БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров ауыл биләмәләре башлыҡтарының зона семинарында ҡатнашыусылар менән осрашты

Шишмә районында ойошторолған сараға республиканың 15 төбәге вәкилдәре йыйылды. Быйылғы осрашыу «Патриот» паркы биләмәһендә ике көн дауам итә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөгөн төп бурыс - махсус хәрби операцияға ярҙам итеү. Республика хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш. Тағы ла бер мөһим бурыс - урындарҙа тотороҡло социаль-иҡтисади хәлде тәьмин итеү.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө тотош Рәсәй онкологтары өсөн тәжрибә уртаҡлашыу үҙәгенә әйләнде

Баш ҡалала илдең иң абруйлы хирургтары операция яһаны. Улар башҡарған әмәлиәт тотош илгә трансляцияланды. Оҫталыҡ дәрестәрен ете йөҙҙән ашыу медицина учреждениеһы белгестәре ҡараны.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Нуриман районында «Баҫыу көнө» республика семинар-кәңәшмәһе үтте

Башҡортостан климаты 4 градусҡа тиклем йылынған, үҫемлектәрҙең вегетацияһы 8 көнгә тиклем күскән. Был турала бөгөн Нуриман районында үткән «Баҫыу көнө» республика семинар-кәңәшмәһендә билдәләнде. Шуға ҡарамаҫтан, төбәк ғалимдары селекция өлкәһендә уңышлы эш алып бара. Уларҙың хеҙмәте менән аграрийҙар тәжрибә участкаһында танышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районында һуңғы йылдарҙа барлыҡ спорт залдары ремонтланған

Һуңғы биш йылда Башҡортостан файҙаланыуға тапшырылған спорт ҡоролмалары һаны буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде. Әлеге ваҡытта республикала 13 меңдән ашыу спорт объекты иҫәпләнә. Шулай итеп, республика спорт ҡоролмалары һаны буйынса Мәскәүҙән һуң икенсе урында тора. Ейәнсура районында һуңғы йылдарҙа күп функциялы спорт майҙансыҡтары, ГТО нормативтарын тапшырыу биләмәһе сафҡа инә, райондағы барлыҡ спорт залдары ремонтланған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
25 июлдә БСТ телеканалында «Батырҙар дәүере» телемарафоны

Еңеү өсөн бөтә ил менән бергә. Һалдаттарҙың тиңһеҙ батырлығы. Ватанға тоғролоҡ һәм хәрби туғанлыҡ. Яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә ҡаралған федераль һәм төбәк түләүҙәре. Контракт өсөн - бер миллион.

Махсус хәрби операция буйынса һорауҙар һәм яуаптар БСТ телеканалында «Батырҙар дәүере» телемарафонында! 25 июлдә көнө буйы!
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Марат Хөснуллин Өфөгә эш сәфәре менән килде

Донъя кимәлендәге объект. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин Өфөлә төҙөлгән көрәш һарайына ошондай юғары баһа бирҙе. Вице-премьер Башҡортостанға эш сәфәре барышында төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше буйынса кәңәшмә уҙғарҙы, республика менән идара итеү үҙәгендә булды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Марат Хөснуллин Башҡортостан хаҡында үҙенең телеграм-каналында яҙҙы

Башҡортостан ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, үҙенең күрһәткестәрен бик яҡшы үтәй. Был юғары кимәлдәге ҙур системалы эш. Мәҫәлән, төбәк йылдан-йыл торлаҡ буйынса яҡшы динамика күрһәтә. Авария хәлендәге йорттарҙы күсереү буйынса ағымдағы программаны ваҡытынан алда тамамлай. Инфраструктура менюһы ҡоралдарын ҡуллана. Был турала үҙенең телеграм-каналында Марат Хөснуллин яҙҙы. Республикаға сәфәре барышында вице-премьер вертолетта төҙөлөш объектарын ҡараны.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә яңы участка эшенә старт бирелде

Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең һәм Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһының етештереү мөмкинлеген киңәйтәсәк яңы юғары технологиялы ҡорамалдар эшенә старт бирелде. Ил кимәлендәге берҙән-бер объектты асыу тантанаһында Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алиханов ҡатнашты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Ватан авиация двигателдәрен эшләү өсөн ҙур аҙым булыуын билдәләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡалаһының Ленин районы мобилизацияланған һалдаттарҙың позицияларына гуманитар ярҙам оҙатты

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Өфө ҡалаһының Ленин районы мобилизацияланған һалдаттарҙың позицияларына гуманитар ярҙам оҙатты. Атап әйткәндә, тәгәрмәсле мунса һәм бронялы Нива машинаһы ебәрелде. Ленин районы хакимиәте башлығы үҙе яңыраҡ Донбассҡа гуманитар ылау оҙатып барған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында төрлө өлкә табиптары халыҡты күсмә ҡабул итә башланы

«Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк». Баймаҡ районында төрлө өлкә табиптары халыҡты күсмә ҡабул итә башланы. Мобиль медицина комплексы был юлы Йылайыр зонаһына ҡараған ауылдарҙы ҡараясаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала Турахан халыҡ-ара этномәҙәни симпозиумына старт бирелде

Башҡортостанға икенсе ҡараш менән. Республикала Турахан халыҡ-ара этномәҙәни симпозиумына старт бирелде. Уны асыу Евразия күсмә цивилизациялар музейы биләмәһендә үтте. Төрлө илдәрҙән йыйылған 15 рәссам төбәктең иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылып картиналар яҙасаҡ. Һынлы сәнғәт өлгөләре Башҡортостан фондын тулыландырасаҡ. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һай, афарин, йәштәр!

