БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.19K photos
8.22K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
70 меңдән ашыу ғаилә социаль ярҙам юллаған

Республикала 2023 йылда 600 меңгә яҡын кеше коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса субсидия менән файҙаланған. Башҡортостан статистика хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, 70 меңдән ашыу ғаилә социаль ярҙам юллаған. Бының өсөн бюджеттан 1,2 миллиард һум бүленгән. Һәр ғаиләгә яҡынса 1 мең 870 һум субсидия тура килә. Мохтаждарға торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн аҡсалата субсидия, йәки социаль ярҙам тапшырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан спортсылары Владимир Путин өсөн

Бөгөн «Zа самбо» федераль партия проекты вәкилдәре ғәмәлдәге Рәсәй Президентының кандидатураһын хуплап ҡултамғалар ҡуйҙы. Ҡултамға йыйыу Башҡортостанда өс тиҫтәгә яҡын пунктта ойошторолған. Ул 25 ғинуарға тиклем бара.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре иҫкәртеү рейдтарын дауам итә

Баш ҡаланың Киров районы буйынса ғына Яңы йыл байрамдарынан алып 100-ҙән ашыу рейд ойошторолған. Именлекте тәьмин итеүсе белгестәр балыҡ тотоусылар, рөхсәт ителмәгән урындарҙа тау шыуыусылар һәм башҡалар менән иҫкәртеү эше алып бара.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңауыл районы Яңы Уртауыл ауылы үҫмерҙәре кәрәкле һөнәр үҙләштерә

Хәлим Әмиров исемендәге мәктәптә улар технология фәне уҡытыусыһынан ағас эшкәртергә, йорт йыһаздары, сувенирҙар эшләргә өйрәнә. Тулыраҡ видеояҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңылыҡтар хеҙмәткәрҙәре үткән йылға йомғаҡ яһаны

Яңы йылдың тәүге аҙнаһы аҙағына яҡынлаша, уңыштар барланған, алға маҡсаттар билдәләнгән. Әйтергә кәрәк, уҙған йыл коллегаларыбыҙ өсөн уңышлы булды. Көн дә донъя, ил, республика кимәлендәге яңылыҡтар менән таныштырып барыусы хеҙмәттәштәребеҙҙең тормошонда йыл бәхетле мәлдәре менән уйылды. Редакцияның былтырғы уңыштары тураһында видеояҙмала.
Башҡортостанда ауыл хужалығы кооперативтарын үҫтереүгә 293 миллион һум йүнәлтелә

Быйыл федераль һәм республика ҡаҙнаһынан ошондай сумма бүлеү ҡарала. Был һан 2023 йылғы менән сағыштырғанда 59 миллионға күберәк. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, аҡсаның бер өлөшө грант булараҡ бирелә, эшҡыуарҙарға техника һәм йыһаздар алған аҡсаны кире ҡайтырыуға тотонола. Уҙған йылда ауыл хужалығы кооперативтары 3 миллиард һум килем алған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районында йорттарҙы Яңы йыл байрамына биҙәү буйынса конкурс ойошторолдо

Еңеүсегә мунса бураһы. Әбйәлил районы Амангилде ауыл биләмәһендә йорттарҙы Яңы йыл байрамына биҙәү буйынса конкурс ойошторолдо. Ижади бәйгегә бар ауылдар ҙа әүҙем ҡушылды, урындағы халыҡ боҙҙан, ҡарҙан төрлө һындар, әкиәт ҡаласыҡтары эшләп берҙәмлеген күрһәтте. Баһалама комиссияһы биҙәлештәрҙең креатив булыуына, боҙ ҡаласыҡтарының үҙенсәлегенә иғтибарын йүнәлтте. Мөғжизәле тылсым иленән беҙҙең киләһе репортаж.
👍1👎1
"Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты быйыл да ғәмәлгә ашырыла

Был
турала Республика транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр. 2024 йылда дөйөм оҙонлоғо 132 километр юлды, 7 күперҙе тәртипкә килтереү планлаштырыла. Бының өсөн 4 миллиард 200 миллион һум тотонола.2023 йылда Башҡортостанда милли проект буйынса 209 километр юл ремонтланды. Эштәр өсөн 10 миллиард ярым һум тотонолдо. Аҡсаның күбеһе федераль ҡаҙнанан бүленде.
Өфө районында ике урам төҙөләсәк

Дәүләт һатып алыуҙары сайтында ошондай контракт тәҡдим ителә. Урамдар Миловка ауыл биләмәһендә була. Һәр береһенең оҙонлоғо 400 метр самаһы. Төҙөлөш өсөн 67 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Эштәр быйыл йәй тамамланырға тейеш.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрө ҡалаһында «Бөрө билмәндәре» гастрономия фестивале үтте

Бөрөлә билмән бөрөлдө. Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған билмән етештереүселәр ҡунаҡтарға ит ризыҡтары тәҡдим итте. Сарала ҡатнашыусылар билмән, шешлек, манты кеүек ярымфабрикаттар менән һыйланды. Бөрө билмәне фестивале былтыр ваҡиғалы туризм тармағында иң яҡшы гастрономия сараһы тип табылғайны. Билмән байрамында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускынан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө юлланды

