БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.12K photos
7.82K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров хәрби-патриотик тәрбиә буйынса советтың ултырышында ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Федерация Советы ҡарамағындағы хәрби-патриотик тәрбиә буйынса советтың беренсе ултырышында ҡатнашты. Уны ил парламенты юғары палатаһы рәйесе урынбаҫары Юрий Воробьёв уҙғарҙы. Ултырыш видеоконференция бәйләнеше режимында уҙҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә үтәсәк «Рәсәй - спорт державаһы» форумында ирекмән булараҡ ҡатнашыуға теркәү башланды

Был турала Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында старт алған Республика ирекмәндәр лагерында иғлан ителде. Быйыл күләмле слетта муниципаль волонтерҙар штабтары, социаль йүнәлештәге коммерция булмаған ойошмалар, йәмәғәт берләшмәләренән өс йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллинаны һуңғы юлға оҙаттылар

Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллинаны һуңғы юлға оҙаттылар. Халыҡ-ара кимәлдә танылған педагог менән хушлашырға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, мәғариф өлкәһе вәкилдәре, коллегалары, уҡыусылары, туғандары килде. Төбәк етәксеһе үҙ сығышында Лиза Ҡыям ҡыҙының тормош юлы уҡытыусылыҡ эшенә һөйөү менән тулы булыуын билдәләне.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы ултырыш үтте

Өфөнөң «Торатау» конгресс холында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы ултырыш үтте. Аҡ халатлыларҙы һөнәри байрамдары менән Башҡортостан башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров халыҡ сәләмәтлеге һағында тороусыларға фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереп дәүләт наградаларын тапшырҙы.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидатлыҡҡа сығыу тураһында документ тапшырыу осоро тамамланды

Һайлауҙа ҡатнашырға биш парламент партияһы вәкиле теләк белдергән. Тәүгеләрҙән республика Үҙәк һайлау комиссияһына «Берҙәм Рәсәй» партияһынан тәҡдим ителгән Башкортостан башлығы Радий Хәбиров документтарын тапшырҙы. «Ғәҙел Рәсәй - Патриоттар хәҡиҡәт өсөн» партияһынан - Владимир Нагорный, ЛДПР-ҙан - Иван Сухарев, «Яңы кешеләр» партияһынан Илшат Тимерйәнов һәм КПРФ-тан Артур Шәйнуров сыҡҡан. Башҡортостан башлығын һайлау 3 көн - 6 сентябрҙән 8-нә тиклем дауам итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә балалар баҡсаһы тәрбиәселәре өсөн гранттар конкурсының тәүге еңеүселәре билдәләнде

Иң яҡшы проект авторҙарына Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ярты миллион һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы. Гранттар конкурсын төбәк етәксеһе былтыр Уҡытыусы һәм остаз йылында булдырғайны. Ул Рәсәйҙә беренсегә үткәрелә.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районы Юлдаш ауылында яңы мәсет асылды

Әбйәлил районында тағы ла бер ауыл иман нурына ҡойондо. Юлдаш ауылында төбәктәге 55-се мәсет асылды. Берҙәм көс, уртаҡ теләк менән башҡарылған изге эш тә һанаулы ваҡыт эсендә тормошҡа ашырыла. Шуға ла тантаналы сара тотош район халҡын бергә йыйҙы.
3
Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа 30 йәш тулған булыр ине

Әбйәлил районы егете, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Тамерлан Илһамов 2022 йылда батырҙарса һәләк булды.

Бөгөн БСТ каналында геройҙың тыуған көнө уңайынан "Ключи от неба Тамерлана Ильгамова" фильмы күрһәтеләсәк.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн илдә Хәтер һәм ҡайғы көнө

1941 йылдың нәҡ ошо көнөндә фашист Германияһы СССР-ға һөжүм итә. Был көн Рәсәй тарихында иң фажиғәле даталарҙың береһе һанала. Бөйөк Ватан һуғышында 27 миллион совет һалдаты һәләк була. Башҡортостандан иһә фронтҡа 700 меңләп кеше китә, уларҙың 300 меңе яу яланында ятып ҡала. Хәтер һәм ҡайғы көнөндә һәр кем дәһшәтле йылдарҙы иҫкә ала. Ҡалаларҙа митингылар ойошторола.
👍2😭2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республика ирекмәндәр лагерында ҡатнашыусылар менән осрашты

Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында үткән сарала бөтәһе 300 кеше ҡатнашты. Волентерҙар лагеры сиктәрендә улар бында ирекмәнлек эшмәкәрлегенә мотивацияны арттырыуға, социаль эштең иң яҡшы тәжрибәләре менән уртаҡлашыуға, активистарҙың ижади һәм мәҙәни үҫешенә йүнәлтелгән уҡыу курсын үтә. Осрашыуҙы асып, Радий Хәбиров республиканың ирекмәндәр хәрәкәте вәкилдәренә рәхмәт әйтеп, һуңғы йылдарҙа ирекмәнлек роле беҙҙең йәмғиәт өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яраланған депутат йәнә Ватан һағына баҫты

Алексей Локотченко махсус хәрби операция биләмәһенә быйыл февралдә юллана, тәүге көндәрҙән үк алғы һыҙыҡта тора. Артиллерия расчеты командиры булып хеҙмәт итә, һуңынан взвод командиры итеп тәғәйенләнә. Хәрби хәрәкәттәр ваҡытында йәрәхәтләнә, эвакуация төркөмө яугирҙы оператив рәүештә госпиталгә алып килә, унда уға операция яһала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез районынан хәрби бәрелештәр ветеранына күп функциялы инвалид коляскаһы тапшырылған

