БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.89K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БЮТ ижади төркөмө яҡташтарыбыҙҙың Ҡурахов йүнәлешендәге һөжүмдәрҙе кире ҡағыуын күрһәтте

Махсус хәрби операцияла артиллерия хәл иткес роль уйнай. Көбәкле орудиеларҙан атылған снарядтарға, идара ителеүсе ракеталарҙан айырмалы, пво саралары ҡаршылыҡ тыуҙырмай. Донецк халыҡ республикаһында Кураховка йүнәлешендә нацистарҙы тар-мар итеүсе яҡташтарыбыҙ менән БЮТ хәбәрселәре лә осрашты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары «ЗаСпорт» фабрикаһы етештереү ҡеүәте менән танышты

«ЗаСпорт» фабрикаһы тыуған көнөн билдәләй. Теген цехы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысында былтыр Ишембайҙа «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә асылғайны. Ошо ваҡытта предприятие етештереү ҡеүәтен арттырған, ассортиментын киңәйткән, үҙ магазинын асҡан. Ойошманың беренсе тыуған көнөндә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары һәм башҡа дәүләт эшмәкәрҙәре фабрикала ҡунаҡта булды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит-үҙәге 6 июлдә асыла

Бөгөн Турахан кәшәнәһе эргәһендәге төҙөлөш майҙансығында төбәк һәм федераль журналистар өсөн матбуғат туры уҙғарылды. Беҙҙең хәбәрселәр ҙә тәүгеләрҙән булып музей проектының киләһе этаптарына бәйле яңы мәғлүмәттәр менән танышты. Тулыраҡ киләһе репортажда.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт медицина университетында Бөтә Рәсәй олимпиадаһы башланды

Яңы хирургик саҡырыуҙар. Ошондай исем аҫтында Башҡорт дәүләт медицина университетында Бөтә Рәсәй олимпиадаһы башланды. Студенттар араһындағы һөнәри оҫталыҡ конкурсында илдең медицина уҡыу йорттарынан тиҫтәнән ашыу команда ҡатнаша. Олимпиада теоретик һәм практик этаптарҙан тора, программа 9 йүнәлеште үҙ эсенә ала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Туғанлыҡ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивале асылды

Өфөлә тантаналы рәүештә бөгөн «Туғанлыҡ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивале асылды. Аҙна дауамында барасаҡ мәҙәни сарала 14 спектакль тәҡдим ителәсәк. Иң көслө сәхнә әҫәрҙәрен театр тәнҡитселәре менән бергә тамашасылар үҙҙәре билдәләй.
Өфөлә "Китап Байрамы" ваҡытында урамдар ябыла

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 21 майҙан 28-енә тиклем Пушкин һәм Совет урамдарында өлөшләтә машина йөрөшө сикләнә. Халыҡ-ара китап йәрминкәһе киләһе аҙнала Совет майҙанында ойошторола. Бөгөнгә 200-гә яҡын нәшриәт унда ҡатнашыуға ғариза биргән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡалтасы районында «Проблемалы юл» төҙөкләндерелә

Сифатһыҙ ремонтланған юл участкаларын махсус контролгә алырға һәм подрядсыларҙы уларҙы тәртипкә килтерергә мәжбүр итергә. Был аҙнала республика башлығы транспорт министрлығына ошондай бурыс йөкмәтте. «Проблемалы юлдар»ҙы ремонтлау барышын һәм сифатын тикшереү барышында Радий Хәбиров мәсьәлә хәл ителәһе объекттарға иғтибар итте. Уларҙың береһе Ҡалтасы районында урынлашҡан. Теманың дауамы киләһе яҙмала .
👍1
Илдә ҡырауҙан күрелгән зыян иҫәпләнде

