БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.92K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика халҡы юғары электораль әүҙемлек күрһәткән

Исемлеккә индерелгән һайлаусыларҙың 83,73 проценты - 2 миллион ярымға яҡыны гражданлыҡ бурысын үтәгән. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Владимир Путин 90,9 процент тауыш йыйған. Икенсе урында 3,69 процент менән КПРФ вәкиле Николай Харитонов килә, ә бына ЛДПР партияһынан Леонид Слуцкий өсөн һайлаусыларҙың 2,72 процент тауыш бирһә, «Яңы кешеләр»ҙән Владислав Даванков 1,88 процент йыйған.
❤‍🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙең үҙәк һайлау комиссияһы президент һайлауҙарында тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтарын барланы

Рәсәйҙең үҙәк һайлау комиссияһы ла үҙенең рәсми сайтында президент һайлауҙарында тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтарын баҫтырып сығарҙы. Протоколдарҙың 100 процентын эшкәрткәндән һуң, беренсе урынды Владимир Путин яулай, ул 87,28 процент тауыш йыя. Ҡалған һөҙөмтәләргә килгәндә Николай Харитонов - 4,31, Владислав Даванков - 3,85, Леонид Слуцкий - 3,20 процент тауыш йыйған.
❤‍🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров сәйәси кампанияға һығымта яһаны

Беҙҙең алда үҫеш юлындағы алты йыл бар. Барыбыҙ ҙа ил ҡаҙанышы, киләсәге лә беҙ һәм лидерыбыҙ Владимир Путин менән берҙәм эш алып барыу һөҙөмтәһе икәнлеген яҡшы аңлай. Был һайлау илебеҙҙең иҫ киткес берләшеүен сағылдырҙы, тине Радий Хәбиров сәйәси кампанияға һығымта яһап.
❤‍🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 313 тораҡҡа һыу баҫыу хәүефе янай

Был турала республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерҙеләр. Быйыл да саманан тыш артыҡ оло һыу көтөлмәй, шулай ҙа ҡатмарлыҡтарға әҙер булырға кәрәк , тине Радий Хәбиров. Район башлыҡтары, айырыуса Белорет, Стәрлетамаҡ һәм Өфө етәкселеге ташҡынға етди әҙерләнергә тейеш. Тап ошо биләмәләрҙә йылғаларҙың ярҙарынан сығыу ихтималлығы һаҡлана.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төбәк аграрийҙарына яҙғы сәсеү миҙгелен башлау өсөн 6 миллирд һумға яҡын льготалы кредит хупланған

Ул Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан Башҡортостандың 132 хужалығына бүленәсәк. Ә ҡыҫҡа ваҡытлы льготалы кредит механизмын тормошҡа ашырыу өсөн республикаға федераль бюджеттан 486 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Ауыл хужалығы эшсәндәренә льготалы кредиттар нисек ярҙам итә? Ентекләберәк киләһе яҙмала.
3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан Донбасҡа сираттағы 116-сы гуманитар ылау юлға сыҡты

Гуманитар ярҙам республиканың мобилизацияланған һәм үҙ ирке менән хеҙмәт иткән яугирҙарға тәғәйенләнгән. Йөк машиналарында 4 автомобиль, мобиль мунса, маскировка селтәрҙәре һәм туғандарынан посылкалар. Ылау туплауҙа 2 муниципалитет, республика халҡы, ойошмалар һәм йәмәғәт берекмәләре әүҙем ҡатнашҡан.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында ата-әсәләргә һәм балаларға психологтар менән осрашыу ойоштолдо

Хәйбулла районында ата-әсәләргә һәм балаларға психологик-педагогик һәм консультатив ярҙам хеҙмәте белгестәре менән осрашыу ойоштолдо. М. Аҡмулла мсемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө, Баймаҡ ҡалаларының республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик үҙәктәре белгестәре менән уҡыу саралары райондың бер- нисә ауылында уҙҙы. Сиҙәм ҡасабаһында ойошторолған консультациялар хаҡында киләһе яҙмала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ҡырым Республикаһының Һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуының ун йыллығын билдәләнеләр

