БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.12K photos
7.82K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда сығарылыш кисәләре көнө иғлан ителде

Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин әйтеүенсә, 9-сы кластар өсөн өлгөргәнлек аттестаттары – 28 июндә, 11-се кластарға – 29 июндә тапшырыла. Мәктәптәргә тантаналы сараларҙа бөтә именлек талаптарын теүәл үтәү бурысы ҡуйыла. Быйыл уҡыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшкән егеттәр һәм ҡыҙҙарға алтын һәм көмөш миҙалдар ҙа тапшырыла. Республикала 9-сы класты – 50 мең, 11-класты – 15 мең ярым уҡыусы тамамлай.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һөнәргә тоғролоҡ йәки «Яңылыҡтар» хеҙмәтендә үткән 30 йыл

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының монтаж режиссеры Гөлшат Вәлиеваның бар хеҙмәт юлы яңылыҡтар менән бәйле.
Гөлшат Нәғим ҡыҙы республиканың төп телеканалына 1994 йылдың 1 апрелендә осраҡлы рәүештә, үҙен һынап ҡарау өсөн килә. Әммә телевидение уның яҙмышына әйләнә. Гөлшат Вәлиева ошо йылдар эсендә үҙен яуаплы хеҙмәткәр, ышаныслы коллега итеп таныта, тырышлығы менән редакцияла абруй, хөрмәт ҡаҙана. Шуға ҡарамаҫтан, ҙуртәжрибә туплаған хеҙмәттәшебеҙ яҡын киләсәктә үҙен икенсе өлкәлә һынап ҡарарға уйлай.
👍3
Башҡортостан депутаттары төндә бәләкәй кибеттәрҙә алкоголь һатыуҙы тыйырға ниәтләй. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы аҙаҡҡы ултырышы үтте. Унда спиртлы эсемлектәр әйләнешенә бәйле законға үҙгәреш ҡаралды. Ҡанун проектына ярашлы торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡатында асылған аҙыҡ-түлек магазиндарында төнгө ваҡытта алкоголь һатыу сикләнә. Профилле комитет рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов аңлатма бирә.
“Был закон проекты спиртлы эсемлек ҡойоп һатҡан магазиндар проблемаһын хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Бындай урындар, ғәҙәттә, торлаҡ йорттарҙа урынлашҡан була Улар үҙҙәрен дөйөм туҡланыу урыны булараҡ күрһәтеп, алкоголь менән теләһә ҡайһы ваҡытта сауҙа итә. Унда эсергә яратыусылар килеп тула. Иҫерек кешеләр торлаҡ йорттарҙа йәшәүселәргә ныҡ ҡамасаулай. Федераль законға үҙгәрештәр был мәсьәләне хәл итеү хоҡуғын төбәктәргә бирҙе. Араҡы ҡойоп һата торған урындарға зарланыусылар күп, ялыуҙар даими килә. Уларҙы иҫәпкә алып, торлаҡ йорттар биләмәһендә төнгө ваҡытта хәмер һатыуҙы тыйырға тәҡдим итәбеҙ”.


Торлаҡ йорттарҙағы бәләкәй кибеттәрҙә төндә алкоголь һатыуҙы тыйған закон проекты быйыл көҙ икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡарала.
1
Башҡортостанда мутлашыусылар тоҙағына эләккәндәр өсөн махсус реабилитация программаһы әҙерләнгән

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә яҙыуынса, психотерапевт һәм психиатрҙар ярҙам итергә әҙер. Мутлашыусылар ҡорбаны булғандар баш мейеһен, йөрәген, эске тән ағзаларын тикшертә ала, шулай уҡ стресс, ҡурҡыу һәм борсоу тойғолары менән көрәшеү өсөн дауалау үтә ала. Әле 20-нән ашыу кеше медицина ярҙамы алған. Табиптарға ышаныс телефонына шылтыратып мөрәжәғәт итергә була. Телефоны – 8(347) 295-02-36.
1
Башҡорт батыры, Рәсәй Геройы Альберт Зәйнуллин яҡташтары менән осрашҡан

