БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.95K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Волга буйы федераль округы советы ултырышы үтте

Рәсәй президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров етәкселегендә ойошторолған эшлекле осрашыуҙа власть органдары һәм урындағы үҙидаралыҡтарға ышаныс кимәлен арттырыу мәсьәләһе ҡаралды. Субъекттарҙа халыҡ менән бәйләнеш ойоштороуҙың яңы формалар индерелә, инцидент менеджмент системаһы уңышлы эшләй. Шулай уҡ төбәк менән идара итеү үҙәктәре сафҡа индерелде, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ул 2021 йылдан алып халыҡты борсоған проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә. Төбәктерҙең йәмғиәттең ышанысын яулауҙа уңышлы эш тәжрибәләре - киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яңы хәрби берәмек йыйыла башланы

Уға эләгеү өсөн, теләгән һәр кем илдең Оборона министрлығы менән хәрби хеҙмәт буйынса контракт төҙөй ала. Республика военкоматынан хәбәр итеүҙәренсә, контракт төҙөргә теләүселәр республиканың төрлө район-ҡалаларынан килә. Улар һаны аҙ түгел, көн һайын кәмендә бер нисә тиҫтә кеше. Контрактты бер йыл йәки күберәк ваҡытҡа төҙөргә мөмкин. Һәр кандидат медицина һәм психологик тикшереүе үтә, бөтә процестарҙа ҙа инструкторҙар оҙатып бара. Контракт төҙөүгә 18 йәштән 65 йәшкә тиклемге һаулығы ныҡ булған ир-егеттәр һайлап алына. Контракт төҙөүселәр өсөн федераль һәм төбәк түләүҙәре ҡаралған, ғаиләләре өсөн ҡырҡлап ярҙам төрө бар.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Витязь» машиналар эшләү компанияһы алдынғы студенттарға стипендия булдырҙы

Алдынғы студенттарға - дәртләндереү сараһы. «Витязь» машиналар эшләү компанияһы Өфө фән һәм технологиялар университеты менән берлектә тәүге ике звенолы транспортерҙарҙың баш конструкторы Константин Осколков исемендәге стипендия булдырҙы. Тәүгеләрҙән булып уны вуздың Ишембайҙағы филиалы студенты Артур Байымов ала башланы. Легендар вездеходтары менән дан ҡаҙанған предприятие йәш кадрҙарҙы йәлеп итеүгә төп баҫым яһай.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ҡатын - ҡыҙ-милләт әсәһе» бөтә Рәсәй конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте

Һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған конкурсҡа илдең төрлө төбәктәренән 500-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Быйыл йомғаҡлау тантанаһына Татарстандан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Пермь крайынан, Мәскәүҙән, Удмуртиянан гүзәл заттар килде. Сарала «Ватанды Һаҡлаусылар» Фонды рәйесе Анна Цивилева ла ҡатнашты.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡалаһындағы Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында уҡыу үҙәге асылды

Буласаҡ төҙөүселәр өсөн яңы оҫтахана. Өфө ҡалаһындағы Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында уҡыу үҙәге асылды. Ул уҡыу йорто менән Өфө гипс компанияһының берҙәм проекты.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәй халыҡтарының туған телдәре буйынса өсөнсө федераль олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтте

Өфө фән һәм технологиялар университетында Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Рәсәй халыҡтарының туған телдәре буйынса өсөнсө федераль олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтте. Һынауҙа республиканан өс йөҙҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Башҡортостан телевидениеһында даими тапшырыуҙар сыға башлауға 65 йыл

Башҡортостанда телевидение Өфөлә телевизион вышкалы телеүҙәк төҙөүҙән башланған. Башҡорт студияһында тәүге тура эфир 1959 йылға яңы йыл төнөндә була. 1 мартта телевидение тапшырыуҙары эфирға сыға башлай. Программа тәүҙә аҙнаһына өс тапҡыр көнөнә 2 сәғәт ярым сәғәт барған. Күп йылдар буйы йыйылған архив материалдар кассеталарҙан һанлы форматҡа күсерелде.
👍31
Радий Хәбиров баҡса ширҡәттәре өсөн гранттарҙы арттырырға тәҡдим итте

