БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Красный Луч ҡалаһында күп фатирлы йорттарҙың береһенең ҡыйығын капиталь ремонтлау тамамлана

Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһында күп фатирлы йорттарҙың береһенең ҡыйығын капиталь ремонтлау тамамлана. Махсус инфраструктура проекты сиктәрендә Башҡортостан быйыл шеф-төбәк булараҡ бында 6 ҡыйыҡты яңыртырға планлаштыра. Уларҙың ҡайһы берҙәре авария хәлендә.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез районының Дарьино ауылында фажиғәле хәл теркәлгән

16 йәшлек үҫмер мотоциклда өс йәйәүлене бәрҙергән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 17 йәшлек ҡыҙ медицина учреждениеһында вафат булған, ике йәйәүле һәм мотоцикл водителе дауаханаға оҙатылған. Зыян күргәндәрҙең береһе - дүрт айлыҡ бала. Әле авария сәбәптәре асыҡлана.
😱4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡтағы «Башҡорт ихатаһы»на асфальт түшәлә

Билдәле булыуынса, республика программаһы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылда ғәмәлгә ашырыла башланы. Тәүге биш йыл 400 мең кеше йәшәгән 1 мең 326 ихата төҙөкләндерелде. Эштәрҙе башҡарыуға йүнәлтелгән сығымдарҙың күбеһе республика бюджетынан бүленә. Теманың дауамы Баймаҡ ҡалаһынан әҙерләнгән репортажда.
👍3
❤️ Әлшәй яугире мәсетте йүнәтеүгә миллион һум аҡса күсергән

Әлшәй районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан «Закир» позывнойлы һалдат Шафран ауылы мәсетен йүнәтеүгә һәм төҙөкләндереүгә бер миллион һум аҡса күсергән.
👍6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров һәм Сергей Когогин «Нефаз» предприятиеһы етештереү ҡеүәттәре менән танышты

«Нефаз» предприятиеһы киләсәктә йылына 3 мең автобус йыйырға ниәтләй. Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн заводта заманса роботлаштырылған комплекс урынлаштырыла. Яңы линияларҙан тыш өс инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Заводтың етештереү ҡеүәттәре менән бөгөн Башҡортостан башлығы һәм «Камаз» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Сергей Когогин танышты. Радий Хәбиров Нефтекамала шулай уҡ «Аттика» предприятиеһында, социаль учреждениеларҙа булды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Нефтекамала махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре һәм ҡатындары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Нефтекама ҡалаһында махсус хәрби операцияла һәләк булған Денис Богданов, Валерий Фаршатов, Альберт Латипов, Артем Бурасов, Руслан Әхмәҙиев, Андрей Ташкинов, Тимур Стогов, Илмир Вилданов, Рөстәм Вәлиевтың ата-әсәләре һәм ҡатындары менән осрашты. Республика етәксеһе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ихлас ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм уларға Шайморатов орденын тапшырҙы. Һеҙҙең улдарығыҙ ысын геройҙар, улар менән менән ғорурлана алаһығыҙ, тине Радий Хәбиров.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ысынбарлыҡҡа тап килмәгән хаҡ һүҙ була алмай

Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадрановтың Баймаҡ районы халҡы менән осрашыуынан һуң ҡайһы бер баҫма һәм телеграм-каналдар халыҡ властарҙы тәнҡитләй тигән мәғлүмәттәр сығарҙы. Иҫбатлау маҡсатында урында йәшәүсе кешенең сығышын яҙҙырып һалғандар. Ләкин был видео киҫәгендә һуңынан нимә булғанын күрһәтмәгәндәр. БЮТ хәбәрселәре был яҙмаларҙың ысынбарлыҡҡа тап килмәүен фашланы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районының мәҙәниәт өлкәһе ыңғай үҙгәрештәр кисерә

Һуңғы йылдарҙа ауыл клубтары тәртипкә килтерелә, яңы йыһаздар менән байытыла. Район үҙәгендәге мәҙәниәт йортона ла заманса ҡоролмалар һатып алынған. Быларҙың барыһы ла төрлө проекттарҙа ҡатнашыу һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырылған. Яңы уңайлыҡтар халыҡты мәҙәни тормошҡа йәлеп итеүҙе еңеләйтә, ти урындағылар.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлебаш районында урынлашҡан лагерҙа яңы смена башланды

51 йыл дауамында бында яҡын-тирәләге төбәктәрҙән һәм Рәсәйҙең ҡаһы бер субъектарынан меңдәрсә бала ял итә. Быйыл, яңы исем алып, реконструкция үткәндән һуң, элекке «Орленок» лагеры 600-ҙән ашыу баланы ҡабул итте.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Фәрзәнә көнбайышҡа атлай» фильмы төшөрөлә башланы