Силәбе өлкәһендә Башҡортостан вәкиле Әлфир Байымов социаль селтәрҙә яҙыуынса, сара Арғаяш районы Мәтәл ауылында үткән. Рәсәй Геройы тыуған яғына ҡайтып яҡташтары менән сәй табыны артында осрашып аралашҡан. Альберт Зәйнуллин быйыл махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы өсөн юғары наградаға тәҡдим ителде. Батыр егетте Алтын йондоҙ миҙалы менән Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙе бүләкләне.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә күп функциялы Көрәш һарайы төҙөлөшө дауам итә

Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына бағышланған тарихи объект төҙөлөшө менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Ҙур комплекста спорт көрәше мәктәбе, 3400 кешегә иҫәпләнгән универсаль зал, ҡунаҡхана, конференция залы һәм башҡа бүлектәр буласаҡ. Көҙ көнө Көрәш һарайы «Рәсәй - спорт державаһы» Халыҡ-ара форумын ҡабул итер тип күҙаллана.
👍2
Танылған блогер Рөстәм Нәбиев Ирәмәлгә күтәрелгән. Тауға ул командаһы менән бергә артылған.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһының парламент фракцияһы йыйылышында ҡатнашты

Осрашыуҙа «Берҙәм Рәсәй» ҙән Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары алдында торған бурыстар ҡаралды. Йыйылыш башында фракция етәксеһе Салауат Хөсәйенов төбәк парламентының көҙгө һәм яҙғы сессиялары эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Башҡортостан башлығы, Хөкүмәт тарафынан тәҡдим ителгән ҡануни башланғыстарҙы «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы депутаттары әүҙем тикшерҙе, тине Салауат Хөсәйенов.
1
Рәсәйҙә эшләп йөрөгән пенсионерҙарға ла түләү арта. Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа ошоға бәйле закон проектын ҡабул итте. Киләһе йылдан хаҡлы ялдағы бөтә кешеләргә лә пенсия индексациялана бара. Бының өсөн 2025 йылда бюджеттан өҫтәмә 95,4 миллиард һум тотонола. Рәсәй Президенты Владимир Путин быйыл Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында эшләп йөрөгән пенсионерҙарға ла айлыҡ түләүҙәрҙе арттырып барырға тәҡдим итте.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда вахта ысулы менән эшкә ҡалыусылар һаны буйынса Иглин районы беренсе килә

Әлеге ваҡытта Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә 83 кеше урынлашҡан. Хәтерегеҙгә төшөрөбеҙ, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вахта юлы менән эшләүселәрҙе тыуған ерҙә ҡалдырыуға иҫәпләнгән «Башҡорт вахтаһы» проектына йыл башында старт биргәйне. Ярты йыл эсендә генә 100-ҙән ашыу кеше эш менән тәьмин ителгән.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы Дмитриева Поляна ауылы халҡынан махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ярҙам

Шаран районы Дмитриева Поляна ауылы халҡынан махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ярҙам. Ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр ирекмәндәр төркөмәнә берләшеп яугирҙарға күрһәткән ярҙамы хаҡында киләһе яҙмала.
👍31
Мәләүездә 21 йәшлек студент ҡыҙ ҡыяр ашағандан һуң сәсәп үлгән

Республика уҡыу йорттарының береһендә ҡот осмалы хәл. Эвелина исемле 21 йәшлек ҡыҙ ҡыяр ашаған һәм сәсәп киткән. Ризыҡ тамағына торған. Бүлмәләш ҡыҙы уға ярҙам итергә маташҡан, хәленән килмәгәс, табиптарҙы саҡырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ятаҡҡа килеп еткән табиптар студенттың үлемен теркәгән.

