БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.18K photos
8.15K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Ярҙам поезы» акцияһы дауам итә

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн тәғәйенләнгән «Ярҙам поезы» акцияһы дауам итә. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы башланғысында ойошторолған сираттағы сара Нефтекамала үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мишкә ауылында зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе ябылған

Республикала район үҙәгендәге һәр йортҡа үҙәкләштерелгән газға тоташыу мөмкинлеге бар. Мишкә ауылында газ үткәреү программаһы ярҙамында халыҡты зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе ябылған. Программа сиктәрендә Башҡортостанда барлығы 38 мең шәхси йорт газға тоташтырылған. Был хаҡта республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы. Радий Хәбиров шулай уҡ был күрһәткес буйынса Башҡортостан лидерҙар иҫәбендә булыуын билдәләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Кузнецов Затонында йәшәүселәр республика программаһында ҡатнашырға теләк белдергән

Өфөнөң Кузнецов Затонында йәшәүселәр Геологтар урамын тәртипкә килтереү өсөн республика программаһында ҡатнашырға теләк белдергән. Ошо маҡсатта халыҡ йыйылышы үтте. Улар тауыш биреү буйынса инициатив төркөм рәйесе һәм ағзаларын һайлап, тәҡдим ителәсәк проект менән танышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районы Яңы Себенле ауылында һәр һыйыр тәүлегенә 30 литрҙан ашыу һөт бирә

Ейәнсура районының Яңы Себенле ауылы малсылыҡ комплексында һәр һыйыр тәүлегенә 30 литрҙан ашыу һөт бирә. Голштин-фриз тоҡомло һыйырҙарҙан юғары сифатлы һөт һауып алыусылар менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
👍32
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә пенсионерҙар өсөн төрлө йүнәлештә ял үҙәге асылды

Йыр, бейеү, йога һәм шахмат. Өфөлә пенсионерҙар өсөн төрлө йүнәлештә ял үҙәге асылды. «Алтын ғүмер» тип исемләнгән проект баш ҡала хакимиәте гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла. Бөгөн үҙәктә тиҫтәләгән өлкән йәштәге гүзәл заттар яратҡан шөғөлөн тапҡан. Бынан тыш, төркөмдәгеләр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтә.
2
Башҡортостанда Владимир Путин өсөн ҡултамғалар йыйыу бара

Бөгөн илдең бөтә төбәктәре ғәмәлдәге дәүләт башлығының президент вазифаһына кандидат булыуына хуплау белдерә. Берҙәм имза туплау көнө “Берҙәм Рәсәй” партияһы майҙансыҡтарында ойошторола. Йәмәғәт хуплау үҙәгендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 7-гә тиклем Владимир Путин өсөн ҡултамға ҡалдырырға мөмкин. Республикала имзалар йыйыу өсөн 29 урын ойошторолған.
Башҡортостанда пилотһыҙ аппараттарҙың төбәк операторы эшләй башлай

Республикала пилотһыҙ авиация тармағы өсөн кадрҙар әҙерләнә. Быйылдан республиканың 20 мәктәбендә һәм урта уҡыу йорттарының береһендә махсус программалар асыла. Башҡортостан предприятиелары үткән йылда меңдән ашыу пилотһыҙ аппарат йыйған. Быйыл уны 4 тапҡырға арттырыу бурысы тора.
Башҡортостан буйлап "Ярҙам поезы" йөрөй

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандарға төрлө ярҙам күрһәтелә, дауаланыу, документтар тултырыу буйынса консультациялар бирелә. Поезд Октябрьский, Бәләбәй, Бөрө, Нефтекама ҡалалары, Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә райондарында булды.
👍1
Башҡортостанда "Һөт кухняһы" эшләй

