БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.12K photos
7.82K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Эстонияла милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың хәтерен хөрмәтләп һаҡлайҙар

7 - 9 июндә Эстонияла Иҫке Таллин ҡалаһы көндәре үткән. Ошонда тыуып үҫкән башҡорт егете, табип Илнур Хәйруллин эстон телендә сара ҡунаҡтарына Салауат Юлаев хаҡында һөйләгән.

Фотоһүрәттә - Илнур Длинный Герман башняһы янында, Салауат Юлаев Рогервикҡа зинданға ябылыр алдынан тап ошонда 30 метр тәрәнлектә тотҡонлоҡта була. Был хаҡта мәғлүмәттәр Виктор Сидоровтың китаптарында бар.
Илнур Хәйруллиндың сығышы киләһе видеояҙмала: https://vk.com/video-19539250_456239993
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Ҡазанда үткән БРИКС уйындарында еңеү яулаған Башҡортостан вәкилдәре ҡотланы

Спортсыларыбыҙ 12 алтын, 7 көмөш һәм 1 бронза миҙал яуланы. Төбәк башлығы социаль селтәрҙә яҡташтарыбыҙҙың Рәсәй йыйылмаһының наградалар тупланмаһына ҙур өлөш индереүен билдәләне. Республика илдең иң ҙур спорт үҙәге булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы. БРИКС илдәре уйындарында 90 илдән 4 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Рәсәй йыйылма командаһы составына 18 Башҡортостан спортсыһы инде. Улар бокс, бадминтон, көрәш, спорт көрәше, билбау көрәше, фехтование, каратэ, байдарка һәм каноэла ишеү кеүек спорт төрҙәрендә сығыш яһай.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Парламенты яҙғы сессияны йомғаҡланы

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың каникул алдынан һуңғы 12-се ултырышы үтте. Депутаттар бөтәһе 5 тиҫтәнән ашыу закон проектын ҡараны, Республикала ауыл хужалығын үҫтереү буйынса дәүләт программаһының үтәлеше тикшерелде. Пленар ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ халҡы махсус хәрби операция башланғандан алып 360 тонна самаһы гуманитар ярҙам йыған

Ошо көндәрҙә муниципалитет етәкселеге яҡташ яугирҙар хеҙмәт иткән илдең яңы төбәктәренә тағы ла бер конвой алып барҙы.
Йөк составында юғары үтеүсәнлектәге автомобилдәр, мотоциклдар, техника, радиоэлектрон көрәш саралары һәм коптерҙар, маскировка селтәрҙәре, интрументтар, запас частар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр. Барыһы ла яугирҙарҙың үҙ заказы буйынса.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БСТ телеканалы «Юлдаш» радиоһы менән берлектә МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеү өсөн аҡса йыя

Башҡортостан юлдаш телеканалы «Юлдаш» радиоһы менән берлектә махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам итеү өсөн аҡса йыйыу тураһында иғлан итә. Маҡсат - автомобиль өсөн дрондар баҫтырыу системаһын һатып алыу. Уны «Башҡортостан» полкы хәрбиҙәренә тапшырырға ниәтләйҙәр. Алығы һыҙыҡта репортаждар төшөргән ваҡытта журналист Гүзәл Хәмитова радиоэлектрон көрәш системаһының әһәмиәтен яҡшы аңлай. Бындай РЭБ һалдаттар ғүмерен ҡотҡара һәм дошман дрондарына ҡаршы тора. Шуға ла ярҙам итеү идеяһы барлыҡҡа килә. Аҡсаны: (5469 0600 2035 7783 ГҮЗӘЛ СУЛПАН ҠЫҘЫ Х.) карта номеры буйынса күсерергә мөмкин. Киләһе сәфәрендә журналист аппаратураны яугирҙарға тапшырырға ниәтләй.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVI Төбәк-ара конкурсы башланды

Баш ҡаланың 450 йыллығына арнап ойошторолған сараны тәүге тапҡыр Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты ҡабул итте. Фән докторҙары, педагог, фольклорсыларҙан торған жюри ағзалары эпосты яңғыҙ башҡарыусылар һәм коллектив сығыштарҙы айырым баһалаясаҡ.
1
Радий Хәбиров Өфөлә Көрәш һарайы төҙөлөшө менән танышты. Спорт объекты баш ҡаланың Октябрь районында урынлашҡан. Ул Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан төҙөлә. Бина бейек мәрмәр колонналары менән уратып алынған. Башҡортостан Башлығы буласаҡ тамаша залын ҡараны. Ул 3,4 мең урынға иҫәпләнгән. Көрәш һарайы быйыл көҙ Өфөлә үтәсәк “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумының төп майҙансығы була. “Спорт объекты баш ҡаланың юбилейын билдәләгән көндә – 31 августа тантаналы асылырға тейеш”, - тине Радий Хәбиров.
1
Башҡортостанда сығарылыш кисәләре көнө иғлан ителде

Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин әйтеүенсә, 9-сы кластар өсөн өлгөргәнлек аттестаттары – 28 июндә, 11-се кластарға – 29 июндә тапшырыла. Мәктәптәргә тантаналы сараларҙа бөтә именлек талаптарын теүәл үтәү бурысы ҡуйыла. Быйыл уҡыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшкән егеттәр һәм ҡыҙҙарға алтын һәм көмөш миҙалдар ҙа тапшырыла. Республикала 9-сы класты – 50 мең, 11-класты – 15 мең ярым уҡыусы тамамлай.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һөнәргә тоғролоҡ йәки «Яңылыҡтар» хеҙмәтендә үткән 30 йыл

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының монтаж режиссеры Гөлшат Вәлиеваның бар хеҙмәт юлы яңылыҡтар менән бәйле.
Гөлшат Нәғим ҡыҙы республиканың төп телеканалына 1994 йылдың 1 апрелендә осраҡлы рәүештә, үҙен һынап ҡарау өсөн килә. Әммә телевидение уның яҙмышына әйләнә. Гөлшат Вәлиева ошо йылдар эсендә үҙен яуаплы хеҙмәткәр, ышаныслы коллега итеп таныта, тырышлығы менән редакцияла абруй, хөрмәт ҡаҙана. Шуға ҡарамаҫтан, ҙуртәжрибә туплаған хеҙмәттәшебеҙ яҡын киләсәктә үҙен икенсе өлкәлә һынап ҡарарға уйлай.
👍3
Башҡортостан депутаттары төндә бәләкәй кибеттәрҙә алкоголь һатыуҙы тыйырға ниәтләй. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы аҙаҡҡы ултырышы үтте. Унда спиртлы эсемлектәр әйләнешенә бәйле законға үҙгәреш ҡаралды. Ҡанун проектына ярашлы торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡатында асылған аҙыҡ-түлек магазиндарында төнгө ваҡытта алкоголь һатыу сикләнә. Профилле комитет рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов аңлатма бирә.
“Был закон проекты спиртлы эсемлек ҡойоп һатҡан магазиндар проблемаһын хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Бындай урындар, ғәҙәттә, торлаҡ йорттарҙа урынлашҡан була Улар үҙҙәрен дөйөм туҡланыу урыны булараҡ күрһәтеп, алкоголь менән теләһә ҡайһы ваҡытта сауҙа итә. Унда эсергә яратыусылар килеп тула. Иҫерек кешеләр торлаҡ йорттарҙа йәшәүселәргә ныҡ ҡамасаулай. Федераль законға үҙгәрештәр был мәсьәләне хәл итеү хоҡуғын төбәктәргә бирҙе. Араҡы ҡойоп һата торған урындарға зарланыусылар күп, ялыуҙар даими килә. Уларҙы иҫәпкә алып, торлаҡ йорттар биләмәһендә төнгө ваҡытта хәмер һатыуҙы тыйырға тәҡдим итәбеҙ”.


Торлаҡ йорттарҙағы бәләкәй кибеттәрҙә төндә алкоголь һатыуҙы тыйған закон проекты быйыл көҙ икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡарала.
1
Башҡортостанда мутлашыусылар тоҙағына эләккәндәр өсөн махсус реабилитация программаһы әҙерләнгән

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә яҙыуынса, психотерапевт һәм психиатрҙар ярҙам итергә әҙер. Мутлашыусылар ҡорбаны булғандар баш мейеһен, йөрәген, эске тән ағзаларын тикшертә ала, шулай уҡ стресс, ҡурҡыу һәм борсоу тойғолары менән көрәшеү өсөн дауалау үтә ала. Әле 20-нән ашыу кеше медицина ярҙамы алған. Табиптарға ышаныс телефонына шылтыратып мөрәжәғәт итергә була. Телефоны – 8(347) 295-02-36.
1
Башҡорт батыры, Рәсәй Геройы Альберт Зәйнуллин яҡташтары менән осрашҡан