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 140 мең гектар майҙанда сәсәүлектәр юҡҡа сыҡҡан. Күбеһенсә арыш бойҙайы баҫыуҙары зыян күргән. Ведомствонан белдереүҙәренсә, ҙур юғалтыу булған хужалыҡтарға ярҙам ҡарала. Республикала күп йыллыҡ үләндәр, етен, көнбағыш, сөгөлдөр һәм рапс ултыртылған биләмәләрҙең бер өлөшөн ҡырау һуҡҡан. Был бөтә майҙандарҙың 1 проценты.
1
Бөгөн Өфөлә шәйех Зәйнулла Рәсүлевҡа арналған монография менән таныштырҙылар

Ғилми йыйынтыҡта мосолман мәҙәниәтен өйрәнгән ғалимдарҙың хеҙмәте тупланған. Китапта Мәскәү, Санкт-Петербург, Махачкала һәм Силәбе белгестәренең дә яҙмалары бар. “Зәйнулла Рәсүлев – рухи йыһан. Уның эштәрен өйрәнергә кәрәк. Йәштәр яңы асыштар яһарына ышанам”, - ти фәлсәфә фәндәре кандидаты Закирйән Әминев. Зәйнулла Рәсүлев Троицкиҙа “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен аса. Был уның иң бөйөк ҡаҙаныштарының береһе, тигән фекерҙә замандаштарыбыҙ. Зәйнулла Рәсүлевтың эшен өлкән улы Ғабдрахман дауам итә. Ул ғалим, тарихсы һәм меценат булып таныла.
👍21
Башҡортостанда киләһе йылда дини байрамдарҙы үткәреү датаһы асыҡланды

Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы, 2025 йылда Ураҙа байрамы 30 мартта, Ҡорбан байрамы 6 июндә була. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында баҫтырылған. Быйыл Ҡорбан ғәйете 16 июндә билдәләнә. Ул йәкшәмбегә тура килә. Шуға 17 июндә, дүшәмбе, өҫтәмә ял була.
1
Шишмә районында Башҡорт аты һәм һунар ҡоштары үҙәге төҙөлөшө быйыл башлана

Туристик комплекс Турахан кәшәнәһе янында барлыҡҡа килә. Әле биләмәлә Евразия күсмә халыҡтары цивилизацияһы музейының сәфәр йорто һалына. Башҡорт аты һәм һунар ҡоштары үҙәге төҙөлөшө дүрт өлөштән тора. Проект 1,2 миллиард һумға баһалана. Шишмә районында Евразия күсмә халыҡтары цивилизацияһы музейының сәфәр йорто июлдә асыла.
1
Башҡортостан депутаттары концерттарҙа фонограмманы ҡулланыу тәртибен аныҡлай

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа федераль законға үҙгәреш әҙерләнгән. Ҡанун проектына ярашлы башҡарыусы йәки ижади коллективтар фонограммаға йырлаған осраҡта, тамашасыларҙы алдан иҫкәртергә тейеш. Дөрөҫ мәғлүмәт булмаған ваҡытта, билет өсөн аҡсаны кире ҡайтарырға рөхсәт ителә. Фонограмманы тулыһынса тыйыу ҡаралмай. Ләкин концертта алдан яҙҙырылған тауыш ҡулланылыуы йәки йәнле башҡарыу буйынса тамашасының хәбәрҙар булыуы шарт.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БЮТ конкурсы еңеүсеһе гармун менән бүләкләнәсәк!

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы төркөмдәрендә «Башҡортостандың иң яҡшы ауыл клубы» конкурсы үткәйне. Еңеүсегә бүләккә гармун вәғәҙәләнде. Интернет-тапшырыуҙар бүлеге призды әҙерләне. Гармунда билдәле баянсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илгиз Юлдашбаев уйнай.

