратыуына улар тулы әҙерлек һыҙығында тора. Кеше ғүмере хәүеф аҫтында булғанда, үлем менән йәшәү өсөн көрәшеүсе пациент янына санавиация ашыға.
Был юлы Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табиптары бригадаһы ашығыс рәүештә Илеш районына юлланды. Ауыр хәлдә 2-се һәм 3-сө дәрәжә тән бешеүе алған пациентты аышығыс эвакуациялау талап ителгән.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы белем усаҡтарында яңы уҡыу йылына әҙерлек барышын махсус комиссия тикшерҙе
Яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Мәғариф учреждениелары 1 сентябргә әҙерме? Баймаҡ районы белем усаҡтарында яңы уҡыу йылына әҙерлек барышын махсус комиссия тикшерҙе.

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә әйтелгән төп белдереүҙәр
✅ Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелеүе ихтимал. Республикала ураҡ эштәре ике аҙна элек башланырға тейеш ине, әммә ҡойма ямғырҙар арҡаһында эштәр кисектерелде. Ҡайһы бер райондарҙа яуым-төшөмдөң ярты йыллыҡ нормаһы яуған.
✅ Башҡортостан аграрийҙары былтырғы иген запасын 2025 йылға орлоҡҡа һаҡлай. 34 республика элеваторы һәм фермер келәттәре бер юлы 4 миллион тонна самаһы иген һәм майлы культуралар һаҡлау мөмкинлеген бирә.
✅ Радий Хәбиров ямғырҙар арҡаһында бесән әҙерләргә өлгөрмәгән ауыл халҡына ярҙам итергә ҡушты. Етәкселәр ике аҙна дауамында бесән алыу өсөн кәрәкле сумманы билдәләргә һәм кешеләргә ярҙам итеү планын әҙерләргә тейеш.
✅ Башҡортостанда ташҡындар 22 саҡрым оҙонлоҡтағы юлға зыян килтергән. Баймаҡ, Белорет, Йәрмәкәй, Йылайыр, Әбйәлил, Учалы һәм Салауат райондарында 18 күпер емерелгән. Зыян күләме 67 миллион һумға баһалана.
✅ Шишмә районындағы «Патриот» паркында Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ.
✅ Радий Хәбиров Владимир Путинға «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Даян Мурзин исемендәге башҡорт батальонының өлкән лейтенанты, взвод командиры Илдар Суфияровҡа һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исемен биреүҙе һорап мөрәжәғәт яҙасаҡ.
✅ Йылҡысыларҙың тәнҡитенә бәйле, 15 - 16 августа Баймаҡ районында үтәсәк «Башҡорт аты» фестивалендә хоббихорсинг буйынса ярыштар ойошторолмаясаҡ.
✅ Башҡортостанда «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленә 10 меңдән ашыу ҡунаҡ килеүе көтөлә.
✅ Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан төбәк бүлеге етәксеһе Игорь Нурмөхәмәтов «Рекрут» проекты буйынса һәр контрактсы өсөн ирекмәндәргә 50-шәр мең һум аҡса түләргә тәҡдим итте. Проектта Башҡортостанда ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәргә ҡатнашырға мөмкин. Хәбиров был идеяны хупланы.
✅ Эске эштәр министрлығының Юридик институты дипломдары йыл һайын Совет майҙанында тапшырыласаҡ.
✅ Бөрө ҡалаһынан Рәсәй Геройы Борис Дудко Башҡортостанда барған «Батырҙар ваҡыты» программаһында ҡатнаша.
✅ Өфөнө төҙөкләндереү 450 йыллыҡ юбилейҙы билдәләгәндән һуң да дауам итәсәк.

Благовар районынан күп бала тәрбиәләгән ғаилә федераль конкурста еңеү яуланы
Яҡуповтар «Йыл ғаиләһе-2024» федераль конкурсының «Ауыл ғаиләһе» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылған. Еңеүселәрҙе бүләкләү октябрҙә Мәскәүҙә үтә. Быйылғы конкурстың федераль этабына бөтәһе 388 ғариза ҡабул ителгән, уларҙың 88-е финалға үткән. Яҡуповтарҙың ғаилә бәхетенең сере нимәлә? Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Радий Хәбиров Рәсәй ауыл хужалығы министры Оксана Лут менән осрашты
Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостанда ҡеүәтле һөтсөлөк фермалары төҙөүгә ярҙам итәсәк. Был турала Радий Хәбировтың федераль ведомство етәксеһе Оксана Лут менән осрашыуҙа һөйләшеп килешелде. Унда шулай уҡ үҫемлекселек өлкәһендә эшләүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү, ауылдарыҙы комплекслы үҫтереү программаһы буйынса ла мәсьәләләр күтәрелде.