БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡортостандағы тәүге аҙыҡ-түлек банкы асылды

Ул кешеләргә бушлай аҙыҡ алырға йәки, киреһенсә, артығын бүлешергә ярҙам итә. Бөгөн бүлеү үҙәгенең баш офисы асылды. Аҙыҡ-түлек ошонда тупланасаҡ. Уларға башлыса 65 йәштән өлкәндәр, яҡын туғандары булмағандар һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр мохтаж. Социаль проекттың төп лозунгы «Бүлешеү мөһим» тигән тәрән мәғәнәгә эйә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Ауыл тренеры» программаһы уңышлы эшләп килә

Башҡортостанда «Ауыл тренеры» программаһы буйынса түләүҙе торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға - йорт, фатир, өй төҙөү өсөн участка һатып алыуға һәм төҙөлөшкә тотонорға мөмкин. Шулай уҡ 1 миллион һумға автомобиль һатып алырға, юғары йәки өҫтәмә белем биреү учреждениеларында уҡып сығырға була. Был программа менән Ейәнсура районынан 7 тренер файҙаланған.
4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда урып - йыйыу кампанияһы башланды

Тәүге мең тонна уңыш йыйып алынған да инде. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. «Ураҡ эштәренә республиканың көнбайыш райондары тотонған. Көньяҡта һәм Урал аръяғында әлегә ямғыр яуа. Дөйөм алғанда, йыл ғәҙәти булмаған, климат шарттары буйынса ҡатмарлы килә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров ауыл биләмәләре башлыҡтарының зона семинарында ҡатнашыусылар менән осрашты

Шишмә районында ойошторолған сараға республиканың 15 төбәге вәкилдәре йыйылды. Республика башлығы билдәләүенсә, былтыр 9 зона семинары үткәрелгән, уларҙың йомғаҡтары буйынса 68 йөкләмә бирелде, күпселеге үтәлгән. Быйыл осрашыуҙар форматын үҙгәртергә һәм «Патриот» паркы биләмәһендә ике көнлөк семинарҙар үткәрергә ҡарар ителгән. Бөгөн төп бурыс - махсус хәрби операцияға ярҙам итеү. Тәү сиратта, был беҙҙең яугирҙарға ярҙам итеүгә ҡағыла.
Радий Хәбиров, республика хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш, тип билдәләне.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районының Балалар сәнғәт мәктәбе яңы музыка ҡоралдары менән тулыланды

Ейәнсура районының Сөләймән Абдуллин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбе яңы музыка ҡоралдары менән тулыланды. Яңы музыка ҡоралдарынан көйҙәр ҙә моңлораҡ яңғырай, ти уҡыусылар. Дәрестәр хәҙер өр-яңы рояль, аккустик һәм һанлы пианино артында үтә. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә музыка мәктәбенә тағы ла баян, аккордион, гитара, домбра һатып алынған. Тынлы инструменттар менән шөғөлләнеүселәр ҙә ситтә ҡалманы.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районының үҙенсәлекле балалары ата-әсәләре менән бәләкәй сәйәхәткә сыҡты

Улар «Орленок» балалар һауыҡтырыу лагерына ҡунаҡҡа барҙы. Һаулыҡтары буйынса мөмкинлеге сикле балалар өсөн бер көнлөк ял. “Орленок”та улар тиҫтерҙәренең мөхитенә тиҙ ҡушылды: гитарала моңло йырҙартыңланы, дәртле бейеүҙәр ҡараны. Талкаҫ күле буйлап виртуаль экскурсия үтте. Ямғырлы һауа торошо ла уларҙың кәйефен һис төрөшмәне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Марат Хөснуллин Өфөлә төҙөлгән көрәш һарайына юғары баһа бирҙе

Донъя кимәлендәге объект. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин бөгөн Башҡортостанға эш сәфәре барышында Өфөлә төҙөлгән көрәш һарайына ошондай юғары баһа бирҙе.
Вице-премьер Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән спорт объектында булып төҙөлөш барышын ҡараны. Көрәш һарайы баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы айҡанлы төҙөлгән объекттарҙың береһе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров ауыл биләмәләре башлыҡтарының зона семинарында ҡатнашыусылар менән осрашты

Шишмә районында ойошторолған сараға республиканың 15 төбәге вәкилдәре йыйылды. Быйылғы осрашыу «Патриот» паркы биләмәһендә ике көн дауам итә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөгөн төп бурыс - махсус хәрби операцияға ярҙам итеү. Республика хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш. Тағы ла бер мөһим бурыс - урындарҙа тотороҡло социаль-иҡтисади хәлде тәьмин итеү.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө тотош Рәсәй онкологтары өсөн тәжрибә уртаҡлашыу үҙәгенә әйләнде

Баш ҡалала илдең иң абруйлы хирургтары операция яһаны. Улар башҡарған әмәлиәт тотош илгә трансляцияланды. Оҫталыҡ дәрестәрен ете йөҙҙән ашыу медицина учреждениеһы белгестәре ҡараны.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Нуриман районында «Баҫыу көнө» республика семинар-кәңәшмәһе үтте

Башҡортостан климаты 4 градусҡа тиклем йылынған, үҫемлектәрҙең вегетацияһы 8 көнгә тиклем күскән. Был турала бөгөн Нуриман районында үткән «Баҫыу көнө» республика семинар-кәңәшмәһендә билдәләнде. Шуға ҡарамаҫтан, төбәк ғалимдары селекция өлкәһендә уңышлы эш алып бара. Уларҙың хеҙмәте менән аграрийҙар тәжрибә участкаһында танышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районында һуңғы йылдарҙа барлыҡ спорт залдары ремонтланған

