Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
⚡️Владимир Путин Мәскәү өлкәһендәге фажиғәгә бәйле ил халҡына мөрәжәғәт итте.
24 март Рәсәйҙә матәм көнө итеп иғлан ителде.

😢3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә терактта һәләк булғандар иҫтәлегенә мемориал ойошторолдо
Ҡала халҡы ҡот осҡос теракт ҡорбандарын иҫкә ала. Мемориал майҙансығы «Мир» сауҙа үҙәге эргәһендәге Ғаилә һәйкәле һәм Йәштәр һарайы алдында асылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Крокус сити холл» концерт залында һәләк булыусыларҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, яраланған пациенттарға тиҙерәк һауығып сығыуҙарын теләне. Террор ғәмәлен ойоштороусылар иң ҡаты яза алырға тейеш, тигән Башҡортостан башлығы.

❤🔥2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ҡотҡарыусылары ташҡын менән бәйле хәлде һауанан күҙәтә
Республиканың һыу баҫыу хәүефе янаған төбәктәре буйынса вертолетта рейд ойошторолдо. Вертолеттан күҙәтеү ваҡытында һыу баҫыу хәүефе янаған торлаҡ пункттар асыҡлана, шартлатыу эштәре талап ителгән урындар билдәләнә. Башҡортостан Хөкүмәте етәкселәре фекеренсә, ташҡын ҙур матди юғалтыуҙарға килтереүе ихтимал. Шуға күрә лә профилактика эштәрен ваҡытында алып барыу мөһим. Ошо һәм башҡа һорауҙар Йомағужа һыуһаҡласығында үткән кәңәшмәлә ҡаралды.

❤🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы ҡалаһының автобетоновоздар заводында хеҙмәткәрҙәр етмәй
Эшсе ҡулдар талап ителә. Туймазы ҡалаһының автобетоновоздар заводында хеҙмәткәрҙәр етмәй: слесарҙарҙан алып бүлек етәкселәренә тиклем. Предприятие киңәйә. Производство акценттары үҙгәрә. Хәҙер урында прицептар һәм ярымприцептар етештерелә башланған.
Эшсе ҡулдар талап ителә. Туймазы ҡалаһының автобетоновоздар заводында хеҙмәткәрҙәр етмәй: слесарҙарҙан алып бүлек етәкселәренә тиклем. Предприятие киңәйә. Производство акценттары үҙгәрә. Хәҙер урында прицептар һәм ярымприцептар етештерелә башланған.
❤🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Спорт һарайы алдында ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙҙы
Унда төрлө төбәктәрҙән килгән фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар ҡулаҡса, ә ҡала халҡы тәбиғи һәм сифатлы продукция алып ҡыуанды
Унда төрлө төбәктәрҙән килгән фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар ҡулаҡса, ә ҡала халҡы тәбиғи һәм сифатлы продукция алып ҡыуанды
❤🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы мәҙәниәт йортонда «Бөтә Рәсәй балалар китабы аҙналығы» асылды
Уҡыусыларҙың яҙғы каникулдары алдынан Хәйбулла районы мәҙәниәт йортонда «Бөтә Рәсәй балалар китабы аҙналығы» асылды. Акцияның девизы - «Ғаилә уҡый - ил уҡый». Йәш китап һөйөүселәр менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.

❤🔥2👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта Илдус Алғушаев иҫтәлегенә бокс буйынса турнир үтте
Бокс- көслөләр ярышы. Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Илдус Алғушаев иҫтәлегенә бокс буйынса 8-се төбәк-ара турниры үтте. Яугир-интернационалист Илдус Алғушаев бала сағынан спорт менән дуҫ була. Афғанстанда хеҙмәт итеп ҡайтта, шуна ул ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләй. 39 йәшендә генә вафат булған яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә коллегалары йыл да бокс буйынса ярышы үткәрә.

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы ялға ҡайтҡан яугирҙар менән осрашты
Хәйбулла районы яугирҙары махсус хәрби операция биләмәһендә Ватанды һаҡлау бурысын лайыҡлы үтәй. Яугирҙарҙың сираттағы төркөмө тыуған ерҙәренә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Улар ике аҙналыҡ ялды өйҙә туғандары, яҡындары янында үткәрәсәк. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов отпускҡа ҡайтҡан яугирҙар менән осрашты. Ир-егеттәр ил алдында хәрби бурыстарын намыҫлы үтәүҙәре, өйҙә ҡалған ғаилә ағазаларының көнитмеше хаҡында бәйән итте.