Ике аҙналыҡ ял тамам. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускынан һуң, Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө юлланды. Һалдаттар Яңы йылды өйҙә ҡаршы алып, ғаиләһе менән бергә ял иткән. Алғы һыҙыҡҡа уларҙы «Өфө-арена» спорт комплексы майҙанынан туғандары,яҡындары оҙатып ҡалды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыйғы районы үҙәгендә һыу торбаларын үткәреү дауам итә

Ауылға таҙа һыу. Ҡыйғы районы үҙәгендә һыу торбаларын үткәреү дауам итә. Үрге Ҡыйғы ауылының ҡайһы бер йорттарында быға тиклем һыуҙы шишмәнән ташығандар. Хәҙер халыҡ өсөн заманса уңайлыҡтар булдырылған. Шулай ҙа яңы биҫтәләрҙә эсәр һыу тәьминәте мәсьәләһе көнүҙәк ҡала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Борай районы фермерҙары ҡышлатыу миҙгеле менән таныштырҙы

Ауыл хужалығында ял көндәре юҡ. Оҙайлы каникул осоронда күпселек кеше байрам иткән ваҡытта малсыларға тынысланаһы түгел. Сөнки фермаларҙағы һыйырҙар көн һайын тәрбиә талап итә. Ауыл эшсәндәре әйтеүенсә, ҡыштың иң ҡыҙыу мәлендә төп бурыс - алынған тоҡомдоң һаҡланыуын тәьмин итеү, малдың кәмеүенә юл ҡуймау.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Дим биҫтәһендә Раштыуа байрамы уңайынан саңғы ярышы үтте

Баш ҡалала йәшәүсе йөҙгә яҡын саңғысы дүрт йәш категорияһында көс һынашты. Быйыл унынсы тапҡыр ойошторолған спорт сараһынан репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районында Филүс Нурғәлин иҫтәлегенә хоккей турниры үтте

Бөрйән районында «Ҡаһарманлыҡ ордены» кавалеры, Кавказдағы локаль бәрелештәрҙә батырҙарса һәләк булған Филүс Нурғәлин иҫтәлегенә хоккей турниры үтте. Сара сиктәрендә Филүс Мөбәрәк улының тыуған мәктәбе стенаһына ҡуйылған таҡтаташ та яңыртылды.
1
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы "Ауыл табибы" программаһы һөҙөмтәләрен иғлан итте

2023 йылда 83 табипҡа миллион ярым һум тапшырылған, 62 белгес миллион һум алған. Шулай уҡ 49 фельдшер, акушер һәм шәфҡәт туташына 750 мең һум, 19 хеҙмәткәргә 500 мең һум түләнгән. Бынан тыш, "Ауыл фельдшеры" программаһы буйынса 33 фельдшерға ярты миллион һумлыҡ түләүҙәр булған. Был программалар "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса ғәмәлгә ашырыла.
Яңы йыл каникулында Мәскәүҙә Башҡортостан стендын 350 меңдән ашыу кеше ҡараған

28 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем "Рәсәй" халыҡ-ара күргәҙмәһендә беҙҙең республикаһының туристик мөмкинлектәре күрһәтелде. - Беҙҙең маҡсат - ҡунаҡтар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, уларҙы ҡыҙыҡтырыу, - тип хәбәр итәләр Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. "Рәсәй" күргәҙмәһе - ил ҡаҙаныштарын туплаған майҙансыҡ. Бында 89 төбәктең экспозициялары урынлаштырылған.
2024 йылда Башҡортостан халҡы 118 көн ял итәсәк

Киләһе оҙайлы ял февралдә көтөлә. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан өс көн ял ҡаралған. Ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә, 8 марттан 10-ына тиклем ял була. Артабан, 10 апрелгә Ураҙа байрамы тура килә. Май байрамдарында ике тапҡыр 4-әр көнлөк ялдар билдәләнә. Йәй айҙарында Рәсәй көнө, Ҡорбан байрамында өҫтәмә ялдар була. Яңы йыл каникулы 29 декабрҙә башлана.
Өфөлә сүп контейнерҙары янында машина ҡалдырыусыларға штраф һалына

Ҡайһы берәүҙәр иҫкәртеүҙәргә иғтибар итмәй. Һөҙөмтәлә, сүп ташыусы машиналар контейнерға яҡын килә алмай. Бер тәүлектә генә 40-тан ашыу ошондай осраҡ теркәлгән. Контейнер майҙансығында машина ҡалдырған өсөн штраф суммаһы 2 мең һумдан башлана.
👍2
Өфөлә ауылдар үҫешенә иғтибар арта

Был турала Федоровка, Карпов, Самохвалов, Йылҡыбай ауылдары халҡы менән осрашыуҙа ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдерҙе. Быйыл Карпов-Шаҡша юлын ремонтлау көтөлә. Шулай уҡ 2 мең 200 урынлыҡ мәктәп проектын әҙерләү тамамлана.
Владимир Путин өсөн ҡултамғалар йыйыла

Башҡортостанда президент вазифаһына кандидат Владимир Путин өсөн ҡултамғаларҙың тәүге партияһы Үҙәк һайлау комиссияһына тапшырылды. Был эш 23 декабрҙә башланды, байрамда ла алып барылды, алдағы көндәрҙә дауам итә. Ҡултамғалар өсөн пункттар сауҙа комплекстарында, күп функциялы үҙәктәрҙә урынлаштырылған. Владимир Путин һайлауҙа үҙен-үҙе күрһәтеүсе булараҡ ҡатнаша. Уға халыҡ ҡултамғалары кәрәк. Президент быйыл мартта һайлана.
🤬1