“25 миллионға яҡын порция һөт, 11 миллион ярым порция эремсек, 18 миллион самаһы порция йогурт. Мин “Һөт кухняһы” эше менән таныштырыуҙы дауам итәм, тип яҙа социаль селтәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров. “2019 йылдан эш башлағандан алып, һөт цехтары 15 мең тонна һөт эшкәрткән. Улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Белорет ҡалаларында һәм Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан. Ошо сорҙа 70 мең самаһы кеше “һөт кухняһы” ризыҡтарын бушлай алды. Улар араһында ауырлы һәм бала имеҙгән, 3 йәшкә тиклемге балалы ҡатындар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр һәм опекалағы балалар бар. Уҙған йылдан исемлеккә махсус операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләре өҫтәлде. Әлеге көндә барлығы 132 һөт продукттарын таратыу пункты эшләй. “Һөт кухняһы” бренды республикала йәшәүселәр араһында ҙур һорау менән файҙаланыла. Һөҙөмтәләр яҡшы, эште артабан да дауам итәбеҙ”, тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.
Христиандар оло дини йолаһын билдәләргә йыйына

18 ғинуарҙан 19-ына ҡарай төндә теләгән һәр кем һыуға сума ала. Дини байрамға бәйле Өфөлә бер нисә урамда транспорт йөрөшө сикләнә. 18 ғинуар киске етенән 19 ғинуар иртәнге һигеҙгә тиклем Маяковский, Бехтерев, Киров, Амур һәм Крәҫтиән урамдарының бер өлөшө ябыла.
Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан халыҡ ижады аҙналығы башлана

“Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмәһендә республикаға арналған стенд янында көн һайын “тылсымлы һандыҡ” асыла. Форумға килеүселәр милли костюмдар, уйын ҡоралдары, ҡул эштәре менән таныша ала. Интерактив саралар ойошторола, ҡиммәтле бүләктәр отторола. Шулай уҡ түшелдерек, милли баш кейеме, ҡурсаҡтар, биҙәүестәр яһау, бәйләү, сигеү, туҡыу, кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Аҙналыҡ 21 ғинуарҙа тамамлана. Күргәҙмә иһә 12 апрелгә тиклем дауам итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Пенсия алды йәшендәгеләр эштән ҡыҫҡартыларға тейеш түгел

Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары Рәсәйҙең хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр индереү тураһындағы закон проекты әҙерләй. Парламент ағзалары фекеренсә, ҡартлыҡ буйынса хаҡлы ялға сығыуға биш йыл ҡалһа, хеҙмәткәрҙе эштән бушатыу дөрөҫ түгел һәм быны хоҡуҡи йәһәттән нығытыу мөһим. Был турала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Президиум ултырышында белдерҙе. Унда шулай уҡ парламенттың сираттағы ултырышына сығарыласаҡ башҡа закон проекттары ла ҡаралды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ирекмәндәр йорт хайуандарын урынлаштырырға ярҙам итеүсе сайт булдырған

Электрон майҙансыҡта иғлан бирергә мөмкин, әммә уның үҙенсәлеге бар. Сайтты булдырыусылар хайуандар намыҫһыҙ хужаларға эләкмәһен өсөн барлыҡ мәғлүмәтте ентекле тикшереү яҡлы. Улар тәүге ваҡытта күҙәтеү аҫтында буласаҡ. Хайуандарҙы яҡлаусылар менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
Башҡортостанда сүп-сар контейнерҙары 4 тапҡыр артҡан

Хәҙер уларҙың һаны 87 меңгә еткән. Башҡортостан хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән ошо турала белдерәләр. Былтыр республика көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса яҡшы һөҙөмтәгә иреште. “Йәшел премия” тигән Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан иң уңышлы эшләгән 10 төбәк исемлегенә инде. “Беҙҙең маҡсат сүп-сар реформаһын тормошҡа ашырыу буйынса лидер булыу. Федераль аҡсаларҙы йәлеп итеү өсөн дәүләт программаларында ҡатнашыу мөһим. Инфраструктураны камиллаштырыу, көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырыу һәм эшкәртеүҙе яҡшыртыу буйынса эште дауам итергә кәрәк”, - тип белдерҙе Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. Республикала күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күҙәтеү системаһы булдырылған. Көнкүреш ҡалдыҡтары 37 мең урында туплана. Сүп-сар эшкәртеү тармағына етди инвесторҙар йәлеп ителә.
👍2
Өфө халҡы яңы йыл шыршыларын утилгә тапшыра ала

