БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.18K photos
8.15K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Төбәктә Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путинды хуплап ҡултамғалар йыйыу дауам итә

Башҡортостанда Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путинды хуплап ҡултамғалар йыйыу дауам итә. Был эш менән ирекмәндәр һәм республиканың йәштәр ойошмалары шөғөлләнә. Улар рәтендә йәштәр сәйәсәте лигаһы ла бар. Бөгөн команданың лидеры Башҡортостандың төбәк һайлау штабында үҙ ҡултамғаһын ҡуйҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала тын юлдары инфекциялары йоҡтороуға бәйле 20 меңдән ашыу осраҡ теркәлгән

Яңы йылдың тәүге аҙнаһында ғына республикала тын юлдары инфекциялары йоҡтороуға бәйле 20 меңдән ашыу осраҡ теркәлгән. Сирлеләрҙең яртыһы тиерлек 14 йәшкә тиклемге балалар. Бер юлы тымау, грипп һәм ковид йоҡтороусылар ҙа бар. Декабрь менән сағыштырғанда, әле сирлеләр һаны кәмерәк, тик белгестәр ауырыуҙарҙы иҫкәртергә кәңәш итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың алты башҡорт балалар баҡсаһы «Һомай»лы булды

Мәктәпкәсә учреждение тәрбиәселәре Өфөгә килеп, башҡорт телендә һөйләшкән тәүге аҡыллы колонка менән эшләргә өйрәнде.
«Һомай» менән башҡорт һәм рус телдәрендә аралашырға мөмкин, һорауҙарға яуап бирә, тәржемә итеү функцияһы бар, халыҡ ижады өлгөләре менән таныштыра. Балалар баҡсаларына таратылған колонкалар башта һынау үтәсәк, уның һөҙөмтәләре буйынса ҡоролманы тағы ла камиллаштырыу ҡаралған.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Рәсәйҙә ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө билдәләнә

Башҡортостандағы өс ҡурсаулыҡ һәм бер милли парк биләмәләренең махсус статусы тәбиғәттең уникаль күренештәре, һирәк үҫемлектәр һәм хайуандарҙы һаҡларға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта туристар өсөн яңы экоһуҡмаҡ, кемпингтар ҙа ойошторола. Әлбиттә, тәбиғәт һәйкәлдәре белгестәр тарафынан контролдә ҡала. Иглин һәм Нуриман райондарына ҡараған биләмәгә инспектор Владимир Озеров көнөнә ике-өс тапҡыр сыға. Сираттағы рейд барышында ул әкиәти мөйөшкә юлыҡҡан. Билдәһеҙ кеше тарафынан тәбиғәткә зыян килтермәйенсә ял итеү урыны булдырылған.
👍1
Башҡортостанда ауыл хужалығы кооперативтарын үҫтереүгә 290 миллион һум йүнәлтелә

Аҡса федераль һәм республика ҡаҙнаһынан бүленә. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, финанс ярҙамдың бер өлөшө грант булараҡ бирелә, эшҡыуарҙарға техника һәм йыһаздар алған сумманы кире ҡайтырыуға тотонола.
“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк филиалы күсмә ҡабул итеү уҙғара

Республика министрлыҡ һәм ведомство хеҙмәткәрҙәренән торған “Ярҙам поезы” 12 ғинуарҙа Нефтекамала була. Белгестәр яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына консультация бирә. Филиал етәксеһе, Башҡортостан парламенты депутаты Гөлнур Ҡолһарина. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан бүлексәһе 2023 йылда илдә иң һөҙөмтәлеһе тип табылды. Республикала социаль координаторҙар һаны арттырылды. Хәҙер бындай белгестәр һәр муниципалитетта эшләй.
Башҡортостанда быйыл капиталь ремонт өсөн 5,5 миллиард һум тотонола

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, программа буйынса 727 күп фатирлы йортта төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Ҡыйыҡтарҙы ремонтлау һәм лифтарҙы алмаштырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан аҡса өҫтәлә. Былтыр 662 күп фатирлы йорт тәртипкә килтерелде.
Республикала айырыуса һаҡланған яңы тәбиғәт биләмәләре барлыҡҡа килә

