🐶 Махсус операция биләмәһендә эт һалдаттарҙың ғүмерен ҡотҡарған
😪Бик ауыр видео(18+). Рәсәй яугирҙәре яңғыҙ ҡалған этте тәрбиәгә алған. «Балбес» тип исем ҡушҡандар. Эт үҙенең хужаларын үлемдән ҡотҡарған. Хайуан осоп килгән дронға ташланған һәм уны тештәре менән эләктереп ергә төшөргән. «Балбес» батырҙарса һәләк булған.🎖️

👍7🙏4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Афарин, замандаш!
Белорет районынан Айбулат Сөләймәнов яңы ғаилә ҡорған дуҫына ҡиммәтле бүләк яһаған - ул ҡунаҡтар өсөн әҙерләнгән торттың тәүге киҫәген 230 мең һумға һатып алған.
Бик шәп! Йәштәребеҙ араһында етеш, мул ҡуллы һәм ярҙамсыл егеттәрҙең күп булыуы ҡыуандыра!

🔥4🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Дим районы 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй
Ағиҙел һәм Дим йылғаларының һул ярында урынлашҡан Дим биҫтәһе башҡаланың 7 районының береһе. Уға нигеҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һалына.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтырыбыҙға ярҙам ойошторған
Мәләүез районында хәрби бәрелештәр ветераны махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтырыбыҙға ярҙам ойошторған. Азамат Рафиҡов Ергән ауылында йәшәй. Ул гуманитар ылауҙар туплауға, окоп шәмдәре һәм маскировка селтәрҙәрен үреүгә ауыл халҡын да йәлеп итә.

👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» төбәк-ара конкурстары асылды
Бөгөн Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» төбәк-ара конкурстары асылды. Быйыл һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә муниципаль этапта еңеү яулаған 200-ҙән ашыу уҡытыусы ҡатнаша.
Бөгөн Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» төбәк-ара конкурстары асылды. Быйыл һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә муниципаль этапта еңеү яулаған 200-ҙән ашыу уҡытыусы ҡатнаша.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Краснодар крайындағы «Сириус» биләмәһендә Бөтә донъя йәштәр фестивале дауам итә
Башҡортостандан халыҡ-ара сарала 180 кешенән торған делегация ҡатнаша, шулай уҡ 60-тан ашыу ирекмән эшләй. Яҡташтарыбыҙ һәм сит ил ҡунаҡтарының фестивалдә тәҡдим иткән программаһы, күләмле форум тураһында сюжет.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Батырҙар төйәге - Сорғолдо» исеме аҫтында Тәтешле районында ғаилә фестивале үтте
Сара «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Ентекләберәк киләһе репортажда.
Сара «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Ентекләберәк киләһе репортажда.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡотҡарыусылары ғаиләләр өсөн хәүефһеҙлек квесы ойошторҙо
Ул 1 март билдәләнгән Бөтә донъя граждандарҙы яҡлау көнөнә арналды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостандан Вадим Харисов Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеү яуланы
“Менделеев вариҫтары” тип аталған химия буйынса ярыш Татарстанда үтте. Республика инженер лицей-интернатынан 11-се класс уҡыусыһы Вадим Харисов иң күп мәрәй йыйҙы һәм абсолют еңеүсе булды. Яҡташыбыҙға статуэтка һәм 100 мең һум аҡса тапшырылды. Вадим Харисов былтыр Цюрихта Халыҡ-ара химия олимпиадаһында алтын миҙалға лайыҡ булды, шулай уҡ Ҡаҙағстанда Халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында еңеү яуланы.

👍5
Махсус операцияла ҡатнашҡандарҙың йорттарына газ үткәреү өсөн субсидия бирелә
Республика Хөкүмәтендә социаль программа үтәлеше ҡаралды. Уға ярашлы шәхси йортҡа газ үткәреү һәм тейешле ҡорамалдар алыу өсөн 100 мең һумға тиклем сертификат бирелә. Бындай льгота менән махсус хәрби операция яугирҙәре, 1-се төркөм инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән бала ҡарағандар ҙа файҙалана ала. Былтыр 652 ғариза ҡабул ителгән. Бының өсөн 56 миллион һум йүнәлтелгән. Быйыл 500-ҙән ашыу сертификат тапшырыу ҡарала.

Нефтекаманан ғаилә мутлашыусылар тоҙағына эләгеп 2 миллион һумын юғалтҡан
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, инвестицияларҙа еңел аҡса эшләргә теләгән ғаиләне ялған брокерҙар алдаған. Ай дауамында зыян күргән ҡатын төрлө иҫәптәргә 200 мең һум күсергән. Аҡсаһын кире ҡайтарыу өсөн брокерҙар ышаныслы кешеләр кәрәк булыуын әйткән. Ҡатын ҡустыһы һәм апаһына мөрәжәғәт иткән. Улар 2 миллион һум кредит юллаған. Аҡсаны алғас ялған брокерҙар элемтәгә сыҡмаған. Уҙған ял көндәре республика халҡы мутлашыусыларға 8 миллион һум күсергән, тип белдерәләр полициянан.