20, 21 ғинуарҙа, шулай уҡ 27 һәм 28 ғинуарҙа экологик акция ойошторола. Шыршыларҙы ҡаланың һәр районында махсус урынға тапшырырға мөмкин. Йыйылған ағастар ҡайтанан эшкәртелә, мебель эшләүҙә һәм ашлама булараҡ ҡулланыла.
Республикала ”Өлгөлө башҡорт ғаиләһе”н асыҡлайҙар

Асыҡ республика конкурсында Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәүселәр ҡатнаша ала. Еңеүселәр “Ғаилә ижады”, “Ғаилә кәсебе”, “Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре” кеүек номинацияларҙа билдәләнә. Конкурстың зона этабы башланды. Еңеүселәр республика кимәленә сыға. Йомғаҡлау сараһы Стәрлетамаҡта үтә.
Республикала торлаҡ йорт ҡыйығын төҙөкләндереүгә 430 миллион һум бүленә

Дәүләт һатып алыуҙары сайтында ошо турала мәғлүмәт донъя күргән. 22 ғинуарҙа Ағиҙел, Нефтекама һәм Октябрьский ҡалаларында, Әлшәй, Бәләбәй, Бишбүләк һәм тағы ла 12 районда ҡыйыҡтарҙы ремонтлаған һәм сарҙаҡтарҙы нығытҡан ойошма асыҡлана.
🤡1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан Илнара Сафина «Хеҙмәт итеү» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булды

Салауат районы Миәшәгәр ауыл биләмәһе башлығы Илнара Сафина «Хеҙмәт итеү» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булды. «Кеше яҙмышы - Ватан ғорурлығы» номинацияһы наградаһын күп балалы әсәгә Владимир Путин тапшырҙы. Илнара Сафина конкурста ҡатнашыуға ғариза ебәргән 19 мең кандидат араһында иң яҡшыһы тип танылды.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Унда, тәү сиратта, төп объекттарҙың - көрәш, фехтование һәм ишкәкле слалом үҙәктәре төҙөлөшө тикшерелде. Быйыл спорт объекттары «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумы сиктәрендә ярыштарҙы ҡабул итә. Төбәк етәксеһе подъезд юлдарын төҙөү һәм төҙөкләндереү мәсьәләләрен ентекле тикшерергә ҡушты.
💩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтен модернизациялау дауам итә

Программа сиктәрендә Өфө ашығыс ярҙам подстанцияһы хеҙмәткәрҙәренең эш кейемдәре яңыртылды. Баш ҡала буйынса тармаҡта эшләүсе 1370 кеешгә ҡышҡы һәм йәйге эш комплекты тапшырылды. Ғәҙәттән тыш хәл, юл шартарында эшләүселәргә яңы костюмдар шәхсән үлсәп тегелгән.
👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә педагогик оҫталыҡ бәйгеһе башланды

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты базаһында үткәрелгән конкурста баш ҡаланың төрлө мәктәптәренән 69 уҡытыусы ҡатнаша. Ҡала конкурсы 1977 йылдан бирле даими рәүештә ойошторола һәм уҡытыусы һөнәре абруйын үҫтереүҙе һәм тәжрибә уртаҡлашыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Уның барышында уҡытыусылар бер нисә этапта көс һынашасаҡ. Улар алдында дәрес, балалар менән тәрбиәүи әңгәмә үткәреү бурысы тора. Финалға үтеүселәр иһә төрлө өлкә белгестәре, ғалимдар һәм балалар һорауҙарына яуап бирәсәк. Иң яҡшылары Башҡортостан данын ил кимәлендә яҡлар, тип көтөлә.
👎1