Ҡырым яҙы. Бөгөн ярымутрауҙың Рәсәйгә ҡушылыуына ун йыл тулды. 2014 йылдың тап ошо көнөндә тарихи ерҙәребеҙ ҡайтарылды. Мөһим ваҡиға уңайынан илдең барлыҡ субъекттарында, шул иҫәптән Башҡортостанда ла тантаналы саралар үтте.
👍1
"Салауат Юлаев" тренеры Константин Кольцов вафат булған

Уға 42 йәш ине. "- Көслө кеше булды, уны хоккейсылар, көйәрмәндәр хөрмәт итте, - тип хәбәр итәләр клубтан. Константин Кольцов юлаевсылар составында сығыш яһаны, Өфө командаһы менән ил чемпионы булды, Гагарин Кубогын яуланы, 2022 йылдан клубтың тренерҙар штабында эшләне."
😢3👍1
Республикала был аҙнала йылғалар торошо күҙәтелә башлай

Бының өсөн Ка-32 янғын һүндереү–ҡотҡарыу вертолеты һәм пилотһыҙ осоҡостар ҡулланыла. Белгестәр шулай уҡ аэрокәмә файҙаланырға ниәтләй. Хөкүмәттә оло һыуға әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды. Вице-премьер Ирек Сәғитов әйтеүенсә, боҙ тығыны хәүефе булған урындар асыҡланған. 29 биләмәлә 62 участка билдәләнгән. Республикала ташҡындан зыян күреүселәр өсөн ваҡытлыса 276 йәшәү пункты әҙерләнгән. Унда 37 меңдән ашыу кешене урынлаштырыу мөмкинлеге бар.
👍2
Амур өлкәһендә биш яҡташыбыҙ рудникта емереклектәр аҫтында ҡалған

Амур өлкәһе Зей муниципаль округындағы рудниктың ер аҫты эштәре участкаһында тау тоҡомдары ишелгән. 13 кешенең емереклектәр аҫтында ҡалыуы ихтимал, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Улар араһында биш яҡташыбыҙ ҙа бар.

«Дүртәүһе — Сибайҙа, берәүһе Учалынан, 31-48 йәшлектәр. Барыһы ла машинист булып эшләй», — тип хәбәр ителә министрлыҡтан.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, шуға бәйле өлкәлә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Әлегә эшселәр менән бәйләнеш юҡ.
😱2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Факты о Радие Хабирове, которые получат огласку впервые.

Что заставляет Главу Башкортостана идти на серьезный риск для жизни? Насколько сложно руководителю республики принимать непопулярные решения, и каким образом Радий Хабиров причастен к «Крымской весне»?

Смотрите большое интервью с Главой Республики Башкортостан в день шестидесятилетия Радия Хабирова. 20 марта в 20:00, только на БСТ.
👍3🔥2🤮1
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле һәм ул урынлашҡан ҡурған реставрациялана

Был турала Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса идаралыҡтан хәбәр итәләр. Эштәр быйыл башлана. Һәйкәлде урынынан алыу планлаштырыла. Реставрация бер нисә йыл барасаҡ. Милли герой Салауат Юлаевҡа һәйкәл 1967 йылдың 17 ноябрендә асылған.
👍3
Башҡортостанда “Рәсәй – спорт державаһы” форумы уҙа

Ул Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы барышында, сентябрь-октябрь айҙарында ойошторола. Ил президенты Владимир Путин ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. “Сара республикала спортты һәм физкультураны үҫтереү өсөн өҫтәмә этәргес буласаҡ”, ти "Спартак" физкультура-спорт ойошмаһының Башҡортостан Советы рәйесе Фуат Дәминдәров.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин «Рәсәй - спорт державаһы» форумын Өфөлә уҙғарыу тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумын быйыл көҙ Өфөлә уҙғарыу тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы.
Дәүләт Башлығының ҡарары - республиканың донъя кимәлендәге сараны Өфөнөң 450 йыллығы билдәләнгән йылды Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙғарыу тураһындағы тәҡдименә яуап. Ошо уңайҙан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә республикаға күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдергән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәүсе Тәнзилә Байрамғолова 85 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршыланы

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Тәнзилә Байрамғолова 85 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршыланы. Фиҙәҡәр хеҙмәте менән республика үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт ветеранының шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
👍31
Өфөлә бер тәүлектә 10 иҫерек водитель тотолған

Юл полицияһы туҡтатҡан 4 машинала водителдәрҙең танытмаһы бөтөнләй булмаған. 37 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Ҡағиҙә боҙоу осраҡтарының күбеһе хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәүгә, йәйәүлеләргә юл бирмәүгә бәйле.
👍1👎1
Байназарҙар МХО-ға мунса эшләгән

Изге рамаҙан айында ҡылған изгелектәргә сауаптарҙың күпләп артыуын беләбеҙ – Аллаға шөкөр, изгелектә ярышыуҙан төңөлмәй беҙҙең халыҡ – “Айыҡ ауыл 2024” республика конкурсында ҡатнашып, сара артынан сара үткәреп, эш өҫтөнә эш атҡарған байназарҙар ошо айҙа МХО-лағы яҡташ яугирҙәргә тағы бер мунса әҙерләгән .

Егеттәрҙең эш барышы менән район ветерандар советы чатында район ветерандар советы рәйесе Олег Марс улы Ғәлиев таныштыра килде. Мунса әҙер булып, район үҙәгенә килтерелгән.

Бөрйән районы халҡынан яугирҙәргә сираттағы ылау әҙер. Бөгөн район ветерандар советы рәйесе О.Ғәлиев, уға ярҙам итергә килгән шәхси эшҡыуар Данил Кәримов, ДРСУ егеттәре Руслан Аллағолов, Фәнил Мырҙабаев, Илшат Шәмиғолов, Ғәзим Баязитов, Йәмил Капаровтартар фураға мунса менән ГАЗ-66 машинаһын тейәү менән мәшғүл.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Коллегабыҙ Рафиҡ Әхмәтшиндан сәләм килде

БР Журналистары союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан коллегабыҙ, БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшиндың хәлен һорашҡан. Хеҙмәттәшебеҙ яуап итеп, алғы һыҙыҡтан видеосәләм ебәргән.

Имен-һау йөрөп ҡайт, Рафиҡ Үзбәк улы!
🔥9👏4
БСТ | Яңылыҡтар
Амур өлкәһендә биш яҡташыбыҙ рудникта емереклектәр аҫтында ҡалған Амур өлкәһе Зей муниципаль округындағы рудниктың ер аҫты эштәре участкаһында тау тоҡомдары ишелгән. 13 кешенең емереклектәр аҫтында ҡалыуы ихтимал, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр…
‼️Башҡортостан вахтовиктарын ҡотҡарыуға өҫтәмә көс ебәрелгән

Амур өлкәһенә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының өҫтәмә көстәре йүнәлтелгән. Ведомство башлығы Александр Куренков ошондай күрһәтмә биргән.

«Пионер» руднигындағы ҡотҡарыу эштәре мәсьәләләре РФ хөкүмәте рәйесе урынбаҫары — Рәсәй президентының Алыҫ Көнсығыш федераль округындағы вәкиле Юрий Трутнев етәкселегендәге кәңәшмәлә ҡаралды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Амур өлкәһендә бәләгә тарыған шахтерҙар араһында биш яҡташыбыҙ ҙа бар.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров бөгөн «Пространстволы үҫеш стратегияһы» сессияһында ҡатнаша

Уны Мәскәүҙә Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин үткәрә. Республика башлығы социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар халыҡтың йәшәү сифатын һәм кимәлен күтәреү, иҡтисади үҫеш темптарын тиҙләтеү, технологик үҫеш, милли именлекте тәьмин итеү йәһәтенән 2025 йылға тиклем илдең үҫешен тикшерәсәк. Бөгөн ҡабул ителәсәк ҡарарҙар Башҡортостандың 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһында ла иҫәпкә алынасаҡ, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
👍1