Бөгөн Өфөлә "СМАРТ-баҡсасы" Бөтә Рәсәй форумы үтә. Был йыйында илдең 15 төбәге вәкилдәре ҡатнаша. Улар алдында Республика Башлығы сығыш яһаны. Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостанда баҡса ширҡәттәренә дәүләт ярҙамы буйынса төп йүнәлештәр билдәләнгән. Ике йылда 366 миллион һум бүленгән. 300 баҡса ширҡәтенә ярҙам күрһәтелгән. Быйыл тағы 225 миллион йүнәлтелә. Республика Башлығы иң яҡшы баҡса ширҡәттәре рәйестәренә 500 мең һумлыҡ 10 сертификат тапшырҙы. Гранттар уҙған йылда булдырылды. Киләһе йылда уларҙың һанын 20-гә еткерергә тәҡдим ителде.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Саҡмағош районының Иҫке Ихсан ауылы «Айыҡ ауыл-2024» муниципаль этабында еңеү яулаған

Иҫке Ихсандар тиҙҙән республика күләмендә район данын яҡлаясаҡ. Конкурс сиктәрендә ойошторолған айыҡ саралар, спорт ярыштары хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала балалар арһында футбол буйынса ярыш үтте

Өфө кескәй футболсыларҙы ҡабул итте. Илдең Урал һәм Көнбайыш Себер зонаһы командалары турнир финалында көрәште. Төрлө төбәктәр араһында футбол буйынса ярыш республикала беренсе тапҡыр ғына ойошторолмай.
👌1
Йырсы Ринат Рамаҙановтың ғаиләһендә ауыр ҡайғы

«Арғымаҡ» төркөмө лидеры, йырсы Ринат Рамаҙановтың атаһының ҡустыһы махсус хәрби операцияла һәләк булған. Күңелһеҙ хәбәр менән йырсы социаль селтәрҙә уртаҡлашҡан.

— 10 ноябрь атайымдың тыуған көнө. 11 ноябрҙә уның ҡустыһы, яҡын ағайыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә хеҙмәт итергә юлланды. Ошо көндәрҙә туғаныбыҙҙың һәләк булыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Иманың юлдаш булһын, абзый!

Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
😢5👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мексика йәштәре башҡорт телен өйрәнә

«Тамыр» телеканалы мөхәррире Гөлгөнә Баһауетдинова Сочи ҡалаһында барған Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнаша. Ул төрлө илдән йыйылған тиҫтерҙәренә башҡортса һүҙҙәр өйрәткән һәм мәҙәниәтебеҙ хаҡында һөйләгән. Шулай уҡ матур сувенирҙар менән бүләкләгән.

Гөлгөнәгә фестивалдә уңыштар теләйбеҙ!👏
3👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Смарт-баҡсасы» Бөтә Рәсәй форумы үтте

Минең баҡсам-Башҡортостан. Баҡсасылар өсөн ошондай исем аҫтында яңы мәғлүмәт платформаһы эшләй башлай. Дәүләт системаһына старт бөгөн Өфөлә үткән «Смарт-баҡсасы» Бөтә Рәсәй форумында бирелде. Өс йыл элек Башҡортостанда башланғыс баҡсасылар форумы быйыл федераль кимәлгән күтәрелгән. Сарала илдең 15 субъектынан ҡунаҡтар ҡатнаша. Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы тәбрикләне, Радий Хәбиров баҡсасыларҙы көткән төп яңылыҡтар хаҡында билдәләп үтте.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Көрәш һарайы төҙөлөшө менән танышты

Өфөнөң 450 йыллығына сафҡа индереләсәк иң төп объекттарҙың береһе - Көрәш һарайы әҙерлеге 68 процентҡа еткән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш майҙансығында булып, эш барышы менән танышты. Әле объектта тышҡы һәм эске яҡтан биҙәкләү эштәре башланған, инженер, елләтеү системалары монтажлана.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡтан эшҡыуар 3Д-принтер ярҙамында пилотһыҙ осоусы аппараттарға ҡулайламалар эшләй

