Рәшиҙә инәй яугирҙәр өсөн бер айҙа 30 пар ойоҡбаш бәйләгән
Күгәрсен районының Исем ауылынан Рәшиҙә Хәмзинаның изге эше хаҡында район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин үҙенең сәхифәһендә яҙған.
"Рәшиҙә апай ғүмер буйы ауыл хужалығы өлкәһендә эшләгән, хәҙер хаҡлы ялда. Уның улы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, шуға күрә ул, һис шикһеҙ, беҙҙең һалдаттарға ярҙам итергә ҡарар иткән. Һеҙгә һәм һеҙҙең ҡулдарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, Рәшиҙә апай! Һеҙ бәйләгән ойоҡбаш балаларыбыҙҙы йылытһын! "– тип яҙған район хакимиәте башлығы.
Афарин, Рәшиҙә инәй!

👍10
Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләргә ярҙам арта
Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, Герой-Әсә һәм “Ата-әсәлек даны” ордены һәм миҙалдары менән бүләкләнгәндәргә бер тапҡыр аҡсалата түләү була. Бының өсөн бюджеттан 30 миллион һум бүленә. Башҡортостанда былтыр 6 Герой-Әсә һәм 16 ғаиләгә “Ата-әсәлек даны” ордены һәм миҙалдары тапшырылды.

❤1👍1
Нефтекаманан 53 йәшлек ир мутлашыусыларға 4 миллион һум күсергән
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, аферистар электән ҡулланылған алым буйынса алдаған. Ир-уҙаманға үҙен полиция хеҙмәткәре итеп таныштырған кеше шылтыратҡан. Ул билдәһеҙ кешеләрҙең ир исеменә кредит алырға теләгәндәрен белдергән. Быны булдырмаҫ өсөн үҙ аллы займдар юлларға һәм бөтә аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә ҡушылған. Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хоҡуҡ һаҡсылары таныш булмаған иҫәп йәки телефон номерҙарына аҡса күсермәҫкә кәңәш итә. Шикле осраҡта полицияға мөрәжәғәт итергә була.

🤬2
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын тикшереү буйынса мәғлүмәт системаһы эшләй
“Рәсәй экология операторы” компанияһы төбәктәр рейтингын әҙерләгән. Федераль дәүләт мәғлүмәт системаһын тулыландырыу буйынса беҙҙең республика илдә тәүге бишәү исемлегенә ҡуйылған. Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу һәм эшкәртеүгә бәйле комплекслы эш алып барыла. Әле 88 меңдән ашыу сүп-сар контейнеры иҫәпләнә, 37 меңдән ашыу урында көнкүреш ҡалдыҡтары йыйыла. Бөтә эш мәғлүмәт системаһында теркәлеп бара.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 102 йәшен билдәләне
Сталинград өсөн яуҙарҙа ҡатнашҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына 102 йәш. Рәйфә Насирова Иглин районында йәшәй. Хеҙмәт юлын Баҡалы районында башлай, математиканан уҡыта. Ил өсөн һынылышлы ваҡытта ир-егеттәр менән йәнәш ут эсендә йөрөп Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индерә. Йөҙйәшәрҙең тормош тәжрибәһе, фиҙаҡәр хеҙмәте йәштәргә Ватанға тоғролоҡ, илһөйәрлек өлгөһө лә булып тора. Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы алты бала әсәһе. Ветерандың 14 ейәне, 8 бүләһе бар. Күптән түгел бүләсәре тыуған. Сал сәсле ветеран Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршыларға теләй.

👍4❤1
Башҡортостан ҡатындары байрамға ниндәй бүләк алырға теләгәндәрен әйткән
SuperJob интернет-порталы фекер алышыу ойошторған. 8 мартҡа күптәр сәскә гөлләмәләре алырға теләй, һәр унынсы гүзәл зат вәкиле сәйәхәт итергә йәки аҡсалы булырға хыяллана. Ҡиммәтле биҙәүестәр һәм гаджеттар күрергә теләгәндәр ҙә юҡ түгел. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың 5 проценты иһә бөтөнләй бүләк алырға теләмәй.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бокс буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо
Өфөлә спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың балалары өсөн бокс буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Уны Николай Валуев исемендәге бокс буйынса олимпия резервы спорт мәктәбендә саҡырылған билдәле спортсылар үткәрҙе.

👍4
Ҙур эттәрҙе морондоҡһоҙ йөрөткән өсөн ҡатыраҡ яза тәҡдим ителде
Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙа ошоға бәйле закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡаралды. Уға ярашлы ҙур эттәрҙе морондоҡһоҙ йөрөткән өсөн 4 мең һумға тиклем штраф һалына. Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса 500 һум ҡарала ине. Икенсе уҡыуға закон проектына төҙәтмә әҙерләнгән. Уҫал эт кешегә ташланған осраҡта, хайуан хужаһын енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡарала.

🐶 Махсус операция биләмәһендә эт һалдаттарҙың ғүмерен ҡотҡарған
😪Бик ауыр видео(18+). Рәсәй яугирҙәре яңғыҙ ҡалған этте тәрбиәгә алған. «Балбес» тип исем ҡушҡандар. Эт үҙенең хужаларын үлемдән ҡотҡарған. Хайуан осоп килгән дронға ташланған һәм уны тештәре менән эләктереп ергә төшөргән. «Балбес» батырҙарса һәләк булған.🎖️

👍7🙏4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Афарин, замандаш!
Белорет районынан Айбулат Сөләймәнов яңы ғаилә ҡорған дуҫына ҡиммәтле бүләк яһаған - ул ҡунаҡтар өсөн әҙерләнгән торттың тәүге киҫәген 230 мең һумға һатып алған.
Бик шәп! Йәштәребеҙ араһында етеш, мул ҡуллы һәм ярҙамсыл егеттәрҙең күп булыуы ҡыуандыра!

