БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҫҡа ваҡытлы отпусктан һуң бер төркөм яугирҙар йәнә үҙ подразделениеһы урынлашҡан ергә юлланды

Ялдан һуң йәнә яуға. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпусктан һуң бер төркөм яугирҙар йәнә үҙ подразделениеһы урынлашҡан ергә юлланды. Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ ике аҙнаны туғандары, яҡындары менән мөмкин тиклем файҙалы һәм һөҙөмтәле үткәрергә тырышҡан. «Старый» ҡушаматлы яугир мәҫәлән мунса төҙөп өлгөргән.
«Акбар» ҡушаматлы артиллерист ике аҙнаны ысын мәғәнәһендә ялға бағышлаған. Йәш яугир һөйгән ҡыҙы менән диңеҙгә ял итергә барып та өлгөргән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БСТ телеканалы «Юлдаш» радиоһы менән берлектә яугирҙарға аҡса йыйыу тураһында иғлан итә

Башҡортостан юлдаш телеканалы «Юлдаш» радиоһы менән берлектә махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам итеү өсөн аҡса йыйыу тураһында иғлан итә. Маҡсат - автомобиль өсөн дрондар баҫтырыу системаһын һатып алыу. Уны «Башҡортостан» полкы хәрбиҙәренә тапшырырға ниәтләйҙәр. Алығы һыҙыҡта репортаждар төшөргән ваҡытта журналист Гүзәл Хәмитова радиоэлектрон көрәш системаһының әһәмиәтен яҡшы аңлай. Бындай РЭБ һалдаттар ғүмерен ҡотҡара һәм дошман дрондарына ҡаршы тора. Шуға ла ярҙам итеү идеяһы барлыҡҡа килә. Аҡсаны 5469 0600 2035 7783 Гүзәл Сулпан ҡыҙы Х карта номеры буйынса күсерергә мөмкин. Киләһе сәфәрендә журналист аппаратураны яугирҙарға тапшырырға ниәтләй.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районындағы йәйге лагерҙа балалар агросменаһы эшләй

Һөнәри йүнәлешле ял. Стәрлетамаҡ районындағы йәйге лагерҙа балалар агросменаһы эшләй. Өс аҙна дауамында уҡыусылар ауыл хужалығы менән яҡындан таныша. Үҫеп килгән йәш быуын экскурсия менән эшкәртеү предприятиеларына бара, фермерҙар менән аралаша, емеш-еләк питомниктарына йөрөй. Былар барыһы ла, киләсәктә тармаҡҡа яңы йәш кадрҙарҙы йәлеп итергә ярҙам итәсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында «Өлгөлө йорт» конкурсы үтте

Үҙҙәре йәшәгән төбәкте төҙөкләндереүҙе маҡсат итеп ҡуйған был конкурстың ойоштороусылары булып яҡташтар, төрлө ерҙә уңышлы эшләп йөрөүсе ауылдаштар, Башҡортостандың Йәштәр йәмәғәт палатаһы, Баймаҡ районы хакимиәте һәм Татлыбай ауыл советы торҙо.
Хәйбулланан “Хонда” ҡушаматлы яугир Рәсәй наградаһына лайыҡ булған.

Президент Владимир Путиндың указы менән хәрбигә Изге Георгий орденының IV дәрәжә Георгий Тәреһе тапшырылған. Был турала Хәйбулла районы хакимиәтенә һылтанып, Республика менән идара итеү үҙәге хәбәр итә. 

“Хонда” хәрби бурыстарҙы үтәгәндә батырлыҡ күрһәтә. Ул 2023 йылдың майынан башлап алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. Яралана, әммә реабилитация үткәндән һуң, кире махсус хәрби операцияға китә.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Үзбәкстандың Ҡарағалпаҡстан Юғары советы рәйесе менән осрашты

Башҡортостанда үҙебеҙҙе өйҙәге кеүек хис итәбеҙ. Был турала Үзбәкстандың Ҡарағалпаҡстан Юғары советы рәйесе Аманбай Орынбаев белдерҙе. Парламент етәксеһе рәйеслегендәге сит ил делегацияһы Өфөгә эшлекле сәфәр менән килде. Бөгөн ҡунаҡтар Республика менән идара итеү үҙәгендә граждандар мөрәжәғәттәренә яуап биреү системаһы менән танышты. Артабан кәңәшмә барышында туғандаш республика етәкселеге вәкилдәре ике төбәк араһында хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен барланы.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә фундаменталь медицина институты асылды