Шулай уҡ 2-се һәм 3-сө урын яулаусылар ярыш бағыусыһы «Баянлайн» компанияһынан ҡурай һәм ҡубыҙҙар менән бүләкләнәсәк. «Баянлайн» магазины Өфө, Степан Кувыкин урамы, 25/1 адресы буйынса урынлашҡан. Сифатлы заманса музыка ҡоралдары, һәйбәт хаҡтар, ташлама яһау ҡаралған.
👍7
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Үзбәкстандың Ташкент һәм Фирғәнә өлкәләре делегацияһы менән осрашты

Сәнәғәт, мәҙәни һәм гуманитар хеҙмәттәшлек. Башҡортостан башлығының Үзбәкстандың Ташкент һәм Фирғәнә өлкәләре делегацияһы менән осрашыуында ошондай бурыстар ҡуйылды. Яҡтар хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙе.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» Бөтә Рәсәй форумы башланды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» академияһын асыу тантанаһында ҡатнашты. Өфөнөң «Торатау» Конгресс-Холлында 2019 йылда старт алған хәйриә проектының ике көнлөк форумы башланды. Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған сарала гүзәл заттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, төрлө тармаҡ белгестәренән консультациялар ойошторола.
👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙәге демографик хәл тағы ла 20 йыл тирәһе үҙгәрмәйәсәк

Иң мөһиме, әсәй бул. Рәсәйҙәге демографик хәл тағы ла 20 йыл тирәһе үҙгәрмәйәсәк - был Росстат мәғлүмәте. Илдә Ғаилә йылы иғлан итеү мөһим ҡиммәттәрҙе пропагандалауҙы, демографияны яҡшыртыу йүнәлешендә эшләү ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатын ҡуя. Сабыйҙарҙың аҙ тыуыуында төрлө сәбәптәр бар, ти тармаҡ хеҙмәткәрҙәре. Шуларҙың береһе - атай-әсәй булыуҙы оҙаҡҡа һуҙыу.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембайҙа Александр Матросов исемендәге үҙәк парк ремонтлана

Төҙөкләндереү эшенә «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә 200 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Волейбол һәм баскетбол майҙансыҡтары, скейт-парк, амфитеатр - былар яңы паркта барлыҡҡа киләсәк объекттарҙың бер нисәүһе генә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө фән һәм технологиялар университетына Ибн Фаҙландың ҡулъяҙмаһының тулы физик күсермәһе тапшырылды

Өфө фән һәм технологиялар университетына Ибн Фаҙландың 922-се йылда башҡорттар тураһында яҙған ҡулъяҙмаһының тулы физик күсермәһе тапшырылды. Әлегә тиклем ғәрәп илсеһенең эштәре заманса форматта нәшер ителмәгән булған. Шуға ла яңылыҡ Рәсәй көнсығыш ғилеме өсөн мөһим ҡала. Тантана бөгөн «Шәйех Зәйнулла Рәсүлев һәм Евразия халыҡтарының суфый мәҙәниәте» коллектив монографияһының исем туйында үтте.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» форумы тамамланды

Хәйриә проекты 2019 йылдан ойошторолоп килә һәм гүзәл заттарҙы берләштереүсе төп майҙансыҡ булып тора. Биш йыл дауамында проект 38 ҡаланы һәм районды урап сыҡҡан.
«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» проектында гүзәл заттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, төрлө актуаль темаларға лекциялар, консультациялар, медицина тикшеренеүҙәре ойошторола. Был юлы «Сәләмәтлек биләмәһе»н иң ҙур майҙансыҡ тип атарға мөмкин.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай президиумың күсмә ултырышы Бөрөлә үтте

Закон сығарыу мәсьәләләрен тикшерер алдынан комитет етәкселәре төрлө предприятиеларҙы һәм ойошмаларҙы,шул иҫәптән белем биреү ойошмаларын ҡараны.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә Фәтих Ҡолһариндың бенефисы үтте

Башҡортостандың халыҡ артисы Фәтих Ҡолһариндың Салауат дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә бенефисы үтте. Сәхнә оҫтаһының ижад кисәһе тамашасылар, яҡындары, актерҙың коллегалары өсөн уртаҡ байрамға әйләнде. Был турала киләһе яҙмала.
1👍1