БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.18K photos
8.2K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» полкы яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яңы йылды ғаиләләре менән ҡаршы алған ир-егеттәрҙең күпселеге байрамға өйгә ҡайтасаҡтарын ғаиләләренә алдан хәбәр итмәгән. Башҡортостан еренә аяҡ баҫҡас өйҙәренә шылтыратып, улар яҡындарына көтөлмәгән бүләк эшләгән. Яңы йылды ғаиләләре менән үткәргән яугирҙар, тыуған ерҙән көс-дәрт алып, йәнә илебеҙҙе һаҡларға юллана.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡалаһының янғын һағы идаралығы үҙенсәлекле рейдтар ойоштора

30 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем белгестәр опека һәм попечителлек органдары менән берлектә янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында күп балалы ғаиләләргә барҙы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙең иң яҡшы акушеры Бәләбәйҙә йәшәй

Мәртәбәле исемгә район дауаханаһында эшләүсе Ирина Кукушкина лайыҡ булған. Табип урта белемле белгестәр араһында ойошторолған федераль конкурста беренсе урын яулаған. 35 йыл дауамында акушер 6 меңгә яҡын балаға тыуырға ярҙам иткән, методик әсбап яҙған һәм йәш белгестәргә остаз булып өлгөргән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡорт-Белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты дауам итә

Былтырғы кеүек үк, быйыл да мең ярым пенсионер Белоруссияның тарихи урындары, мәҙәни объекттары менән танышып ҡайтасаҡ. Экскурсия программаһы, ялда булған туристарҙың тәьҫораттары хаҡында ентекләберәк видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Фәнисә Бикбаева кеше буйлыҡ ҡурсаҡтар эшләй

Әле уның шәхси коллекцияһында төрлө милләтле 12 ҡурсаҡ бар. Оҫта ҡуллы замандашыбыҙ хаҡында киләһе яҙмала.
1
Рәсәйҙә армияға саҡырыу яңыса үткәрелә

Президент Владимир Путин Оборона министрлығына электрон мөмкинлектәрҙе ҡулланырға рөхсәт итте. 2024 йылдың көҙгө саҡырылышында Берҙәм хәрби иҫәп һәм саҡырыу ҡағыҙҙары реестры әйләнешкә индерелә. Егеттәргә повестка электрон почтаға ла ебәрелә. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына ошо турала белдереү килә. Бынан тыш, берҙәм реестр ярҙамында хәрби иҫәпкә баҫырға йәки төшөргә була.
Башҡортостанда туризмды үҫтереү программаһы раҫланды

Республика Хөкүмәте тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған. Программаға ярашлы 2030 йылға беҙҙең республикаға 3 миллионға яҡын турист килергә тейеш. Бының өсөн туристик инфраструктураны яҡшыртыу бурысы ҡуйыла.
"Заман ауазы" конкурсына эштәр ҡабул итеү тамамланды

Илһөйәрлек темаһына 200-гә яҡын материал ҡабул ителгән. Конкурсты Яҙыусылар Союзы иғлан итте. Профессиональ яҙыусыларҙың патриотик әҫәрҙәре араһында иң яҡшылары билдәләнә. Проект Республика Башлығы грантына ғәмәлгә ашырыла. Приз фонды 1 миллион 200 мең һум.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Благовещен үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы табиптарына ярҙамға Өфөнән медицина десанты килде

Байрам көндәрендә лә - сәләмәтлек һағында. Благовещен үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы 1 ғинуарҙан алып халыҡты ҡабул итә. Бөгөн урындағы табиптарға ярҙамға Өфөнән медицина десанты килде. Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының күсмә диагностика үҙәге эшмәкәрлеге менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күмертау студенттары пилотһыҙ осоу аппараттарын йыя

Инновация проекттары өсөн бер миллион һум. Өфө фән һәм технологиялар университетының Күмертау филиалы студенттары пилотһыҙ осоу аппараттарын йыя. Улар электр тапшырыу линияларын, газ һәм нефть торбаларын тикшереү кеүек төрлө маҡсатта ҡулланыласаҡ.
2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Балаҡатай районы Билән урта мәктәбендә 38 йылдан ашыу һөнәренә тоғро уҡытыусы эшләй

Уҡытыу эшендә 38 йылдан ашыу. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, тәжрибәле остаз Рәмилә Абдулхаҡ ҡыҙы Ғәйнетдинова Балаҡатай районы Билән урта мәктәбендә эшләй. Һәр баланың яҙмышында, һөнәр һайлағанда дөрөҫ йүнәлеш, кәңәш биргән оло йөрәкле шәхестең тормош юлы һәм педагогик тәжрибәһе тураһында ентекләберәк видеояҙмала.
👍249
Берҙәм дәүләт имтихандарын уҙғарыу ваҡыты билдәле булды

