БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
«Башҡорт» позывнойлы яугирға Жуков миҙалы

Яҡташыбыҙ, Йылайыр районы егете махсус операция биләмәһендә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн юғары дәүләт наградаһы менән билдәләнде.

Жуков миҙалы менән Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте буйынса хәрби хеҙмәт ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының, башҡа министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың хәрби хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Федерацияһының дәүләт мәнфәғәттәрен һәм Ватанды яҡлауҙа күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн бирелә.

Егеттәргә еңеү менән, имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙырын теләйбеҙ!
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республика медицина учреждениеларына файҙаланыуға яңы машиналар тапшырҙы

Дауаханаларға бүләк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика медицина учреждениеларына файҙаланыуға яңы машиналар тапшырҙы. Һаулыҡ һаҡлау тармағы автопаркын яңыртыу сиктәрендә 163 автомобиль Башҡортостан район-ҡалаларына юлланды. Машиналар стоматология поликлиникалары, ашығыс ярҙам хеҙмәте, медицина колледждары һәм балалар шифаханаларына файҙаланыуға тапшырылды.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция биләмәһендәге дин әһелдәрен ирекмәндәргә тигеҙләү тәҡдим ителә

Республика парламенты ошо туралағы закон проекты менән Дәүләт Думаһына сығырға ниәтләй. Документта билдәләнеүенсә, бәрелештәр барған ерҙә хеҙмәт итеүсе хәрбиҙәр, ирекмәндәр кеүек үк диндарҙар ҙа үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя. Һәм улар ҙа социаль яҡланған булырға тейеш. Закон ҡабул ителһә, дин әһелдәре ирекмәндәргә ҡаралған барлыҡ ташламалар, түләүҙәр менән файҙалана аласаҡ.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районы Байназар ауылында «Урал аръяғы йәштәр йыйыны» үтте

Форумда курше-тирә райондарҙан делегаттар ҡатнашты. Йәштәр урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, илһөйәрлек тәрбиәләү, экстремизмға юл ҡуймау, финанс грамоталылыҡ буйынса түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашты, Бөрйән оҫталарының ҡул эштәре күргәҙмәһе менән танышты.Сара йыр-моң менән үрелеп барҙы. Байназарҙағы йәштәр йыйыны «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ойошторолған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Көс урыны» исемле фәнни - популяр фильм төшөрөлә

Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе янында Евразия күсмә халыҡтары цивилизациялары музейының тәүге этабы төҙөлә. Башҡортостанда музей төҙөү, күскенселәр тормошон сағылдырған «Көс урыны» исемле фәнни - популяр фильм төшөрөлә. Ул кинематография өлкәһендә Республика башлығы Гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә «Шәп егет» телевизион проекты уҙғарыла

Ауыл халҡына сәм, ҡот өҫтәүсе «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабы тамам. Хәйбулланан быйыл Оло Әбеш ауылы район данын республика күләмендә яҡлаясаҡ. Оло Әбештәрҙең «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә уҙғарылған «Шәп егет» телевизион проекты хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍31
Башҡортостан Башлығы Рәсәй президентын һайлауҙа тауыш бирҙе

Бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡатыны менән бергә Рәсәй Президентын һайлауҙа үҙ тауыштарын бирҙе. Каринэ һәм Радий Хәбировтар Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында һайланы.

«Иң мөһиме халыҡ тауыш бирә алһын өсөн уңайлы шарттар булдырыу ине. Тауыш биреү өс көн бара. Был һайлау, ысынлап та, хәл иткес. Алдағы алты йылда илебеҙҙең үҫешен билдәләйбеҙ. Йүнәлеш шул уҡ – алға табан барыу. Минеңсә, һайлауға барыһы ла әҙер. Халыҡ иртәнән үк һайлау участкаларына килә башланы. Һайлау лайыҡлы, тейешле кимәлдә үтер тип уйлайым. Тағы ла ҡабатлайым: барлыҡ хеҙмәттәр, һайлау комиссияларының системаһы уны үткәрергә әҙер. Беҙ уны яҡшы, йылы шарттарҙа уҙырбыҙ ышанам», – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һайлауға ҙур теләк менән

15-17 мартта Рәсәй президентын һайлау көндәрендә Дәүләкәндең һайлау участкаларының береһендә ысын һабантуй ойошторолдо.

Башҡорт милли кейемендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың гармун көйөнә дәртле итеп бейегәнен күреп, гражданлыҡ бурысын үтәргә килгән һайлаусылар ҙа бейеүгә төшкән.

Политологтар Башҡортостанда халыҡтың 70% ашыуы һайлауҙа ҡатнашыр тип фаразлай.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфөнөң 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе

Бөгөн Рәсәй Президентын һайлау башланды. Иртәнге сәғәт 8-ҙә республикала барлыҡ һайлау участкалары ла үҙ ишеген асты. Тәүгеләрҙән булып гражданлыҡ бурысын Башҡортостан башлығы үтәне.
Радий Хәбиров тормош иптәше Каринэ Владимировна менән Өфөнөң «Башҡортостан» концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Һайлау өс көн дауам итә. Был сәйәси ваҡиға илебеҙ, уның киләсәге өсөн мөһим һәм хәл иткес әһәмиәткә эйә. Башҡортостан сәйәси кампанияны үткәрергә әҙер, тине Башҡортостан башлығы. Республикала бөтәһе 3 мең 308 һайлау участкаһы эшләй, тауыш биреү хоҡуғына эйә граждандарҙың иҫәбе 2 миллион 887 мең.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Өфөлә «Рәсәй Президентын һайлау-2024» йәмәғәт матбуғат үҙәге асылды

