БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.18K photos
8.16K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
"Иҙел башы" өҫтөнлөклө статус алды

Белорет районында йыл әйләнәһенә халыҡты ҡабул итеүсе туристик комплекс булдырыла. Проект өҫтөнлөклөләр рәтенә индерелде. Ял базаһы Ирәмәл янында төҙөлә. Бының өсөн 48 миллион һумдан ашыу аҡса тотонола. Объекттың тәүге өлөшөн быйыл файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
👍1
Башҡортостанда оҙайлы ялда “Сәләмәтлек поезы” 300-ҙән ашыу кешене ҡабул иткән

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының күсмә диагностика комплексы табиптары 4-6 ғинуарҙа Благовещен, Борай һәм Балтас райондары ауылдарында эшләне. Халыҡ белгестәргә күренде, ҡайһы берәүҙәр дауаланыу өсөн йүнәлтмә алған. Бынан тыш, табиптар Стәрлетамаҡта балалар дауаханаһында медицина тикшереүе үткәрҙе. Ҡышҡы оҙайлы ялдар ваҡытында ауылдарға “Сәләмәтлек поезы”н ебәреүҙе Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Учалы районы Ҡотой ауылында ҡышҡы мини-футбол буйынса «Олотау турниры» үтте

Дүртенсегә ойошторолған ярышта Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәренән 16 команда сығыш яһаны. Йыл һайын ауыл биләмәһендә футбол буйынса йәйге һәм ҡышҡы уйындар уҙғарыла. Былтыр ул Рәсәй футбол союзының «Иң күләмле проект» премияһына лайыҡ булғайны.
Баҡсасыларға гранттар биреләсәк

Башҡортостанда иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәттәре 500 мең һумлыҡ гранттар ала. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 февралгә тиклем ғариза тапшырырға мөмкин. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 10 баҡсасылыҡ ширҡәте һайлап алына. Уларға гранттар бирелә.
Башҡортостан кәсепселәре Мәскәүҙә эштәре менән таныштыра ала

“Рәсәй” халыҡ-ара форум-күргәҙмәһе барышында халыҡ ижады көндәре уҙа. Беҙҙең республика стендында киләһе аҙнала милли башҡорт биҙәүестәре, күндән әйберҙәр яһау, кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу һәм башҡа ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Күргәҙмәлә башҡорт кейеме, мамыҡ һәм бәйләм шәлдәр тарихы менән танышырға, әйберҙәр һатып алырға була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың отпускылары менән хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә

Был хаҡта Рәсәй президенты Владимир Путин белдерҙе. Дәүләт башлығы эш сәфәре менән Чукотка автономиялы округында булып, йәмәғәтселек менән осрашты. Ил башлығы фекеренсә, яугирҙарҙың отпускыһы яраланғандан һуң да юғалмаҫҡа тейеш. Әгәр хәрбиҙәр отпускыһын ял итә алмаһа, уларҙың быны һуңыраҡ эшләргә мөмкинлеге булырға тейеш, тип билдәләне Владимир Путин.
💩2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әлшәй районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнаша

Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары йортонда ирекмәндәр көсө менән маскировка селтәрҙәре үрелә. Ҡул эшенә тиҫтәләп кеше, башлыса өлкән йәштәгеләр ҡушылған.
🤡1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Ауырғазы яугиры Донецк ҡалаһында һөйгән ярын тапҡан

Махсус хәрби операция мөхәббәткә ҡамасауламай. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Ауырғазы яугиры Донецк ҡалаһында һөйгән ярын тапҡан. Борзый хәрби ҡушаматлы яугир тыуған яғына ике аҙна отпуск ялына буласаҡ кәләшен дә алып ҡайтҡан.
👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда өс ветеринар лабораторияға төҙөкләндереү өсөн сарыф ителгән сығымдар кире ҡайтарылған