Яҡындары был хәлгә ышанмай. Ярҙам ваҡытында күрһәтелмәгән тип, тикшереү үткәреүҙе талап иткән.
👎1😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Майҙанда Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны, тигеҙ сафҡа баҫҡан яҡташтарыбыҙ дәүләт наградалары менән бүләкләнде.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районында «Сәйфелмөлөк нәҫеле» Уҡлыҡая итәгенә шәжәрә байрамына йыйылды

Ташаҫты ауылы янында урынлашҡан «Башҡортостан йөрәге» этнокомплексында ойошторолған шәжәрә байрамы хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
👍21
Рәсәйҙә айырылышҡан өсөн дәүләт пошлинаһы 8 тапҡыр артыуы ихтимал

Финанс министрлығы шундай тәҡдим әҙерләгән. Документ Дәүләт Думаһына ебәрелгән. Әле айырылышҡан өсөн 650 һум һалым түләйҙәр. Киләсәктә дәүләт пошлинаһы 5 меңгә тиклем етә. Закон ҡабул ителгән осраҡта, ул киләһе йылда көсөнә инә. Бынан тыш, исем алмаштырған йәки юғалған документтарҙы ҡайтанан тергеҙеү өсөн күберәк һалым түләргә тура киләсәк.
1👍1🤡1
Радий Хәбиров авиатөҙөлөш өсөн үҙенсәлекле фәнни асыштар менән танышты. Башҡортостан Башлығы бөгөн Өфөлә Рәсәй фәндәр академияһының Металдарҙың үтә һығылмалылыҡ мәсьәләләре институтында эш сәфәре менән булды. Ғалимдар Рәсәй самолеттарына ҡуйылған двигателдәр өсөн вентилятор ҡанаттары уйлап тапҡан. Үҙенсәлекле иретмәнән яһалған өлгөләр юғары сифатлы. Институтта шулай уҡ Росатом предприятиеларында ҡулланылған инновацион ҡорамалдар уйлап сығарылған. Радий Хәбиров йәштәр лабораторияларында эшләгән ғалимдар менән аралашты, шулай уҡ күргәҙмәне ҡараны.
1
Башҡортостанда 20 яугир “Геройҙар ваҡыты” программаһы буйынса уҡый башлаған.

Унда махсус хәрби операция ветерандары ҡатнаша ала. Республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә яҙыуынса, Өфөлә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы бинаһында һайлап алыу пункты ойошторолған. “Геройҙар ваҡыты” кадрҙар программаһын Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан итте. Уға юғары белеме булған махсус хәрби операция ветерандары ҡушыла ала.
👍2
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үҙәк хәрби округы командующийы Дмитрий Глушенковҡа “Патриот” паркын күрһәтте.

Радий Хәбиров һәм генерал-лейтенант Дмитрий Глушенков “Авангард” уҡытыу-методик үҙәге казармаһын ҡараны. Бында мәктәп уҡыусылары 5 көн дауамында башланғыс хәрби әҙерлек үтә. Башҡортостан Башлығы һәм Үҙәк хәрби округы командующийы биләмәлә федераль программа буйынса төҙөлгән торлаҡ биналарын ҡараны. Йорттар төҙөлөп бөткәс паркта 10 меңдән ашыу курсант әҙерлек үтә аласаҡ.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда фәнни технопарк булдырыла

Был турала Башҡортостан башлығы бөгөн Рәсәй фәндәр академияһының металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында үткән «Фән сәғәте»ндә белдерҙе.
Металдарҙың үтә һығылмалылығы институты Башҡортостандағы төп фәнни үҙәктәрҙең береһе, ғалимдарҙың асыштары авиация, машиналар эшләү тармағында киң ҡулланыла. Уларҙы нефть эшкәртеү сәнәғәтенә лә индереү планлаштырыла.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанға автомобилдәрҙе ҡуртымға алыу мөмкинлеге яңынан индерелә

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың «Делимобиль» компанияһына нигеҙ һалыусы Винченцо Трани менән осрашыуында белдерелде.
«Каршеринг» компанияһының Өфөгә тәүге тапҡыр килеүе түгел. 2017 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында делимобилдәр йөрөй башлағайны. Әммә пандемия арҡаһында уларҙың эшмәкәрлеге туҡтатылды. Әле «Делимобиль» кире ҡайтырға әҙер. Беренсе этапта Өфө биләмәһендә 500 автомобиль файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Патриот» паркында лайыҡлы киләсәккә нигеҙ һалына

Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, генерал-лейтенант Дмитрий Глушенков Башҡортостанда алып барылған хәрби-илһөйәрлек тәрбиә эшен юғары баһаланы. Радий Хәбиров хәрби етәксене Шишмә районындағы парк мөмкинлектәре менән таныштырҙы.
1