Илдар Кәбиров «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының адаптация программаһына ла эләккән. Алғы һыҙыҡтан яраланып ҡайтҡан яугирҙың социаль-көнкүреш һорауҙарының нисек хәл ителеүе хаҡында киләһе яҙмала.
👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡариҙел районының Абдулла ауылында бағыр үрсетелә

Был кәсеп менән Ғиндуллиндар ғаиләһе 2016 йылдан алып шөғөлләнә. Балыҡтарҙы һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү өсөн тау шишмәһе эргәһендә яһалма быуа быуылған. Дәүләт гранты ярҙамында фермер хужалығының матди-техник базаһы нығытылған. Төҙөкләнедереүҙән һуң бында туристар ҙа ял итә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
20 июндә Рәсәй вуздарында ҡабул итеү кампанияһы старт алды

Абитуриенттар өсөн ҡыҙыу осорҙоң ҡасанға тиклем дауам итеүе, уҡырға инеү ысулдары, яңы йүнәлештәр, бюджет урындар иҫәбе менән Республика йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге етәксеһе урынбаҫары Гәүһәр Ғәлиева таныштырҙы. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әңгәмәһе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Медицина һәм Профсоюз» һаулыҡ һаҡлау конкурсына йомғаҡ яһалды

Уға ярашлы аҡ халатлыларҙың эшмәкәрлеген яҡтыртыусы киң мәғлүмәт саралары белгестәре һәм коллективтар тәбрикләнде. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы акционерҙар йәмғиәте иң яҡшыһы тип табылды.
1👍1
Арҙаҡлы шәхес Рәшит Шәкүр вафат

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүр вафат булған, тип хәбәр итә «Башинформ».

Яҡындарының туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
😢8👍1
«Рәшит Шәкүр халҡыбыҙға әхлаҡи йүнәлеш биреүсе ине»

Башҡортостан Башлығы ошо көндәрҙә донъя ҡуйған ғалим һәм яҙыусы Рәшит Шәкүр тураһында фекерен белдерҙе.

«Республика йәнә ауыр юғалтыу кисерҙе. Уҙған аҙнала халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллинаны һуңғы юлға оҙаттыҡ. Яҡты күңелле кеше һәм уҡытыусы.

Бөгөн республикабыҙҙың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүр баҡыйлыҡҡа күсте. Ул матур тормош юлы үтте, абруйлы ғалим, шағир, публицист ине. Тыуған илен һәм халҡын сикһеҙ яратты. Барыбыҙ өсөн дә аҡыллы өлкән иптәш, әхлаҡи йүнәлеш булды. Яҡты хәтер. Бик йәл».
😢6👍1
Башҡортостанда был аҙнала алкоголь һатыу сикләнә

Йәштәр көнөндә “ҡоро закон” ғәмәлдә була. Ҡануниәткә ярашлы айырым даталарҙа республика биләмәһендә хәмер һатыу тыйыла. Бындай исемлектә Йәштәр көнө лә күрһәтелгән. Закон 2022 йылда көсөнә инде. Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы, Йәштәр көнө йыл һайын июндең аҙаҡҡы шәмбеһе үткәрелә. Быйыл ул 29 июнгә тура килә.
Радий Хәбиров Ҡырым һәм Дағстанда терактар сәбәпле ҡайғы уртаҡлашты. Бөгөн оператив кәңәшмә тынлыҡ минутынан башланды. Севастополгә ракета һөжүме булды, Махачкала һәм Дербентта террорсылар менән бәрелештә полиция хеҙмәткәрҙәренең ғүмере өҙөлдө. Башҡортостан Башлығы һәләк булғандарҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Ҡырым һәм Дағстанда терактар сәбәпле матәм көндәре иғлан ителде.
👍1
Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаларында ете бала ғүмере өҙөлгән. Республика буйынса дәүләт автоинспекцияһынан белдереүҙәренсә, быйыл 6 айҙа бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 135 автомобиль аварияһы теркәлгән. Унда 143 бала йәрәхәтләнгән. Үҫмерҙәр үҙҙәре лә юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәпсеһе була. Бөгөнгә 16 йәшкәсә 800-гә яҡын водитель тотолған. Рулгә рөхсәтһеҙ ултырған балалар арҡаһында өс юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Бындай аварияларҙа өс үҫмер йәрәхәтләнгән. Әле республикала “Хәүефһеҙ йәй” тигән социаль кампания бара. Ул балалар араһында юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатынан үткәрелә.
Әбйәлил районына дауыл эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам күрһәтелә

Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә шул турала белдерҙе. Уҙған шәмбе көслө ел Йәнгел ауылы мәктәбе бинаһының ҡыйығын алып ташланы, шулай уҡ йорттар зыян күрҙе. Северный ауылында ете йорт өлөшләтә ҡыйыҡһыҙ ҡалды. Озерный ауылында ҡойма ямғыр сәбәпле ике шәхси йортто һәм 76 ихатаны һыу баҫты. Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов дауыл эҙемтәләрен бөтөрөүгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.
Радий Хәбиров вице-премьер Алан Марзаевҡа мәсьәләне шәхси контролгә алырға һәм хәл итергә ҡушты.
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн дә республикала урыны менән көслө ел сығыуы, ямғыр яуыуы көтөлә. Халыҡҡа уяу булырға кәңәш ителә.
👍1