Модернизацияға субсидия. Башҡортостанда өс ветеринар лабораторияға төҙөкләндереү өсөн сарыф ителгән сығымдар кире ҡайтарылған. Был «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә мөмкин булған. 2023 йылда субсидияның дөйөм күләме 11 ярым миллион һум тәшкил иткән.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районының «Салауат» крәҫтиән-фермер хужалығында яңы он тирмәне эш башланы

Быға тиклем хужалыҡҡа уңышты күмәртәләп арзан хаҡҡа һатырға тура килһә, бөгөн крәҫтиән-фермер хужалығының әҙер продукцияһын Ҡырмыҫҡалы, Иглин, Ғафури райондары икмәкханалары ала. Йәшелсә үҫтереүсе йүнселдәр яңы теплицалар төҙөүгә ирешкән.
👍2
Башҡортостанда өйләнешеүҙәр күп булған ай аталды

Статистика хеҙмәтенең төбәк идаралығынан белдереүҙәренсә, былтыр 10 айҙа 20 меңгә яҡын никах теркәлгән. Июль һәм августа өйләнергә теләгән парҙар күберәк булған. Былтыр ғинуарҙан октябргә тиклем 14 меңдән ашыу ғаилә тарҡалған.
Республика халҡы Мортаза Рәхимовты иҫкә ала

1 йыл элек 88 йәшендә Башҡортостандың тәүге президенты вафат булды. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 1934 йылдың 7 февралендә Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында тыуған. 1956 йылда нефть техникумын тамамлағандан һуң, Өфө нефть эшкәртеү заводына эш башлай. 1990 йылдан Башҡортостан республикаһының Юғары Советы рәйесе. 1993 йылда ул Башҡортостан республикаһының беренсе Президенты итеп һайлана. 1998 йылдың 4 июнендә - икенсегә, 2003 йылдың 21 декабрендә - өсөнсө мөҙҙәткә Башҡортостан Президенты була. 2006 йылдың 10 октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Мортаза Рәхимовҡа Башҡортостан Президенты вәкәләттәрен йөкмәтә. 2010 йылдың 12 июлендә ул вазифаһын ваҡытынан алда тамамларға теләк белдерә. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Мортаза Рәхимовтың отставкаһын ҡабул итә.
😢2
“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Ул Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәре халҡы араһында башҡорт халҡының мәҙәниәтен, туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләне асыҡлау һәм ғаилә институтын нығытыу өсөн ойошторола. Конкурс “Ғаилә ижады”, “Ғаилә кәсебе”, “Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре” номинациялары буйынса уҙғарыла. 2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде.
Күп балалы ғаиләләрҙе торлаҡҡа һалым түләүҙән бушатылыуы мөмкин

Владимир Путин күп балалы ғаиләләрҙе торлаҡҡа һалым түләүҙән бушатыу мәсьәләһен ҡарарға вәғәҙәләне. Президенты Чукотка автономиялы округына сәфәр ҡылды. Дәүләт башлығы Анадырь ҡалаһында халыҡ менән осрашты. Владимир Путин балалы ғаиләләргә ярҙам итеү саралары тураһында һөйләне. Осрашыуҙа күп балалы ғаиләләргә автомобиль һатып алыу өсөн льготалар бирергә тәҡдим ителде. 2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде.
🤡1
Бөгөн халыҡ Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовты иҫкә ала

Ул былтыр 88 йәшендә арабыҙҙан китте. “Мортаза Рәхимов – башҡорт халҡының бөйөк улы. Ғүмерен, тәжрибә һәм һәләтен республиканы үҫтереүгә, милләт-ара һәм дини дуҫлыҡты нығытыуға арнаны. Башҡортостанды көслө итеп, Рәсәйҙең ҡеүәтен арттырырға тырышты”. Төркмәндәр милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Сапарморат Шанглиев шулай тип белдерҙе. Мортаза Рәхимов 1993 йылда Башҡортостан Президенты итеп һайлана. 2010 йылдың июленә тиклем ошо юғары вазифала ҡала. 7 февралдә Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тула.
Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыла

