БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.93K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда урман янғындарын иҫкәртеү эштәре ойошторола

Хәүефле миҙгелгә әҙерлек. Башҡортостанда урман янғындарын иҫкәртеү эштәре ойошторола. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре хәүефле майҙандарҙа ер һөрөп, дымлы тупраҡтан һыҙаттар әҙерләй, тәүлек әйләнәһенә урмандарҙағы хәл-торош буйынса мониторинг алып бара. Апрелдә генә төбәктә Белорет һәм Әбйәлил райондарында урман янғындары теркәлгән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Еңеүҙең 79 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә

Улар араһында Ауырғазы районы Талбазы ауылынан Шәриф Ғәҙи улы Мөсәғитов та бар. 18 йәшлек егет артиллерия полкы составында Белорусияны азат итеүҙә, Варшаваны алыуҙа ҡатнаша. Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай. Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән шанлы йылдары һәм бөгөнгө тормошо хаҡында киләһе яҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 264-cе балалар баҡсаһы «Беренселәр хәрәкәте»нең гранттар конкурсы еңеүселәре исемлегендә

Мәктәпкәсә учреждениеның «Һөнәргә старт» профориентация марафоны проектын тормошҡа ашырыуға 1 миллион 365 мең һум аҡса бүленгән. Уға ярашлы, балаларҙы төрлө һөнәрҙәр менән таныштырыу, хеҙмәткә ҡарата һөйөү уятыу маҡсаты ҡуйылған.
1
Республикала балалар майҙансыҡтарының хәүефһеҙлеге баһалана

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы башланғысы менән тикшереү үткәрелә. Мониторингта Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкилдәре лә ҡатнаша. Улар ҡышҡы миҙгелдән һуң балалар һәм спорт майҙансыҡтары торошон ҡарай. Белгестәр шулай уҡ ҡалаларҙа парк, сквер һәм баҡсаларҙың инвалидтар өсөн ни тиклем уңайлы булыуына баһа бирергә йыйына. Тикшереү 15 майға тиклем үтә.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Дубайҙа Әмнә бинт Абдулла Әл Дахак Әл Шәмси менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дубайҙа Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Климат үҙгәрештәре һәм тирә-яҡ мөхит мәсьәләләре буйынса министры Әмнә бинт Абдулла Әл Дахак Әл Шәмси менән осрашты. Яҡтар ауыл хужалығында хәләл продукция менән сауҙа итеү һәм уны ғәрәп илдәре баҙарына индереү тураһында һөйләште.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районының Иҫке Сибай мәктәбендә «Герой партаһы» асылды

Ул Чечен һуғышында, Украинала барған махсус хәрби операцияла һәләк булған ошо ауыл егеттәре исемен йөрөтәсәк Иҫке Сибай мәктәбен тамамлаған, чечен һуғышында башын һалған Салауат Баязитов, махсус хәрби операцияла һәләк булған Денис Собарғошов, Илшат Килмөхәмәтов иҫтәлектәренә «Геройҙар партаһы» асылды. Уларҙа батырҙарҙың фотоһүрәте ҡуйылған, биографияһы, ҡаҙаныштары яҙылған.
3
Forwarded from Telescopy
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
👍2
Әһлиуллин Ғәбдрәшит Хәмит улы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 97 йәш. Стәрлетамаҡ районы Талас ауылында йәшәй. Районда берҙән-бер һуғыш ветераны.

Ошо көндәрҙә БСТ каналында ҡаһарман ветеран хаҡында сюжет донъя күрәсәк.
8
Лос-Анджелеста милләттәштәребеҙ Ураҙа байрамын билдәләгән

20 апрелдә Лос-Анджелес ҡалаһына Америкала йәшәгән милләттәштәребеҙ Ураҙа байрамына йыйылған. Был көндө Гриффит паркында башҡорт һөйләше, йыр-моңо яңғырап торған. «Юлдаш» радиоһы ҡунаҡтарҙың кәйефен күтәргән.