🔥4🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Дим районы 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй
Ағиҙел һәм Дим йылғаларының һул ярында урынлашҡан Дим биҫтәһе башҡаланың 7 районының береһе. Уға нигеҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һалына.
Ағиҙел һәм Дим йылғаларының һул ярында урынлашҡан Дим биҫтәһе башҡаланың 7 районының береһе. Уға нигеҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һалына.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтырыбыҙға ярҙам ойошторған
Мәләүез районында хәрби бәрелештәр ветераны махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтырыбыҙға ярҙам ойошторған. Азамат Рафиҡов Ергән ауылында йәшәй. Ул гуманитар ылауҙар туплауға, окоп шәмдәре һәм маскировка селтәрҙәрен үреүгә ауыл халҡын да йәлеп итә.
Мәләүез районында хәрби бәрелештәр ветераны махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтырыбыҙға ярҙам ойошторған. Азамат Рафиҡов Ергән ауылында йәшәй. Ул гуманитар ылауҙар туплауға, окоп шәмдәре һәм маскировка селтәрҙәрен үреүгә ауыл халҡын да йәлеп итә.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» төбәк-ара конкурстары асылды
Бөгөн Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» төбәк-ара конкурстары асылды. Быйыл һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә муниципаль этапта еңеү яулаған 200-ҙән ашыу уҡытыусы ҡатнаша.
Бөгөн Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» төбәк-ара конкурстары асылды. Быйыл һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә муниципаль этапта еңеү яулаған 200-ҙән ашыу уҡытыусы ҡатнаша.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Краснодар крайындағы «Сириус» биләмәһендә Бөтә донъя йәштәр фестивале дауам итә
Башҡортостандан халыҡ-ара сарала 180 кешенән торған делегация ҡатнаша, шулай уҡ 60-тан ашыу ирекмән эшләй. Яҡташтарыбыҙ һәм сит ил ҡунаҡтарының фестивалдә тәҡдим иткән программаһы, күләмле форум тураһында сюжет.
Башҡортостандан халыҡ-ара сарала 180 кешенән торған делегация ҡатнаша, шулай уҡ 60-тан ашыу ирекмән эшләй. Яҡташтарыбыҙ һәм сит ил ҡунаҡтарының фестивалдә тәҡдим иткән программаһы, күләмле форум тураһында сюжет.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Батырҙар төйәге - Сорғолдо» исеме аҫтында Тәтешле районында ғаилә фестивале үтте
Сара «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Ентекләберәк киләһе репортажда.
Сара «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Ентекләберәк киләһе репортажда.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡотҡарыусылары ғаиләләр өсөн хәүефһеҙлек квесы ойошторҙо
Ул 1 март билдәләнгән Бөтә донъя граждандарҙы яҡлау көнөнә арналды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостандан Вадим Харисов Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеү яуланы
“Менделеев вариҫтары” тип аталған химия буйынса ярыш Татарстанда үтте. Республика инженер лицей-интернатынан 11-се класс уҡыусыһы Вадим Харисов иң күп мәрәй йыйҙы һәм абсолют еңеүсе булды. Яҡташыбыҙға статуэтка һәм 100 мең һум аҡса тапшырылды. Вадим Харисов былтыр Цюрихта Халыҡ-ара химия олимпиадаһында алтын миҙалға лайыҡ булды, шулай уҡ Ҡаҙағстанда Халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында еңеү яуланы.

👍5
Махсус операцияла ҡатнашҡандарҙың йорттарына газ үткәреү өсөн субсидия бирелә
Республика Хөкүмәтендә социаль программа үтәлеше ҡаралды. Уға ярашлы шәхси йортҡа газ үткәреү һәм тейешле ҡорамалдар алыу өсөн 100 мең һумға тиклем сертификат бирелә. Бындай льгота менән махсус хәрби операция яугирҙәре, 1-се төркөм инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән бала ҡарағандар ҙа файҙалана ала. Былтыр 652 ғариза ҡабул ителгән. Бының өсөн 56 миллион һум йүнәлтелгән. Быйыл 500-ҙән ашыу сертификат тапшырыу ҡарала.

Нефтекаманан ғаилә мутлашыусылар тоҙағына эләгеп 2 миллион һумын юғалтҡан
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, инвестицияларҙа еңел аҡса эшләргә теләгән ғаиләне ялған брокерҙар алдаған. Ай дауамында зыян күргән ҡатын төрлө иҫәптәргә 200 мең һум күсергән. Аҡсаһын кире ҡайтарыу өсөн брокерҙар ышаныслы кешеләр кәрәк булыуын әйткән. Ҡатын ҡустыһы һәм апаһына мөрәжәғәт иткән. Улар 2 миллион һум кредит юллаған. Аҡсаны алғас ялған брокерҙар элемтәгә сыҡмаған. Уҙған ял көндәре республика халҡы мутлашыусыларға 8 миллион һум күсергән, тип белдерәләр полициянан.

👍2😱1