БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.97K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембайҙа төнгө клубта 23 йәшлек егетте яңылыш атып үлтереүсе Волгоград өлкәһендә ҡулға алынған

Хоҡуҡ һаҡлаусылар хәбәр итеүенсә, юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары юлда таксиҙы туҡтатҡан. Документтарҙы тикшергәндә пассажирҙарҙың береһе федераль эҙләүҙә булыуы асыҡлана. Ул Марзпетуни Галустян булып сыға. Полиция хеҙмәткәрҙәре уны артабан Башҡортостандағы коллегаларына тапшырыу өсөн ҡулға ала.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика халҡы ярҙамы менән һатып алынған квадрокоптер яҡташ яугирҙарыбыҙға барып етте

Еңеү ҡошо алғы һыҙыҡта. Республика халҡы ярҙамы менән һатып алынған квадрокоптер яҡташ яугирҙарыбыҙға барып етте. Заманса дрон «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы командирына тапшырылды.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Сиҙәм ауылында Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән хеҙмәт ветераны йәшәй

Хәйбулла районы Сиҙәм ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Ғәбиҙә Мөхөмәтғәли ҡыҙы Шәмсетдинованың бала сағы һәм үҫмер йылдары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Биш йәшенән тылда сынығып үҫкән быуын вәкиле хәтирәләре киләһе яҙмала.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә кескәйҙәр араһында «Абилимпикс» фестивале үтте

Бәләкәй ашнаҡсы, парикмахер һәм табиптар. Өфөлә 5 йәштән 7 йәшкә тиклемге кескәйҙәр араһында «Абилимпикс» фестивале үтте. Унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙар төрлө компетенцияла көс һынашты.
4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бына, исмаһам, бәхет!

Билдәле йырсы Ришат Төхвәтуллин тәүге тапҡыр улы менән күрешә. Иҫ киткес бәхетле миҙгел.❤️
13👍3🥰1
Республикала талпандар әүҙемләшә

Тәүге талпан ҡаҙалыу осрағы март аҙағында теркәлгән, әле табиптарға 16 кеше мөрәжәғәт иткән. Республика гигиена һәм эпидимиология үҙәге тикшергән бөжәктәрҙә энцефалит һәм боррелиоз асыҡланмаған. Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡанда, дөрөҫ кейенергә кәрәк. Талпан ағаста була тип уйлаусылар яңылыша, ти биология фәндәре кандидаты Дилбәр Ҡыуатова. Талпандың зарарлымы, юҡмы икәнлеге Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә тикшерелә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7-се йорт.
1
Башҡортостандағы Павловка һыуһаҡлағысы ҙур һыуҙы күтәрерме?

Орск ҡалаһындағы ваҡиғанан һуң халыҡ социаль селтәрҙә ошондай һорау ҡалдыра. Хафаланырға урын юҡ. Гидротехник ҡоролма хәүеф тыуҙырмай, ти белгестәр.
Оператив штаб ташҡынға бәйле хәлде тәүлек әйләнәһе күҙәтә. Уҙған тәүлектә яҙғы ташҡынға бәйле 11 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Әле ҙур йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Бәйләнеш телефоны: 112.
2
Өфөнөң 450 йыллығына 450 километр араға йүгереү була

Ультра-марафон июндә өс көн дауамында “Өфө муйынсағы” маршруты буйынса ойошторола. Ул эстафета рәүешендә була. Һәр кемгә 8-10 километр йүгереп үтәргә кәрәк. Марафонда һәр кем ҡатнаша ала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан «Экология» милли проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша

Тирә-яҡ мөхитте, тәбиғи байлыҡтарыбыҙҙы һаҡлау, ҡалаларҙы төҙөкләндереү даими иғтибар үҙәгендә. Өфөлә үткән Экология форумында ла ошо мәсьәләләр ҡаралды. «ЭКСПО» күргәҙмәләр комплексында үткән форум-күргәҙмәлә халыҡ-ара, ил кимәлендәге эксперттар бергә йыйылды, фекер алышты.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Саҡмағош районында йәшәгән Нәфисә Ғүмәрованың шиғри йыйынтығы донъя күрҙе

«Балан әсеһе». Саҡмағош районында йәшәгән Нәфисә Ғүмәрованың шиғри йыйынтығы донъя күрҙе. Ҡәләм оҫтаһы китабын махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған ейәне Тимур Хисмәтуллиндың яҡты иҫтәлегенә бағышлаған. Был хаҡта киләһе яҙмала.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥Яугир егет СВО биләмәһенән ҡайтҡан һәм уҡытыусы әсәһенең мәктәбенә килеп ингән!

Тулҡынландырғыс!

