Башҡортостанда тәбиғәт парктарына инеү хаҡтары асыҡланды
Хөкүмәт ҡарары донъя күрҙе. “Еҙем”, “Ирәмәл” һәм “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт парктарында билет хаҡы 200 һум тора, “Асылыкүл” һәм “Ҡандракүл”гә инеү өсөн 250 һум түләргә кәрәк. Билетты онлайн һатып алырға йәки контроль-үткәреү пунктында һатып алырға була. Рәсәйҙә закон буйынса айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә булыу түләүле. Пенсионерҙар, ветерандар, инвалидтар, балалар бушлай инә ала.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында «Бөтә ғаилә менән саңғыла» тигән девиз аҫтында саңғы ярышы үтте
Ҡышҡы саңғы спорты миҙгеле ябыла. Иглин районында «Бөтә ғаилә менән саңғыла» тигән девиз аҫтында саңғы ярышы үтте. Унда ике тиҫтәгә яҡын күп балалы ғаилә ҡатнашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

❤4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфө районында эшләгән предприятиеларҙың эшмәкәрлеге менән танышты
Заманса етештереү линиялары һәм яңы подстанция. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө районында эшләгән предприятиеларҙың эшмәкәрлеге менән танышты, Сәнәғәт, энергетика, инновациялар министрлығының коллегия ултырышында ҡатнашты. Сәнәғәт-Башҡортостандың төп тармаҡтарының береһе, тап ошо өлкә тулайым төбәк продуктының 40 процентын тулыландыра. Һуңғы йылдарҙа республикала етештереү ҡеүәттәре артыуы ла күҙәтелә.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Кескәй принцессалар балы» үтте
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында ойошторолған сараға мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар саҡырылды. Төбәктә 5-се йыл рәттән уҙғарылған байрамда республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәүсе 500-ҙән ашыу гүзәл зат йыйылды. Республикала матур йолаға әйләнгән сарала кескәй ҡыҙҙар иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында музыкаль спектакль ҡараны.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө машиналар эшләү колледжы студенттар өсөн коворкинг төҙөткән
Өфө машиналар эшләү колледжы эш биреүсе менән яҡшы хеҙмәттәшлек ойошторғаны өсөн 1 миллион һумлыҡ грант отҡан. Был аҡсаға белем биреү учреждениеһы етәкселеге студенттар өсөн коворкинг төҙөткән. Хәҙер уҡыусыларҙың йыйылып фекер алышыу, берҙәм проекттар өҫтөндә эшләү, видеокәңәшмәләр ойоштороу өсөн махсуслашҡан үҙәк бар. Тап коворкингта яңы идеялар, ҡыҙыҡлы башланғыстар, алдынғы асыштар барлыҡҡа килә, ти уҡытыусылар. Ике йыл дауамында «Профессионалитет» программаһында эшләгән уҡыу йорто үҙгәрештәре тураһында репортаж.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының иң яҡшы педагогтары билдәләнде
Һөнәри конкурс сиктәрендә туған телдә уҡытыу ойошторолған балалар баҡсалары араһында айырым еңеүселәр асыҡланды. Бәйгелә лайыҡлы сығыш яһап, беренселек алған остаздар менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.
Һөнәри конкурс сиктәрендә туған телдә уҡытыу ойошторолған балалар баҡсалары араһында айырым еңеүселәр асыҡланды. Бәйгелә лайыҡлы сығыш яһап, беренселек алған остаздар менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.
❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең сираттағы төркөмө ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус операция биләмәһенә юлланды
Оҙатыу сараһы «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда үтте. Күп кенә яҡташтарыбыҙ икенсе, ә кемдер өсөнсө тапҡыр отпускҡа ҡайтҡан. Хәрбиҙәр күберәк яҡындары эргәһендә булған, шулай уҡ йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында мәктәптәрҙә ойошторолған осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан. Тыуған ерҙә көс туплағандан һуң ҡыйыу йөрәклеләр йәнә еңеүҙе яҡынайтыуға йүнәлде.

Әбйәлил районының Айғырбатҡан утары янында ат-спорт ярыштары үтте
Бәйгелә Башҡортостан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 100-ҙән ашыу йылҡысы ҡатнашты. Спорт байрамында көйәрмәндәр һыйбайлыларҙан тыш, санаға егелгән аттарҙың мауыҡтырғыс бәйгеһенә тамаша ҡылды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

👍4❤2
Республикала яҙғы ташҡын ваҡытында поездар йәлеп ителә
Башҡортостанда Куйбышев тимер юлында оло һыуҙы үткәреү буйынса әҙерлек эштәре бара. Бының өсөн 5 махсус поезд йәлеп ителә. Күсмә состав ҡырсын таш һәм ҡом менән тултырылған. Поездар Аксаков, Дим, Әшә, Стәрлетамаҡ һәм Белорет станцияларында урынлаша. Республикала яҙғы ташҡынды үткәреү буйынса оператив штабтар ойошторолдо. Әҙерлек эштәрен ай аҙағына тиклем тамамлау бурысы ҡуйылған.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
😔 26 йәшлек егет машина тәгәрмәсе аҫтына ҡалып һәләк булған
Авария кисә киске сәғәттәрҙә Аксёнов - Шишмә - Ҡырғыҙ-Миәкә трассаһының 16-сы саҡрымында булған. «Лада Калина» машинаһына идара иткән 50 йәшлек ир юл уртаһынан барған 26 йәшлек Бәләбәй егетен бәрҙергән. Йәйәүле фажиғә урынында һәләк булған.
Белгестәр фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.

