БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.84K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәй, баш ҡала көндәренә һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына арналған байрам саралары үтте

Өфөлә Рәсәй, баш ҡала көндәренә һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына арналған байрам саралары «Дуҫлыҡ Монументы»нда башланды. Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегация һәйкәлгә сәскә һалды.
Рәсәй көнө илдә иң йәш һәм шуға ҡарамаҫтан, илһөйәрлекте сағылдырған төп байрам. Уның тарихы Советтар союзы тарҡалғандан һуң,1990 йылда Дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация ҡабул итеүгә бәйле. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй көнө халыҡ араһында айырыуса киң билдәләнә.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфөнөң Йылы күл тирәһендәге биләмәне төҙөкләндереү эш барышы менән танышты

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Йылы күл тирәһендәге биләмәне төҙөкләндереү тамамлана. Эш барышы менән Радий Хәбиров танышты. Яр буйы зонаһын реконструкциялау концепцияһына «Йылы яр» исеме бирелгән. Ул урындағы халыҡтың фекерен иҫәпкә алып әҙерләгән. Төп бурыс - йәмәғәт киңлектәренең берҙәм системаһын булдырыу һәм Йылы күл янында тәбиғи рекреацион биләмәнең ҡеүәтен асыу.
👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Дуҫлыҡ монументы» эргәһендә Радий Хәбиров 50 йыл элек һалынған ваҡыт капсулаһын асты

Өфөлә «Дуҫлыҡ монументы» эргәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 50 йыл элек һалынған ваҡыт капсулаһын асты. Рәсәй көнөндә үткән тарихи сарала ярты быуат элек хатты һалыусы комсомол ағзалары ҡатнашты. Бөгөн хаҡлы ялдағы элекке уҡыу алдынғылары 50 йыл элек Өфөнөң 400 йыллығына бағышланған байрамды иҫкә алды.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанға алынған зубрҙар тағы ла берәүгә артҡан

Яңыраҡ «Мораҙым» тарлауығында уның быҙауы тыуған. Мөһабәт хайуандар былтырҙан Күгәрсен районы урмандарында йәшәй. Уларҙың тәүге партияһы майҙа, ә икенсеһе декабрҙә килтерелгәйне. Зубрҙар беҙҙең республикала үрсетеләсәк. Был көслө йәнлектәр Башҡортостанда тиҫтәләрсә мең йыл элек йәшәгән булған. Тыуған ерҙәренә ҡайтҡан хәйуандар хаҡында киләһе яҙмала.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналған бер көнлөк экскурсиялар ойошторола башланы

«Яҡын Өфө» проекты сиктәрендә ҡаланың иҫтәлекле урындарына сәйәхәт, билдәле шәхестәр менән аралашыу, сара аҙағында сәй эсеү ҡаралған. Өфөгә бағышланған байрамда һәр кеше ҡатнаша ала - балалар, студенттар, өлкән йәштәге граждандар өсөн иҫтәлекле программа ойошторола.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезына әҙерлек дауам итә

Республикала ноябрҙә үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезына әҙерлек дауам итә. Ҡариҙел районында ойошторолған ултырышта съезда ҡатнашыу өсөн делегаттар теркәлде, Башҡортостан башлығын һайлау кампанияһында әҙерлек һорауҙары һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡаралды.
👍2
Өфөлә балалар араһында «Байыҡ» телеконкурсының гала-концерты үтә

13 июндә Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында 3-15 йәшкә тиклемге башҡорт бейеүен башҡарыусылар араһында «Байыҡ» республика телевизион конкурсының гала-концерты була (6 ). Республикабыҙҙың баш ҡалаһына йөҙгә яҡын ҡатнашыусы, ҡунаҡтар һәм тамашасылар йыйыла. «Байыҡ»та Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 500 бала ҡатнаша.

Байрамдың махсус ҡунаҡтары: Zainetdin, «Бишбармаҡ» оркестры, «Хазина» этно-төркөмө, Заһир Иҫәнсурин, Илдар Абдуллин, «Тамыр» балалар йыр студияһы һәм «Guzal dance» бейеү студияһы.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров һәм Анатолий Сердюков хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ултырыш уҙғарҙы

Радий Хәбиров Ростехтың авиация комплексы индустриаль директоры Анатолий Сердюков менән республика һәм дәүләт корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы уҙғарҙы.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә уҙған сарала Ростех структураһына ингән республика предприятиеларының тотороҡло үҫешен тәьмин итеү юлдары барланды. Профессиональ кадрҙар, юғары квалификациялы һөнәр оҫталары әҙерләү мәсьәләләре өйрәнелде.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров төбәктең социаль өлкә белгестәренә дәүләт наградалары тапшырҙы

Оло һәм һиҙгер йөрәклеләргә рәхмәт билдәһе. Һөнәри байрам уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең социаль өлкә белгестәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Шулай уҡ Колонна залында һөнәри оҫталыҡ һәм социаль ролик конкурстарында еңеүселәр тәбрикләнде.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика юлдарында легаль булмаған бал ҡорто пакеттарын индереүҙе асыҡлау буйынса рейд үтә

Республика юлдарында дәүләт автоинспекцияһы һәм Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте идаралығы менән бергә иҫкәртеү рейдтары үткәрә. Маҡсат - Башҡортостанға легаль булмаған бал ҡорто пакеттарын индереүҙе асыҡлау.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Фәрдүнә Ҡасимованың 90 йәшлек юбилейына арналған ижад кисәһе уҙҙы