«Фәрзәнә көнбайышҡа атлай». Тиҙҙән Ватан кинематографияһы тулыланасаҡ картина ошо исем менән сыға. Ҡуйыусы режиссер Булат Йосопов бөгөн ижади коллектив менән яңы фильм өҫтөндә эш башланы. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған кинотаҫма Учалы районындағы ысын хәл-ваҡиғаларға таянып яҙылған.
Киләһе аҙнала Благовещен ҡалаһында “Ғаилә менән балыҡ тотабыҙ” тип аталған Бөтә Рәсәй фестивале уҙа. Ул Ғаилә йылына арнала. “Беҙ ғаиләләрҙе һәм туғандарҙы берләштерергә, тәбиғәттә әүҙем ял итеүҙе пропагандаларға булдыҡ”, тип белдерә сараны ойоштороусылар. Фестиваль барышында балыҡ тотоу буйынса ярыш, оҫталыҡ дәресе уҙғарыла, белгес кәңәше алырға мөмкин. Балалар өсөн уйындар һәм ярыштар ҡаралған. Фестивалдә 5 кешенән торған ғаилә командалары ҡатнаша ала. Заявкалар 24 июлгә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Благовещен районы хакимиәте сайтында танышырға була.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Федераль ҡаҙнасылыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре МХО-ға маскировка селтәрҙәре үрә

Күңел ҡушыуы буйынса. Федераль ҡаҙнасылыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияға маскировка селтәрҙәре үрә.
Ойошманың тамаша залы ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Берәүҙәр махсус ҡоролмала туҡыманы таҫмаларға ҡырҡа, икенселәре оҙон таҫмаларҙы үрерлек итеп бүлә, өсөнсөләре селтәр бәйләй. Ә ике ҙур өҫтәл артында маскировка селтәрҙәрен үреү бара. Федераль ҡаҙнасылыҡ хеҙмәткәрҙәре тәүҙә селтәр үрергә «Масксети щит Өфө» ойошмаһына йөрөгән. Һуңынан уңайлыраҡ булһын өсөн был эште үҙҙәрендә ойошторорға хәл иткән.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһенә уйнаҡлап йөрөгән зубр менән видеояҙма һалған

Ә был беҙҙең зубр быҙауы. Ул Күгәрсен районында төшөрөлгән. Күрәһең, ҡырағай хайуанға беҙҙең башҡорт урмандарында оҡшай. Белорус-башҡорт зубрҙары ғаиләһендә быҙауҙар артабан да барлыҡҡа килер тип ышанабыҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Нефтекамала урындағы баҡсасылар өсөн 30 бушлай сауҙа майҙансығы булдырылған

Радий Хәбиров төбәккә эш сәфәре барышында баҡса яны участкаларында урындағы халыҡтың һата торған сауҙа майҙансыҡтарын ҡараны. Республика етәксеһе баҡсасылар менән аралашты, улар өсөн булдырылған бушлай сауҙа рәттәре уңайлымы, тип ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ йәшелсә, картуф һәм ер еләге һатып алды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында «Башҡорт аты» Халыҡ-ара фестиваленә әҙерлек барышы тикшерелде

Аттар парады, ҡымыҙ-фест һәм батырҙар ярышы. Баймаҡ районында «Башҡорт аты» Халыҡ-ара фестиваленә әҙерлек барышы тикшерелде. Йола буйынса ул Граф күле буйында үтәсәк. Сара йылҡысылыҡ, ҡымыҙ бешеү, кәсептәр, спорт ярыштары традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында уҙғарыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Яҡутов исемендәге паркта «Йәй байрамы» үтте

Был сарала Донбасс һәм Фәләстан балалары ҡатнашты. Байрамға шулай уҡ баш ҡаланың Киров районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың балалары ла саҡырылды. Йәш ҡунаҡта өсөн ҡыҙыҡлы анимация программаһы әҙерләнгән, йыр, бейеү һәм аттракциондар ойошторолған. Шулай уҡ балалар Башҡортостанда етештерелгән туңдырма менән һыйланды. Сараны дәүләт йыйылышы-ҡоролтайҙың йәштәр йәмәғәт палатаһы 3 йыл ойоштора.
👍2
Ҡайғылы хәбәр...

Махсус хәрби операцияла Сибай театр-концерт берекмәһенең артисы, талантлы бейеүсе Рәил Ханов һәләк булды...

Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ... Яугир менән бәхилләшеү 19 июлдә Ҡорама ауылының 1 май урамында урынлашҡан мәсет янында уҙғарыла.
😢5👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумына 5 меңдән ашыу ҡунаҡ киләсәк

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында күләмле сараға әҙерлек буйынса федераль ойоштороу комитетының беренсе ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко үткәрҙе. Вице-премьер форумдың илдәге иң ҙур халыҡ-ара спорт ваҡиғаларының береһе буласағын билдәләне
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәте»н үткәрҙе

Унда иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында яңы проекттар ҡаралды. «Нефтекама ит комбинаты» етәкселеге эшкәртеү предприятиеһын яңыртыу пландары менән уртаҡлашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаҡша күперенең бер өлөшөндә асфальт-бетон япмаһын түшәү тамамланыу алдында

Бөгөн юлсылар күпер яндауҙарын тулыһынса яңыртыуға тотонған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, объектта төҙөкләндереү эштәре «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса алып барыла. Ремонтҡа 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡортостандағы тәүге аҙыҡ-түлек банкы асылды

Ул кешеләргә бушлай аҙыҡ алырға йәки, киреһенсә, артығын бүлешергә ярҙам итә. Бөгөн бүлеү үҙәгенең баш офисы асылды. Аҙыҡ-түлек ошонда тупланасаҡ. Уларға башлыса 65 йәштән өлкәндәр, яҡын туғандары булмағандар һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр мохтаж. Социаль проекттың төп лозунгы «Бүлешеү мөһим» тигән тәрән мәғәнәгә эйә.
👍1