❤3👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
👏15 йәшлек уҡыусы «Крокус Сити Холл» бинаһынан 100 кешене сығарған
15 йәшлек геройҙың исеме — Ислам. Уның һүҙҙәренсә, бөтә администраторҙарға ла инструктаж үткәрелгән, концертҡа килгән кешеләрҙе лә ул ошоға ярашлы алып сыҡҡан.
Һөжүм ваҡытында Ислам кешеләрҙең бәҙрәфкә табан йүгереүен күргән һәм барыһына ла дөрөҫ юлды күрһәткән. Һәм халыҡты эвакуациялауҙы үҙ өҫтөнә алған. Исламдың аҡыллы аҙымы йөҙҙән ашыу кешегә террорсыларҙан ҡотолорға ярҙам иткән.
Уҡыусы буш ваҡытында гардеробта аҡса эшләй һәм «Спартак» футбол клубының үҫмерҙәр командаһында уйнай.

👍14
БСТ | Яңылыҡтар
👏15 йәшлек уҡыусы «Крокус Сити Холл» бинаһынан 100 кешене сығарған 15 йәшлек геройҙың исеме — Ислам. Уның һүҙҙәренсә, бөтә администраторҙарға ла инструктаж үткәрелгән, концертҡа килгән кешеләрҙе лә ул ошоға ярашлы алып сыҡҡан. Һөжүм ваҡытында Ислам кешеләрҙең…
Фажиғәлә йөҙ кешенең ғүмерен ҡотҡарған үҫмерҙе бүләкләнеләр
👏 «Спартак» клубы теракт ваҡытында «Крокус»тан 100 кешене алып сыҡҡан 15 йәшлек Ислам Хәлиловты бүләкләне.
Клуб төп команда футболсылары менән осрашыу ойошторған, малайға исемле футболка һәм бөтә уйындарға бушлай абонемент бүләк иткән.
Шулай уҡ Исламды «Батырлыҡ өсөн» Рәсәй мосолмандары миҙалы менән наградалаясаҡтар. Миҙалға мөфтөй Рауил Ғәйнетдин тәҡдим иткән. Бүләкләү Мәскәү йәмиғ мәсетендә үтәсәк.

👍8
Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе бер минут тынлыҡтан башланды
Республика етәксеһе йәнә һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, зыян күргәндәрҙең тиҙерәк һауығыуын теләне.
— Барығыҙ ҙа Мәскәү өлкәһендә булған ҡот осҡос ваҡиғалар тураһында беләһегеҙ. Мин «Крокус Сити Хол»да вәхшиҙәрсә ҡылынған террор актын күҙ уңында тотам. Беҙ, әлбиттә, бөгөн тотош республика менән мәрхүмдәрҙең туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, зыян күргәндәрҙең барыһына ла тиҙерәк һауығыуҙарын теләйбеҙ. Унда яраланғандар һәм зыян күргәндәр күп. Ошо енәйәтте башҡарыусылар, заказсылар, ойоштороусылар — барыһы ла язаға тарттырылыр тип ышанам, биыл бик мөһим, — тине Радий Хәбиров.

👍3🙏1
⚡Мәскәү өлкәһендәге теракт ҡорбандары 144-кә барып етте
97 кеше дауаханала ҡала.
Өфө «Торналар» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.

😢3👍2
Амур өлкәһендә эшселәрҙең өҫтөнә ишелгән шахтаға һыу тулыуы асыҡланған
13 кеше, шул иҫәптән биш яҡташыбыҙ «Пионер» руднигында емереклектәр аҫтында ҡалды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, скважина буйлап төшөрөлгән видеокамера шахтаға һыу тулыуын күрһәткән.
«Тәфтиш комитеты рәйесенә тикшереү барышы тураһында доклад тапшырылды. Енәйәт эше буйынса фажиғәнең хәл-шарттарын асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү һәм башҡа процессуаль ғәмәлдәр башҡарыла. Ҡотҡарыу эштәре дауам итә. Шахтала ҡалған 13 эшсенең яҙмышы тураһында һаман да бер ни ҙә билдәле түгел», — тип хәбәр иттеләр урындағы тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