Мәғариф өлкәһен күҙәтеү хеҙмәте документты хупланы. Уға ярашлы, 2024 йылда дәүләт аттестацияһын ваҡытынан алда 22 марттан 22 апрелгә тиклем үтергә мөмкин. Төп этап 23 майҙа башлана. Өҫтәмә көндәр сентябрҙә билдәләнә.
Хәрби хәрәкәттәр инвалидтары өйҙәрендә бушлай социаль хеҙмәтләндерелә

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай законға үҙгәреш индерҙе. Хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына йортто таҙартыу, кер йыйыу, ашарға бешереү йәки хат ебәреү буйынса ярҙам итәләр. Ҡанун проекты махсус хәрби операцияла ҡатнашып яраланған яугирҙәргә булышлыҡ итеү маҡсатынан әҙерләнгән.
Башҡортостанда Төркиә инвесторҙары ағас эшкәртеү менән шөғөлләнергә ниәтләй

Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, сит ил эшҡыуарҙары ҡайындан фанера – шпон сығарыу проектын тәҡдим иткән. Бының өсөн инвесторҙарға “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе күрһәтелгән. Башҡортостан һәм Төркиә араһында тауар әйләнеше быйыл 8 процентҡа артҡан һәм 68 миллиард долларға еткән. Үҙ-ара сауҙаның 90 проценты беҙҙең республиканан экспортҡа тура килә.
👍3👎2🤪1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Өфөлә ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң Башҡортостан яугирҙары махсус хәрби операция зонаһына оҙатылды

Хәрбиҙәр Яңы йылды өйҙә, ғаиләләре һәм яҡындары янында ҡаршылаған. Улар әйтеүенсә, байрам ысын мәғәнәһендә яҡты һәм күңелле үткән. Көс туплап, туғандары менән ваҡыт үткәргән яҡташтарыбыҙ Ватанды яҡларға әҙер. Хәрбиҙәре оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» спорт һарайы алдында үтте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан йәмәғәтселеге Рауил Шаммасты һуңғы юлға оҙатты

93 йәшендә Рауил Шаммас вафат булды. Башҡортостандың халыҡ шағиры менән хушлашыу бөгөн Зәки вәлиди исемендәге Милли китапханала уҙҙы. Әҙипте һуңғы юлға оҙатырға хеҙмәттәштәре, дуҫтары һәм яҡындары килгәйне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Миловка ауылы «Гармония» мәктәбендә уҡыуҙан тыш ваҡытта балалар виртуаль ысынбарлыҡ курстары үтә

Миловка ауылында асылған мәктәптә балалар төп дәрестәрҙән тыш тележурналистика, робототехника, аш-һыу оҫталығын үҙләштерә ала. «Гармония» тип аталған мәғариф учреждениеһы 600 балаға иҫәпләнгән. Уҡыуҙан тыш ваҡытта балалар виртуаль ысынбарлыҡ курстары үтә, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы класында яңы һөнәрҙәргә өйрәнә ала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда төҙөләсәк Евразия күсмә халыҡтары музейы өсөн кәрәкле материалдар туплана

Мәскәү оҫтаханаларының береһендә Алтын урҙа осоро яугирының хәрби кейемдәре эшләнде. Хәрбиҙең һуғыш ҡорамалдары һәм кейемдәре Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ обьекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу ғилми-етештереү үҙәгенә тапшырылды.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында йәшәүсе Сәлиховтар ғаиләһе «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына лайыҡ булды

Фәриҙә менән Илдус Сәлиховтар 8 бала тәрбиәләй, быға тиклем 5 баланы үҫтереп үҙаллы тормошҡа оҙатҡан.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыш бабай Өфөләге резиденцияһында ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүен дауам итә

Былтыр мөғжизәләр йорто Ағиҙел буйында ҡоролһа, быйыл ул Ленин майҙанында эшләй. Бөйөк Устюг ҡунағы баш ҡалала ҡасанға тиклем туҡталғаны хаҡында киләһе яҙмала.
3💩1
Республика менән идара итеү үҙәге 2023 йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаны

Халыҡтан 240 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Юлдар торошо, биләмәләрҙе тәртипкә килтереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, йәмәғәт транспорт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса һорауҙар күп булған. Иң күп мөрәжәғәттәр Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалалары һәм Иглин районы халҡынан ҡабул ителгән.