👍2😱1
Ике йылда махсус хәрби операция биләмәһенә 114 гуманитар ылау оҙатылды
Республика Башлығы Радий Хәбиров “Аргументы и факты” баҫмаһына ҙур интервьюла шулай тип белдерҙе. Махсус хәрби операцияла Башҡортостандан ирекле батальондар ҡатнаша. Яугирҙәргә республика ҡаҙнаһынан аҡса түләнә. Бынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаиләләренә 39 төр ярҙам сараһы күрһәтелә. Халыҡ та әүҙем ҡушылды. Маскировкалау селтәрҙәре үрелә, гуманитар ылауҙар ебәрелә. Ярҙам сараларын тейешле ойоштора алдыҡ, был эш дауам итә, тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Алло, алло! Беҙ тыңлайбыҙ!📞
Хөрмәтле дуҫтар, яҡындарығыҙҙы БСТ телеканалы аша яҡынлашып килгән байрамдар, тыуған көндәр менән ҡотлау өсөн түбәндәге телефон һандары буйынса шылтыратығыҙ!
+7 (937) 849-87-00
🎵Билдәле йырсы Резеда Әминева тәҡдим итә - "Алло, алло! Мин тыңлайым".
https://vk.com/daryupesnyu

👍6
Башҡортостанда тәбиғәт парктарына инеү хаҡтары асыҡланды
Хөкүмәт ҡарары донъя күрҙе. “Еҙем”, “Ирәмәл” һәм “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт парктарында билет хаҡы 200 һум тора, “Асылыкүл” һәм “Ҡандракүл”гә инеү өсөн 250 һум түләргә кәрәк. Билетты онлайн һатып алырға йәки контроль-үткәреү пунктында һатып алырға була. Рәсәйҙә закон буйынса айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә булыу түләүле. Пенсионерҙар, ветерандар, инвалидтар, балалар бушлай инә ала.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында «Бөтә ғаилә менән саңғыла» тигән девиз аҫтында саңғы ярышы үтте
Ҡышҡы саңғы спорты миҙгеле ябыла. Иглин районында «Бөтә ғаилә менән саңғыла» тигән девиз аҫтында саңғы ярышы үтте. Унда ике тиҫтәгә яҡын күп балалы ғаилә ҡатнашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

❤4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфө районында эшләгән предприятиеларҙың эшмәкәрлеге менән танышты
Заманса етештереү линиялары һәм яңы подстанция. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө районында эшләгән предприятиеларҙың эшмәкәрлеге менән танышты, Сәнәғәт, энергетика, инновациялар министрлығының коллегия ултырышында ҡатнашты. Сәнәғәт-Башҡортостандың төп тармаҡтарының береһе, тап ошо өлкә тулайым төбәк продуктының 40 процентын тулыландыра. Һуңғы йылдарҙа республикала етештереү ҡеүәттәре артыуы ла күҙәтелә.

Өфөлә «Кескәй принцессалар балы» үтте
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында ойошторолған сараға мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар саҡырылды. Төбәктә 5-се йыл рәттән уҙғарылған байрамда республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәүсе 500-ҙән ашыу гүзәл зат йыйылды. Республикала матур йолаға әйләнгән сарала кескәй ҡыҙҙар иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында музыкаль спектакль ҡараны.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө машиналар эшләү колледжы студенттар өсөн коворкинг төҙөткән
Өфө машиналар эшләү колледжы эш биреүсе менән яҡшы хеҙмәттәшлек ойошторғаны өсөн 1 миллион һумлыҡ грант отҡан. Был аҡсаға белем биреү учреждениеһы етәкселеге студенттар өсөн коворкинг төҙөткән. Хәҙер уҡыусыларҙың йыйылып фекер алышыу, берҙәм проекттар өҫтөндә эшләү, видеокәңәшмәләр ойоштороу өсөн махсуслашҡан үҙәк бар. Тап коворкингта яңы идеялар, ҡыҙыҡлы башланғыстар, алдынғы асыштар барлыҡҡа килә, ти уҡытыусылар. Ике йыл дауамында «Профессионалитет» программаһында эшләгән уҡыу йорто үҙгәрештәре тураһында репортаж.

Республикала мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының иң яҡшы педагогтары билдәләнде
Һөнәри конкурс сиктәрендә туған телдә уҡытыу ойошторолған балалар баҡсалары араһында айырым еңеүселәр асыҡланды. Бәйгелә лайыҡлы сығыш яһап, беренселек алған остаздар менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.
Һөнәри конкурс сиктәрендә туған телдә уҡытыу ойошторолған балалар баҡсалары араһында айырым еңеүселәр асыҡланды. Бәйгелә лайыҡлы сығыш яһап, беренселек алған остаздар менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.
❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең сираттағы төркөмө ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус операция биләмәһенә юлланды
Оҙатыу сараһы «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда үтте. Күп кенә яҡташтарыбыҙ икенсе, ә кемдер өсөнсө тапҡыр отпускҡа ҡайтҡан. Хәрбиҙәр күберәк яҡындары эргәһендә булған, шулай уҡ йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында мәктәптәрҙә ойошторолған осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан. Тыуған ерҙә көс туплағандан һуң ҡыйыу йөрәклеләр йәнә еңеүҙе яҡынайтыуға йүнәлде.