😱7👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Оператив кәңәшмәлә яҙғы ташҡынға әҙерлек һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды
Медицина хеҙмәтләндереүе сифатын күтәреү, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеү, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу, яҙғы ташҡынға әҙерлек, юлдарҙы ремонтлау. Башҡортостан башлығы рәйеслегендәге бөгөнгө оператив кәңәшмә күп төрлө һәм көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында яҙғы ташҡынды иҫкәртеү буйынса әҙерлек эштәре бара
Әбделкәрим ауылында яуаплы осор буйынса киңәйтелгән ултырыш үтте. Урындағы хакимиәт ҡарамағындағы махсус комиссия - төрлө ойошма, учреждениеларҙың мөһим сараға әҙерлек кимәлен ҡараны. Шулай уҡ «Һаҡмар» һыуһаҡлағысында практик-күнекмә ойошторолдо.
Әбделкәрим ауылында яуаплы осор буйынса киңәйтелгән ултырыш үтте. Урындағы хакимиәт ҡарамағындағы махсус комиссия - төрлө ойошма, учреждениеларҙың мөһим сараға әҙерлек кимәлен ҡараны. Шулай уҡ «Һаҡмар» һыуһаҡлағысында практик-күнекмә ойошторолдо.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө Крокус-Сити-Холда һәләк булғандар иҫтәлегенә арналған «Торналар» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды
Ул «Бейеүсе торналар» фонтаны янында ойошторолдо, тиҫтәләгән шәм тоҡандырылды. Акция үҙенең исемен осраҡлы ғына алманы. Фажиғә булған «Крокус-Сити-Хол»дағы концерт залы СССР-ҙың халыҡ артисы, «Торналар» йырын башҡарыусы Мөслим Магомаев исемен йөрөткән.
Ул «Бейеүсе торналар» фонтаны янында ойошторолдо, тиҫтәләгән шәм тоҡандырылды. Акция үҙенең исемен осраҡлы ғына алманы. Фажиғә булған «Крокус-Сити-Хол»дағы концерт залы СССР-ҙың халыҡ артисы, «Торналар» йырын башҡарыусы Мөслим Магомаев исемен йөрөткән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яугирҙар һәм уларҙың яҡындары республика психотерапия үҙәгендә реабилитация үтә ала
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар һәм уларҙың яҡындары республика психотерапия үҙәгендә реабилитация үтә ала. Физик һәм психик һаулыҡты нығытыу өсөн ҡаралған хеҙмәттәр Ватан һаҡсылары һәм уларҙың ғаиләләренә бушлай күрһәтелә. Психолог һәм психиатрҙар менән аралашыу, йөҙөү, массаж, сәләмәт туҡланыу, дарыуҙар менән дауаланыу һәм башҡа саралар күҙ уңында тотола.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яҙғы сәсеү кампанияһына 12 меңдән ашыу трактор йәлеп ителәсәк
Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтырғы йылға ҡарағанда, баҫыуға сығасаҡ техникалар иҫәбе 180-гә күберәк. Федоровка районы ауыл хужалыҡтарында бөгөн яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашламалар тейешле кимәлдә тупланған.

Башҡортостанда 30 ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәренә 1 миллион һум тапшырыла
Республика Башлығы тейешле Указға ҡул ҡуйҙы. Хөкүмәткә бер ай дауамында белгестәрҙе һайлап алыу тәртибен билдәләп түләү шарттары, финанслау сығанаҡтарын раҫларға ҡушыла. “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы быйылдан федераль кимәлдә тормошҡа ашырыла башлай. Проектҡа ярашлы ауыл йәки бәләкәй ҡалаға эшкә килгән белгестәргә 1 миллион һум тапшырыла. Беҙҙең республикала бындай программа 2021 йылдан ғәмәлдә.

👍4
Башҡортостан көрәшселәре Рәсәй кубогында беренсе урын алды
Рязань ҡалаһында билбаулы көрәш буйынса турнир уҙҙы. Унда 26 төбәктән 300-гә яҡын спортсы ҡатнашты. Беҙҙең республика вәкилдәре 6 алтын, 10 көмөш һәм 8 бронза миҙалға эйә булды. Команда ярышында Татарстан һәм Мәскәү көрәшселәренән алға сыҡты. Еңеүселәр БРИКС илдәре Спорт уйындары һәм донъя кубогында сығыш яһай.