Башҡортостан ғалимдары онкологияға ҡаршы сара уйлап табыу өсөн тағы ла бер аҙым яһаны. Яман шеш һәм инфекция ауырыуҙарына ҡаршы тыумыштан килгән иммунитетты Башҡорт дәүләт медицина университетының яңы фундаменталь медицина институты хеҙмәткәрҙәре өйрәнәсәк. Бөгөн ғилми медицина учреждениеһын асыуҙа Башҡортостан башлығы, Дәүләт Думаһы депуттары ҡатнашты. 3 ҡатлы объектта урынлашҡан 6 лабораторияла ғалимдар күҙәнәктәрҙе тергеҙеү, һынауҙар өсөн 3д биомоделдәр төҙөү, импланттар сығарыу менән шөғөлләнер, тип көтөлә.
🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаҡша күперенең төҙөкләндереүгә бәйле, ҡала яны поезд составы арттырылды

Өфөлә автобус хәрәкәтенә төҙәтмәләр индерелде һәм Шаҡша күперенең төҙөкләндереүгә бәйле, ҡала яны поезд составы арттырылды. Бындай ҡарар юл үткәргес ябылғандан һуң, тәүге 2 көндә хәлде күҙәтеү йомғаҡтары буйынса ҡабул ителде. Был турала республиканың Юл хужалығы һәм транспорт министрлығында үткән брифинг барышында әйтелде. Шулай уҡ чиновниктар күперҙә алып барылған эштәр менән яҡындан танышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлебаш районында эшләүсе фермер ауыл хужалығының алдынғы технологияларын үҙләштерә

Баҫыу өҫтөндә пилотһыҙ осоу аппараты. Стәрлебаш районында эшләүсе фермер Вадим Кинйәбыҙов мул уңыш йыйып алыуы өсөн ауыл хужалығының алдынғы технологияларын үҙләштерә. Әле үк баҫыуҙарҙа дрондар үҫемлектәрҙе эшкәртә, барлыҡ техника глонасс системаһына тоташтырылған, орлоҡтарҙы сәсеү No Till технологияһына ярашлы үтәлә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы Башҡортостандың иң спортсы ауылы

Чемпиондар төйәге. Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы Башҡортостандың иң спортсы ауылы тип атарға мөмкин. Төбәктә тиҫтәгә яҡын спорт төрө киң үҫеш алған. Спорт ярыштарын да, ГТО нормативтарын тапшырыуҙа балалар ҙа, йәштәр ҙә, өлкән быуын вәкилдәре лә әүҙем ҡатнаша, юғары күрһтәкестәргә өлгәшә. Быйыл Әбделмәмбәттә Башҡортостан башлығы грантына спорт майҙансығы ла асылған. Заманса ҡоролмалар мәктәп ихатаһында урынлаштырылған.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Учалы районында булды

Учалы тау сәнәғәте колледжының ике йылдан үҙ дөйөм ятағы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был турала бөгөн республика башлығының төбәккә эш сәфәре барышында әйтелде. Мәғлүм булыуынса, мәғариф учреждениеның әлегә тиклем студенттар өсөн айырым йәшәү урыны булмаған. Ошоно иҫәпкә алып, уҡыу корпусы киләсәктә үҙгәртеп ҡороласаҡ. Проект-смета документация сығымдары Учалы тау байыҡтырыу комбинаты ярҙамында ҡапланасағы билдәле. Был предприятиеның 70 йыллығында ҡабул иткән ҙур проект.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Учалы районында МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты

Радий Хәбиров Учалы районында махсус хәрби операцияла һәләк булған Рим Закиров, Артур Бирғәлин, Нәдип Ваһапов, Артур Йомағужин, Арыҫлан Кирәев һәм Ринат Фәттәховтың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе яугирҙарҙың яҡындарының ҡағыларын уртаҡлашты. Радий Хәбиров әйтеүенсә, уларҙың һәр береһе герой һәм хәтер һаҡлау беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ. Башҡортостан башлығы яугирҙарҙың ата-әсәләренә генерал Шайморатов ордендары тапшырҙы .
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында тау-мәғдән компаниялары етәкселәренә иҫкәртеү яһалды

Улар менән Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов аралашты. Предприятиеларҙың ҙур йөк машиналары урындағы юлдарҙы емерә, ә яуаплылыҡтан ҡасыу өсөн ташыусылар ауырлыҡ контроле пункттары алдында машиналарҙан номерҙарын сисә.
1👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан көслө ямғыр һәм елдән зыян күрә