Силәбе өлкәһендә Башҡортостан вәкиле Әлфир Байымов социаль селтәрҙә яҙыуынса, сара Арғаяш районы Мәтәл ауылында үткән. Рәсәй Геройы тыуған яғына ҡайтып яҡташтары менән сәй табыны артында осрашып аралашҡан. Альберт Зәйнуллин быйыл махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы өсөн юғары наградаға тәҡдим ителде. Батыр егетте Алтын йондоҙ миҙалы менән Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙе бүләкләне.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә күп функциялы Көрәш һарайы төҙөлөшө дауам итә

Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына бағышланған тарихи объект төҙөлөшө менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Ҙур комплекста спорт көрәше мәктәбе, 3400 кешегә иҫәпләнгән универсаль зал, ҡунаҡхана, конференция залы һәм башҡа бүлектәр буласаҡ. Көҙ көнө Көрәш һарайы «Рәсәй - спорт державаһы» Халыҡ-ара форумын ҡабул итер тип күҙаллана.
👍2
Танылған блогер Рөстәм Нәбиев Ирәмәлгә күтәрелгән. Тауға ул командаһы менән бергә артылған.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһының парламент фракцияһы йыйылышында ҡатнашты

Осрашыуҙа «Берҙәм Рәсәй» ҙән Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары алдында торған бурыстар ҡаралды. Йыйылыш башында фракция етәксеһе Салауат Хөсәйенов төбәк парламентының көҙгө һәм яҙғы сессиялары эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Башҡортостан башлығы, Хөкүмәт тарафынан тәҡдим ителгән ҡануни башланғыстарҙы «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы депутаттары әүҙем тикшерҙе, тине Салауат Хөсәйенов.
1
Рәсәйҙә эшләп йөрөгән пенсионерҙарға ла түләү арта. Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа ошоға бәйле закон проектын ҡабул итте. Киләһе йылдан хаҡлы ялдағы бөтә кешеләргә лә пенсия индексациялана бара. Бының өсөн 2025 йылда бюджеттан өҫтәмә 95,4 миллиард һум тотонола. Рәсәй Президенты Владимир Путин быйыл Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында эшләп йөрөгән пенсионерҙарға ла айлыҡ түләүҙәрҙе арттырып барырға тәҡдим итте.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда вахта ысулы менән эшкә ҡалыусылар һаны буйынса Иглин районы беренсе килә

Әлеге ваҡытта Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә 83 кеше урынлашҡан. Хәтерегеҙгә төшөрөбеҙ, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вахта юлы менән эшләүселәрҙе тыуған ерҙә ҡалдырыуға иҫәпләнгән «Башҡорт вахтаһы» проектына йыл башында старт биргәйне. Ярты йыл эсендә генә 100-ҙән ашыу кеше эш менән тәьмин ителгән.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы Дмитриева Поляна ауылы халҡынан махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ярҙам

Шаран районы Дмитриева Поляна ауылы халҡынан махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ярҙам. Ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр ирекмәндәр төркөмәнә берләшеп яугирҙарға күрһәткән ярҙамы хаҡында киләһе яҙмала.
👍31
Мәләүездә 21 йәшлек студент ҡыҙ ҡыяр ашағандан һуң сәсәп үлгән

Республика уҡыу йорттарының береһендә ҡот осмалы хәл. Эвелина исемле 21 йәшлек ҡыҙ ҡыяр ашаған һәм сәсәп киткән. Ризыҡ тамағына торған. Бүлмәләш ҡыҙы уға ярҙам итергә маташҡан, хәленән килмәгәс, табиптарҙы саҡырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ятаҡҡа килеп еткән табиптар студенттың үлемен теркәгән.

Яҡындары был хәлгә ышанмай. Ярҙам ваҡытында күрһәтелмәгән тип, тикшереү үткәреүҙе талап иткән.
👎1😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Майҙанда Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны, тигеҙ сафҡа баҫҡан яҡташтарыбыҙ дәүләт наградалары менән бүләкләнде.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районында «Сәйфелмөлөк нәҫеле» Уҡлыҡая итәгенә шәжәрә байрамына йыйылды

Ташаҫты ауылы янында урынлашҡан «Башҡортостан йөрәге» этнокомплексында ойошторолған шәжәрә байрамы хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
👍21