Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Александр Прядко Өфөнән Валерий Чипизубовҡа рәхмәт хаты тапшырҙы
Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Александр Прядко «Үҙәк баҙар» комплексында хеҙмәт итеүсе һаҡсы Валерий Чипизубовҡа рәхмәт хаты тапшырҙы. Ир банкомат аша мутлашыусыларға аҡса күсерегә маташҡан ханымды был аҙымдан туҡтатҡан. Шул рәүешле ул ҡатындың ярты миллион һум аҡсаһын һәм нервыларын һаҡлап алып ҡалған.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Көйөргәҙе районында мотоцикл менән мопед бәрелешеүе һөҙөмтәһендә ике уҡыусының ғүмере өҙөлгән
Республика дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ҡот осҡос фажиғә төн уртаһында Шабағыш ауылында теркәлгән. Аварияла 16 һәм 17 йәшлек ике водитель юл-транспорт ваҡиғаһы урынында һәләк була, 14 һәм 18 йәшлек ике пассажир ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Йәш кешеләрҙең водитель таныҡлығы булмауы билдәле.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан табитары тәүге тапҡыр елек майын күсереп ултыртыу буйынса операция яһаны
Әмәлиәт Республика балалар клиник дауаханаһының онкология һәм гематология үҙәгендә башҡарылған. Табиптар коллективы быға оҙаҡ әҙерләнгән. Был эштә Дима Рогачев исемендәге балалар гематологияһы, онкология һәм иммунология үҙәге белгестәре ярҙам күрһәтә. Пациент - 10 йәшлек ҡыҙ, операцияны яҡшы кисерә. Элек бындай пациенттарға башҡа төбәктәргә операцияға йөрөргә тура килә ине. Хәҙер Өфөлә асылған балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге ярҙамында сифатлы дауалау алырға мөмкин.

Баймаҡта «Һаулыҡ марафоны» үтте
Баймаҡта «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проектына ярашлы «Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш» программаһын ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән «Һаулыҡ марафоны» үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының белгес-эксперты Ирина Карамова, Республика клиник инфекция дауаханаһының баш табибы, эпидемиолог Азат Мөхәмәтйәнов ҡатнашты.

Рәсәй мосолмандары Башҡортостандың тәүге имамы Хажи Хөсәйенбәк рухына аят бағышланы
14-се быуатта Башҡорт ерлегендә йолаларҙы, ғибәҙәт ҡылыу тәртибен халыҡҡа еткергән, мәғрифәтсе, дин әһеле Шишмә районының Ҡара-Яҡуп ауылы эргәһендә Аҡ зыяратта ерләнгән. Уның ҡәбере өҫтөндә кәшәнә төҙөлгән. Архитектур ҡомартҡы республика мосолмандары өсөн изге урын һанала. Шуға ла йыл һайын районда динданҙар йыйыны үтә. Форум сиктәрендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Мин Ислам динен өйрәнәм» конкурсы ла ойошторолдо.

«Башҡорт аты» Халыҡ-ара фестивалендә хоббихорсинг буйынса күрһәтмә сығыштар була
Баймаҡ районы Граф күле буйында ойоштороласаҡ «Башҡорт аты» Халыҡ-ара фестивалендә хоббихорсинг, йәғни уйынсыҡ атта йөрөү буйынса күрһәтмә сығыштар була. Шулай уҡ теләүселәр пониҙа һыбай йөрөү техникаһын үҙләштерә аласаҡ. Өфө районының «Жуков» ат клубы тарафынан балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ҡыҙыҡлы программа әҙерләнә.

❤1👍1
✅ Йылайыр районында «Аҫылташ – 2024» йәштәр мәғариф форумы үҙ эшен тамамланы. Республиканың маҡсатлы йәштәре өс көн дауамында бында белемдәрен камиллаштырҙы, уңышлы яҡташтарыбыҙ менән осрашты, оҫталыҡ дәрестәрендә һәм үҫтереүсе уйындарҙа ҡатнашты. Форум сиктәрендә «Батырҙар уҙышы» ла ойошторолдо.
📌 «Халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың киләсәге йәш быуындың ниндәй булыуы менән бәйле. Мин үҙем йәштәр сәйәсәтендә ҡатнаштым, һәм ул ваҡытта беҙ бындай саралар тураһында хыяллана ғына инек», – тип мөрәжәғәт итте форумда ҡатнашыусыларға республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов. Ул һәләтле йәштәр менән бергә Йылайыр районының «Дуҫлыҡ» лагерындағы йәштәр аллеяһына ағас үҫентеләре ултыртыуҙа ҡатнашты.
💎 «Аҫылташ» форумы Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
#асылташ2024 #аҫылташ #аҫылташ2024 #ФСГОРБ #РосмолодёжьГранты #БашМолодёжьЛ

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Павловка һыуһаҡлағысында быйыл йәй икенсе тапҡыр «Ташҡын» режимы индерелде
Был туҡтаһыҙ ямғырҙар яуыуы һөҙөмтәһендә һыу кимәләнең кинәт күтәрелеүе менән бәйле. Әле гидроузелда һыу ағымы күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда биш тапҡырға күбәрәк.
Был туҡтаһыҙ ямғырҙар яуыуы һөҙөмтәһендә һыу кимәләнең кинәт күтәрелеүе менән бәйле. Әле гидроузелда һыу ағымы күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда биш тапҡырға күбәрәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә хеҙмәт урынында йәрәхәтләнгән граждандарға автомобиль асҡыстары тапшырылды
Рәсәй социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе тарафынан хеҙмәт урынында йәрәхәтләнгән граждандарға автомобиль асҡыстары тапшырылды. Ун алты кеше махсус йыһазландырылған транспорт сараһы хужаһы булды. Дөйөм алғанда, 2001 йылдан программа буйынса меңдән ашыу инвалид был мөмкинлек менән файҙаланған.
Рәсәй социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе тарафынан хеҙмәт урынында йәрәхәтләнгән граждандарға автомобиль асҡыстары тапшырылды. Ун алты кеше махсус йыһазландырылған транспорт сараһы хужаһы булды. Дөйөм алғанда, 2001 йылдан программа буйынса меңдән ашыу инвалид был мөмкинлек менән файҙаланған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында осрашыуҙар үткәрҙе
Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары өс көн дауамында Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында халыҡ менән осрашыуҙар үткәрҙе. Һөйләшеү быйыл үтәсәк 6-сы съезға әҙерлек һәм йәмәғтселекте борсоған күренештәр тураһында барҙы. Һуңғы йылдарҙа башҡарылған эштәр, киләсәккә бурыстар ҡаралды.
Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары өс көн дауамында Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында халыҡ менән осрашыуҙар үткәрҙе. Һөйләшеү быйыл үтәсәк 6-сы съезға әҙерлек һәм йәмәғтселекте борсоған күренештәр тураһында барҙы. Һуңғы йылдарҙа башҡарылған эштәр, киләсәккә бурыстар ҡаралды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Атайсал» проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡта мәсет төҙөлдө
«Атайсал» проекты Башҡортостан халҡының күп проблемаларын хәл итте. Сөнки ул һәр кемгә кесе ватанына ярҙам итергә мөмкинлек бирә. Был идеяны төбәк башлығы Радий Хәбиров 2021 йылда күтәреп сыҡҡайны. Бер нисә йыл эсендә проект ҙур танылыу алды.
Стәрлетамаҡтағы «Мөхәммәтсәлим» мәсете 2012 йылда төҙөлә башлаған. Ул шәхси эшҡыуар Салауат Яппаров башланғысы менән сафҡа ингән. Дөйөм эшкә эшҡыуарҙарҙан алып ҙур булмаған пенсияһынан өлөш сығарған ябай халыҡ та үҙ ярҙамын күрһәтә.

Радий Хәбиров Төркиәнең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Танжу Бильгич менән осрашты
Унда берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Башҡортостандың 2023 йылғы тышҡы сауҙа әйләнеше күләме буйынса Төркиә икенсе урында тора. Башҡорт-төрөк мөнәсәбәттәре тарихы республикала ҙур төрөк компаниялары эшләгән осорҙағы сағыу миҫалдарға эйә, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты юбилей лейтенанттары сығарҙы
Дәртле көйҙәр урынына гимн, ә дискотеканы вальс һәм парадта үтеү алмаштырҙы. Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты юбилей лейтенанттары сығарҙы. Уҡыу йорто тарихында илленсе тапҡыр диплом тапшырыу тантанаһы үтте. Баш ҡаланың Совет майҙанында, Шайморатов һәйкәле янында уҙғарылған байрамда республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә Башҡортостандың бер нисә районы зыян күрҙе
Юлдар йыуылған, йорттарҙы һыу баҫҡан. Ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә Башҡортостандың бер нисә районы зыян күрҙе. Бигерәк тә Урал аръяғы төбәктәре ыҙа сигә. Һыу ғәрәсәте Учалы районы ауылдарын да урап үтмәне. Юл хәрәкәте өҙөлгән, уңышҡа зыян килгән, баҙҙар һыу менән тулған. Урында ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү барышы хаҡында киләһе яҙмала.

👍6👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың һынау лабораторияһында яңы уңыштың 7 мең тоннанан ашыу игене тикшерелгән
Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостандағы һынау лабораторияһында Евразия иҡтисади союзы илдәренә экспортлау өсөн яңы уңыштың 7 мең тоннанан ашыу игене тикшерелгән. Бойҙайға анализ ураҡ старт алыу менән башланған.
Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостандағы һынау лабораторияһында Евразия иҡтисади союзы илдәренә экспортлау өсөн яңы уңыштың 7 мең тоннанан ашыу игене тикшерелгән. Бойҙайға анализ ураҡ старт алыу менән башланған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың ауылдарында мәҙәниәт йорттарын яңыртыу буйынса эш алып барыла
Ауылдарҙа мәҙәниәт йорттары яңыра. Башҡортостанда ҙур мәҙәни саралар ойоштороу менән бер рәттән урындағы мәҙәниәткә лә булышлыҡ итеүгә ҙур иғтибар бүленә, эҙмә-эҙлекле ярҙам күрһәтелә. Быға район, ауыл клубтарында ойошторолған капиталь ремонт эше асыҡ миҫал.

👍5