😱6👍1
Бөгөн Өфөнөң Дим районына 80 йыл тула
Был биҫтәгә нигеҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һалына. Әле Дим баш ҡаланың иң йылдам үҫешкән райондарының береһе. Һуңғы йылдарҙа ғына 2 белем усағы һәм 3 балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән. Юл һалыу әүҙем алып барыла, йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә. Дим районында ҡала клиник дауаханаһы, поликлиникалар, ике тиҫтәнән ашыу мәктәп һәм балалар баҡсалары уңышлы эшләп килә.

👍4
Бөгөндән Өфөлә Ағиҙел күперенең бер һыҙаты ябыла
Сикләү төнгө сәғәттәрҙә ҡабул ителә. Бында капиталь ремонт эшләнә. Ошо айҙа арканы һүтеп алыу һәм яңыһын урынлаштырыу көтөлә. Машиналар йөрөшөндә үҙгәреш 22 мартҡа тиклем була. Ағиҙел аша күпер 1956 йылда төҙөлгән. Капиталь ремонт өсөн 4 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған.
Сикләү төнгө сәғәттәрҙә ҡабул ителә. Бында капиталь ремонт эшләнә. Ошо айҙа арканы һүтеп алыу һәм яңыһын урынлаштырыу көтөлә. Машиналар йөрөшөндә үҙгәреш 22 мартҡа тиклем була. Ағиҙел аша күпер 1956 йылда төҙөлгән. Капиталь ремонт өсөн 4 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләкән районында «Атайсал. Илһөйәрлек көсө.» зона-ара форумы уҙҙы
Атайсал берләштерә. Дәүләкән районында «Атайсал. Илһөйәрлек көсө.» тип аталған зона-ара форум уҙҙы. Йыйылышта Архангел, Ауырғазы, Әлшәй, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Бишбүләк, Ҡырмыҫҡалы райондары вәкилдәре үҙ проекттары менән сығыш яһаны.
Атайсал берләштерә. Дәүләкән районында «Атайсал. Илһөйәрлек көсө.» тип аталған зона-ара форум уҙҙы. Йыйылышта Архангел, Ауырғазы, Әлшәй, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Бишбүләк, Ҡырмыҫҡалы райондары вәкилдәре үҙ проекттары менән сығыш яһаны.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Былтыр Башҡортостан судтарында 1 миллион 300 меңдән ашыу эш һәм материал ҡаралған
Бер инстанция буйынса ғына 14 процентҡа үҫеш күҙәтелә. Башҡортостан Юғары судында ойошторолған кәңәшмәлә суд системаһының бер йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалып, алдағы осорға пландар билдәләнде. Эшлекле сарала төбәк етәксеһе Радий Хәбиров сығыш яһап, суд системаһы хеҙмәткәрҙәренә фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерҙе. «Судьяларҙың эше - юғары бурыс, дәүләт һәм йәмғиәткә яуаплы хеҙмәт итеү», - тине ул. Закондарҙы, хоҡуҡ ҡулланыу практикаһын тәрән белеүҙән тыш, юғары әхлаҡи сифаттар талап ителә

Бөрө ҡалаһы һайлау комиссия ағзалары сәйәси кампанияға әүҙем әҙерләнә
6 марттан Рәсәйҙә территориаль һайлау участка комиссия эше башланды. Ил Президенты өсөн тауыш биреүгә Башҡортостанда 3 меңдән ашыу һайлау участкаһы ойошторола. Бөрө ҡалаһы һайлау комиссия ағзалары сәйәси кампанияға әүҙем әҙерләнә. Территориаль участкаларға бюллетендәр еткерелгән, мобиль һайлаусы программаһы буйынса тауыш биреүгә ғаризалар ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Республика балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге бөгөн тулы көстә эш башланы
Билдәле булыуынса, әлегә был диагноздар буйынса меңгә яҡын бала иҫәптә тора. Дауахана эргәһендә 92 урынлыҡ яңы корпус асылыуы - сирлеләргә юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтергә булышлыҡ итә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Билдәле булыуынса, әлегә был диагноздар буйынса меңгә яҡын бала иҫәптә тора. Дауахана эргәһендә 92 урынлыҡ яңы корпус асылыуы - сирлеләргә юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтергә булышлыҡ итә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика һунарсылыҡ хужалыҡтарында йәнлектәрҙе иҫәпләү ҡышҡы миҙгеле тамамланыу алдында
Инспекторҙар урман тереклеген ҡарҙағы эҙҙәр буйынса билдәләй. Популяциялар ҙурлығынан һунарсыларға бирелгән путевкалар һаны тора. Был тәбиғәттә баланс һаҡлау өсөн кәрәк.

БСТ каналынан иҫтәлеккә
«Иң батыры минең атайым» фотоконкурсы тамам. Еңеүгә Шишмә районынан Алиса Латыпова лайыҡ булды.
Конкурстың бағыусыһы - Әбйәлил районының Яңауыл ауылы егете, күн оҫтаһы Таһир Һибәтов. Ул күндән заманса билдектәр, сумкалар һәм янсыҡтар эшләй. Өфө районының Михайловка ауылында үҙенең оҫтаханаһын булдырған. «Тамъян» күн әйберҙәр оҫтаханаһы.
Бүләк оҡшанымы һеҙгә, дуҫтар?

👍8
Башҡортостанда яҙғы сәсеүҙе 10 апрелдән һуң башлау планлаштырыла
Быйыл яҙ 2 миллион гектарҙан ашыу майҙан сәселә. Был турала вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. - Уҙған көҙ республикала 390 мең гектарҙа ужым сәселгән. Уның 95 проценттан күберәге яҡшы ҡышлаған. 3 миллион 300 мең тонна иген урылған, 1 миллион 600 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған.

👌1