БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.93K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Белгородтан 498 бала ял итә

Был ҡарарҙы өлкә губернаторы менән һөйләшкәндән һуң төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡабул иткәйне. Уҙған аҙнала мәктәп уҡыусылары ике төркөмгә бүленеп, Илеш һәм Әбйәлил райондарындағы һауыҡтырыу учреждениеларына урынлаштырылды. «Орленок» лагерында балалар өсөн булдырылған шарттар һәм төбәктәге мәғариф системаһы үҫеше менән Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев танышты.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Октябрь районы кадет кластары уҡыусылары ҡатнашлығында бал үтте

Өфө ҡыҫҡа ваҡытҡа Ренессанс заманына ҡайтты. Был нәфис фильм сценарийы түгел. Баш ҡалала Октябрь районы кадет кластары уҡыусылары ҡатнашлығында бал үтте. Йәш хәрбиҙәр тантанағы оҙаҡ әҙерләнгән.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ғафури районының яҡташтар осрашыуы үтте

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында уҙған хәйриә концертында, яҡташтар ойошмаһының эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде.
4👍1
Өфөлә Еңеү көнө программаһы аныҡланды

9 майҙа Өфөлә яҡташыбыҙ Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асыла. Ул Рейхстагка Еңеү Байрағын беркетә. Сәғәт 12-лә Октябрь проспектында парад була. Ленин майҙанында хәрби техника күргәҙмәһе ойошорола. Быйыл салют булмай. Фейерверк өсөн сығымдар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам өсөн тотонола. Шулай уҡ хәүефһеҙлек маҡсатында илдә "Үлемһеҙ полк" акцияһы уҙғарылмай.
👍21
Башҡортостанда 700-гә яҡын кеше талпан ҡаҙалып табиптарға мөрәжәғәт иткән

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү федераль хеҙмәтенең төбәк идаралығынан белдереүҙәренсә, ҡайһы бер бөжәктәрҙә энцефалит һәм боррелиоз вирустары табылған. Кешеләрҙең ҡурҡыныс сир йоҡтороу осраҡтары асыҡланмаған. Әле белгестәр парк, сквер һәм башҡа йәмәғәт биләмәләрен зарарлы бөжәктәрҙән эшкәртә. Бөгөнгә план 80 процентҡа теүәлләнгән. Биләмәләрҙе эшкәртеү 1 майға тамамланырға тейеш.
👍1
Рәсәйҙә 9 майҙа “Үлемһеҙ полк” хәрәкәте булмай

Бөйөк Еңеү көнөндә халыҡ именлеген тәьмин итеү маҡсатында хәтер акцияһын онлайн үткәрергә ҡарар ителгән, тип белдерәләр хәрәкәт штабынан. Өфөлә 9 майҙа Октябрь проспектында парад була. Унда хәрби техника һәм авиация йәлеп ителә. Еңеү көнө уңайынан кисен салют атмаҫҡа ҡарар ителгән. Бының өсөн ҡаралған аҡса махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙамға йүнәлтелә, тип белдерәләр баш ҡала хакимиәтенән.
👍9👎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары оло һыуҙан зыян күргән Ырымбурҙарға ярҙам күрһәтә

Ойошма сираттағы гуманитар ылауҙы оҙатты. Республика район-ҡалаларынан 10 мең тонналыҡ әйбер йыйылған. Уларҙы тейәргә Өфөнөң 119-сы мәктәбе уҡыусылары ярҙам иткән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәү нейрохирургтары республика табиптары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе

Баш ҡаланан килгән белгестәр бәләкәй инвазив ысул менән операция яһау техникаһына төшөндөрҙө. Оҫталыҡ дәрестәре сиктәрендә Республика балалар клиник дауаханаһының төрлө патология менән сирләүсе өс пациентына операция яһады.
2👍1
😥«Ғәфү ит мине, улғынам»

Хәйбулла районындағы фажиғә сәбәптәре асыҡланды. Билдәле булыуынса, 24 йәшлек әсә әхирәттәре менән Һаҡмар йылғаһы буйына ял итергә барған булған. Ул әхирәттәре менән һөйләшкән арала сабыйҙы күҙ уңынан ысҡындырған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала йылғаға яҡын барған һәм тайып ҡолаған. Әсә уны ҡотҡарырға маташҡан, тик инде һуң булған. Ваҡиға урынына килгән ҡотҡарыусылар баланың тынһыҙ кәүҙәһен түбәндәрәк йылғанан сығарған.