Яҡташтарыбыҙ сараларҙы йышыраҡ үткәрергә, башҡорт байрамдарында йыйылышырға һүҙ ҡуйышҡан. 26 майҙа Лос-Анджелеста Һабантуй үтәсәк.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Ярыш былтыр старт алғайны. Муниципаль этапта мең дә 70 ауыл ҡатнашҡан. Уларҙың 52-һе республика кимәлендә көс һынашты. Еңеүселәр 4 номинация буйынса бүләкләнде.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы халҡы «Хәтер баҡсаһы» Бөтә Рәсәй экология һәм илһөйәрлек акцияһына ҡушылды

«Хәтер баҡсаһы» ул Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙе һаҡлаған яугирҙарға хәтер һәм хөрмәт билдәһе. Ата-бабалар ҡаһарманлығын ағастар ултыртып мәңгеләштереүселәр хаҡында киләһе яҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәнә фонтандар урғылды

Матур йолаға әйләнгән сара баш ҡаланың бер нисә майҙанында үтте. Һәр объект эргәһендә халыҡ өсөн музыкаль тамашалар ҡуйылды. Ғөмүмән, Өфө фонтандарға бай һәм уларҙы асыу буйынса айырым график төҙөлгән.
2
Бөгөн Чернобыль атом электростанцияһындағы фажиғәгә 38 йыл

Өфөлә ошо уңайҙан авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың мемориалына сәскә һалынды.

Ликвидатор Әлмир Хафизов күҙ йәштәре аша хәтирәләре менән уртаҡлашты. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналында Рәзилә Ғиниәтуллина репортажында.
👍2
Forwarded from Telescopy
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Белгород өлкәһе һәм Донецк халыҡ республикаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтерәсәк

Рәсәй парламентаризмы көнө алдынан Санкт-Петербургта илдең бөтә төбәктәренән парламент етәкселәре йыйылды. 20-се быуат башында Думаның беренсе ултырышы үткән Таврия һарайында Федераль Йыйылыш ҡарамағындағы Рәсәй закон сығарыусылар советы ултырышы үтәсәк. Бөгөн Бөтә Рәсәй парламент форумы барышында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө паллиатив медицина ярҙамы буйынса Волга буйы федераль округы форумын ҡабул итә

Сарала донъя, ил кимәлендәге билдәле табиптар, ғалимдар ҡатнаша. Форум туғыҙынсы тапҡыр ойошторола һәм ошо йүнәлеш буйынса эшләгән табиптар өсөн фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булып тора. Быйыл уның тап Башҡортостан майҙанында ойошторолоуы осраҡлы түгел. Республикала һуңғы йылдарҙа яман шеш ауырыуҙарын дауалауға, паллиатив ярҙам күрһәтеүгә ныҡлы иғтибар бирелә.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта «Айыуҡай» балалар баҡсаһында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса район конкурсы үтте

Баймаҡ ҡалаһының «Айыуҡай» балалар баҡсаһында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса район конкурсы үтте. Кескәйҙәр сәсәнлектә ярышты. Баймаҡ ҡалаһының «Айыуҡай» балалар баҡсаһында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса район конкурсы үтте.
2
Алтын миҙал Башҡортостанға килә!

Башҡорт уҡыусыһы Вадим Харисов Ҡытайҙа уҙған халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында алтын миҙал яуланы.

22-нән 26 апрелгә тиклем Ҡытайҙың Шэньчжен ҡалаһында халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһы үткән. Унда Рәсәй йыйылма командаһы биш алтын һәм биш көмөш миҙал яулаған. Алтындарҙың береһен республика инженер лицей-интернатынан Вадим Харисов алған. Ул төрлө илдән йыйылған 26 уҡыусы араһында еңеүсе тип табылған.

Афарин!
👍6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Мэрҙар мәктәбе»ндә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне

Мэрҙар мәктәбе. Рәсәйҙә дәүләт идараһы буйынса яңы кадҙар программаһы тормошҡа ашырыла. Проектта ҡатнашыусылар бөгөн Өфөгә семинарға йыйылды. Уларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
«Мэрҙар мәктәбе» Рәсәй Президенты ҡарамағындағы халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының дәүләт идараһы юғары мәктәбе тарафынан тормошҡа ашырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә 205 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам буласаҡ

Башҡортостанда быйыл 1 майҙан 1 сентябргә тиклем Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә 205 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам буласаҡ, ул бер тапҡыр ғына түләнә. Тейешле Указға төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Ярҙам сараһы Башҡортостандың Хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә саҡырылған Рәсәй граждандарына ҡағыла, шулай уҡ түләүҙәргә Өфөләге хәрби хеҙмәткә һайлап алыу буйынса пунктында контракт төҙөгән сит ил вәкилдәре лә дәғүә итә.
👍1