Башҡортостанда Мортаза Рәхимовтың 90 йыллығына бағышланған саралар уҙғарыла. Бөгөн ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин белдереүенсә, Мортаза Рәхимовтың ҡаҙаныштарын иҫләйбеҙ. Уның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. 7 февралдә төп сара - Башҡортостандың беренсе президентына һәйкәл асыу тантанаһы була. Ул Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһы ҡаршыһында урынлаштырыла. Монументтың авторы - скульптор Салауат Щербаков. Ошо уҡ көндә, Өфөнөң Энгельс һәм Беренсе май урамдарында, Мортаза Рәхимов йәшәгән һәм эшләгән ике йортта мемориаль таҡтаташтар асыла. Башҡортостандың беренсе президенты бер йыл элек 88 йәшендә вафат булды.
3
Рәсәйҙә “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтыла

Президент Владимир Путин Чукотка автономиялы округына сәфәр барышында шул турала белдерҙе. Программа буйынса ауыл йәки бәләкәй ҡалала мәктәпкә эшкә урынлашҡан уҡытыусыларға 1 миллион һум бирелә. Башҡортостанда “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса дүрт йылда 150 педагогҡа сертификат тапшырылды.
Башҡортостан мотоспортсыһы Никита Богданов Рәсәй чемпионатында өсөнсө урын алды

Боҙҙа мотоуҙыш буйынса ярыштың икенсе этабы Каменск-Уральскиҙа уҙҙы. Унда Өфөнән Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәге вәкилдәре ҡатнашты. Ярышта майҙан хужаһы – Дмитрий Колтаков еңеү яуланы, Тольяттиҙан “Мега-Лада” командаһы өсөн сығыш яһаған яҡташыбыҙ Динар Вәлиев икенсе урын алды. Ике этап һөҙөмтәләре буйынса Никита Богданов икенсе урында килә. Боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионатының өсөнсө этабы 13-14 ғинуарҙа Шадринскиҙа үтә.
Ветеринар лабораторияларын үҙгәртеп ҡороуға субсидиялар ике тапҡырға артҡан

Былтыр “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты буйынса 11,5 миллион һум йүнәлтелгән. Был аҡсаға өс ветеринар лабораторияһында капиталь ремонт үткәрелгән һәм ҡорамалдар һатып алынған. Башҡортостан былтыр 44 илгә 314 миллион долларға тауар оҙатҡан. Сертификат алыу өсөн лабораториялар яңыртыла. Дәүләт ярҙамына өс йылда 9 объекта ремонт үткәреү ҡарала, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан.
Башҡортостан халҡы мәҙәни проекттарын грантҡа тәҡдим итә ала

Мәҙәни башланғыстар президент фонды бөгөндән икенсе конкурсҡа заявкалар ҡабул итә башлай. Унда коммерция һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, муниципаль учреждениелар, шәхси эшҡыуарҙарға ҡатнашырға рөхсәт ителә. Проекттарҙы 9 йүнәлеш буйынса тапшырырға була. Заявкаларҙы 20 февралгә тиклем ебәреп өлгөрөргә кәрәк.
Алиментты ҡатын-ҡыҙҙар ҙа түләйәсәк

Башҡортостанда бала тәрбиәләгән яңғыҙ ир-егеттәрҙең хоҡуҡтары нығытыла. Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙа Ғаилә кодексына үҙгәреш әҙерләнгән. Закон проектына ярашлы, бәләкәй бала тәрбиәләгән атай кеше элекке ҡатынына алиментҡа бирә ала. Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса әсәй кеше генә ошондай хоҡуҡҡа эйә. Закон проекты профилле комитетта хупланған һәм парламенттың пленар ултырышына ҡарауға сығарырға тәҡдим ителгән.