Һуңғы биш йылда Башҡортостан файҙаланыуға тапшырылған спорт ҡоролмалары һаны буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде. Әлеге ваҡытта республикала 13 меңдән ашыу спорт объекты иҫәпләнә. Шулай итеп, республика спорт ҡоролмалары һаны буйынса Мәскәүҙән һуң икенсе урында тора. Ейәнсура районында һуңғы йылдарҙа күп функциялы спорт майҙансыҡтары, ГТО нормативтарын тапшырыу биләмәһе сафҡа инә, райондағы барлыҡ спорт залдары ремонтланған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
25 июлдә БСТ телеканалында «Батырҙар дәүере» телемарафоны

Еңеү өсөн бөтә ил менән бергә. Һалдаттарҙың тиңһеҙ батырлығы. Ватанға тоғролоҡ һәм хәрби туғанлыҡ. Яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә ҡаралған федераль һәм төбәк түләүҙәре. Контракт өсөн - бер миллион.

Махсус хәрби операция буйынса һорауҙар һәм яуаптар БСТ телеканалында «Батырҙар дәүере» телемарафонында! 25 июлдә көнө буйы!
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Марат Хөснуллин Өфөгә эш сәфәре менән килде

Донъя кимәлендәге объект. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин Өфөлә төҙөлгән көрәш һарайына ошондай юғары баһа бирҙе. Вице-премьер Башҡортостанға эш сәфәре барышында төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше буйынса кәңәшмә уҙғарҙы, республика менән идара итеү үҙәгендә булды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Марат Хөснуллин Башҡортостан хаҡында үҙенең телеграм-каналында яҙҙы

Башҡортостан ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, үҙенең күрһәткестәрен бик яҡшы үтәй. Был юғары кимәлдәге ҙур системалы эш. Мәҫәлән, төбәк йылдан-йыл торлаҡ буйынса яҡшы динамика күрһәтә. Авария хәлендәге йорттарҙы күсереү буйынса ағымдағы программаны ваҡытынан алда тамамлай. Инфраструктура менюһы ҡоралдарын ҡуллана. Был турала үҙенең телеграм-каналында Марат Хөснуллин яҙҙы. Республикаға сәфәре барышында вице-премьер вертолетта төҙөлөш объектарын ҡараны.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә яңы участка эшенә старт бирелде

Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең һәм Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһының етештереү мөмкинлеген киңәйтәсәк яңы юғары технологиялы ҡорамалдар эшенә старт бирелде. Ил кимәлендәге берҙән-бер объектты асыу тантанаһында Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алиханов ҡатнашты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Ватан авиация двигателдәрен эшләү өсөн ҙур аҙым булыуын билдәләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡалаһының Ленин районы мобилизацияланған һалдаттарҙың позицияларына гуманитар ярҙам оҙатты

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Өфө ҡалаһының Ленин районы мобилизацияланған һалдаттарҙың позицияларына гуманитар ярҙам оҙатты. Атап әйткәндә, тәгәрмәсле мунса һәм бронялы Нива машинаһы ебәрелде. Ленин районы хакимиәте башлығы үҙе яңыраҡ Донбассҡа гуманитар ылау оҙатып барған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында төрлө өлкә табиптары халыҡты күсмә ҡабул итә башланы

«Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк». Баймаҡ районында төрлө өлкә табиптары халыҡты күсмә ҡабул итә башланы. Мобиль медицина комплексы был юлы Йылайыр зонаһына ҡараған ауылдарҙы ҡараясаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала Турахан халыҡ-ара этномәҙәни симпозиумына старт бирелде

Башҡортостанға икенсе ҡараш менән. Республикала Турахан халыҡ-ара этномәҙәни симпозиумына старт бирелде. Уны асыу Евразия күсмә цивилизациялар музейы биләмәһендә үтте. Төрлө илдәрҙән йыйылған 15 рәссам төбәктең иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылып картиналар яҙасаҡ. Һынлы сәнғәт өлгөләре Башҡортостан фондын тулыландырасаҡ. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һай, афарин, йәштәр!

Әбйәлил районынан Рената һәм Денис Ишҡоловтар туйҙа тәүге ғаилә бейеүен башҡара. Афарин!😍

Тағы ла күберәк милли рухтағы яҙмалар - «Башҡорттар» тапшырыуы төркөмөндә.
🔥5👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Туймазыны һыу баҫҡан

Туймазыла көслө ямғыр яуыуы сәбәпле, Туймазы йылғаһы ташҡан. Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, һыу кимәленең күтәрелеүе һөҙөмтәһендә ихаталар, гараждар һәм бер нисә йорт һыу эсендә ҡалған.

Ҡотҡарыусылар шунда уҡ ваҡиға урынына юлланған. Улар хәлгә мониторинг үткәрә, йорттар буйлап йөрөй.

«Календарҙа йәй булһа ла, беҙгә ташҡын менән көрәшергә тура килә. Әлеге ваҡытта халыҡты эвакуациялау талап ителмәй, — тип хәбәр иттеләр дәүләт комитетынан. — Яуым-төшөм кәмегәс, Туймазы йылғаһы ярҙарына ҡайта башланы. Белгестәребеҙ әле лә һыу баҫҡан биләмәләрҙә йәшәүселәргә ярҙам күрһәтергә әҙер тора».
😢2