«Ғәфү ит мине, улғынам. Мин һине бер ваҡытта ла онотмаясаҡмын, ауыр тупрағың еңел булһын, бәләкәсем», — тип яҙған социаль селтәрҙә әсә.
😢5👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Үҙәк хәрби округының инженер берләшмәһенә Жуков ордены тапшырылды

Федераль награданы хәрби байраҡҡа беркетеү тантанаһын Рәсәй Ҡораллы Көстәренең инженер ғәскәрҙәре етәксеһе генерал-лейтенант Юрий Ставицкий үткәрҙе. Сарала республика етәкселәре, Үҙәк хәрби округ вәкилдәре, хәрби частың шәхси составы, ветерандар һәм юнармеецтар ҡатнашты. Орден менән бергә командирға награданың таныҡлығы ла бирелде.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районынан 9 ҡатын «Ярҙам һәм мәрхәмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылынан 9 ҡатын «Ярҙам һәм мәрхәмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. «Фатима» башҡорт фольклор ансамбле ағзалары уға махсус хәрби операция яугирҙарына күп яҡлы булышлыҡ иткәне өсөн лайыҡ булды.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда урман янғындарын иҫкәртеү эштәре ойошторола

Хәүефле миҙгелгә әҙерлек. Башҡортостанда урман янғындарын иҫкәртеү эштәре ойошторола. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре хәүефле майҙандарҙа ер һөрөп, дымлы тупраҡтан һыҙаттар әҙерләй, тәүлек әйләнәһенә урмандарҙағы хәл-торош буйынса мониторинг алып бара. Апрелдә генә төбәктә Белорет һәм Әбйәлил райондарында урман янғындары теркәлгән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Еңеүҙең 79 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә

Улар араһында Ауырғазы районы Талбазы ауылынан Шәриф Ғәҙи улы Мөсәғитов та бар. 18 йәшлек егет артиллерия полкы составында Белорусияны азат итеүҙә, Варшаваны алыуҙа ҡатнаша. Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай. Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән шанлы йылдары һәм бөгөнгө тормошо хаҡында киләһе яҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 264-cе балалар баҡсаһы «Беренселәр хәрәкәте»нең гранттар конкурсы еңеүселәре исемлегендә

Мәктәпкәсә учреждениеның «Һөнәргә старт» профориентация марафоны проектын тормошҡа ашырыуға 1 миллион 365 мең һум аҡса бүленгән. Уға ярашлы, балаларҙы төрлө һөнәрҙәр менән таныштырыу, хеҙмәткә ҡарата һөйөү уятыу маҡсаты ҡуйылған.
1
Республикала балалар майҙансыҡтарының хәүефһеҙлеге баһалана

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы башланғысы менән тикшереү үткәрелә. Мониторингта Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкилдәре лә ҡатнаша. Улар ҡышҡы миҙгелдән һуң балалар һәм спорт майҙансыҡтары торошон ҡарай. Белгестәр шулай уҡ ҡалаларҙа парк, сквер һәм баҡсаларҙың инвалидтар өсөн ни тиклем уңайлы булыуына баһа бирергә йыйына. Тикшереү 15 майға тиклем үтә.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Дубайҙа Әмнә бинт Абдулла Әл Дахак Әл Шәмси менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дубайҙа Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Климат үҙгәрештәре һәм тирә-яҡ мөхит мәсьәләләре буйынса министры Әмнә бинт Абдулла Әл Дахак Әл Шәмси менән осрашты. Яҡтар ауыл хужалығында хәләл продукция менән сауҙа итеү һәм уны ғәрәп илдәре баҙарына индереү тураһында һөйләште.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районының Иҫке Сибай мәктәбендә «Герой партаһы» асылды

Ул Чечен һуғышында, Украинала барған махсус хәрби операцияла һәләк булған ошо ауыл егеттәре исемен йөрөтәсәк Иҫке Сибай мәктәбен тамамлаған, чечен һуғышында башын һалған Салауат Баязитов, махсус хәрби операцияла һәләк булған Денис Собарғошов, Илшат Килмөхәмәтов иҫтәлектәренә «Геройҙар партаһы» асылды. Уларҙа батырҙарҙың фотоһүрәте ҡуйылған, биографияһы, ҡаҙаныштары яҙылған.
3
Forwarded from Telescopy
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
👍2
Әһлиуллин Ғәбдрәшит Хәмит улы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 97 йәш. Стәрлетамаҡ районы Талас ауылында йәшәй. Районда берҙән-бер һуғыш ветераны.

Ошо көндәрҙә БСТ каналында ҡаһарман ветеран хаҡында сюжет донъя күрәсәк.
8
Лос-Анджелеста милләттәштәребеҙ Ураҙа байрамын билдәләгән

20 апрелдә Лос-Анджелес ҡалаһына Америкала йәшәгән милләттәштәребеҙ Ураҙа байрамына йыйылған. Был көндө Гриффит паркында башҡорт һөйләше, йыр-моңо яңғырап торған. «Юлдаш» радиоһы ҡунаҡтарҙың кәйефен күтәргән.

Яҡташтарыбыҙ сараларҙы йышыраҡ үткәрергә, башҡорт байрамдарында йыйылышырға һүҙ ҡуйышҡан. 26 майҙа Лос-Анджелеста Һабантуй үтәсәк.
👍2