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында билдәле педагог, режиссер Фәрдүнә Ҡасимованың 90 йәшлек юбилейына арналған ижад кисәһе уҙҙы. «Фортуна беҙҙең менән» тип исемләнгән сарала педагогтың уҡыусылары, хеҙмәттәштәре, артистар һәм тамашасылар йыйылды. Ҡунаҡтар араһында Татарстан, Коми һәм Удмурт республикаларынан талантлы актерҙар булды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы үҙәгендә һабантуй байрамы үтте

Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәренә йомғаҡ яһаған һабантуйҙар дауам итә. Иглин районы үҙәгендә уҙған ауыл эшсәндәре байрамы хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
1
Башҡортостанда өс көндә 5 ир һәм бер үҫмер батып үлгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың барыһы ла рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу ингән. Стәрлетамаҡ районында 25 йәшлек егет, Бөрө районында 60 йәшлек, Ҡырмыҫҡалы районында 38, Дәүләкән районында 46, Благовещен ҡалаһында 51 йәшлек ирҙәр, Яңауыл районында 17 йәштәге үҫмер батҡан.
😢2
Һөйөнсө!

Бөгөн «Медиайыйын» киң мәғлүмәт саралары форумында хеҙмәттәшебеҙ, «Яңылыҡтар» хеҙмәтененең алыштырғыһыҙ мөхәррире Рәйлә Күсемханова «Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» исеме менән бүләкләнде. Награданы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Ихлас ҡотлайбыҙ! Яңынан-яңы еңеүҙәр, уңыштар теләйбеҙ!
8👍2🔥1
“Салауат Юлаев” хоккейсыларының миҙгел алды әҙерлек планы билдәле булды

Команда 1 августа ялдан сыға, медицина тикшеренеүе үткәндән һуң күнекмәләр башлана. Юлаевсылар августа Башҡортостан Республикаһы кубогына ярышта һәм Магнитогорскиҙа Рамазан кубогына миҙгел алды турнирында ҡатнашырға йыйына. Континенталь хоккей лигаһында чемпионат 3 сентябрҙә старт ала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Миәкә районында меңәрләгән мосолман йыйылды

Изге Нарыҫтауҙа диндарҙар Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген нығытыу, бөтә донъяла тыныслыҡ һәм именлек өсөн бергәләп намаҙ уҡыны. Башҡорт «Мәккәһенә» башҡа милләт һәм дини конфессия вәкилдәре сәйәхәт ҡылды. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
2😁1
Тайыштабан менән селфи

Әбйәлил районы Рысҡужа ауылы янында Ҡыҙыл йылғаһында айыу һыуға төшкән. Ҡыйыу йөрәкле төркөмдәштәргә бер аҙ иҫкәртмә:

– бер ҡасан да айыуға яҡын бармағыҙ;
– йәнлекте ҡурҡытмағыҙ, уның ташланыуы ихтимал;
– үҙегеҙҙең үлсәмдәрегеҙҙе ҙурайтырға тырышығыҙ, ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ, башҡа кешеләр янығыҙҙа булһа, берләшеп, ҙурыраҡ күренергә тырышығыҙ. Айыуҙар дошманының ҙурлығына ҡарай;
– бер ҡасан да айыуҙан ҡасмағыҙ. Улар баҫтырырға ярата. Йөҙөнә ҡарап, яйлап ҡына артҡа сигенегеҙ.

Ауыл һәм ҡалаларҙа йыртҡыстар күренгән осраҡта, 112 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының оператив дежур телефоны: 8(347) 218-04-30. Иң яҡшыһы - бөтөнләй улар менән осрашмаҫҡа!
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә дүртенсе тапҡыр «Медиайыйын» үтте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров журналистарҙы Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлап, дәүләт наградалары тапшырҙы. Төбәк етәксеһе республика ваҡиғалары үҙәгендә ҡайнап йәшәгән, шулай уҡ алғы һыҙыҡтағы яңылыҡтарҙы яҡтыртҡан һөнәрмәндәргә оло рәхмәтен еткерҙе.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ай аҙағына тиклем Өфөләге Шаҡша күперендә автомобиль хәрәкәтен ике тапҡыр ваҡытлыса сикләү ҡаралған

Ҡоролманың уң яғында эш тамамланыуға бәйле транспорт хәрәкәте өсөн билдәләнгән участка йүнәлеше үҙгәртелә. Күперҙең икенсе өлөшөндә тимер-бетон ҡоролмалар металл конструкцияға яңыртыла башлай.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Хәүефһеҙлек өсөн бергәләп» форумы үтте

Йыл башынан республика йылға-күлдәрендә 38 кеше һыу ҡорбаны булған, уларҙың 3-һе балалар. Был турала бөгөн Өфөлә үткән «Хәүефһеҙлек өсөн бергәләп» форумы барышында әйтелде. Һуңғы көндәрҙә күҙәтелгән эҫе һауа торошо Башҡортостан халҡы менән бергә, тәбиғәт кейектәрен дә ныҡлыҡҡа һынай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Рәсәй һыуы» Бөтә Рәсәй акцияһы үтте

Өфөлә меңгә яҡын кеше өмәгә сыҡты. Ирекмәндәр араһында студенттар, дәүләт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар бар ине. Өмәселәр «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексы янында Ағиҙел ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты. Бер нисә сәғәттә ирекмәндәр меңдән ашыу тоҡ ҡый ҡалдыҡтарын йыйып өлгөрҙө. Экологик сара «Рәсәй һыуы» Бөтә Рәсәй акцияһы буйынса ойошторолдо. Ул йыл һайын үтә.