Емерелгән күперҙәр, йәмшәйгән машиналар һәм һыу аҫтында ҡалған ихаталар. Башҡортостан көслө ямғыр һәм елдән зыян күрә. Һуңғы бер нисә көндә генә республикала яуым-төшөм сәбәпле бер нисә ғәҙәттән тыш хәл теркәлде. Башгидромет хеҙмәткәре хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә һауа торошо үҙгәрмәйәсәк. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл республикала «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса 143 биәләмә төҙөкләндереләсәк

Ҡалаларҙа ғына түгел, күп фатирлы йорттар булған ауыл ихаталары ла яңырыу кисерә. Быйыл республикала «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса 143 биәләмә төҙөкләндереләсәк. Тәү сиратта күптән реновация талап ителгән урындар һайланған. Ремонт эшенең барышы тураһында киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль программаһы йылдам эшләп килә

Ауылдарҙы яңыртыу һәм халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү өсөн. Башҡортостанда «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль программаһына ярашлы төҙөкләндеүе эштәре ҡайнай. Уларҙың береһе Стәрлебаш районыныда ла бара. Әмир ауылында 1987 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә асылған стелла яңыртыла. Бер рәттән башҡа проекттар буйынса ла ремонт эше башланып тора. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Рәсәйҙә БРИКС илдәре Спорт уйындары еңеүселәренә аҡсалата премия тапшырыла. Премьер-министр Михаил Мишустин Хөкүмәт ҡарарына ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, уйындарҙа еңеүселәргә 358 мең һум түләнә, көмөш миҙалға – 179, бронза награда яулағандар – 107,5 мең һум ала. Аҡсалата премия спортсыларҙы әҙерләгән тренерҙарға ла тәғәйенләнә. БРИКС илдәре Спорт уйындары Ҡазанда уҙҙы. Унда милли команда составында Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты. Беҙҙең республика атлеттары 12 алтын, 7 көмөш һәм 1 бронза миҙалға эйә булды.
👍2
Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәйкәлдәрҙе тәртипкә килтереү буйынса проект башланды. Рәсәй Президенты һәм Республика Башлығы указдарына ярашлы “Тере хәтер” тигән акция ойошторола. Ул Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан саралар планына ингән. Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты вәкилдәре тәүгеләрҙән булып акцияға ҡушылды. Улар Ишембай районы Үрнәк ауылындағы стеланы тәртипкә килтереү өсөн бер көнлөк эш хаҡын күсерҙе һәм һәйкәлгә нигеҙ һалыуҙа ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һыу баҫыуҙан зыян күргән Баймаҡ һәм Йылайыр райондарына ярҙам күрһәтеләсәк

Ә башҡаланың Театр урамы Өфө арбатына әйләнә. Был турала Республика менән идара итеү үҙәгенәдә уҙған Хөкүмәт кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе. Кәңшәмлә шулай уҡ юлдарҙы ремонтлау, берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре тураһында һүҙ барҙы. Аҙнаның төп темалары тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта илдә тәүге модулле дауахана барлыҡҡа киләсәк

Быға тиклем Башҡортостанда тиҙ ҡоролмалы биналарҙы тик фельдшер-акушер пункттары, китапхана һәм башҡа социаль объекттар урынлаштырыу өсөн төҙөйҙәр ине. Районда медицина учреждениеларына ҡытлыҡ мәсьәләһен властар тиҙ ҡоролмалы биналар менән хәл итә.
Урамдарға яҡтылыҡ, керәҙле элемтәне яҡшыртыу, зәңгәр яғыулыҡ үткәреү, дарыухана һәм фаптар төҙөү. Ишмөхәмәт, Йылайыр һәм Татлыбай ауылдарында йәшәүселәр көнүҙәк мәсьәләләрҙе барлай. Республика башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ахзат Бадранов ойоштороған осрашыу тәү сиратта хәл ителергә тейеш проблемаларҙы асыҡланы. Шуларҙың береһе Урғаҙа ауылында дауахана булмауы.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
10 июлдән Оборона министрлығы менән контракт төҙөүсе граждандарға түләүҙәр артты

Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса, 10 июлдән Оборона министрлығы менән контракт төҙөүсе граждандарға түләүҙәр артты. Бығаса бер тапҡыр бирелә торған сумма күләме 205 мең һум тәшкил итһә, хәҙер ул республика бюджеты иҫәбенә 505 мең һумға тиклем күтәрелде. Шулай итеп контракт төҙөүселәр Оборона министрлығы һәм республика муниципалитеттары түләгән аҡса менән бергә бөтәһе миллион һум аласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте республика халҡы ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәге офистарында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала.