БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.12K photos
7.82K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Рәсәйҙә эшләп йөрөгән пенсионерҙарға ла түләү арта. Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа ошоға бәйле закон проектын ҡабул итте. Киләһе йылдан хаҡлы ялдағы бөтә кешеләргә лә пенсия индексациялана бара. Бының өсөн 2025 йылда бюджеттан өҫтәмә 95,4 миллиард һум тотонола. Рәсәй Президенты Владимир Путин быйыл Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында эшләп йөрөгән пенсионерҙарға ла айлыҡ түләүҙәрҙе арттырып барырға тәҡдим итте.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда вахта ысулы менән эшкә ҡалыусылар һаны буйынса Иглин районы беренсе килә

Әлеге ваҡытта Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә 83 кеше урынлашҡан. Хәтерегеҙгә төшөрөбеҙ, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вахта юлы менән эшләүселәрҙе тыуған ерҙә ҡалдырыуға иҫәпләнгән «Башҡорт вахтаһы» проектына йыл башында старт биргәйне. Ярты йыл эсендә генә 100-ҙән ашыу кеше эш менән тәьмин ителгән.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы Дмитриева Поляна ауылы халҡынан махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ярҙам

Шаран районы Дмитриева Поляна ауылы халҡынан махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ярҙам. Ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр ирекмәндәр төркөмәнә берләшеп яугирҙарға күрһәткән ярҙамы хаҡында киләһе яҙмала.
👍31
Мәләүездә 21 йәшлек студент ҡыҙ ҡыяр ашағандан һуң сәсәп үлгән

Республика уҡыу йорттарының береһендә ҡот осмалы хәл. Эвелина исемле 21 йәшлек ҡыҙ ҡыяр ашаған һәм сәсәп киткән. Ризыҡ тамағына торған. Бүлмәләш ҡыҙы уға ярҙам итергә маташҡан, хәленән килмәгәс, табиптарҙы саҡырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ятаҡҡа килеп еткән табиптар студенттың үлемен теркәгән.

Яҡындары был хәлгә ышанмай. Ярҙам ваҡытында күрһәтелмәгән тип, тикшереү үткәреүҙе талап иткән.
👎1😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Майҙанда Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны, тигеҙ сафҡа баҫҡан яҡташтарыбыҙ дәүләт наградалары менән бүләкләнде.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районында «Сәйфелмөлөк нәҫеле» Уҡлыҡая итәгенә шәжәрә байрамына йыйылды

Ташаҫты ауылы янында урынлашҡан «Башҡортостан йөрәге» этнокомплексында ойошторолған шәжәрә байрамы хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
👍21
Рәсәйҙә айырылышҡан өсөн дәүләт пошлинаһы 8 тапҡыр артыуы ихтимал

Финанс министрлығы шундай тәҡдим әҙерләгән. Документ Дәүләт Думаһына ебәрелгән. Әле айырылышҡан өсөн 650 һум һалым түләйҙәр. Киләсәктә дәүләт пошлинаһы 5 меңгә тиклем етә. Закон ҡабул ителгән осраҡта, ул киләһе йылда көсөнә инә. Бынан тыш, исем алмаштырған йәки юғалған документтарҙы ҡайтанан тергеҙеү өсөн күберәк һалым түләргә тура киләсәк.
1👍1🤡1
Радий Хәбиров авиатөҙөлөш өсөн үҙенсәлекле фәнни асыштар менән танышты. Башҡортостан Башлығы бөгөн Өфөлә Рәсәй фәндәр академияһының Металдарҙың үтә һығылмалылыҡ мәсьәләләре институтында эш сәфәре менән булды. Ғалимдар Рәсәй самолеттарына ҡуйылған двигателдәр өсөн вентилятор ҡанаттары уйлап тапҡан. Үҙенсәлекле иретмәнән яһалған өлгөләр юғары сифатлы. Институтта шулай уҡ Росатом предприятиеларында ҡулланылған инновацион ҡорамалдар уйлап сығарылған. Радий Хәбиров йәштәр лабораторияларында эшләгән ғалимдар менән аралашты, шулай уҡ күргәҙмәне ҡараны.
1
Башҡортостанда 20 яугир “Геройҙар ваҡыты” программаһы буйынса уҡый башлаған.

Унда махсус хәрби операция ветерандары ҡатнаша ала. Республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә яҙыуынса, Өфөлә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы бинаһында һайлап алыу пункты ойошторолған. “Геройҙар ваҡыты” кадрҙар программаһын Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан итте. Уға юғары белеме булған махсус хәрби операция ветерандары ҡушыла ала.
👍2
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үҙәк хәрби округы командующийы Дмитрий Глушенковҡа “Патриот” паркын күрһәтте.

Радий Хәбиров һәм генерал-лейтенант Дмитрий Глушенков “Авангард” уҡытыу-методик үҙәге казармаһын ҡараны. Бында мәктәп уҡыусылары 5 көн дауамында башланғыс хәрби әҙерлек үтә. Башҡортостан Башлығы һәм Үҙәк хәрби округы командующийы биләмәлә федераль программа буйынса төҙөлгән торлаҡ биналарын ҡараны. Йорттар төҙөлөп бөткәс паркта 10 меңдән ашыу курсант әҙерлек үтә аласаҡ.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда фәнни технопарк булдырыла

Был турала Башҡортостан башлығы бөгөн Рәсәй фәндәр академияһының металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында үткән «Фән сәғәте»ндә белдерҙе.
Металдарҙың үтә һығылмалылығы институты Башҡортостандағы төп фәнни үҙәктәрҙең береһе, ғалимдарҙың асыштары авиация, машиналар эшләү тармағында киң ҡулланыла. Уларҙы нефть эшкәртеү сәнәғәтенә лә индереү планлаштырыла.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанға автомобилдәрҙе ҡуртымға алыу мөмкинлеге яңынан индерелә

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың «Делимобиль» компанияһына нигеҙ һалыусы Винченцо Трани менән осрашыуында белдерелде.
«Каршеринг» компанияһының Өфөгә тәүге тапҡыр килеүе түгел. 2017 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында делимобилдәр йөрөй башлағайны. Әммә пандемия арҡаһында уларҙың эшмәкәрлеге туҡтатылды. Әле «Делимобиль» кире ҡайтырға әҙер. Беренсе этапта Өфө биләмәһендә 500 автомобиль файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Патриот» паркында лайыҡлы киләсәккә нигеҙ һалына

Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, генерал-лейтенант Дмитрий Глушенков Башҡортостанда алып барылған хәрби-илһөйәрлек тәрбиә эшен юғары баһаланы. Радий Хәбиров хәрби етәксене Шишмә районындағы парк мөмкинлектәре менән таныштырҙы.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ урамдарының береһенә МХО-ла һәләк булған подполковник Олег Ташматовтың исеме биреләсәк

Стәрлетамаҡ урамдарының береһенә махсус хәрби операцияла һәләк булған подполковник Олег Ташматовтың исеме биреләсәк. Олег Ташматов Украиналағы хәрби бәрелешкә тәүгеләрҙән булып саҡырыла. Тик яуҙарҙың береһендә дошман ярсығы хәрбиҙен ғүмерен өҙә. Һәләк булғас, уның вазифаһына атаһы күсә. Закир Ташматов - шулай уҡ бөтә ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнаған офицер. Ошо көндәрҙә ул йәрәхәт алғандан һуң, Стәрлетамаҡ ҡалаһына ялға ҡайтты.
🔥4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында йылына 3000 тоннанан ашыу еләк үҫтерелә

Шаран эшҡыуарҙары республика халҡына уның 72 төрлө сортын тәҡдим итә. Төбәкте тәмле еләк менән данлаусы уңғандар хаҡында репортаж.
👍75
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Урал батыр» эпосын йәш башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды

1998 йылдан үткәрелгән конкурс быйыл ул Өфөнөң 450, Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналды. Балалар Рәсәйҙең төрлө төбәктәрен, хатта Запорожье өлкәһенән дә ҡатнашты. Илдең яңы субъекты уҡыусылары Башҡортостанға әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ ярҙамында килгән. Улар «Урал батыр» конкурсы тураһында һөйләгән, юл хаҡын да түләгән.
👍41
Өфө дәүләт циркы ике йылдан төҙөкләндерелә башлай

Эштәр 2028 йылда тамамланырға тейеш. Башҡортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова ошо турала белдерҙе. Объект федераль милек булып иҫәпләнә. Республика проектты әҙерләү өсөн киткән сығымдарҙы ҡаплата. Дәүләт циркын тәртипкә килтереүгә 2 миллиард һум аҡса бүлеү ҡарала.
👍5
Рәсәйҙә сит илгә рөхсәтһеҙ сыҡҡан депутаттарҙы вазифаһынан бушаталар

Дәүләт Думаһына ошоға бәйле закон проекты индерелгән. Документҡа ярашлы, депутаттар һәм сенаторҙар сит илгә сығыуҙы алдан килешеп башҡарырға тейеш. Юғары вазифа биләгән кешеләр дәүләт серен тота. Закон проекты хәҙерге шарттарҙа именлек һәм хәүефһеҙлек талаптарынан сығып әҙерләнгән. Быға тиклем ҡайһы бер депутаттар хыянат иткән өсөн мандатын юғалтты.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Белоруссияла

Республика вәкилдәре Витебскиҙа Беларусь һәм Рәсәй төбәктәренең 11-се форумында ҡатнаша, шулай уҡ дуҫ дәүләттең өлкәләре һәм ҡалалары менән хеҙмәттәшлек тураһында яңы килешеүҙәр төҙөй. Сәфәрҙең тәүге көнөндә Радий Хәбиров Витебск өлкәһе губернаторы Александр Субботин менән осрашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө эргәһендәге Зубов ауылында мини-футбол менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыла

Проектҡа өҫтөнлөклө статус бирелә. Спорт комплексы төҙөлөшө Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән «Инвестиция сәғәте»ндә тикшерелде.
1