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, экологияға бәйле закон проекты өйрәнелә. Уға ярашлы урындағы үҙидара органдары айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен булдыра ала. Улар туристик-рекреацион урын һәм тәбиғәт резерваты тип атала. Закон проекты тирә-яҡты һаҡлау һәм туризмды үҫтереү маҡсатынан әҙерләнгән. Документ ғинуарҙа парламенттың пленар ултырышында тулыһынса ҡабул ителеүе көтөлә.
Радий Хәбиров 2024 йылдағы беренсе “Инвестиция сәғәте” ултырышын үткәрҙе

Унда сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм юл яны сервисы өлкәһендә яңы проекттар ҡаралды. “Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә цистерна, нефть табыу һәм резервуар ҡорамалдары етештереүҙе киңәйтеү ҡарала. Бының өсөн 1,7 миллиард һум инвестиция йәлеп ителә. Инвесторға инженер селтәре үткәреүҙә ярҙам итәләр, шулай уҡ Сәнәғәтте үҫтереү фондынан льготалы заем бирелә. “Ойлтиммаш” компанияһы етәксеһе Денис Савутин һөйләй.
Мәләүез ҡалаһында газ яғыулығы станцияһы төҙөлә. Бының өсөн 82 миллион һум тотонола. Радий Хәбиров инвестиция проекты мөһимлеген билдәләп уны өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерергә тәҡдим итте. Бөрө районында һөт фермаһы яңыртыла. Бының өсөн 87 миллион һум йәлеп ителә. Һауын һыйырҙарын ашатыу, һөт һауыу һәм ферманы таҙартыу өсөн роботтар ҡулланыу ҡарала. Проект шулай уҡ өҫтөнлөклө статусын алды.
👍1
Стәрлетамаҡ уҡыусыһы Төньяҡ ҡотопҡа бара

Ҡаланың 2-се гимназияһынан Алиса Калюжная быйыл йәй ғилми-мәғрифәтселек экспедицияһы составында сәйәхәткә юллана. Республика идара итеү үҙәгенән белдереүҙәренсә, етенсе класс уҡыусыһы “Атомный урок. Ледокол знаний” конкурсында еңеү яулаған. Мәскәүҙә уҙған финалда ул атом технологиялары һәм фән, сәнғәт һәм мәҙәниәт темаһына һорауҙарға яуап биреп, интеллектуаль уйында ҡатнашыусылар араһында иң юғары балл йыйған.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға өҫтәмә 100 мең һум түләү оҙайтыла

Республика Башлығы указына тейешле үҙгәреш индерелде. Документҡа ярашлы, 2023 йылдың 10 ноябренән һуң Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған мобилизацияланғандар һәм армияға саҡырылғандарға өҫтәп 100 мең һум бирелә. Указ “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙәренә ҡағылмай. Быйыл республика ҡаҙнаһында доброволецтар һәм мобилизацияланғандарға ярҙам өсөн 2,8 миллиард һум һалынған.
👎1
Бөгөн Өфөлә журналистар бүләкләнде

Рәсәй Матбуғаты көнө уңайынан киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре араһында уҙғарылған ижади конкурс еңеүселәре тәбрикләнде. Шулай уҡ Маҡтау һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре Әнисә Муллағолова һәм Клара Шәриповаға Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет грамотаһы тапшырылды. Коллегабыҙ Илнур Рамазанов Башҡортостан Матбуғат агентлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. “Юлдаш” радиоһының Яңылыҡтар хеҙмәте ике ижади конкурста еңеү яуланы. Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау һәм “Алға” иҡтисади биләмәһе эшмәкәрлегенә арналған журналист материалдары икенсе урынға лайыҡ булды.
Республикала буран сәбәпле ҙур юлдарҙа хәрәкәтте сикләү оҙайтылды

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, М-7 “Волга” һәм М-5 “Урал” федераль трассалары, шулай уҡ Өфө – Ырымбур юлының айырым өлөштәре ваҡытлыса ябыҡ. “Халыҡҡа мөмкин тиклем оҙон юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итәбеҙ”, - ти ведомство хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова.
Ризаитдин Фәхретдиновтың тыуыуына 165 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтте

Унда мәшһүр ғалим, дин белгесе һәм яҙыусының Башҡортостан мәғарифы һәм мәҙәниәтенә индергән өлөшөнә баһа бирелде. “Ризаитдин Фәхретдинов бай фәнни мираҫ ҡалдырған. Уның ҡулъяҙмаларын ентекләп өйрәнеү мөһим”, - ти Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.
Ризаитдин Фәхретдинов 1922 йылда Рәсәй һәм Себер мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе итеп һайлана. 1936 йылда 78 йәшендә вафат була, Өфө йәмиғ мәсете янында ерләнә. Киләһе аҙнала республика Милли китапханаһында “Ризаитдин Фәхретдиновтың ижады һәм ғилми мираҫы” тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторола. Өфөләге Рәсәй ислам университеты бөйөк шәхестең исемен йөрөтә.
Юлаевсылар ғинуар аҙағынаса ситтә 8 уйын үткәрә

Континенталь хоккей лигаһында даими чемпионат барышында бөгөн Түбәнге Камала “Салауат Юлаев” һәм “Нефтехимик” командалары осраша. Матч Өфө ваҡыты менән киске 9-ҙа башлана. Һуңынан Мәскәү өлкәһендә “Куньлунь Ред Стар”, Астанала “Барыҫ”, Новосибирскиҙа “Себер”, шулай уҡ Хабаровскиҙа “Амур” һәм Владивостокта “Адмирал” менән икешәр уйын уҙғара. Әле турнир теҙмәһендә Көнсығыш конференцияһында юлаевсылар 3-сө урында килә.
Өфөлә Көнсығыш юл 88 процентҡа әҙер

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, ошо көндәрҙә трассала яҡтыртыу ҡабыҙылды. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса 14 километр оҙонлоҡта 800-гә яҡын ҙур бағана ҡуйылды. Көнсығыш сығыу юлы – Волга буйы федераль округында ҡеүәтле транспорт инфраструктураһы проекты иҫәпләнә. Ул 1 километрлыҡ тоннель, күпер, эстакада һәм 10 километрлыҡ юлдан тора. Төҙөлөш өсөн 40,3 миллиард һум йәлеп ителде. Юлда быйыл хәрәкәт башлана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Благовещен районы хакимиәте башлығы итеп Анна Карабанова тәғәйенләнде

Район етәкселегендә өсөнсө ҡатын-ҡыҙ. Благовещен районы хакимиәте башлығы итеп Анна Карабанова тәғәйенләнде. Кандидатураны район советы депутаттары бер тауыштан хупланы. Быға тиклем Анна Николаевна күп йылдар идаралыҡ вазифаларында эшләгән һәм бай тәжрибә туплаған. Республика башлығы Радий Хәбиров яңы етәксегә артабан да ҙур өмөттәр бағлауын әйтте һәм үҫеш йүнәлештәре ,маҡсаттар билдәләне. Төбәк башлығының Благовещенға эш сәфәре барышынан репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Аксаков шыршыһы үтте

Әкиәт иленә сәйәхәт. Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Аксаков шыршыһы үтте. Хәйриә акцияһы республика район-ҡалаларынан 300-гә яҡын баланы бергә йыйҙы. Байрам тамашаһына мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙарҙан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ла саҡырылғайны.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан Өфөлә бөтә республиканың медиатармағы вәкилдәре йыйылды

13 ғинуарҙа билдәләнгән Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан Өфөлә йола буйынса бөтә республиканың медиатармағы вәкилдәре йыйылды. «Башинформ» агентлығының конференц-залында Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, төрлө министрлыҡ һәм ведомстволар, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары үткәргән республика конкурстары еңеүселәре билдәләнде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө эргәһендәге юл буйы сервисы объекты төҙөлөшө тамамланыу алдында

Шаҡша биҫтәһендәге бинаның техник асылышы март айында көтөлә Республикала берҙәм стилдә төҙөлгән юл буйы сервисы объекттары Рәсәйҙә иң яҡшы тәжрибә тип табылған. Былтыр төбәктә 235 юл буйы сервисы сафҡа индерелде. Был объекттарҙа кафе, ҡунаҡхана, дарыухана һәм башҡа уңайлыҡтар ойошторола.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсуралар урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында әүҙем ҡатнаша

Урындағы башланғыстар үҙидараға һәм халыҡсанлыҡҡа нигеҙләнгән. Унда һәр кем үҙ идеяларын белдереү, проекттар тәҡдим итеү, уларҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2