Барыһы ла еңеү өсөн. Стәрлетамаҡтан эшҡыуар Александр Кузьменко 3Д-принтер ярҙамында пилотһыҙ осоусы аппараттарға гранатаны теүәл ташлау ҡулайламалары эшләй. Махсус хәрби операция биләмәһенә ул «ҡанаттар»ҙан тыш, дрон өсөн өҫтәл, медицина кәрәк-яраҡтары - ампула, «самокол» тип исемләнгән шприц та оҙата. Пластиктан етештерелгән продукция менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдаш каналының Яңылыҡтар хеҙмәте иғлан иткән акция дауам итә

«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ». Башҡортостан юлдаш каналының Яңылыҡтар хеҙмәте иғлан иткән акция дауам итә. Коллегабыҙ, «Журналист» ҡушаматлы яугир хеҙмәт иткән «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы өсөн аҡса йыйыу ойошторолған. Хәрбиҙәр һорауы буйынса тупланасаҡ суммаға DJI Mavic 3 квадрокоптеры һатып алынасаҡ. Бөгөнгә 100 мең һум тирәһе йыйылған. Изгелек ҡылыуҙа айырыуса Тирлән урмансылығы хеҙмәткәрҙәре ҙур әүҙемлек күрһәтә. Яҡташтарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлауға һәм еңеүҙе яҡынайтыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн аҡсаны Һаҡлыҡ банкы картаһына ебәрергә мөмкин. 2202 2069 3314 9457 (Регина Салаватовна)
2👍1🙏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Миәкә районында 8-9 класс уҡыусылары өсөн бер нисә ауыл хужалығына экскурсия үткәрелде

Яңы быуын фермерҙары Миәкә районында тәрбиәләнә.Төбәктә 8-9 класс уҡыусылары өсөн бер нисә ауыл хужалығына экскурсия үткәрелде. Ойоштороусылар үҫмерҙәргә һөнәри йүнәлеш биреүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Проект әле башланып ҡына тора, уны башҡа райондарҙа ла үткәреү иҫәбе бар.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тәтешле районында Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевҡа һәйкәл асылды

Ирәкте ырыуының данлы улы - Әнғәм Атнабаевтың исеме мәңгеләштерелде. Башҡортостандың халыҡ шағирына һәйкәл Үрге Тәтешле ауылында асылды. Ул район халҡы, меценанттар һәм әҙиптең туғандары ярҙамында тормошҡа ашырылған.
6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 114-се гуманитар ылау оҙатылды

Сираттағы ярҙам дәүләт вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары һәм 8 муниципалитет халҡы тарафынан тупланған. Яугирҙарға ағас материалдары, «Урал» мотоциклы, генератор, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек, медикаменттар һәм исемле посылкалар еткереләсәк. Бынан тыш, ғәскәри частар командирҙары һорауы буйынса квадрокоптерҙар, пилотһыҙ осоу аппараты детекторҙары, антидрон мылтыҡтар, металл эҙләүсе, тепловизиорҙар, прицелдар һәм рациялар һатып алына. Бының өсөн республика бюджетынан 20 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында төбәк-ара фәнни-ғәмәли форум үтте

«Имен тәбиғәт - һау киләсәк» тип исемләнгән сара «Айыҡ ауыл-2024» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Ғалимдар, крайҙы өйрәнеүселәр, уҡытыусылар, мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында үткән эколлогияға арналған сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Салауат Юлаев» хоккейсылары «Трактор» менән серияла иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште

Континенталь хоккей лигаһының икенсе плей-офф уйыны юлаевсылар файҙаһына 4:1 иҫәбе менән тамамланды. Яҡташтарыбыҙҙан шайбаларҙы Александр Хмелевский, Данил Башкиров һәм ике тапҡыр Джош Ливо индерҙе. Шулай итеп дүрт еңеүгә тиклемге серияла иҫәп бергә бер.
🔥4👍1