Әбйәлил районынан Рената һәм Денис Ишҡоловтар туйҙа тәүге ғаилә бейеүен башҡара. Афарин!😍

Тағы ла күберәк милли рухтағы яҙмалар - «Башҡорттар» тапшырыуы төркөмөндә.
🔥5👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Туймазыны һыу баҫҡан

Туймазыла көслө ямғыр яуыуы сәбәпле, Туймазы йылғаһы ташҡан. Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, һыу кимәленең күтәрелеүе һөҙөмтәһендә ихаталар, гараждар һәм бер нисә йорт һыу эсендә ҡалған.

Ҡотҡарыусылар шунда уҡ ваҡиға урынына юлланған. Улар хәлгә мониторинг үткәрә, йорттар буйлап йөрөй.

«Календарҙа йәй булһа ла, беҙгә ташҡын менән көрәшергә тура килә. Әлеге ваҡытта халыҡты эвакуациялау талап ителмәй, — тип хәбәр иттеләр дәүләт комитетынан. — Яуым-төшөм кәмегәс, Туймазы йылғаһы ярҙарына ҡайта башланы. Белгестәребеҙ әле лә һыу баҫҡан биләмәләрҙә йәшәүселәргә ярҙам күрһәтергә әҙер тора».
😢2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йәрмәкәй районының Ҡарамалы шишмәһендә һыу кимәле күтәрелгән

Уҙған төндә ҡойма ямғыр яуыуы һөҙөмтәһендә Йәрмәкәй районының Ҡарамалы шишмәһендә һыу кимәле күтәрелгән. Ошо сәбәпле Түбәнге Ҡарамалы ауылында күпер йыуылған. Шулай уҡ 15 кеше йәшәгән һигеҙ йорт биләмәһе һыу аҫтында ҡалған. Ашығыс рәүештә урындағы халыҡты иҫкәртеү үткәрелә. Урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив төркөмө эшләй.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң бер төркөм яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Мобилизацияланған һәм үҙ теләге менән контракт төҙөгән бер төркөм яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яугирҙар ике йылға яҡын ил алдындағы бурысын үтәй. Күптәр иҫәп буйынса өсөнсөгә отпускыла булған. «Өфө-арена» комплексы янындағы майҙандан уларҙы яҡындары оҙатты. Билдәләнгән маршрут буйынса автобустар бүленгән, кире рейста хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмө ялға ҡайта.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йылайыр районында тиҫтәгә яҡын спорт төрө үҫешә

Тренировкалар үткәреү өсөн күп функциялы майҙансыҡтар, хоккей коробкалары сафҡа ингән. Был һәм башҡа объекттарҙы төҙөү һәр ваҡыт Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың иғтибар үҙәгендә булды. Республика етәксеһе спорт кешеләрҙә тик яҡшы сифаттарҙы ғына формалаштырыуын күп тапҡырҙар һыҙыҡ өҫтөнә алды.
👍1👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
25 июлдә Башҡортостан юлдаш каналында «Батырҙар дәүере» телемарафоны үтә

Еңеү өсөн бөтә ил менән бергә. Һалдаттарҙың тиңһеҙ батырлығы. Ватанға тоғролоҡ һәм хәрби туғанлыҡ. Яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә ҡаралған федераль һәм төбәк түләүҙәре. Контракт өсөн - бер миллион. Махсус хәрби операция буйынса һорауҙар һәм яуаптар республиканың төп телеканалында «Батырҙар дәүере» телемарафонында! 25 июлдә көнө буйы!
1👍1🔥1
Башҡортостандан «Вагнеровсы» ВСУ танкын шартлатҡан

Күмертауҙан «Вагнер» шәхси хәрби компанияһы яугиры Украина ҡораллы көстәренең һөжүмен кире ҡаҡҡан һәм дошман танкын юҡ иткән.

Егет ҡаршы көстәрҙең урынлашҡан урынын теүәл билдәләй алған һәм тәүге атыуҙа уҡ дошман төркөмөнә эләккән.

🎖Һалдат «Батырлыҡ өсөн», «ЛХР-ҙағы хеҙмәте өсөн», «Бахмут бәрелеше», «Вагнер» ҡара тәреһе» һәм «II дәрәжә яуҙа йәрәхәт алған өсөн» миҙал-ордендары менән бүләкләнгән..
👍5🔥31
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфөлә Геном үҙәге төҙөлөшө менән таныштырҙы

Төҙөлөш Евразия ғилми-белем биреү үҙәге - юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының икенсе сираты сиктәрендә алып барыла. Геном үҙәгендә фундаменталь һәм ғәмәли биомедицина тикшеренеүҙәре үткәреләсәк. Бында мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә дисциплина-ара проекттарҙы тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Бина 4 ҡаттан торасаҡ, дөйөм майҙаны - 5 мең ярым квадрат метр. Уны иң заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителәсәк.
🔥31👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда көслө ямғырҙар тураһында ашығыс иҫкәртеү яһаны

Иғтибар! Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда көслө ямғырҙар тураһында ашығыс иҫкәртеү яһаны. Бөгөн төндә һәм иртәгә тәүлек дауамында республикала көслө ҡойма ямғырҙар, ҙур боҙ-борсаҡ яуыуы, елдең секундына 22 метрға тиклем көсәйеүе, йәшен йәшнәүе хаҡында хәбәр итте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Абитуриенттарҙың күп өлөшө «Дәүләт хеҙмәттәре» порталын һайлай

Өфө фән һәм технологиялар университетының ҡабул итеү комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, әлегә 63 меңдән ашыу ғаризаның 55 проценты тап ошо ысул буйынса тапшырылған. Документтар 25 июлгә тиклем ҡабул ителә. Республика юғары уҡыу йорттарында асылған яңы йүнәлештәр, бюджет урындарға конкурс барышы хаҡында репортаж.
👍1