🤲 Һәр һалдат әсәһенә ошондай ҡыуанысты кисерергә насип булһын!
10👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө «Рәсәй - спорт державаһы» форумын ҡабул итә

Башҡортостан эстафетаны ҡабул итте! Мәскәүҙә беҙҙең республикаға Пермь крайынан Халыҡ-ара спорт форумының рәсми символы тапшырылды. 2024 йылда Өфө «Рәсәй - спорт державаһы» форумын ҡабул итә. Әле күләмле сараға әҙерлек бара. Бынан тыш баш ҡалала Рәсәй спорт министры Олег Матыцин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Дыуан бульварында Һәм Максим Рыльский урамында ике физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында видеобәйләнеш режимында ҡатнашты.
👍21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан бер төркөм яугирҙар ике аҙналыҡ отпусктан һуң хәрби подразделениеларына юлланды

Ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Башҡортостандан бер төркөм яугирҙар ике аҙналыҡ отпусктан һуң хәрби подразделениеларына юлланды. Уларҙы оҙатырға туғандары, хәрби комиссариат һәм власть органдары вәкилдәре килде.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «ПрофФест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй вакансиялар йәрминкәһе үтте

Өфөлә «ПрофФест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй вакансиялар йәрминкәһенең төбәк этабы үтте. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторған күргәҙмә программаһында йөҙгә яҡын эш биреүсе ҡатнашты, йәштәргә улар хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланған вакансиялар тәҡдим итте. Шулай уҡ майҙанда урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары тарафынан профориентация эше алып барылды.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Атайсал - кесе Ватаным» зональ форумдар серияһы Нуриман районында тамамланды

Яҡташлыҡ көсө, ғаилә ҡиммәттәре, биләмәләрҙе үҫтереүҙә яңы тенденциялар - форум барышында бер нисә тема ҡаралды. Иң мөһиме, проекттың миҙгел эшенә йомғаҡ яһалды.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң «Бишбармаҡ» студияһында Стәрлетамаҡтың коррекция-мәктәбе уҡыусылары ҡунаҡта булды

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр тураһында хәстәрлек йылына бәйле, бөгөн Өфөнөң «Бишбармаҡ» студияһында Стәрлетамаҡ ҡалаһының коррекция-мәктәбе уҡыусылары ҡунаҡта булды. Сара Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылды.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Канаданың «Торонто» хоккей командаһы Родион Әмировты хөрмәтләп иҫкә алды

Клуб етәкселеге «Нью-Джерси» менән уйынға хоккейсының ғаиләһен саҡырҙы. Беренсе осорҙан һуң боҙ һарайы клубында йәш юлаевсы карьераһының иң яҡшы мәлдәрен һүрәтләгән кадрҙар тәҡдим ителде. Шулай уҡ Родиондың ғаилә ағзалары - ата-әсәһе һәм һеңлеләре күрһәтелде.
1
Ғафури районында йылдың тәүге игеҙәктәре тыуған!

18 мартта Ғафури районынан Арсений һәм Екатерина Мельниковтарҙың ғаиләһендә ысын мөғжизә булған. Уларҙың игеҙәк сабыйҙары тыуған. Йәш ғаиләлә был тәүге балалар. Ғөмүмән, был Ғафури районында йылдың тәүге игеҙәктәре, тип хәбәр итә БР-ҙың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.

Мельниковтарға именлек, бәхетле киләсәк теләйбеҙ!
1
Асҡындар махсус операцияға “Нива” машинаһы ебәргән

Асҡын районынан Эдуард Тимерғәлин һәм Илдус Хафизов “Нива “ машинаһын гуманитар йөк менән алғы һыҙыҡҡа оҙатыу өсөн республика координацион үҙәккә алып барҙы, тип яҙа “Аскиньская новь”.

Машинаны эшҡыуар Эдуард Тимерғәлин үҙ көсө менән ремонтлаған. Район халҡы йыйған аҡсаға запас частәр һатып алынған. Мәсеткә йөрөүселәр ҙә дөйөм эштән ситтә ҡалмаған. Улар “Нива”ға маскировкалау селтәрҙәре, быҡтырылған ит, яугирҙәр өсөн йылы кейемдәр тейәгән. Шулай уҡ һалдаттар үтенесе буйынса машиналар өсөн запас частәр һатып алып һалғандар, тип хәбәр итә “Аскиньская новь”.
👍52
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан буйлап Сәләмәтлек поездары йөрөй башлай

Быйыл акция сиктәрендә табиптар республиканың 55 районында халыҡты ҡабул итә. Комплекстар составында күсмә флюорографтар, маммографтар, һаулыҡ үҙәктәре һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары ҡаралған.Сәләмәтлек поездары Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 6 йыл элек йөрөй башланы.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы Мөхәмәт Сәғитдинов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Мөхәмәт Сәғитдинов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул Коммунистик урамы, 85/1 һанлы йортта йәшәгән, иҫтәлекле билдә торлаҡ фасадына ҡуйылды.
1👍1