Унда саҡырылған йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, сәйәсмәндәр, ойоштороусылар, күҙәтеүселәр, белгестәр, эксперттар һайлау барышы тураһында һөйләй һәм журналистарҙың һорауҙарына яуап бирә. «Рәсәй Президентын һайлау-2024» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә БЮТ хәбәрсеһе Айнур Кәбиров эшләй
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 185-се һайлау участкаһында «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй

Өфө ҡалаһындағы 185-се һайлау участкаһы комиссияһы ағзалары беҙҙең хеҙмәттәштәр, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре. Мөһим компания башланған иртәлә участкаларҙа БЮТ хәбәрселәре эшләй.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районында быйыл 53 һайлау участкаһы ойошторолған

Ғәҙәттәгесә, һайлауҙа ауыл халҡы әүҙемлек күрһәтә. Ейәнсура районында быйыл 53 һайлау участкаһы ойошторолған, 19 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә. Муниципалитта Яңылыҡтар хеҙмәтенең ижади төркөмө лә эшләй.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан район-ҡалаларында һайлау участкалары ваҡытында асылды

Иглин районында 43 һайлау участкаһы эшләй. Уларҙа илле меңдән ашыу кеше тауыш бирергә хоҡуҡлы. Иглин район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 2013 -сө һайлау участкаһына Иглин ауылында теркәлгән ике мең ярымдан ашыу кеше тауыш бирергә киләсәк. Һайлауҙың беренсе көнөндә бында район активистары - «көмөш ирекмәндәр» иң беренселәрҙән булып килде.
Шишмә районында һайлаусылар иҫәбендә - 39 меңдән ашыу кеше. Тауыш биреү көндәрендә 54 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Шишмәлә һайлауҙа өлкән быуын вәкилдәренән тыш, йәштәр ҙә әүҙем ҡатнаша.
👍31
100 йәшлек Мәғәфүрә инәй өйҙән тауыш бирҙе

Ейәнсура районынан 100 йәшлек тыл һәм хеҙмәт ветераны Мәғәфүрә Абдуллина Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашты. Һайлау участкаһы хеҙмәткәрҙәре йөҙйәшәр инәйҙең өйөнә килде һәм уға гражданлыҡ бурысын үтәргә мөмкинлек бирҙе.

Ошо уҡ райондың аҡһаҡалы, 97 йәшлек һуғыш ветераны Әхмәтдин Хәлитов та һайлауҙан ситтә ҡалманы. Был хаҡта тулыраҡ «Яңылыҡтар» сығарылышында 18:30 сәғәттә ҡарағыҙ.
👍4
Ағинәй һайлауға милли кейемдә килгән

Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылынан 82 йәшлек Гәүһәр инәй Моталлапова һәр сараның уртаһында ҡайнап йөрөй.

Гәүһәр Моталлапова оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡул эштәре менән дә була, бик матур шиғырҙар ҙа яҙа.

- Үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа һайлауға бармайынса ҡалғаным булманы. Был барыһы өсөн дә мөһим булырға тейеш. Илебеҙҙең киләсәге өсөн беҙ тауыш бирмәй, кем бирһен, - ти ул.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районы халҡы һайлауҙа әүҙем ҡатнаша

Һайлауҙа айырыуса ауыл халҡы әүҙемлек күрһәтә. Ейәнсуралар ҙа мөһим сәйәси ваҡиғала дәррәү ҡатнаша. Районда илленән ашыу һайлау участкаһы эшләй, мөмкинлектәре сикләнгәндәр, өлкән йәштәгеләр өй шарттарында тауыш биреү мөмкинлеге менән файҙалана.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика район-ҡалаларында йәшәүселәр тауыш биреүҙең тәүге көнөдә үк юғары әүҙемлек күрһәтте

Ауырғазы районында ла халыҡ тотош ғаиләләре менән иртә таңдан һайлау участкаларына ағылды. Стәрлетамаҡ районында насар күргән граждандар өсөн махсус участкалар ойошторолдо.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Президентын һайлауҙа һайлаусыларҙың етмештән ашыу проценты ҡатнашыр тип көтөлә

Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреү хоҡуғына эйә граждандарҙың етмештән ашыу проценты ҡатнашыр тип көтөлә. Был турала йәмәғәт матбуғат үҙәгендә ойошторолған брифинг спикерҙары белдерҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө медицина колледжында физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған

Һәр тауыш биреүсегә уңайлы шарттар. Өфө медицина колледжында физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған. Унда насар күреүсе һәм һуҡырҙар тауыш бирә ала. Уларға тауыш биреү өсөн махсус трафареттар һәм эре шрифт менән кандидаттар тураһында яҙылған мәғлүмәт әҙерләнгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе комиссия ағзалары халыҡ-ара күҙәтеүселәр менән осрашты

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов, комиссия ағзалары халыҡ-ара күҙәтеүселәр менән осрашты. Эксперттар иртәнге сәғәт 8-ҙән баш ҡала һәм райондарының бер нисә һайлау участкаһында булды, йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе эшмәкәрлеге менән танышты, мөһим сәйәси ваҡиға барышын күҙәтте. Осрашыу барышында эксперттар тәҫьораттары менән бүлешеп, тауыш биреүҙә етешһеҙлектәр булмауын белдерҙе.
👍1